Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
23 Апрель , 17:20

Кәбеҫтәне - тупраҡҡа

Кәбеҫтәне тура тупраҡҡа сәсергә лә була. Бындай йәшелсә нығыраҡ булып та үҫә. Рассада менән мәшәҡәтләнәһе лә юҡ... 

Беҙ кәбеҫтәне күберәк тоҙлау, ҡыш ашау өсөн үҫтерәбеҙ. Шуға күрә һуң өлгөргән сортты һайлап алығыҙ.

Ҡояш төшкән асыҡ урында түтәл эшләгеҙ, серетмә, көл бутап, ерҙе әйләндереп сығығыҙ. Түтәл әҙер булғас, уға һыу һибегеҙ. Унан 2-3 см тәрәнлеккә 3-әр орлоҡ һалып, кәбеҫтәне сәсегеҙ. Түтәлдең өҫтөн ҡаплап ҡуйығыҙ. Кәбеҫтә үҫеп сыҡҡас, уларҙы һирәгәйтеп ултыртабыҙ. 

Кәбеҫтәне тура түтәлгә сәсеү күпкә еңел һәм уны баҡсасылыҡ тәжрибәһе булмағандар ҙа еңел эшләй ала. Уңышыбыҙ мул булһын! 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: