Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
23 Апрель , 16:25

Беҙ яратҡан ҡурай еләге

Ҡурай еләген көҙгөһөн ултыртыуы отошло. Әммә яҙғыһын ҡуйырып киткән ҡурай еләген һирәгәйтеү, яңы сорттар һайлап ултыртырға ла була. Тамыр ебәрһен өсөн һыу һибеп торорға кәрәк булыр. Ҡурай еләге өсөн ҡояш төшкән, елдән ышыҡ урынды һайлағыҙ. Ерен мотлаҡ йомшартып сығығыҙ.

Ҡурай еләге бер урында 8-9 йыл үҫтерелә. Шуға оҙаҡ ултырғандарын тамыры менән йолҡоп ташларға, яңы еләктәр үҫтерергә кәрәк.

Ҡурай еләге — ике йыллыҡ үҫемлек. Беренсе йыл буйға үҫә, икенсе йылында уңыш бирә лә ҡорой. Тәү сиратта ҡороғандары ҡырҡып алынырға тейеш. Һуңынан бер квадрат метрға 6—8 килограмм серетмә, 40—50 грамм суперфосфат, 20—30 грамм калий ашламаһы, ә яҙын 30—40 грамм азот ашламаһы индерелә. Унан тамырҙарына зыян килтермәй генә йомшартыла. Һанап үтелгән эштәрҙе тамамлағас, ҡурай ебәктәрен бер-береһенә ҡаршы ҡуйып, ергә эйҙереп бәйләргә кәрәк.

Ҡурай еләгенең ботаҡтарына зарар китереүсе бөжәктәр әллә ни күп түгел. Иң йыш осрағаны – ҡурай еләге себене. Ул ботаҡтарҙың үҙәгенә инеп йәшәй башлай һәм яйлап уңышҡа ла, ҡыуаҡҡа ла зыян килтерә. Бер нисә йыл эсендә ҡыуаҡты тамам киптереүе ихтимал. Себендең ҡаршлауыҡтарын еләгендә күрергә була: улар аҡһыл төҫтә, 5 миллиметр самаһы.
Ҡыуаҡтарғыҙға иғтибарлап ҡарағыҙ. Бер ниндәй сәбәпһеҙ уларҙың осо кибеп төшә башлаһа, тимәк был себен ҡаршлауыҡтары бар.

Уларҙан ҡотолоу өсөн ауырыу ботаҡты ҡорой башлаған еренән саҡ ҡына аҫтараҡ киҫегеҙ. Ауырыу ботаҡтарҙы төбөнән алып ташлағыҙ. Ҡурай еләге араһын ҡаҙырға ла, йәй буйы тураҡланған йәшел үлән һалып торорға кәрәк. Әгәр инде был ысулдар менән себенде еңеп булмаһа, инсектицидтар ҡулланығыҙ. Шунһыҙ булмай. Был ваҡытта йәш ботаҡтарҙы ла, ҡыуаҡтың эргәһендәге ергә лә дарыу һиптерергә кәрәк.

Уңышығыҙ мул булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: