Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Апрель , 16:42

Туңдырма

Көндәр эҫеү менән балалар туңдырма таптыра башланылар.  Әйҙәгеҙ әле, файҙалы ла, тәмле лә туңдырманы үҙебеҙ, өйҙә эшләп ҡарайыҡ.  Был туңдырма өсөн 1,5 стакан шәкәр, 1 л һөт,  100 г аҡ май, 1 аш ҡалағы крахмал, 5 йомортҡа һарыһы кәрәк була.   

Туңдырма
Туңдырма

Әйҙәгеҙ әле, файҙалы ла, тәмле лә туңдырманы үҙебеҙ, өйҙә эшләп ҡарайыҡ.

Ингредиенттар:

● 1,5 стакан шәкәр

● 1 л һөт

● 100 г аҡ май

● 1 аш ҡалағы крахмал

● 5 йомортҡа һарыһы

Аҡ майҙы йылы һөткә һалабыҙ ҙа ҡайнап сыҡҡанын көтәбеҙ. Икенсе һауыт алып, шәкәр, крахмал, йомортҡа һарыһын ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ (ыуабыҙ). Унан өҫтөнә әҙ-әҙләп һөт ҡушабыҙ. Ул шыйыҡ ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш.

Был мәл һөт ҡайнап сығырға тейеш. Был һары төҫтәге шыйыҡсаны ҡайнап ултырған һөттө туҡый-туҡый ҡоябыҙ.

Йәнә ҡайнап сыҡҡанын көтәбеҙ. Уны уттан алып, тиҙ генә һауытын (кәстрүлде) һыуыҡ һыу өҫтөнә ултыртабыҙ. Бер аҙ һыуынғансы болғатып торор кәрәк булыр.

Ныҡлап һыуығас, туҡып алабыҙ ҙа, әҙер формаларға ҡойоп, һыуытҡысҡа ултыртабыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: