Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Апрель , 12:30

Селтәрле ҡоймаҡ

Йома көн май еҫе сығарыр кәрәк, тиҙәр. Әйҙәгеҙ, беҙ ойоған һөттән селтәрле ҡоймаҡ ҡояйыҡ. Бының өсөн 350 мл йылы ғына ойоған һөт, 350 мл ҡайнар һыу, 220 г он, 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ сода, 3 аш ҡалағы шәкәр, тоҙ, 3 аш ҡалағы үҫемлек майы, 200 г эремсек, 3 аш ҡалағы магазин ҡаймағы алына.    

Йылы ғына булып ойоп ултырған һөткә сода һалып болғатабыҙ. Шул арала ул күпереп китер. Шуға һауыттың ҙурырағын алыр кәрәк.

Ошонда уҡ йомортҡа, тоҙ, шәкәр ҡушып туҡыйбыҙ.

Ондо иләп, ҡуйы ғына ҡамыр туҡып алабыҙ. Ошолай иткәндә ҡомаҡ төйөрлө булмай.

Ҡамырҙы туҡый-туҡый яйлап ҡына борҡоп ҡайнап ултырған һыуҙы ҡоябыҙ. Үҫемлек майын ҡушып йәнә туҡыйбыҙ ҙа, бешерергә әҙерләнәбеҙ.

Яҡшылап ҡыҙған табаны майлап, ҡоймаҡ ҡоябыҙ.

Бөгөн беҙҙең ҡоймағыбыҙ өсөн эслек эремсекле масса булыр. Эремсеккә ҡаймаҡ менән шәкәр ҡушып туҡыйбыҙ ҙа, ҡомаҡ эсенә төрәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: