Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
9 Ғинуар 2022, 12:15

Һырҙарҙан крахмал ярҙамға килер

Ҡайһы берҙәр һырҙарҙан ҡотолоу өсөн укол ҡаҙата башлайҙар. Ә бына был маска уколдан да яҡшыраҡ була.   

Был маска өлгөргән тирегә нығыраҡ файҙалы була. Ул ваҡ һырҙарҙы тиҙ арала бөтөрә. 

Масканы әҙерләү өсөн 1 аш ҡалағы картуф крахмалын ярты стакан һыуҙа иҙеп, кәстрүлгә ҡуйығыҙ. Унан 500 мл ҡайнар һыуға һалып, ҡуйырғансы ҡайнатығыҙ. 

Унан маскаға 5 аш ҡалағы яңы һығылған кишер һутын өҫтәгеҙ. Хәҙер инде 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ өҫтәгеҙ. 

Барыһын бергә яҡшылап болғатып, һыуынғас, 20-25 минутҡа биткә һыларға була. 

Таҙа һыу менән битегеҙҙе йыуып, крем һөртөгөҙ. 

Ҡалған массаны һыуытҡыста өс көн дауамында һаҡлағыҙ. 

 

Һау-сәләмәт һәм һәр саҡ матур булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: