Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
7 Май , 08:31

Тәсбих

Динһеҙ дәһри бер бәндә фәҡир генә бер ҡарсыҡтың тәсбих тартыуынан көлөргә уйлай.  - Әй, ҡарсыҡ, былай берәмләп һанарлыҡ ниндәй байлыҡтарың бар ул тиклем? - тигән.   

Тәсбих
Тәсбих

Тәсбих 

(Хикәйәт)

Динһеҙ дәһри бер бәндә фәҡир генә бер ҡарсыҡтың тәсбих тартыуынан көлөргә уйлай. 

- Әй, ҡарсыҡ, былай берәмләп һанарлыҡ ниндәй байлыҡтарың бар ул тиклем? - тигән. 

- Әй, бисара бәндә, - тигән ҡарсыҡ, - һин бит минән көлмәйһең, үҙеңдең наҙанлығыңдан көләһең. Аллаға шөкөр, үҙем ярлы булһам да, күңелем бай.  Һәр төймәне тартып Хоҙай Тәғәләнең изге исемдәренән бер исемен әйткән һайын минең күңелем хушланып китә, күҙ алдарым яҡтыра бара. Ә һин  әйткән һүҙең менән түбәнгә тәгәрәйһең. 

Сәләх Суҡбаев. 

Ҡөрьән һабаҡтары: 

Ҡөрьән ул - хәҡиҡәт. Кешеләргә өгөт-нәсихәт биреп, аяттарҙа ла әйтелә: «Кешеләргә әйт: хәҡиҡәт килде, ялған юҡҡа сыҡты. Сөнки ул бөтөргә хөкөм ителгәйне». 

«Бәни Исраил» сүрәһе, 8-се аят. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: