Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
13 Апрель , 14:15

Ҡөрьән уҡылған йорттоң өҫтөнлөктәре

Берәүҙәр өйөндә көн һайын Ҡөрьән уҡый. Икенселәр уны йылына бер нисә тапҡыр ғына башҡара. Нисек кенә булмаһын, йәшәгән йорттарыбыҙҙа Ҡөрьән уҡыуҙың өҫтөнлөгө, фазылйәте бик ҙур. Йышыраҡ булған һайын был нығыраҡ һиҙелә.     Ҡөрьән уҡылған йортта:  * иркенлек була * фәрештәләр инә

Берәүҙәр өйөндә көн һайын Ҡөрьән уҡый. Икенселәр уны йылына бер нисә тапҡыр ғына башҡара.

Нисек кенә булмаһын, йәшәгән йорттарыбыҙҙа Ҡөрьән уҡыуҙың өҫтөнлөгө, фазылйәте бик ҙур. Йышыраҡ булған һайын был нығыраҡ һиҙелә.  

Ҡөрьән уҡылған йортта: 

* иркенлек була

* фәрештәләр инә

* шайтандар ҡаса 

* бәрәкәт арта. 

 Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи вә сәлләм: “Дөрөҫлөктә, Ҡөрьән уҡылған йорт иркен була, уға фәрештәләр инә, шайтандар бындай йорттан ҡаса, бәрәкәт арта. Дөрөҫлөктә, әгәр йортта Ҡөрьән уҡылмаһа, ьындай йорт уның әһелдәре өсөн тар була. Унан фәрештәләр йырағая, шайтандар тула һәм бәрәкәт кәмей (имам Әд-Дәрими).

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: