Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
12 Апрель , 12:09

Йома көн доғаһы

- Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.- Әлхәмдүлилләәһи Раббил-гәәләмиин.-Вәс-саләәтү вәс-сәләәмү гәләә расүүлинә Мүхәммәдин вә гәләә әәлиһи вә әсхабиһи әҗемәгыйн.- Йә, Раббым! -Ауырыусыларға - дауа бир, мохтаждарға - яҡшы ризыҡ бир, аҙашҡандарға - тура юл күрһәт, әйлеләргә - ярҙам ит, бәләгә төшкәндәргә - сығыу юлын күрһәт!- Йә, Раббым!- Бала-ейәндәргә, киләсәк быуындарға дин тотоу, һиҙайәт бир.- Өгөт-нәсихәт биреү һәм итәғәттә үҫеп, уларға беҙҙән хәйерлерәк быуын булырға яҙһын!- Йә, Раббым!-Ғаилә ҡормағандарға - яҡшы хәләл ефеттәр, балаһы булмағандарға - изге балалар бир.- Аллааһүммә раббәнәә әҙилә миңзәлә мубарак әңтә э-э-эй хайрул миңзилә.- Әй, изгелекле, мәрхәмәтле Раббым!- Ерҙәр ҙә, күктәр ҙә Һинең әмереңде буйһона.

ЙОМА КӨНӨ ДОҒАҺЫ.

- Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
- Әлхәмдүлилләәһи Раббил-гәәләмиин.
-Вәс-саләәтү вәс-сәләәмү гәләә расүүлинә Мүхәммәдин вә гәләә әәлиһи вә әсхабиһи әҗемәгыйн.
- Йә, Раббым! 
-Ауырыусыларға - дауа бир, мохтаждарға - яҡшы ризыҡ бир, аҙашҡандарға - тура юл күрһәт, әйлеләргә - ярҙам ит, бәләгә төшкәндәргә - сығыу юлын күрһәт!
- Йә, Раббым!
- Бала-ейәндәргә, киләсәк быуындарға дин тотоу, һиҙайәт бир.
- Өгөт-нәсихәт биреү һәм итәғәттә үҫеп, уларға беҙҙән хәйерлерәк быуын булырға яҙһын!
- Йә, Раббым!
-Ғаилә ҡормағандарға - яҡшы хәләл ефеттәр, балаһы булмағандарға - изге балалар бир.
- Аллааһүммә раббәнәә әҙилә миңзәлә мубарак әңтә э-э-эй хайрул миңзилә.
- Әй, изгелекле, мәрхәмәтле Раббым!
- Ерҙәр ҙә, күктәр ҙә Һинең әмереңде буйһона.
- Бөтә һөйөнөстәр һәм хәсрәттәр Һинең ҡулыңда.
- Теләгән бәндәләреңә һәм теләгән ерҙәргә Һин бәрәкәттәр индерәһең.
- Теләһәң, ул бәрәкәттәрҙе ала ла алаһың.
- Әй, Раббым!
-Торған нигеҙебеҙгә бәрәкәтенә, рәхмәтеңде, нурыңды һәм һаҡсы фәрештәләреңде иңдер!
- Унда йәшәүселәрҙең тәндәренә — табыш, йәндәренә — тыныслыҡ, ҡәлебтәренә һидәйәт нурын иңдер һәм араларына өлфәт-мәхәббәт яҙмыш ит!
- Әй, Хафиз булған Аллааһ! Нигеҙҙәрегеҙҙе һәм ғаиләләребеҙҙе күҙҙәребеҙ күрә алған һәм күрә алмаған бөтә насарлыҡтарҙан һаҡла!
- Ошо нигеҙебеҙҙә һыйынып, шатланып, киң ризыҡтар менән ризыҡланып, оҙон гомерҙа йәшәүҙәрҙе яҙмыш ит!
- Раббәнәә әәтинә фин-йәә хәсәнәтә да фил әәхыйрати хәсәнәтәү э-э-эй кинәйә ғәҙәәбәннаар. Әмиин!🤲🏻
Инде Раббил Ғәләмин! - ЙОМА КӨНДӘРЕБЕҘ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН !.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: