Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
4 Апрель , 09:18

Ислам һәм сәләмәтлек

- Иманһыҙлыҡ нимә? — тибеҙ. - Иманһыҙлыҡ ул - әҙәпһеҙлек, аҙғынлыҡ, боҙоҡлоҡ, динһеҙлек һәм ҡанһыҙлыҡ ҡына түгел. Иң беренсе сиратта ул -  ғәмһеҙлек, битарафлыҡ. Fүмергә, тән сәләмәтлегенә, йән тыныслығына, ер күркенә, тирә-йүн мөхитебеҙгә битарафлыҡ. Рухи зәғифлек.  Беҙҙең үҙ ҡулдарыбыҙ менән зарарланып бөткән еребеҙ ауырыу, һулар һауабыҙ таҙа түгел, һыуҙар эсергә яраҡһыҙ булып бара, тәнебеҙ сәләмәтлеккә туймай.   

Ислам һәм сәләмәтлек 

Бөгөн беҙ иманһыҙлыҡ тураһында күп һөйләйбеҙ.

- Иманһыҙлыҡ нимә? — тибеҙ. - Иманһыҙлыҡ ул - әҙәпһеҙлек, аҙғынлыҡ, боҙоҡлоҡ, динһеҙлек һәм ҡанһыҙлыҡ ҡына түгел. Иң беренсе сиратта ул -  ғәмһеҙлек, битарафлыҡ. Fүмергә, тән сәләмәтлегенә, йән тыныслығына, ер күркенә, тирә-йүн мөхитебеҙгә битарафлыҡ. Рухи зәғифлек. 

Беҙҙең үҙ ҡулдарыбыҙ менән зарарланып бөткән еребеҙ ауырыу, һулар һауабыҙ таҙа түгел, һыуҙар эсергә яраҡһыҙ булып бара, тәнебеҙ сәләмәтлеккә туймай. 

Үҙенең нәсихәтен алып бара башлаған йылдарҙан башлап, ғүмер буйы ислам таҙалыҡ - пак һыуҙар, йыуыныу, ҡойоноу, кейенеү, ашау-эсеү тәртибе тураһында аңлатып тора. Хәләл ризыҡтарҙың ниндәй булыуын күрһәтеп бирә. «Ҡөрьән үҙе лә Аллаһы Тәғәләнең бөйөклөгө һәм ҡөҙрәте менән яралтҡандарҙың юғары дәрәжәләге камиллығы тураһында хәтергә төшөрөп тороу өсөн ебәрелгән Китап. Кеше күңелендәге иманһыҙлыҡ, наҙанлыҡ ауырыуына шифа, шифалы шул аяттар менән күңелен дауалағандарға Аллаһтың рәхмәте».

«Юныс» сүрәһе, 57-се аят

Ислам дине, Ҡөрьән - һеҙ йыйған бөтә мал-мөлкәттән ҡиммәтерәк, тип нәсихәт бирә Китап, сөнки ул кешеләрҙе рухи ауырыуҙарҙан дауалау сараһы. Тән зәғифлеге, тән сырхауы рухи зәғифлектән башлана. Рухы түбән, әҙәбе самалы, нәфсеһе талымһыҙ кеше артынан сир ҙә эйәреп кенә йөрөй. Рухи зәғиф кешеләр ғүмер иткән төбәктәрҙә тирә-йүнде сүп-сар баҫып бөткән кеүек, тәнде лә ауырыуҙар күмеп ташлай.

Сәләх Суҡбаев.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: