Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
3 Апрель , 19:00

Үҙеңә йәки яҡыныңа күҙ тейгән, тип шикләндең икән...

ябай ғына булһа ла өшкөрөү ысулдарын өйрәнергә кәрәк.  Аятел-Ҡөрси, әл-Кәфирун, әл-Ихлас, әл-Фәләк, ән-Нәс сүрәләре менән бергә бына ошо доғаны өсәр мәртәбә уҡып өшкөрәләр. Иң яҡшыһы,  кеше үҙ-үҙенә уҡып өшкөрһә.Әгәр  йәш балалар күҙһенә торған булһа,  уҡып өшкөрә алған ир кеше, ул да булмаһа, әсәй, өләсәһе балаларҙы даими хәлдә уҡып өшкөрһөн.Өс көн һайын уҡып өшкөреү файҙалы булыр...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Үҙеңә йәки яҡыныңа күҙ тейгән тип шикләндең икән, ябай ғына булһа ла өшкөрөү ысулдарын өйрәнергә кәрәк.

  Аятел-Ҡөрси, әл-Кәфирун, әл-Ихлас, әл-Фәләк, ән-Нәс сүрәләре менән бергә бына ошо доғаны өсәр мәртәбә уҡып өшкөрәләр. Иң яҡшыһы,  кеше үҙ-үҙенә уҡып өшкөрһә.
Әгәр  йәш балалар күҙһенә торған булһа,  уҡып өшкөрә алған ир кеше, ул да булмаһа, әсәй, өләсәһе балаларҙы даими хәлдә уҡып өшкөрһөн.
Өс көн һайын уҡып өшкөреү файҙалы булыр. Өшкөрөп бөткәс, әсә телендә Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып  һорарға кәрәк.  Ялбарғанда, үҙегеҙ  ихлас күңел менән үтенеп һорап, ялбарырға өйрәнегеҙ.  Яуабы ла тиҙерәк булыр, ҡуйған маҡсатҡа ирешеү ҙә еңел булыр, ин шә Аллаһ.

" Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии
миң күлли шәйьин йүҙинәә үә миң күлли нәфсин әү ғәинин.
Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии
миң күлли дә’ин йүҙинәә үә миң күлли шәҡәә’ин йүшҡиинәә.
Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии
миң ғәини мүғджәбин әү ғәйни сәхирин.
Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии
миң шәррин-нәффәәсәти фил — ғүҡади үә миң шәрри хәәҡидин иҙә хәҡадә
үә миң шәрри хәәсидин иҙә хәсәдә үә миң шәрри сәәхирин иҙә сәхәра
үә миң шәрри нәәҙирин иҙә нәҙара үә миң шәрри мәәкирин иҙә мәкәра.
Бисмилләһи йәрғанә үәл-лаһү йэшфинә үәл-лаһү йәҗбүрънә үәл-лаһү йәхфәзънә.
Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии
Мин үәсәәүисис-садри үә шәтәәтәл-әмри үә минәл-әмради
үәл-әүһәәми үә мин нәзәғаатиш-шаитаани үә минәл-әсҡаами
үә мин мүзғиджәәтил-әхләәм.
Аллаһүммә әбтил ғайнән мүғджәбәтән нәҙарат үә мә бәрәкәт
әү хәәсидәтин тәтәмәннә зәүәәлә ниғмәтин.
Аллаһүммә әбтил сү'ә ғаинин әсаабәт ғаклән фәбәлләдәтһү
әү әсаабәт ғилмән фәдаййәғатһү әү әсаабәт зәкәә’ән фәсәхәҡатһү
әү әсаабәт джәсәдән фә-әмрадатһү.
Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии Бисмилләһи йәрғаанә. Бисмилләһи йәхфәҙүнә"

Мәғәнәһе:
"Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәремде, яҡындарымды һәр яфа сиктерә торған нәмәнән, күҙҙән, нәфсенән өшкөрәмен.
Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды яфа сиктерә торған һәр ауырыуҙан һәм һәр ҡамасаулай торған мәшәҡәттән өшкөрәмен.
Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды көнләшеп һоҡланыусы һәм сихырсы күҙҙән өшкөрәмен.
Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды еп төйөнсөктәренә әпсен-төпсөн өрөүсенең өрөүенән, һәр нәфрәтленең нәфрәтенән, һәр көнсөнөң көнселегенән, һәр сихырсының сихырынан, һәр яуыз ҡараусының яуыз ҡарашынан, һәр мәкер ҡылыусының мәкеренән өшкөрәмен.
Бисмилләһи, Ул беҙҙе хөрмәт итә, Аллаһы Тәғәлә беҙгә шифа биреүсе, Аллаһы Тәғәлә беҙгә йыуаныс биреүсе, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе һаҡлаусы.
Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды күңел вәсүәсәләренән, иғтибарһыҙлыҡтан, ауырыу — сырхауҙарҙан, ҡаты ҡараштарҙан, шайтан ҡотҡоларынан, сирҙәрҙән, ҡурҡыныс төштәрҙән өшкөрәмен.
Аллаһым тексәйеп ҡараған йәки мөбәрәк ҡылмаған күҙҙең ҡарашын, көнсөл булып ниғмәт зәүәлен теләгән күҙ ҡарашын юҡҡа сығар!
Аллаһым аҡылға ҡарап күҙ тейҙереп уны тупаҫландырған, ғилемгә ҡарап күҙ тейҙереп уны зая ҡылған, тапҡырлыҡҡа ҡарап күҙ тейҙереп уны юҡ иткән, тәнгә (кәүҙәгә) ҡарап уны ауырыуға һабыштырған күҙҙе юҡҡа сығар!
Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды көнләшеп һоҡланыусы һәм сихырсы күҙҙән өшкөрәмен.
Бисмилләһи, Ул беҙҙе ҡәҙер итә, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе һаҡлаусы"

❗ Был доға менән нисек өшкөрөргә?
Башта тәһәрәт алып ике рәкәғәт хәжәт намаҙ уҡыһаң бик яҡшы булыр. Уныһын булдыра алмаһаң Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып теләгәнеңде асыҡларға һәм изге нәтижәләр теләргә кәрәк. Шунан һуң был доғаны ниәтләп, һәр айырым һөйләмдәр менән уҡылыр. Әгәр үҙ-үҙеңде өшкөрһәң доғаның бер һөйләмен уҡыу менән устарыңа өр, шунан шул устарың менән йөҙөңде, тәнеңде һыпыр. Әгәр балаларҙы, йәмәғәтеңде, яҡындарыңды өшкөрһәң доғаның айырым һөйләмен уҡыған һайын өшкөрә торғандың йөҙөнә һулышың менән еңелсә генә өрөп ебәр. Был доға ун һөйләмдән тора. Тимәк, өшкөрөүсе кеше өшкөрөү ваҡытында ун мәртәбә өрөр.
Шундай уҡ тәртип менән был доғаны ҡулланып эсә торған, йыуына торған һыуҙы, ашай торған ризыҡты ла өшкөрөргә мөмкин.

Шифалары тейер, ин шәә Аллаһ

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: