Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
3 Апрель , 11:28

Доғаларҙың күңелдәрҙә юҡ әле юғалғаны…

«Аллаһ менән ант итеп әйтәм, - тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, - Аллаһтан мин үҙемде ярлыҡауын һорап көн һайын 70 тапҡыр тәүбә итәм».  «Аллаһтың бәндәләргә иң яҡын ваҡыты -- төн үтеп барған ваҡыт. Шул ваҡытта Аллаһуға яҡын булырға теләһәгеҙ, булығыҙ», - ти.  Тағы ла әйткән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм: «Күңелемдең Аллаһты хәтерҙән сығарған саҡтары бар, шул ваҡыт мин уның алдында көнөнә 200 тапҡыр тәүбә итәм», - тигән.   

Доғаларҙың күңелдәрҙә юҡ әле юғалғаны…
Доғаларҙың күңелдәрҙә юҡ әле юғалғаны…

Доғаларҙың күңелдәрҙә юҡ әле юғалғаны…

Кеше ул сауаплы эштәргә лә, гонаһ эштәргә лә һәләтле йән әйәһе Сауаплы эштәр эшләү уның Аллаһ ҡаршыһындағы дәрәжәһен арттыра, гонаһ эшләгән ҡолдарын да Аллаһ упҡынға ташламай, тәүбә итергә, доғалар менән Үҙенә мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Доға бәндәнең рухына ла, тәненә лә тәьҫир итеү сараһы. 

- Әхлаҡты төҙөк тотоу өсөн уға күнегергә кәрәк, - тип өйрәтә дин ғалимдары, - йыш-йыш ҡабатлап торғанда доғаларҙың тәьҫир көсө тағы ла арта төшә. 

«Аллаһ менән ант итеп әйтәм, - тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, - Аллаһтан мин үҙемде ярлыҡауын һорап көн һайын 70 тапҡыр тәүбә итәм». 

«Аллаһтың бәндәләргә иң яҡын ваҡыты -- төн үтеп барған ваҡыт. Шул ваҡытта Аллаһуға яҡын булырға теләһәгеҙ, булығыҙ», - ти. 

Тағы ла әйткән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм: «Күңелемдең Аллаһты хәтерҙән сығарған саҡтары бар, шул ваҡыт мин уның алдында көнөнә 200 тапҡыр тәүбә итәм», - тигән. 

Был нәсихәттәр бәндәләр өсөн кәрәк. Көн һайын кәрәк булып тора. 

Кеше һәр ваҡыт доғала булырға тейеш, тип өйрәткән ололар. Сөнки «Уның уң яғында ла, һул яғында ла бөтә эштәрен яҙып тороусы фәрештәләр бар. Һөйләнгән һәр һүҙҙе көтөп һәм яҙып ултыра улар». 

«Каф» сүрәһе, 17-18-се аяттар. 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: