Һаҡмар
+22 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
28 Март , 11:03

ТӘҮФИҠ — БӨТӘ ИЗГЕЛЕКТЕҢ АСҠЫСЫ

Һәр изгелектең асҡысы ‒ Аллаһтан бирелгән тәүфиҡ, тинек. Тәүфиҡ Аллаһ ҡулында, кеше ҡулында түгел. Ә тәүфиҡтең асҡысы иһә ‒ доға, Аллаһҡа ихлас күңелдән ялбарыу, Уға үҙ мохтажлығыңды белдереү, Унан ғына ҡурҡыу. Аллаһ кешегә ошо асҡысты тотторған икән, тимәк, тәүфиҡ ишектәрен асырға теләй. Әгәр ошо асҡысҡа юл күрһәтмәһә, тимәк, тәүфиҡ ишектәре был кеше өсөн ябыҡ. Юҡҡа ғына Ғүмәр ибн әл-Хаттап (Аллаһ унан риза булһын): «Мин доғаға яуап булырмы, юҡмы, тип хафаланмайым. Минең эшем ‒ Аллаһҡа ялбарыу. Доға ҡылдым икән, тимәк, яуабы ла буласаҡ», ‒ тип әйтмәгәндер.Тәүфиҡтең бирелеү-бирелмәүе кешенең ниәтенә, маҡсаттарына һәм тәүфиҡтең үҙенә эйә булыу теләгенең көсөнә бәйле. Аллаһтың ярҙамы Уға ғына өмөт бағлаған, Унан ғына ҡурҡҡан, һынауҙар ҡаршыһында ла ныҡ торған кешеләргә генә бирелә. Унан ярҙам өмөт итмәгәндәргә Аллаһ ҡайҙан тәүфиҡ бирһен?

ТӘҮФИҠ — БӨТӘ ИЗГЕЛЕКТЕҢ АСҠЫСЫ
ТӘҮФИҠ — БӨТӘ ИЗГЕЛЕКТЕҢ АСҠЫСЫ
ТӘҮФИҠ — БӨТӘ ИЗГЕЛЕКТЕҢ АСҠЫСЫ

Аллаһ теләгән нәмә генә бойомға аша, ә Ул теләмәгән нәмә бойомға ашмай, тип белеү; изге эштәр ‒ Аллаһтың бер ниғмәте, тигән инаныста булыу, шуның өсөн рәхмәтле булыу һәм, шунан мәхрүм итмәүен һорап, Аллаһҡа доғалар ҡылыу; насар эштәр ‒ Аллаһтың ярҙамһыҙ ҡалдырыуы билгеһе һәм Уның бер язаһы, тип ышаныу ‒ барлыҡ изгелектең нигеҙе.

Ғөмүмән, «Яуыз эштәрҙән йыраҡ ҡыл, мине үҙ нәфсемә тапшырма», тип доға ҡылып тороу тейешле. "Аллаһтың тәүфиҡ биреүе ‒ бөтә изгелектең асҡысы, Аллаһтың тәүфиҡтән мәхрүм итеүе ‒ бөтә яуызлыҡтың асҡысы", — ти аҡыл эйәләре. Нимә ул тәүфиҡ? Тәүфиҡ бирә — тимәк, Аллаһ һине үҙ нәфсең менән ҡалдырмай. Аллаһтың тәүфиҡтән мәхрүм итеүе иһә Аллаһ һине үҙ нәфсеңә тапшыра тигән һүҙ.

Һәр изгелектең асҡысы ‒ Аллаһтан бирелгән тәүфиҡ, тинек. Тәүфиҡ Аллаһ ҡулында, кеше ҡулында түгел. Ә тәүфиҡтең асҡысы иһә ‒ доға, Аллаһҡа ихлас күңелдән ялбарыу, Уға үҙ мохтажлығыңды белдереү, Унан ғына ҡурҡыу. Аллаһ кешегә ошо асҡысты тотторған икән, тимәк, тәүфиҡ ишектәрен асырға теләй. Әгәр ошо асҡысҡа юл күрһәтмәһә, тимәк, тәүфиҡ ишектәре был кеше өсөн ябыҡ. Юҡҡа ғына Ғүмәр ибн әл-Хаттап (Аллаһ унан риза булһын): «Мин доғаға яуап булырмы, юҡмы, тип хафаланмайым. Минең эшем ‒ Аллаһҡа ялбарыу. Доға ҡылдым икән, тимәк, яуабы ла буласаҡ», ‒ тип әйтмәгәндер.

Тәүфиҡтең бирелеү-бирелмәүе кешенең ниәтенә, маҡсаттарына һәм тәүфиҡтең үҙенә эйә булыу теләгенең көсөнә бәйле. Аллаһтың ярҙамы Уға ғына өмөт бағлаған, Унан ғына ҡурҡҡан, һынауҙар ҡаршыһында ла ныҡ торған кешеләргә генә бирелә. Унан ярҙам өмөт итмәгәндәргә Аллаһ ҡайҙан тәүфиҡ бирһен?

Аллаһ Тәғәлә ‒ Хикмәтле, Белеүсе. Үҙенең тәүфиҡ-һиҙәйәтен Ул тегендә-бында йүнәлтмәй һәм унан тота килеп, былай ғына мәхрүм итмәй. Раббыһына шөкөр итмәгәндәрҙе, Уның алдындағы бурыстарына илке-һалҡы ҡарағандарҙы, доғаны исем өсөн генә ҡылғандарҙы Ул ярҙамһыҙ ҡалдыра. Шөкөр итеү, бурыстарыңды үтәү, ихлас доға ‒ тәүфиҡле булыу өсөн бына ошолар кәрәк.

✍️ Ибн Ҡаййим әл-Джәүзийә.
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: