Бөтә яңылыҡтар
10

Оло йөрәкле әсә

Таулыҡай ауылында йәшәүсе Фирүзә Үҙәнбаева - ике улын яуға оҙатҡан оло йөрәкле әсә. Наил да, Ғәзиз дә тәүге мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға повестка ала. Ул ваҡиғаларҙы әле лә тулҡынланып иҫкә ала Фирүзә апай. «Төш һымаҡ булды. Береһенә саҡырыу барлығын белгәс, һәр әсә кеүек мин дә бик борсолдом, күп тә үтмәне, икенсе улым да, повестка килеүе тураһында хәбәр итте. Ул ваҡыттағы кисерештәремде әйтеп тә аңлата алмайым... Улдарым мине, әсәй, барыһы ла яҡшы буласаҡ, борсолма, тип тынысландырҙы. Әле икеһе лә яуҙа. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып торалар. Көнөн-төнөн илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, ғәзиз улдарымдың һәм барлыҡ ир-егеттәрҙең ата-әсәһе, ғаиләһе, яҡындары янына имен-һау ҡайтыуҙарын теләп доғалар уҡып ултырам»,- тине яугирҙәр әсәһе.  Тулыраҡ, сайтта:

Районда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр генә түгел, уларҙың ғаиләләре лә иғтибар үҙәгендә. Ил тыныслығы, аяҙ күк йөҙө өсөн ил һағында торған яҡташтарға һәм батыр улдар тәрбиәләүсе ата-әсәләргә хөрмәт һәм ихтирамыбыҙ мәңгелек.

Таулыҡай ауылында йәшәүсе Фирүзә Үҙәнбаева - ике улын яуға оҙатҡан оло йөрәкле әсә. Наил да, Ғәзиз дә тәүге мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға повестка ала. Ул ваҡиғаларҙы әле лә тулҡынланып иҫкә ала Фирүзә апай. «Төш һымаҡ булды. Береһенә саҡырыу барлығын белгәс, һәр әсә кеүек мин дә бик борсолдом, күп тә үтмәне, икенсе улым да, повестка килеүе тураһында хәбәр итте. Ул ваҡыттағы кисерештәремде әйтеп тә аңлата алмайым... Улдарым мине, әсәй, барыһы ла яҡшы буласаҡ, борсолма, тип тынысландырҙы. Әле икеһе лә яуҙа. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып торалар. Көнөн-төнөн илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, ғәзиз улдарымдың һәм барлыҡ ир-егеттәрҙең ата-әсәһе, ғаиләһе, яҡындары янына имен-һау ҡайтыуҙарын теләп доғалар уҡып ултырам»,- тине яугирҙәр әсәһе. Изге теләктәрегеҙ ҡабулдарҙан булһын, Фирүзә апай.

Сыңғыҙ ауылы һылыуы Фирүзә Мостафа ҡыҙы менән Таулыҡай егете Фитрат Фирғәт улы 1979 йылда сәстәрен-сәскә бәйләй. Улар баһадирҙай дүрт улға - Рәмил, Шамил, Наил, Ғәзизгә ғүмер бүләк итә.

Үкенескә ҡаршы, тормош иптәше Фитрат ағай һәм өлкән улдары Рәмил яҡты донъяларҙан иртә китә. Улын һәм тормош иптәшен юғалтыу ҡайғыһын еңеп, тормош һынауҙарына бирешмәй, артабан йәшәргә көс таба мәҡәләм геройы.

Улдары Шамил, Наил, Ғәзиз һөйөклө әсәләрен ҡыуандырып, бер-бер артлы ғаилә ҡора. Шамил менән Гөлназ бөтә уңайлы шарттар булдырылған ҙур, мөһабәт йорт һалып, Таулыҡай ауылында төпләнә. Йәш ғаилә биш балаға ғүмер бүләк итә. Күпләп мал тотоп, дәртләнеп, тырышып донъя көтә улар. Наил ошо уҡ ауыл һылыуы Гүзәл менән тормош ҡороп, бер ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһында йәшәй. Ғәзиз Ҡуянтау ауылы ҡыҙы Вилиә һылыу менән Баймаҡ ҡалаһында йәшәй.  Йәш ғаиләнең мөхәббәт емештәре -бер улдары үҫә. «Балаларым - иң ҙур байлыҡтарым, ҡыуаныстарым», - ти әсәй. - «Шамил улым менән Гөлназ киленем ауылда йәшәгәс, миңә һәр яҡлап ныҡлы терәк. Яуҙа йөрөгән улдарымды уйлап эсем бошоп киткән саҡтарҙа ла уларға барам, үҙҙәре лә килеп, хәлемде белешеп, ярҙам итеп торалар», - ти мәҡәләм геройы.

Дүрт ул үҫтергән әсәнең килендәре тураһында бик яҡшы фекерҙә булыуы миндә Фирүзә апайға ҡарата тағы ла һоҡланыу уятты. «Бөтә килендәремде лә ҡыҙҙарымдай яҡын күрәм. Аллаға шөкөр, «ҡәйнәм» тип өҙөлөп торалар. Барыһына ла ҙур рәхмәтлемен», -  тип йылмая бәхетле ҡәйнә.

«Ҡәйнәм беҙҙең тәрән аҡыллы, сабыр, бер һүҙле. Килендәренә бер ауыр һүҙ әйткәне юҡ. Балаларына донъя көткәндә ярҙам итә, аҡыллы кәңәштәрен дә бирә. Уға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ғүмер, балалар ҡыуанысы теләйбеҙ», - ти ҡәйнәһе тураһында килендәре лә.

Оло йөрәкле, изге күңелле Фирүзә Мостафа ҡыҙы улы Рәмил мәрхүмдең ҡыҙы  Гөлзидәне лә 10 йәш тирәһенән үҙ ҡанаты аҫтына ала. Улының төҫө, дауамы итеп, ҡәҙерләп үҫтерә ул ейәнсәрен. Гөлзидә әлеге ваҡытта Сибай институты студенты. Баланың балаһы балдан татлы, тигәндәй, бәхетле ҡартәсәй әлеге мәлдә туғыҙ ейән-ейәнсәрен һөйә. Уларҙы яратып, һәр уңыштарына ҡыуанып, бәхетле баласаҡ һәм матур  киләсәк теләй.

Фирүзә апай улдарына - ғәзиз әсә, килендәренә ихтирамлы ҡәйнә булһа, яҡындары өсөн туған йәнле, хәстәрлекле, изге күңелле кеше. Барыһы менән дә матур итеп аралашып, матур мәжлестәргә йөрөшөп, ҡатышып йәшәй улар. «Таулыҡайҙа бер туған апһындарым күп. Апһын татыу булһа, аш-һыу ҙа етә, тиҙәр. Аллаға шөкөр, һәр саҡ бергәбеҙ. Бер ваҡытта ла үпкәләшеп йөрөгәнебеҙ булманы. Гәүһәр ҡәйнәмде лә бик ихтирам итәбеҙ. Ауылдаштарыбыҙ ҙа ярҙамсыл, изге күңелле кешеләр. Яугир әсәһе булараҡ, ауыл хакимиәте, колхоз идараһы һәр ваҡыт ярҙам итергә тырыша, байрамдарҙа тәмле күстәнәстәр һәм бүләктәр бирә. Район, ауыл халҡы посылкаларынан тыш, туғандарым улдарым өсөн һәр саҡ кәрәк-яраҡ, күстәнәстәр әҙерләп ебәрә. Барыһына ла ҙур рәхмәт», - тип һүҙен дауам итте ул.

Эшкә егәрле, тырыш, уңған ул Фирүзә ханым. 30 йыл Ленин исемендәге колхозда һауынсы булып эшләй. Унан һуң 8 йыл ауыл магазинында һатыусы була. Һәр саҡ кеше менән ипле аралашҡан, ихлас, аҡыллы, үҙ эшен яратып башҡарған хеҙмәткәрҙе ауылдаштары ихтирам итә.

Таулыҡай ауылының һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, матур балалар, батыр егеттәр тәрбиәләгән Фирүзә Мостафа ҡыҙына тик изге теләктәремде еткерәм. Рух ныҡлығы, күңел тыныслығы һеҙҙе бер ваҡытта ла ташламаһын. Улдарығыҙ яуҙан имен-һау ҡайтып, киләсәктә лә балалар, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡәҙер хөрмәтендә бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә!  

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: