Бөтә яңылыҡтар
10
Әҙәби бит
25 Март , 19:00

Дүртенсе быуын

- Әйҙә, улым, үт! Иртәнсаҡ, белгән кеүек, иҙәнде лә һөртөп алғайным. Шунан, ниңәлер күңелем елкенеп, Зәлиә апайыңдарға барып килергә булдым. Унда ла үҙемә урын тапманым, һин ҡайтырға булған икән. Ҡана, бир пинжәгеңде, бынауында эләйем... Был, улым, һинекеме? – күңелләнеп ихлас һөйләшкән Хәлимә инәйҙең теле тотлоҡто. Ул Илдарҙың кителенә беркетелгән “Ҡыҙыл йондоҙ” орденын күреп ҡалды. - Әй, минеке инде шунда. Әсәй, һин борсолма! - тине Илдар әсәһенең шат йөҙө ҡапыл үҙгәреүен шәйләп, - унда бындай йондоҙҙарҙы барыһына ла бирәләр. - Орден, миҙалдарҙы бушҡа ғына бирмәйҙәр инде, улым! Атайың һуғыштан ҡайтҡанында түше тулы миҙал ине. Һинең дә ҡыҙыу ерҙә хеҙмәт иткәнеңде белеп торам, улым, үҙең әйтмәһәң дә. Иҫән-һау ғына йөрөп ҡайт инде, Хоҙайҙан һораған берҙән-бер теләгем шул, - Илдар, әсәһенең ошо һүҙҙәренән һуң, уға һоҡланып ҡараны. Ҡайһылай ныҡ, түҙемле уның әсәһе. Бер хатында ла ҡайғырыуын, борсолоуын белгертеп яҙманы, һиҙҙермәне. Бар яҙған яңылыҡтары ауыл тормошо, туғандары, күрше-күлән тураһында ине. Улым тыныс, уйланмай хеҙмәт итһен, тигәндер инде...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Дүртенсе быуын

Хикәйә (башы)

(Афған һуғышында улдарын юғалтҡан әсәйҙәргә бағышлайым)

Кәртә эсендәге бағанаға бәйләп ҡуйылған быҙау, үҙенең иреккә сыҡҡыһы килеүен белгертеп, тынысһыҙланды, бауҙы сәйнәп тартҡыланы. Хәлимә инәй ауыҙ эсенән генә оҙон бер йырҙы көйләп, ямғырға ҡарайған, буялмаған ҡапҡаны барып асты. Ҡапҡа иһә, был йортта үҙенә күптән ир ҡулы теймәгәнлеген әйтергә теләгән кеүек, шығырлап асылып өй бүрәнәһенә барып бәрелде.

- Эй, ошо ҡапҡаны, баламды уятам инде иртә менән, - тип һөйләнде ҡарсыҡ.

Шунан ул быҙауҙы бауынан ысҡындырып урамға ҡыуып сығарҙы. Ауыл осон уҙып киткән көтөүҙән ергә ята башлаған саң томаны ғына тороп ҡалғайны. Өйҙән, оҙон эске күлдәктә, яланаяҡ, йоҡоһонан уянған ейәне килеп сыҡты.

- Әй, әттәгенәһе, уяттым бит үҙеңде, кил, - Хәлимә инәй ейәнен күтәреп алды.

- Өләсәй, пилоткам ҡайҙа? Йондоҙом да, ана, әллә ҡайҙа юҡ булған, - тип тәтелдәне өс йәшлек Илнур.

- Хәҙер, балам, хәҙер бирермен, әйҙә өйгә инәйек, һалҡын бит әле, өшөп ҡуярһың әтеү, - ул, ейәненең арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйә-һөйә, алдына ултыртып кейендерҙе. Шунан әле генә һауған, пары сығып торған йылы һөт ҡойоп бирҙе.

- Мә, балам, йылы һөт эс, бик файҙалы. Атайыңа ошолай көн дә ҡойоп бирә торғайным. Уның кеүек ҙур, көслө, батыр булып үҫерһең, алла бирһә.

- Ә атайым ҡасан ҡайта, өләсәй? Мин уға пистәлитемде күрһәтәм, йәме!

- Эй, балам, балам! Атайың бик йыраҡта шул. Ҡайтып етә алмай торған ергә киткән, - Хәлимә инәй ейәнен нисек әүерәтергә, уға нисек аңлатырға белмәне. Күңеле йомшарып күҙҙәре йәшләнде. Уны улы Илдар тураһындағы ауыр уйҙар солғап алды.

Бына тиҙҙән дүрт йыл да була улының ошо яҡты донъянан китеүенә. Дүрт йыл... Эх, улым, улым! Олатайың, атайың үткән ҡәһәрле һуғыш юлынан һиңә лә үтергә тура килер тип кем генә уйлаһын инде. Тик, олатайың тәүге донъя һуғышынан имен-аман әйләнеп ҡайтҡан, граждандар һуғышында ла ҡатнашып иҫән ҡалған. Атайыңа ла, йәш булыуына ҡарамаҫтан, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышырға тура килде. Ҡаты ғына яраланһа ла тыуған еренә үҙ аяҡтарында атлап ҡайтты. Тик шул яраһы ғүмере буйы ыҙалатып, иртәрәк китеп барҙы. Ярай әле, һинең үлемеңде күрмәне. Бына улың Илнур үҫеп килә. Тәс үҙеңә оҡшаған, бар төҫө, ҡылыҡтары менән һин.

* * *

Илдар Хәлимә инәйҙең бер бөртөк, бик теләп, һуңлап ҡына тапҡан балаһы. Уны иркәләп, наҙлап та үҫтермәнеләр. Илдар өй эсендәге эштәрҙе ҡыҙҙарҙан кәм эшләмәне. Ул хатта ҡамыр баҫып, мейестә икмәк тә бешерә белде. Яраһынан ауырып ыҙалаған атаһына кәртәләге эштәр ҙә эләкмәй ине тиерлек. Атаһы үлгәс, бөтә хужалыҡ уның ҡулына ҡалды. Әсәй кешенең берҙән-бер таянысы хәрби хеҙмәткә алынғас, күрше генә Ырымбур өлкәһенә эләкте. Хәлимә инәй ҙә, улы ла быға бик ҡыуанғайнылар.

Тик бер ай карантинда булғас, Илдарҙы Афғанстанға ебәрҙеләр. Мәғәнәһеҙ һуғыштың тоҡанып ҡына киткән сағы. Ун һигеҙ-ун туғыҙ йәшлек кенә егеттәрҙең хәрби хеҙмәте тәүге көндәренән үк “ҡыҙыу нөктә”лә башланды.

Улының ят, йыраҡ ерҙәргә эләгеүен әсәһе шунда уҡ һиҙҙе. Хаттарының адресы үҙгәрҙе, ни ҡалаһы, ни урамы юҡ, тигәндәй. Гәзит уҡып, телевизор ҡарап торғас, донъялағы, илдәге булған хәлдәрҙән ул ситтә түгел ине. Улы ҡайҙа хеҙмәт иткәнен яҙмаһа ла, әсә йөрәген алдаштырып булмай бит, Хәлимә инәй барыһын да төшөнгәйне инде. Күрше-күлән, ауылдаштары: “Хәрби комиссариатҡа йәки райкомға бар, бер бөртөк улың, ҡарар кешең юҡ, Афғандан ҡайтарырҙар”, - тип кәңәш бирҙеләр. Тик ул бер ҡайҙа ла йөрөмәне. Илдары ла, был турала ишетһә, һис шикһеҙ ҡаршы булыр ине.

Уйланыуҙар, саҡ ҡына хат-хәбәр булманиһә, ҡайғырыуҙар, борсолоуҙар, йоҡоһоҙ төндәр менән, улының хеҙмәт итеүенә бер йыл да үтеп китте. Иртәнсәк, әүәлгесә, һыйырын көтөүгә ҡыуҙы ла, йорттағы эштәрҙе башҡарғас, күрше ауылдағы һеңлеһенә барып килергә булды. Күрешмәгәндәренә лә арыу ғына ваҡыт уҙған. Самауыр артында һөйләшеп сәй эсә-эсә икеһенең дә күңеле бушап ҡалды. Һеңлеһе кискә тиклем ҡалырға өгөтләһә лә, Хәлимә инәйҙең тиҙерәк ҡайтҡыһы килде. Йөрәге ниҙер һиҙеп, өс саҡрымға яҡын араны йүгереп тигәндәй үтте ул.

Был ни ғәжәп хәл? Өйөнә етер-етмәҫ, кәртә эсендә кемдеңдер шарт та шорт утын ярғаны ишетелде. Ҡапҡаны асһа, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Әллә өн, әллә төш?! Аяҡтары ҡамырҙай йомшарҙы, өндәшәйем тиһә, үҙ тауышын үҙе ишетмәне. Илдар! Улы, кителен сисеп һалған, күлдәксән, еңдәрен һыҙғанып, утын яра. Ул да әсәһен шәйләмәне. Тик ҡапҡа, Хәлимә инәйҙең ҡалтыранған ҡулынан ысҡынып, өй бүрәнәһенә барып бәрелгәс кенә, икәүһе лә һиҫкәнеп китте. Илдар, бер-ике ынтылыуҙа, әсәһен килеп ҡосаҡланы.

- Улыҡайым, Илдарым! Һинме был?! Бер ҙә ышана алмайым, йә Аллам! Әллә төш күрәмме? - әсәһе улын бәләкәй балалай дөпөлдәтеп һөйҙө. Үҙенең күҙҙәре йәшләнде.

- Мин, әсәкәйем, мин! Йә, илама инде, ҡайттым бит, - Илдар әсәһенең сал ҡунған сәстәренән һыйпаны. Хеҙмәткә киткәнендә әсәһенең башында бер бөртөк сал сәсе юҡ ине. Уны яңы ғына, госпиталдә дауаланып сыҡҡас, ялға ҡайтарҙылар. Тағы бер йылға яҡын хеҙмәт итәһе бар. Ҡайғырып, бөтөрөнөр инде әсәйем, мин ҡайтҡансы, тип уйланы Илдар. Әсәһе йоҙаҡты асҡансы, өҫ-башын ҡаҡҡыланы, әйберҙәрен барып алды.

- Әйҙә, улым, үт! Иртәнсаҡ, белгән кеүек, иҙәнде лә һөртөп алғайным. Шунан, ниңәлер күңелем елкенеп, Зәлиә апайыңдарға барып килергә булдым. Унда ла үҙемә урын тапманым, һин ҡайтырға булған икән. Ҡана, бир пинжәгеңде, бынауында эләйем... Был, улым, һинекеме? – күңелләнеп ихлас һөйләшкән Хәлимә инәйҙең теле тотлоҡто. Ул Илдарҙың кителенә беркетелгән “Ҡыҙыл йондоҙ” орденын күреп ҡалды.

- Әй, минеке инде шунда. Әсәй, һин борсолма! - тине Илдар әсәһенең шат йөҙө ҡапыл үҙгәреүен шәйләп, - унда бындай йондоҙҙарҙы барыһына ла бирәләр.

- Орден, миҙалдарҙы бушҡа ғына бирмәйҙәр инде, улым! Атайың һуғыштан ҡайтҡанында түше тулы миҙал ине. Һинең дә ҡыҙыу ерҙә хеҙмәт иткәнеңде белеп торам, улым, үҙең әйтмәһәң дә. Иҫән-һау ғына йөрөп ҡайт инде, Хоҙайҙан һораған берҙән-бер теләгем шул, - Илдар, әсәһенең ошо һүҙҙәренән һуң, уға һоҡланып ҡараны. Ҡайһылай ныҡ, түҙемле уның әсәһе. Бер хатында ла ҡайғырыуын, борсолоуын белгертеп яҙманы, һиҙҙермәне. Бар яҙған яңылыҡтары ауыл тормошо, туғандары, күрше-күлән тураһында ине. Улым тыныс, уйланмай хеҙмәт итһен, тигәндер инде.

* * *

Хәлимә инәйҙең, улы ҡайтыу шатлығынан, донъяһы тулыланып китте. Өй эсендә атлап түгел, осоп йөрөнө. Илдар һалдат кейемен шул көндә үк алмаштырып кейгәйне. Уны, ауылдағы яҡын әхирәте Ғилмениса әбейгә барып киләйек, тип, ҡабаттан һалдат кейемен кейергә күндерҙе. Әхирәте ауылдың икенсе осонда йәшәгәнлектән, мыҡты кәүҙәле, күкрәгендә ордены балҡыған улын ҡултыҡлап, урамдан үткәндә унан да бәхетле кеше булманы. Тик нисек кенә шатланмаһын, ниндәй генә бәхетле хистәр кисермәһен, уның йөрәген ҡаты төйөр өйкәне. Был төйөр улының орденына бәйле ине.

Эйе, орденды һуғышта ла, тыныс тормошта ла, тиктомалдан ғына бирмәйҙәр. Илдары, берҙән-бере, тимәк, ниндәйҙер батырлыҡ эшләгән. Ә ундай ваҡытта кеше ғүмере ҡурҡыныс аҫтында була, йә иһә бөтөнләй өҙөлә. Кеше үлем менән күҙмә-күҙ осраша. Уның улы ла үлемгә йәнәш кенә булғандыр. Ҡабатланмаҫмы бындай осрашыу?..

Шуғалырмы, Хәлимә инәй орден тураһында һорашырға ҡыйманы, дөрөҫө, ҡурҡты. Тик, улы өйҙә юҡ саҡтарҙа ғына, уттай балҡыған ҡыҙыл йондоҙҙо бик ҡәҙерләп кенә һыйпап алыр булды. Ярай әле, Илдар үҙе ул турала һөйләргә ашыҡманы, ниндәй алышта яраланыуын һәм госпиталдә дауаланғандан һуң ялға ҡайтарыуҙарын. Юғиһә, әсәһен бөтөнләйгә шом-ҡайғыға һалыр ине.

Ҡайтыуының икенсе көнөндә үк Илдарҙы мәктәпкә, уҡыусылар менән осрашыуға саҡырҙылар. Спорт залында уҙғарылған был сарала мәктәптең барлыҡ уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла йыйылғайны. Һүҙгә әүәҫ булмаһа ла, ул барыһының да һорауҙарына тулы яуап бирергә тырышты, һалдат тормошо тураһында әйтеп үтте.

Илдар баштан уҡ, алдағы рәттә, үҙенең башланғыс класс уҡыусылары менән ултырған, йәш кенә уҡытыусы ҡыҙға иғтибар итте. Ҡыҙ күрәһең ситтән килгән, егеткә ул таныш түгел ине. Килешле буй-һыны, йәшенә ҡарап, үҙен өлкән класс уҡыусыһына тиңләрлек. Уның асыҡ, сибәр йөҙө, ҡыйғас ҡаштары, ҙур күҙҙәре тәү күреүҙән үк егетте әсир иттеләр. Ҡараштары осрашҡанда Илдар үҙенең һүҙҙәрен үҙе ишетмәҫ булды. Ҡыҙ ҙа уңайһыҙланып, оҙон керпектәрен һирпеп, аҫҡа ҡараны.

Был, ике йәш йөрәк араһында, тәү ҡараштан тоҡанған мөхәббәт ялҡыны ине. Саҡ педагогия колледжын тамамлап, бында эшкә ебәрелеп, беренсе йыл ғына уҡытып йөрөгән Сания менән Илдар, шулай үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, бер-береһенә ғашиҡ булдылар.

Эйе, Илдар барыһын да ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ҡәнәғәтләнерлек яуаптар тапты шикелле. Тик үҙенең генә күңеле бушаманы. Бар күргән-кисергәндәрен һөйләй алманы шул ул. Күҙ алдында үлемесле пуля алып, ҡулдарында йән биргән иптәштәрен, бөтәһен дә, бөтәһен дә... Ә үҙенең яраланып, күп ҡан юғалтып, тәүлектән ашыу иҫһеҙ ятыуын иҫләргә лә теләмәне.

Бер уҡыусы ни өсөн орден биреүҙәрен һорағас: “Командирымды ут аҫтынан алып сыҡтым, ул ҡаты яраланғайны,” - тип, бер-ике һүҙ менән яуап бирҙе. Осрашыу тиҙ генә тамамланыр ҙа ине. Сания унан уңайһыҙланһа ла: “Был турала төплөрәк һөйләгеҙ инде,” - тип үтенгәс, Илдар артыҡ таусирләмәй, һөйләргә мәжбүр булды.

* * *

Аҙыҡ-түлек тейәлгән, яғыулыҡ тултырылған ауыр йөк машиналары колоннаһы, үкерә-үкерә, тауҙар араһынан бара. Тәгәрмәс аҫтынан эркелеп сыҡҡан туҙанға сумып килгән һалдаттарҙың күҙҙәре, йылмайғанда, тештәре генә ялтырай. Колоннаны алдан һәм арттан десанттың хәрби машиналары һаҡлап килә. Алда барғаны бер бәләкәй күпергә менеүе булды, көслө шартлау яңғыраны. Дошмандарҙың мәкерле уйы, десантсыларҙы шартлатып юҡ итеү һәм колоннаны күпер аша үткәрмәй туҡтатып ҡыйратыу – тормошҡа ашты. Ике яҡ тауҙағы ҡаялар араһына йәшеренгән дошмандар көслө ут асты. Совет һалдаттары уларға ус төбөндә кеүек күренә ине.

Күпер өҫтөндә шартлаған десант машинаһы, мороно менән ҡаҙалып, дөрләп яна башланы. Унда барыусы бер нисә иҫән ҡалған десантсы, кем ҡайҙа ышыҡ таба, шунда йәшеренеп, ҡаршы ут асты. Көстәр сағыштырғыһыҙ тиң түгел. Өҫтәүенә, артта килгән бронетранспортер ҙа, тура снаряд тейеп, эшлектән сыҡты.

Илдар, быға тиклем дары еҫен еҫкәп өлгөрһә лә, бындай ҡурғаш уты ямғырына, дошман тоҙағына тәү тапҡыр эләкте. Ул йөрөткән йөк машинаһы колоннала икенсе килә ине. Ә командирҙары, прапорщик Васюта ултырған машина, унан алда. Был ут ҡойоно башланғас та, күрәһең, тәүге пуляларҙың береһе командирҙың шоферы өсөн үлемесле булды. Ул тормозға ла баҫып өлгөрмәне, юлдан ситкә төшөп китеп, ташҡа бәрелеп туҡтаны. Бер аҙҙан машинаны ут ялманы. Прапорщик Васюта ла, шоферы ла кабинала. Хәҙер шартлайҙар бит!

Ҡаршы атыр дошмандары күренмәһә лә, ерҙә, тәгәрмәскә ышыҡланып, тау яғына автоматтан ут яуҙырған Илдар, ҡабат машинаһына ултырып, ҙур тиҙлектә командиры янына барып туҡтаны. Урғылып сыҡҡан ҡап-ҡара төтөн ҡоршауы аҫтында, дошман уны йүнләп күрмәүҙән файҙаланып, тәүҙә иҫен юйған прапорщикты үҙенең кабинаһына күсерҙе, шунан шоферын. Артҡа ҡуҙғалыуы булды, теге машина шартланы.

- Прапорщик Васюта ҡаты яраланғайны, шоферы шунда уҡ үлгәс, машина ташҡа бәрелгәндә, ул иҫен юғалтҡан, - Илдар әҙгә туҡтап торҙо ла, - оҙаҡламай беҙгә ярҙамға вертолеттар килде, - тип һүҙен йомғаҡланы.

Барлыҡ уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа, еңел һулап, шымып ҡалды. Әйтерһең дә, улар әле генә һуғыш тураһында кино ҡаранылар һәм уның аҙағы, ғәҙәттәгесә, еңеү менән бөттө. Тик Илдар өсөн барыһы ла ул һөйләгәнсә генә тамамланмағайны шул. Яуҙаштарын ут эсенән алып сыҡҡанда үҙе ике тапҡыр яраланды. Тәүгеһендә еңелсә, командирын кабинаға күтәреп һалған ваҡытта, дошман пуляһы беләген көйҙөрөп үтте. Илдар ауыртыуҙы хатта аңғармай ҙа ҡалды. Икенсеһендә, машинаһын артҡа бирә ине, ҡапыл күкрәген ныҡ итеп ниҙер семетеп алды. Яраланыуын аңлап, машинаһын туҡтатты. Биле ҡайыш менән быуылғас, гимнастеркаһы эсенә ҡан тулғанын тойоп, ҡулдары менән яраһын ҡыҫты...

Бәхеткә күрә, вертолеттар ярҙамға тиҙ килеп өлгөрҙө. Дошман, һауала көслө геүләү тауышы ишеткәс тә, кемдәре иҫән ҡалған, ҡасыу яғын ҡараны. Илдар быларҙы күрмәне лә, ишетмәне лә. Ул, иҫен юйып, рулгә ауышҡайны инде.

Һуңынан госпиталь, дауаланыуҙар. Пуля, йөрәгенә саҡ ҡына етмәй, ҡабырғаһында ҡаҙалып ҡалғайны. Күп ҡан юғалтып, Илдар операциянан һуң, тәүлек үткәс саҡ аңына килде. Яраһы йүнәлеп тыуған иленә ялға ҡайтыр алдынан, госпиталдә, яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн уға “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены тапшырҙылар. Ул, ҡанлы алышта ҡатнашыуын һөйләргә мәжбүр булһа ла, яраланыуы тураһында бер кемгә, бер һүҙ әйтмәне. Әсәйем генә ишетеп ҡуймаһын был турала, тип ҡурҡты.

* * *

Һалдат менән осрашыу тамамланғас, Сания, уҡыусыларын оҙатты ла, класына инде. Әҙерәк эштәре лә бар ине. Бер-ике дәфтәрҙе тикшереп ҡараны ла, ары ҡулына эш барманы. Уның бар уйын Илдар биләгәйне. Ниндәй баҫалҡы, ябай егет! Үлем ҡурҡынысы аҫтында шундай батырлыҡ эшләгән, ә һөйләй, әйтерһең, берәй әбейҙе урам аша ғына етәкләп сығарған. Ә ҡарашы ниндәй яғымлы! Сихри! Әллә шулай тойолдо ғынамы?! Сания, дәфтәрҙәрҙе ситкә этәреп ҡуйҙы ла, ҡайтырға сыҡты. Тышта Илдар уҡытыусылар менән һөйләшеп тора ине. Сания, улар янынан уҙғанда, артта егеттең ҡарашын һиҙҙе. Оҙаҡламай Илдар ҡыҙҙы ҡыуып та етте.

- Сания Фәритовна! Юлыбыҙ бер яҡҡа шикелле. Мөмкинме һеҙҙең менән?

- Мөмкиндер, Илдар! Исемемде лә белеп өлгөргәнһегеҙ.

- Уҡыусыларығыҙҙан ишетеп ҡалдым.

- Уҡыусыларым бигерәк һәйбәттәр. Ауыҙға ҡарап ҡына торалар. Ауылығыҙ ҙа миңә оҡшай, кешеләре лә. Фуат бабай менән Нәфисә әбей мине үҙ балалары кеүек күрәләр, - Сания һүҙгә әүәҫ булып сыҡты. Уҡытыусы кеше шулай булалыр инде.

- Фуат апаларҙа йәшәйһегеҙме ни?! Шәп ҡарт ул! Беҙгә күрше генә икән...

Илдар менән Сания, мәктәптән ҡайтып еткәнсе, танышып та алдылар. Шулай була бит ул, бер-береһенә тартылған кешеләргә, “һеҙ”ҙән “һин”гә күскәнсә, бәләкәй генә бер аҙым да етә, танышырға, табышырға.

Ошо көндән һуң улар йыш осраша башланылар. Илдар ҡайтҡан саҡта, ялым оҙон, уны нисек кенә уҙғарырмын инде, тип уйлағайны. Ә тиҙҙән әсәһе, Сания менән айырылышыу минуттары ла етәсәк, китәһе көн яҡынайғандан-яҡыная. Сания бик тартынһа ла, Илдар уны үҙҙәренә алып ҡайтып, Хәлимә инәй менән яҡындан таныштырҙы. Ҡыҙ, килгәндә тик кенә ултырманы. Һыуға барһынмы, иҙән йыуып алһынмы, Хәлимә инәй һиҙмәй ҙә ҡала ине. Һиҙеүен-һиҙҙе инде ул, күрҙе лә, Санияның егәрле, уңған икәнен. Тик, ҡайһы берҙә, йәштәргә ҡамасауламайым, тип, юҡ йомошон бар итеп, өйҙән сығып китә торған булды. Ҡайтыуына, өйө лә йыйыштырылған, ҡойонан һыуы ла килтерелгән. Бер тапҡыр Санияның, ауыр биҙрәләрҙе көйәнтәләп, һыуҙан килеүен күреп ҡалған Хәлимә инәй Илдарға:

- Кит, шундай эшһеҙ тора алмаған да бала булыр икән. Был биҙрәләрҙе мин күптән тотонмайым. Бар, ҡаршы ал, - тип, Илдарҙы сығарып ебәрҙе, - бәхеттәре генә булһын инде! – Хәлимә инәй йәштәрҙең бер-береһенә мөнәсәбәтен яҡшы аңлап, күреп торғас, ҡыуанды ла, бошондо ла. Бошондо, сөнки улының әҙме-күпме, тағы бер йыл хеҙмәт итәһе бар. Илдар, бер саҡ, уйынлы-ысынлы әйтеп ҡуйҙы:

- Әсәй, Санияны әллә үҙеңә килен итеп ҡалдырып китәйемме? Икегеҙгә еңелерәк тә, күңеллерәк тә булыр, - тип. Әсәһенең яуабы икеләнерлек түгел ине.

- Улай килешмәҫ, улым! Хеҙмәтеңде иҫән-һау бөтөрөп ҡайт. Яратһа – көтөр!

- Шаяртам, әсәй, шаяртам. Сания мине көтәсәк! Беҙ яратабыҙ бер-беребеҙҙе, - Илдар, яғымлы итеп, әсәһенең яурындарынан ҡосаҡланы.

* * *

Илдарға китергә лә ваҡыт етте. Уны өйө янында, ауыл халҡының күпселеге оҙатып ҡалды. Оло юлға, автобус туҡталышына тиклем, барыусылар ҙа булды.

- Әсәкәйем, ҡайғырма инде, артыҡ ныҡ уйланма! Бер йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китә ул, - тип әсәһен йыуатты Илдар.

- Эй, улым- улым! Нисек ҡайғырмайһың да, нисек уйланмайһың инде?! Үҙең беҙҙең турала борсолма! Ипле хеҙмәт ит, иҫән-һау әйләнеп ҡайт!

- Ҡайтайым ғына, - тип шыбырланы Илдар Санияға, - иртәгәһенә үк, һис-шикһеҙ, ҡауышасаҡбыҙ! Көт мине!

Ул китте. Сания илап ҡалды. Йөрәгенең бер өлөшө кителгәндәй тойолдо. Ә Хәлимә инәй, күңеле тулышһа ла, иламаны. Тик, улын һуңғы тапҡыр күреүен йөрәге менән һиҙгәндәй, Илдарға ҡарап тик торҙо.

Өйгә ҡайтҡас, Хәлимә инәй Санияға һүҙ ҡушты:

- Ҡыҙым, һин нисек ҡарайһың, әллә беҙгә күсеп киләһеңме?

- Белмәйем, инәй?! Мин риза ла ул. Нәфисә әбей менән бабайы үпкәләмәҫтәрме?!

- Үҙем һөйләшермен улар менән, ҡыҙым!

Икенсе көндө Сания, китап-дәфтәрҙәрен, кейеме тултырылған сумкаһын күтәреп, күсенеп тә ҡуйҙы. Хәлимә инәй Илдарына, улай килешмәҫ, тип әйтһә лә, уны оҙатыу әҙере икенсе төрлө хәл иткәйне. Сания уға хәҙер, улы кеүек ҡәҙерле, яҡын күренде. Бергә уларға еңел буласаҡ! “Кешелә эшем юҡ, теләһә нимә һөйләһендәр!” - тип уйланы.

Илдарҙың китеүенә аҙна-ун көн үтте. Хеҙмәт иткән еремә килеп еттем, тигән хатын да алдылар. Уҡыу йылы инде бөтһә лә, Санияның мәктәптә эштәре күп ине. “Көҙгә тиклем тыуған ауылыма ла ҡайтып киләһе бар. Тик Хәлимә инәйҙе нисек бер үҙен ҡалдырып торорға, бик бөтөрөнә Илдарҙы ҡайғыртып,” - тип уйлап, ул мәктәптән ҡайтып инде...

Был ни хәл? Хәлимә инәй урындыҡта ята. Йөҙө ап-аҡ. Әллә һушын да юғалтҡан инде? Сания йүгереп уның янына килде. Ҡапыл, ниҙер һиҙенеп, аяҡтарының быуыны йомшарҙы, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Шулай ҙа, үҙендә көс табып, Хәлимә инәйгә һыу эсерҙе. Инәй күҙҙәрен асты:

- Илдарым, улым, берҙән-берем... - ул башҡа бер һүҙ ҙә әйтә алмай, йәшле күҙҙәрен ҡабаттан йомдо.

Сания бик һаҡ ҡына, өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙҙы ҡулына алды. Ул Илдар хеҙмәт иткән ерҙән килгәйне. Тик уның ҡулы менән яҙылмаған. Унда Илдарҙың батырҙарса һәләк булыуы тураһында хәбәр ителгәйне һәм ҡаршы алырға әҙер тороуҙарын һоралғайны.

- Нисек?! Юҡ-юҡ, дөрөҫ түгел был хәбәр! Ялған! Ышанмайым, ышанмайым! - ул Хәлимә инәйҙе ҡосаҡланы, күҙҙәренә йәш эркелде, - ышанмайым, инәй! Был яңылыш хәбәрҙер.

Яңылыҡ ауылда, аяҙ көндә йәшен атҡандай, бар кешене һиҫкәндереп, ауыр тетрәндереп, бик тиҙ таралды. Хәлимә инәйҙе, кемдер йыуатып маташты, кемдер бер һүҙ ҙә өндәшмәй ҡайғы уртаҡлашты. Ул бер кемде күрмәне лә, ишетмәне лә, түшәккә йығылды. Сания ла, өҙөлгән сәскәләй ҡапыл һулыны, йөҙө һурылып кипте, һөйләшмәҫ булды.

Нисек шулай килеп сыҡты һуң? Хәлимә инәй ҙә, Сания ла, Илдарҙы белгән башҡа кешеләр ҙә, был көтөлмәгән хәбәргә ышанырға теләмәне. Әле яңы ғына әсәһен ҡултыҡлап урамдарҙан үтеүе, клубта, киске уйындарҙа, әҙерәк тартынһа ла, Сания менән парлашып бейеүе, мәктәптәге сығышы, барыһының да күҙ алдында ғына ине. Ә хәҙер шул кеше юҡ. Бөтөнләй донъяла юҡ. Нисек быға ышанырға?!

* * *

Илдарҙы ерләүгә өс айға яҡын ваҡыт уҙып та китте. Уны һуңғы юлға оҙатҡанда, часынан килгән һалдаттар, райондан бик күп, төрлө чиндағы хәрбиҙәр ҡатнашты. Зыяратҡа барлыҡ ауыл халҡы сыҡҡайны. Күрше ауылдарҙан да килделәр. Илдарҙың ҡәбере атаһы менән олатаһына йәнәш булды. Өс быуын ятҡан ерҙә башҡа урын ҡалманы.

Яңы уҡыу йылы башланды. Сания йәй урталарында бер нисә көнгә генә үҙ ауылына ҡайтып килде. Улының үлеменән һуң Хәлимә инәй бик ныҡ бирешкәйне. Сания уны оҙаҡ ваҡытҡа бер үҙен ҡалдырғыһы килмәне. Һөйгәне инде тере булмаһа ла, уның был йортто үҙ итеүенә, бөтә күңеле менән бында тартылыуына тағы бер мөһим сәбәп бар ине. Илдар менән Сания бер-береһенә тәү ҡараштан ғашиҡ булдылар. Уларҙың араһында тыуған мөхәббәт саф, эскерһеҙ ине. Илдар Санияға йән бүләк итеп китте. Әлегә бәләкәй генә, йөрәге аҫтында саҡ ҡыбырлай башлаған йән эйәһен!

Санияның нәҙек биле йыуанайыуын, килешле буй-һыны ауырайыуын, Хәлимә инәй тәү көндәрҙә үк һиҙҙе. Тик был турала төпсөнөп тороуҙы килештермәне. Сания ла һүҙ башларға ҡыйманы, уңайһыҙланды. Былай ҙа барыһы ла көн кеүек асыҡ. Бөтә нәмә үҙ яйы менән барҙы. Ауылда кеше араһында ла, Санияның эшендә лә, уның ауырлы икәнлеге тураһында ғәйбәт һүҙ ишетелмәне. Ишетелмәне, сөнки һөйләмәнеләр. Киреһенсә, яңғыҙ улын юғалтҡан Хәлимә инәй өсөн һөйөндөләр генә. Ул үҙе лә Санияның иҫән-һау ҡотолоуын теләне. Тиҙерәк ейәненме, ейәнсәренме ҡулына алғыһы килде. Санияның малайы тыуғас, Хәлимә инәйҙең ҡыуанысының сиге булманы, ҡайғыһын да бер аҙ онотто. Ейәнен күтәреп шатланғанда, күҙҙәре генә моңһоуланды.

- И-и-и, бәпесемде, күҙ теймәһен, тәс атаһы, килен, ҡара әле, - ул үҙе лә һиҙмәҫтән Санияға “килен”, тип өндәште. Быға тиклем уға “ҡыҙым”, ти торғайны. Сания ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, бәхете тағы ла арта төшөүен тойҙо. Уның, йүгереп барып, инәйҙе ҡосаҡлағыһы, үбәһе килде. Был аҙымынан үҙен саҡ тыйып торҙо.

- Ә мин һеҙгә, әсәй, тиһәм, ҡаршы булмаҫһығыҙмы?

- Эй-й, килен, ни эшләп ҡаршы булайым. Һинең менән ошо бәпестән башҡа, кемем бар һуң хәҙер. Илдарым урынына ҡалдығыҙ бит. Мулла саҡырып, исем ҡысҡыртырға кәрәк балаға!

Бәпескә исемде оҙаҡ һайларға тура килмәне. Икеһенең дә уйынса, исем атаһыныҡына оҡшаш булырға тейеш ине. Баланы Илнур тип атанылар.

Илнур әсәһенең һәм өләсәһенең бар шатлығы, йыуанысы булып үҫә бирҙе. Уны күргән кеше: “кит, бала шул тиклем дә атаһына оҡшар икән,” - тип хайран ҡалды. Хәлимә инәйҙе, яйлап ҡына, бер уй борсой башланы. Сания йәп-йәш көйө, ғүмер буйы уның менән, кейәүгә сыҡмай йәшәмәҫ бит. Ошо турала үҙе ситләтеп кенә әйтеп ҡарарға булды:

- Килен! Һин йәш кеше, барыр ерең булһа, бар, йөрө! Мин ней, Илнурҙы ҡарармын.

- Юҡ-юҡ, әсәй! Бер ниндәй ҙә бара торған ерем юҡ! Эштәрем дә күп, тиҙҙән былай ҙа икегеҙҙе ҡалдырып китәм, - ул ситтән тороп юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнә ине.

* * *

Уйҙар, уйҙар... Бына инде дүрт йыл, Илдар әсәһенең тик уйҙарында ғына. Иртән дә, кисен дә, ятһа ла, торһа ла. Өс йәшлек Илнур ғына ана, бер нәмә лә белмәй. Ваҡыты-ваҡыты менән атаһын һорашып ала, күрмәй үҫһә лә, һағына инде әллә. Күрше балалары менән һуғыш уйнарға ярата. Башында пилотка, түшендә - атаһының ордены. Ҡулына, Фуат ҡарт ағастан әтмәләп биргән, пистолетын тота. Шунан, хатта ашарға инеүен онотоп, “һуғыш” уйнай.

Һуғыш уйыны. Нисәмә быуын балалары был уйынды уйнамай үҫте икән. Ә күпмеһенең тормош юлында был уйын һуңынан ысынға әйләнеп, саҡ сәскә атҡан ғүмерҙәрен өҙҙө, зәғиф ҡалдырҙы. Бына ейәне Илнур ҙа әле һуғыш уйнай. Етер инде, исмаһам, дүртенсе быуын, ейәне кисермәһен һуғыш ғәрәсәттәрен!

Тик әле бер кем дә белмәй ине, бәләкәс Илнур ҙа, әсәһе Сания ла, өләсәһе Хәлимә инәй ҙә, башҡа бик күп кешеләр ҙә, тап Илнурҙарҙың быуынына тормош алда ниндәй ҙур һынауҙарын әҙерләүен. Бар ябай халыҡҡа тыныслыҡ нисек кәрәк булһа, кемдәргәлер һуғыш, үлтереш, ҡан-ҡойош та кәрәк, күрәһең. Эйе, тап ошо быуын балаларын алда бер нисә йылдарға һуҙыласаҡ Чечен һуғышы көтә ине...

Мәүлит КӘРИМИ.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: