Рәсилә апай менән Өфөләге дауаханала палаталаш булдыҡ. Артыҡ һөйләшеп бармаҫ был ҡатындың күҙҙәрендәге тәрән һағышты күрмәү мөмкин түгел ине. Йәш сағында бик сибәр булғандыр. Әле лә төҫ ташламаған. Бары һағыш-хәсрәт эҙҙәре генә матур йөҙөнә бураҙналар һалған.
Мин йоҡо алдынан яйлап ҡына коридорҙа йөрөп инеүҙе ғәҙәт иттем. Сөнки палатала ныҡ тынсыу. Яңы килгән әбей ишекте лә, тәҙрәне лә астырмай. Туҡтауһыҙ ҡарап, мыжып ҡына тора.
Миңә Рәсилә апай ҙа эйәрә башланы. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уның шымлығы зитыма тейә. Үҙем һәр кем менән ихлас һөйләшеп кенә барғас, уның шәүлә кеүек эйәреп йөрөүе йәнде көйҙөрә. Һорау бирһәм дә, эйе, юҡ, тип кенә яуаплай. Үҙе нимәлер әйтергә лә теләгән һымаҡ булып китә, бер ҡараһаң.
Бер көндө коридорҙағы тәҙрә янында урынлашҡан йомшаҡ күн диванда байтаҡ ҡына ултырып ташлағанбыҙ. Палаталарҙағы тауыштар ҙа әкренләп барып тынды.
Йырҙаһы асылды бит Рәсилә апайҙың күңел донъяһының, ниһайәт...
-Үҙ яҙмышым менән йәшәмәнем шикелле ул, кемдеңдер тормошон йәшәйем һымаҡ. Буталсыҡ төш һымаҡ булды минең тормошом. Кеше ышанмаҫтай ваҡиғалары менән дә хайран итте.
Шулай тине лә шымды бит тағы.
Был өндәшмәҫ ҡатындың теле асылыуына ҡыуанып, кире туҡтап ҡуймаһын, тип хафалана биреп, шым ғына ултырам. Их, дауам итһен ине...
Бер нөктәгә төбәлеп байтаҡ ултырғандан һуң, ниһайәт, ҡабат телгә килде бит!
-Ғәлинур минән класташ булдыҡ. Башҡа малайҙар ҡыҙҙарҙы төрткөләп, сәсенән һөйрәп ыҙалатҡанда ла, ул шым ғына ултырыр ине. Уҡыуы ул тиклем шәп булмаһа ла, уртасанан түбән төшмәне. Уның ҡарауы ҡара эшкә әрһеҙлеге иҫтә ҡалған. Өмә-фәләнме, ағас ултыртыумы, хужалыҡҡа миндек бәйләргә сығыумы – иң мөстәне ул. Юғары кластарға еткәндә нисектер бер-беребеҙҙән тартынған һымаҡ була башланыҡ. Ҡараштарыбыҙ осрашһа, икебеҙ ҙә тиҙ генә ситкә ҡарай һалабыҙ. Мәктәпте шулай иләҫ-миләҫ тамамланыҡ. Аттестат алыу кисәһе лә етте. Шунда Ғәлинур мине вальсҡа саҡырҙы... Барыһы ла шунан башланды. Шул көндән беҙҙе Мөхәббәт өйөрмәһе үҙ ҡосағына алды. Эй, ул саҡтар...
Мин юғары уҡыу йортона уҡырға индем. Беҙҙең ауыл баш ҡаланан артыҡ алыҫ булмағас, автобус та йөрөп торғас, ял һайын ҡайтам. Ғәлинур, яҙға армияға бит, тип уҡырға барманы, мәктәпкә ут яғыусы булып эшкә инеп торҙо. Ҡулы оҫта булғас, эше араһында кешегә ул-был да эшләп ебәрә ине. Мәктәптә автодело тигән дәрестә водителгә уҡығайны егеттәр. Ул саҡта ауылда машиналы кешеләр бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Атаһының себерҙә эшләп йөрөгән ҡустыһы Ғәлинурҙың тырышлығын күреп, иҫкерәк булһа ла машинаһын ҡалдырып киткән. “Тотон, ҡустым, һин иплеһең. Һиңә ышанам. Йәйгеһен отпускыға ҡайтҡанда миңә лә биреп торорһоң“, тигән. “Драндулет” тип йөрөттө ул машинаһын. Миңә лә шул машинаһында килгән була.
Инде армияға китер мәле лә етеп килә ине. Бер ҡайтҡанымда был айырыуса тулҡынланып ҡаршы алды. Нимәнелер әйтеп еткермәгән һымаҡ тойолдо.
-Рәсилә, һин мине көтөрһөңмө? – тип һораны.
-Шуны һорап торған булаһыңмы? – тип мин дә һорауға һорау менән яуап бирҙем.
Бының йөҙө яҡтырып китте. Шунан машинаһынан бер төргәк килтереп сығарҙы. Мин аптырап киттем.
-Рәсилә, мин һиңә... туй күлдәге алдым. Мин армиянан ҡайтыу менән өйләнешербеҙ, йәме. Мин дә Өфөгә эшкә барырмын да, һин уҡырһың, мин эшләрмен. Үҙем уҡытырмын һине. Ә был туй күлдәге беҙҙең мөхәббәт билдәһе булып, минең төҫөм булып, һине һаҡлаһын, тине.
Мин тулҡынланыуҙан телһеҙ ҡалдым. Иң беренсе уйым, әсәйҙәргә күрһәтмәй генә ҡайҙа һаҡларға, тигән ҡурҡыу булды. Был һорауыма яуап тапмай, күлдәкте үҙем менән Өфөгә алып киттем.
Оҙаттым Ғәлинурҙы армияға. Инде ике араны һөйөү тулы хаттар бәйләне.
Йәйге ялға ҡайтҡанда теге күлдәкте лә алып ҡайттым. Уйланып йөрөй торғас, атайыма уйынлы-ысынлы итеп, миңә һандыҡ яһап бир әле, бирнә йыя башларға ваҡыттыр ул, тип әйткән булдым. Атайым миңә һынамсыл ғына итеп ҡарай ҡуйҙы ла, ярай, ҡабаланма әле, тип мығырланы. Шулай ҙа аңғарып йөрөйөм, оҫтаханаһында оҙағыраҡ була башланы был. Бер көн үҙе юҡта инһәм, һандыҡтың корпусы әҙер ине инде.
Ҡыуанып киттем. Бер аҙнанан бына тигән һандыҡ минең бүлмәмә инеп тә ултырҙы. Әйтергә ҡыймай йөрөһәм дә, йоҙаҡ өсөн келә лә ҡуйылған. Минең инде күптән алып ҡуйған уйынсыҡ һымаҡ ҡына йоҙағым теге буш һандыҡты бикләп тә ҡуйҙы. Буш һандыҡты, тейем, шыпа буш түгел инде, унда инеп ятҡан тәүге “бирнә” минең теге туй күлдәгем булды. Асҡысын үҙем менән генә йөрөтәм йә үҙем белгән генә ергә ҡыҫтырам.
Бер көн әхирәтем Гөләйшә менән клубтан ҡайтып барһаҡ, беҙҙе ике егет ҡыуып етте. Береһе – күптән түгел генә армиянан ҡайтҡан Хәлим. Ҡапҡаға һөйәлеп баҫты ла индермәй ҙә ҡуя. Ә теге егет, Илдан, Гөләйшәне оҙата китте. Илап, саҡ инеп киттем. Был хәл көн һайын тигәндәй ҡабатлана башлағас, клубҡа йөрөүҙе һирәгәйттем.
Әсәйем менән атайым нисектер минән ныҡ алыҫлаша барған һымаҡ тоя башланым бер мәл. Ярымтауыш менән генә нимәлер һөйләшеп ултыралар ҙа, мин яндарына сыҡһам, туҡтайҙар. Бер көн, ниһайәт, бының сере асыла төштө. Атай урманға һөйән алырға киткәс, әсәйем башланы һүҙҙе аулаҡта.
-Ҡыҙым, еткән ҡыҙҙың ҡапҡаһына ҡырҡ егет атын бәйләр, тиҙәр. Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай, ишетә-белә йөрөйбөҙ. Анауы Ғәлекәйҙең улы менән сыуалғаныңда төн йоҡоларын йоҡламай сыға инем. Армияға киткәс, әҙерәк йоҡом йоҡо була башланы. Һәр кемдең үҙ тиңе була тормошта, ул эскесенең балаһы һиңә тиң түгел. Яланғас билгә ҡайыш бау, тигән һымаҡ, өй тураһында уйлауҙан алда кеше аламаһына ултырып урам буйлап елдерә башлаған булды, атаһы ҡошап елғыуар булмаҡсы. Ояһында ни күрә, осҡанында шул була, балам. Ней уҡырға ынтылманы. Ғүмере буйы шул ут яғыусы булып эшләргә уйлай микән инде... Атаһы ла әҙәм көлдөрөп, өйҙәрендә йүнле әйбер, балаларының өҫ-башына рәтле кейем булмаһа ла, тотош ғаиләһен ҡыш ашар һуғымдан мәхрүм итеп, һуғымлыҡ башмағын һатып, ауылда беренсе булып төҫлө телевизор алған булғайны. Һыным теймәй, балам, Ғәлинурға, бер ҙә һыным теймәй. Оло һүҙен тыңламаған оролған да бәрелгән, тигән мәҡәл дә бар. Уйла әле.
Мин шаҡ ҡатып тыңланым был һүҙҙәрҙе.
-Шунан, ней, бынау... Хәнәфейҙең улы Хәлим оҙата килә башлаған, имеш, тигәне ишетелде. Бына шул егетте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк, балам. Атаһы урынлы ерҙә эшләне ғүмере буйы. Әсәһе лә уҡытыусы булды. Донъялары ҡойоп ҡуйған һымаҡ, турғай үтмәҫлек бит. Ике апайы ла ҡырҙа етеш донъя көтә. Эргәләрендә Хәлимгә өй күтәргәндәр. Былай ҙа бөтә монаяттары шул Хәлимгә инде. Бесәнде беҙҙең һымаҡ ҡул менән эшләмәйҙәр, кәртәләрендә өр-яңы тракторҙары ултыра, йөк машиналары, еңел машиналары бар. Өйҙәренә ингәнем булмағас, белмәйем, ну халыҡ, Дәриға төймәгә баҫып ҡына йәшәй, тей ҙә ҡала инде. Ҡалай улайта алғандарҙыр, һыуҙың һыуы өйҙәрендә тей бит...
Әсәйем көн һайын ҡолаҡ итемде ашай ғына. Атай өндәшмәй. Ләкин әсәйҙе хуплағаны һиҙелеп тора. Хәйер, хупламай ҡараһын...
Инде ауылда Хәлим менән беҙҙе өйләндереп тә бөттөләр, ахыры. Өҙмәй ҙә ҡуймай үҙе лә. Өйгә үк килеп инергә лә аптырамай башланы. Атайым менән әсәйем ҡәҙерле ҡунаҡтарын ҡаршылаған һымаҡ ҡыланалар инде. Әсәйем бигерәк оҡшатып ебәрә – бер алдына, бер артына сыға тегенең. Бутты үтмәгән ҡыҙы бар инде.
Ғәлинурҙан хаттар шып туҡтаны. Яҙып-яҙып ҡараным да, мин дә туҡтаным. Хәбәр етмәй торамы һуң инде.
Һуңғы хаты килде шулай ҙа. “Ысынмы? Ысын булһа, һин минең өсөн үлдең!” тип яҙылған ине. Кемдер асып уҡыған һымаҡ тойолдо, елеме ағып сығып тора ине...
Тамсы таш тиште. Йөрәгем ярылып ҡына барһа ла, атайым менән әсәйемде уйлап, уларҙың һүҙҙәрен ҡат-ҡат башым аша үткәрә торғас, яҙмышыма күнергә ҡарар иттем.
Ижәп уҡыттылар. Тик туй үтәсәк дата ғына үҙемә оҡшап етмәне. Ғәлинур армиянан ҡайта торған мәл тирәһенә тап килә. Шул ҡайтмаҫ элек булһын ине, тип, Хәлимгә, алдараҡ үткәрәйек, тип әйтеп ҡараһам да, атаһы менән әсәһе, алыҫтағы туғандарыбыҙҙың отпускыһы шул мәлдә, тип ҡырт киҫтеләр.
Ижәптән һуң шунда уҡ өйҙәренә күсереп алып та ҡайтты Ғәлинур. Ҡәйнә мәктәбе фильмының тәүге серияһы башланды инде минең өсөн. Ситтән тороп уҡыуға күсерттеләр.
Силсәүиткә яҙылырға барған көн мәңгегә хәтеремдә ҡалды. Яҙылып, урам тулып ҡайтып барабыҙ. Шул мәлдә бер тыҡырыҡтан ауылда һөҙгәк булыуы менән бар халыҡты ҡурҡытып тотҡан ала үгеҙ сабып килеп сыҡмаһынмы. Бер көсөктө баҫтырыуы икән. Тегенеһе сыйылдап беҙҙең яҡҡа йүгерҙе. Үгеҙ уның артынан. Бар халыҡ ситкә ташланды. Бер мин, оҙон итәгемә болғанып, урам уртаһында торҙом да ҡалдым. Үгеҙ сабып эргәмдән генә, миңә тейеп тигәндәй үтте. Өҫтөмә менеп китмәһен, тип ситкә йүгерәм тигәнсе, күлдәк итәгенә эләгеп, аяғым тайып, күләүеккә тубыҡландым. Ап-аҡ күлдәгем әҙәм ҡарағыһыҙ булды. Ә минең “һөйгәнем” бөтә был күренеште ҡото осоп, күпселек ҡунаҡтар менән бергә шул тирәлә өйөлгән таҡта башынан ҡарап торҙо...
Эргәмә иң беренсе атайым йүгереп килеп етте. Миңә торорға ярҙам итеп, өҫтөндәге бинйәген сисә һалып, өҫтөмә япты.
Илауҙан шешенә-шешенә мунсаға алып барып теге күлдәкте йыуҙым. Юҡ, һыуҙа түгел, күҙ йәшемдә йыуҙым, ахыры. Сөнки йәштәрем аҡты ла аҡты, аҡты ла аҡты... Шунда Хәлим эргәмә берәйҙе килһәсе. Иптәш егеттәре менән утынлыҡта тамаҡ сылаталар ине инде. Аласыҡ артына йыуып элгән күлдәгемде яҡшылап ҡарағас, шаҡ ҡаттым – алғы яғында бысыраҡ эҙҙәре һарғайып ҡалған ине.
Эргәмдә өйөрөлөп-сөйөрөлөп йөрөгән әсәйем дә күрҙе.
-Мин был күлдәкте кеймәйәсәкмен, - тип илайым.
-Әллә... ҡыҙым, теге күлдәгеңде алып сығайыммы? Кейәү белмәй ҙә инде барыбер кем алып биргәнен...
-Ә һин ҡайҙан беләһең?
-...
Һандыҡ тултырыр алдынан үҙемсә шкафтың иң төбөнә йәшергән булғайным. Эй, әсәй...
-Юҡ, үҙем инәм хәҙер өйгә.
Күлдәк шул һалған урынында ята. Тартып алып, таратып ебәрҙем. Күпереп кенә китте. Үтекләү ҙә кәрәкмәй. Бигерәк ҡупшы, тас үҙемә генә үлсәп тегелгән һымаҡ ине шул...
Күлдәгемде кейергә ҡыймайыраҡ тышҡа сыҡтым. Инде ишек алдына эшләнгән япма аҫтына ҡунаҡтар ултыра ла башлаған.
-Әрпеш. Ҡайһы тиклем күлдәгемде әрәм итте. Күпме кешегә прокатҡа биреп тороп та был хәлгә ҡалдырыусы булмағайны.
-Буштың ҡәҙере буламы ней?
-Хәлим инәлеп һорағас, биреп торғайным шул.
-Һатып бирергә кәрәк булған. Барыбер атайҙың бөтә донъяһын улар тотона. Беҙгә буш нимә тейгәне бар әле?
-Эсеүҙән башы сыҡмаған Хәлим туҙҙырып бөтә ул атайҙың донъяһын.
-Күрмәгәнен күрҙе. Төшөндә лә күрмәгән байлыҡ өсөн сат йәбеште инде Хәлимгә...
-Хәлимде тотор өсөн өҫтө-өҫтөнә бала табып, әсәйҙәрҙең донъяһының аҫтын өҫкә әйләндерә ул, күреп тор. Башҡа нимәгә эшкинер тейең. Шамтыр!
...Аяҡ быуындарым йомшарып китте. Тамағыма тығылған төйөрҙө йота алмай торҙом, аласыҡ артындағы бауға эленгән туй күлдәге эргәһендә хәбәр һатҡан ҡайынбикәләрҙең һүҙҙәре йөрәгемде телде. Хәлим бит, апайым бер тапҡыр ғына кейгән дә, барыбер буш тора, ошоно кейһен килен, тип бирҙе, тигәйне. Минең яңы күлдәк алдырғым килһә лә, ҡәйнәм, ике көн өсөн анау сама аҡса әрәм итеп тормаҫһығыҙ инде, тип ҡырт киҫеп кенә ҡуйғас, риза булғайным шул.
Кире өйгә йүгерҙем. Башта сығып ҡасҡым килгәйне был туйҙан. Әсәйем менән атайымды уйлап, туҡтап ҡалдым. Шунан дыуамал бер ҡарарға килеп, теге күлдәкте кейҙем. Ҡунаҡтар алдына сыҡҡас, аһ иттеләр. Бигерәк килешә ине был күлдәк. Минән кәүҙәгә саҡ ҡына ҙурыраҡ ҡайынбикәнең күлдәге, әлбиттә, миңә киңерәк тә, оҙонораҡ та ине шул. Ҡайҙан алдың шул арала был күлдәкте, тип һораусы булманы.
Туй үтте шулай. Буйтым булып алған Хәлимдең минең күлдәктә эше булманы. Туй аҙағына уны һөйрәп индереп, мунса соланына һалдылар...
Кеше ыңғайына йәшәп киттек. Яҙмышыма күнеп, ғаиләмдең ут-ҡотон һаҡларға, уға йылы өрөргә тырыштым. Башта Хәлим дә үҙенсә тырышҡан һымаҡ ине. Тик тора-бара эсеп ҡайтыуҙары йышайҙы. Эсһә, йоҡоно белмәй. Төндәр буйы һөйләй ҙә һөйләй. Етмәһә, мине урамдағы бағананан да ҡыҙғана. Һәр хәбәре тиерлек туйҙа апайының күлдәген әрәм итеүемә бара ла ҡаҙала. Ҡайынбикәләрҙең тырышлығылыр инде уныһы.
Бер-бер артлы ике балабыҙ донъяға килде. Улар менән мәж килеп, күңел бушлығым бер ни тиклем тулыланғандай булды. Тик улар ҙа үҫте хәҙер. Теге бушлыҡ яңынан ялмап алды йәнде. Бешергән аштарым ултырып һыуына, йәме лә, тәме лә бөтә. Ир төндә ҡайтып инеп, һоҫаланып тығына ла, ҡарҡ кикереп, ятып йоҡлай йә докладын башлай. Былай бер тапҡыр ҙа ҡул күтәргәне булманы. Айыҡһа, их, ташлай алмайым бит, һине усымда ғына йөрөткөм килә, тип илай ҡайһы саҡ. Йәлләйем мин уны шулай ҙа. Ысынлап та, сирҙер инде. Әллә ниндәй уҡыған, аҡыллы кешеләр ҙә шул зәхмәткә бирелеп ҡуя бит.
Моғайын, һине Ғәлинурҙың яҙмышы ҡыҙыҡһындыралыр. Ул минең атайымдың ике туған һеңлеһенең ҡыҙына өйләнде. Ләкин аралашмайбыҙ. Оҙаҡ йылдар себерҙә йәшәнеләр. Ҡайтҡандарына 2 йыл. Бына тигән итеп өй һалып инделәр. Ҡатыны һатыусы булып эшкә төштө. Ғәлинур хәҙер себергә вахта менән йөрөп эшләй.
Донъям теүәл дә ул, тик йөрәк буп-буш. Гүйә, үҙемдекен түгел, кемдеңдер тормошон йәшәнем һымаҡ. Башта атайым менән әсәйемде тыңлап, яҙмышымда ҡырҡа боролош яһаным, унан ирҙең, ҡәйнәнең кәлейәһенән сыға алманым. Бик теләһәм дә, үҙем теләгәндәрҙе эшләй алманым, гел кеше теләгәнсә йәшәнем. Үҙемдең теләктәрем эсемдә ҡала барҙы. Хәҙер килеп, ғүмеремдең шыпа бушҡа, заяға үткәненә үкенәм. Эскән иренән айырылып, тормошон яңынан башлаған ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланам. Көслө кешеләр генә булдыра ала ул уны.
Баш һуҡҡан яҡҡа сығып олағып, тормошомдо өр-яңы биттән башлап, үҙемсә генә йәшәп ҡарарға теләп китәм ҡайһы саҡ. Тик... аяҡтар тышаулы. Һаулыҡ та юҡ... Йәш саҡта, балаларға әүрәпме, нисек тә үтә икән ул ғүмер, олоғая төшкәс, яныңда һине аңлар кеше булмауы ҡыйын. Кеше эсә-эсә һыумейегә әйләнә тигәндәре раҫтыр. Хәлим менән бер нәмә лә һөйләшерлек түгел. Айыҡ сағында ла гел психланыбыраҡ йөрөй, унан тиҙ генә сығып китеп, ҡайҙандыр йота һалып ҡайта. Ҡара-ҡаршы ултырып сәй эсерлек тә кешем юҡ бөгөн. Кәңәшләшеп донъя көтөү тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Ҡайным төҙөп биргән донъяға ла өҫтәп бер ҡаҙаҡ та ҡағылманы.
Бөгөн миңә иң ныҡ кәрәк нәмә - тыныслыҡ. Эсе йыһаз менән тулған, замана мөмкинлектәре булған олоғара өйөмдән сығып китеп берәй бишкә биш кенә өйҙә үҙ яйыма, үҙем теләгәнсә генә йәшәгем килә. Бөтмәҫ бахмур еҫтәре, ирҙең әсе һүҙҙәренә рәнйеп, уға ишетелмәһен өсөн, юрған ситен тешләп һыҡтауҙар ныҡ ялҡытты.
Үтә йыуаш булырға ярамай икән ул был тормошта.
Рәсилә апай һағышлы күҙҙәрен иҙәнгә сәнсеп, бер гилке шым ултырҙы.
-Әйткәндәй, Ғәлинур менән осраштыҡ бит беҙ...
Апайға яҡыныраҡ шылып ултырҙым.
-Ябығып, хәһеҙләнеп йөрөгәнемде күргәс, мине Мәскәүҙә йәшәүсе ике туған апайым ай-вайыма ҡуймай алып китеп, дауаханаға һалғайны. Баш ҡалала дауаланып, самолет менән аэропортҡа килеп төшкәйнем. Тик ҡаршы алыусы булманы. Төнгә ҡарай таксиға ултырып ҡайтырға баҙнат итмәнем. Самолет һуңлағайны шул графигынан.
Әй, иртәнсәк ҡайтырмын әле, бер төн аэропортта ҡунғандан уҡам ҡойолмаҫ, тинем дә уңайлы урын һайлап, шунда төйәкләндем. Йоҡомһорап киткәнмен. Самолетта, алаҡандап ултырып, йоҡлай алмағайным. Ҡурҡам мин осоуҙан.
Сираттағы рейс тураһында иғлан иткән тауышҡа уянып киттем. Әллә таң атҡанмы, тип тертләп, тиҙ генә әйберҙәремде барлап, сәс-башымды һыйпап алдым да, сумкамдың кеҫәһендәге һыулы шешәмә үрелгәндә үҙемә ныҡ итеп ҡарап ултырған берәүҙең ҡарашын тотоп алдым. Бәй... Ғәлинур... Аптырап шаҡ ҡаттым. Үлгәндән һуң утыҙ йыл шул булалыр инде... Армияға оҙатҡаны бирле яҡындан күргәнем юҡ ине, бер нисә тапҡыр алыҫтан ғына шәйләп ҡалғайным. Үҙе яҙғанса, уның өсөн “үлгәйнем” бит... Сәстәре салланып киткән, йөҙө лә буйтым таушалған. Күҙҙәрендә лә арыу сағылып ҡалғандай. Әллә нисек моңһоҙ, буш һымаҡ ҡараштары. Һәр хәлдә бынан утыҙ йыл элекке янып торған ҡарашлы егет күҙҙәре түгел инде.
Яйлап ҡына урынынан ҡалҡты ла, эргәмә килеп ултырҙы.
-Һаумы, Рәсилә.
-Һаумы...
-Ҡалай арығанһың. Уянғаныңды байтаҡ көтөргә тура килде. Урын ҡараштырып үтеп барышлай бит осоңдағы миңең иғтибарымды йәлеп итте. Һинме, юҡмы, тик икеләндем башта. Шуға ошо тирәгә ҡунаҡлап, уянғаныңды көтөргә булдым...
Уңайһыҙланып киттем. Минең йоҡлағанымды кемдеңдер күҙәтеп ултырыуы ауыр хәлгә ҡуйҙы, хатта үпкәләтте.
-Нишләп “үлгән” кешене күҙәтеп ултырҙың? Һинең өсөн бынан утыҙ йыл элек үк үлдем түгелме һуң? Үҙгәргәнең, ҡартайғаның, тимәксеһеңме? – Үҙемдең ҡырыҫлыҡҡа үҙем аптырап ҡуйҙым.
-Онотмағанһың...
Өндәшмәнем быныһына.
-Барыбер бер осрашырбыҙ тип йөрөгәйнем.
-Автобусҡа һуңланым. Мәскәүҙән ҡайтып килеүем. – Инде әҙерәк тыныслана төштөм. Бала-саға һымаҡ ҡыланмайым әле, тип уйланым.
-Ә мин вахтаға китеп барам. Минең самолет таңға ғына.
-Мине хәҙер килеп алырға тейештәр.
Алдаштым. Килеп төшөү менән Хәлимгә шылтыратып ҡарағайным, әлбиттә, берәйһен яллап килһәң, аҡсаһын үҙем түләрмен, тип әйтергә. Теле көрмәлгәнен аңлағас, был үҙенең репертуарында икән, тип ҡайтып килеүемде лә әйтеп тормаҫҡа ҡарар итеп, “докладтан” бер төнгә булһа ла азат булайым әле, тигән уйҙа ошонда төнәргә ҡарар иткәйнем.
-Бәлки, ҡабаланмаҫһың...
Аптырап ҡалдым.
-Хәҙер ҡабаланырлығы ҡалманы бит инде. Һөйләшеп ултырайыҡ әҙерәк.
-Нимә хаҡында? Юҡ! Беҙҙең ниндәй уртаҡ һүҙәр булыуы мөмкин? – Йыуаштан да йыуан сыға икән!
Шулай тинем дә сумкаларымды йыя башланым.
-Туҡта, ҡабаланма әле. Беҙҙең уртаҡ һүҙ булмаһа ла, уртаҡ сер бар бит әле.
-Ниндәй?! – Күҙем шар булды.
-Иҫеңә төшөр әле. Үҙең миңә яҙмаһаң да, туйыңда мин бүләк иткән күлдәкте кейҙең бит барыбер...
Өҫтөмә ҡайнар һыу һиптеләрме ней... Туҡтап ҡалдым. Ҡайҙан белергә мөмкин һуң?
-Загстан ҡайтып барғанығыҙҙа һин тайып йығылғас, йүгереп барып күтәреп алып ҡасҡым килгәйне. Хәлим бит шунда яныңдан китергә тейеш түгел ине. Үҙ йәнен һаҡлар өсөн таҡта башына менеп ҡасты, меҫкен. Һин аңғарманың инде, мин бит өйөбөҙ янында машинам эсендә ултыра инем. Инде йүгереп барырға ла уйлап бөткәйнем, атайың эргәңә барғас ҡына тыйылдым.
Оятыраҡ булһа ла әйтәйем инде, аҙаҡ, ҡараңғы төшкәс, күршегеҙ Кәлимулла ағайҙарҙың емеш баҡсаһына инеп, ҡойма ситендәге ҡарағаттар араһында рәшәткә ярығы аша туйығыҙҙы байтаҡ күҙәттем. Һин шул ҡойма эргәһендәге аласыҡ артына инеп һығылып илаған мәлдә ҡойма аша ырғып төшөп кенә алып ҡасыу уйы ла булманы түгел. Шул уйымды тормошҡа ашырмағаныма һаман үкенәм... Кеше бер шаулар ҙа бөтөр ине.
Әҙерәк туҡтап торҙо.
-Ҡатыныма тел тейҙерә алмайым, әлбиттә. Ихтирам итәм үҙен. Ғаиләбеҙ өсөн йәнен фиҙа ҡыла торған кеше ул. Уңған, тырыш, сыпрандаҡ түгел, ауыртөләк. Тик йөрәк төбөндә бер әрнеүме, һыҙланыумы йәшәй ҙә йәшәй...
Башҡа тыңлай алманым. Ырғып тороп, сумкаларымды эләктерҙем дә тышҡа атылдым. Сөнки үҙ туйында лаяҡыл булып иҫергән Хәлимдең һүгенеп йөрөүе, үҙемдең шуның өсөн оялыуҙан тап шул ҡойма янына барып һығылып илауым күҙ алдыма килеп баҫты ла ғәрлегем алҡымымдан алды...
Күҙемә ташланған тәүге таксиға йүгерҙем.
Бына ошо осрашыу иҫтәлеге менән йәшәйем хәҙер. Мине ошолай дауахананан дауаханаға йөрөткән йөрәк сиренә лә үпкә юҡ инде. Ут өҫтәп кенә торғас...
...Рәсилә апай менән ара-тирә һөйләшкеләп торабыҙ. Тормошонда артыҡ үҙгәреш юҡ. Хәлиме генә бөтөнләй аҙған, бер айыҡ көнө юҡ икән.
-Ниңә түҙәһегеҙ? Тормошта айырылышыу тигән нәмә лә бар. Ғәзиз ғүмерегеҙҙе әрәм итәһегеҙ бит, - тинем бер көн.
-Хәлимдең ата-әсәһенең нигеҙендә йәшәйем. Сығып китһәм, бер ултырғыс та алырға рөхсәт итмәйәсәк ҡайынбикәләр. Ғүмерем буйы йыйған донъям, балаларымдың ҡайтып йығылыр ере ошо бит. Ҡыуанышып, атлығышып ҡайтыуҙары ҡалай ҡыуаныс. Шулар хаҡына түҙәм, инде балаларым хаҡына йәшәйем. Яҙмыш күлдәк түгел шул: уны сисеп ташлап та, алыштырып та, теләгән генәһен кейеп тә булмай. Күрәпәтен* күрмәй кеше гүргән инмәй, тиер ине өләсәйем. Минең күрәпәтем шул булғандыр инде... Яҙмыштан уҙмыш юҡ.
-Ә теге күлдәк...
-Ята. Теге атайым эшләгән һандыҡ төбөндә ғүмерем буйы иң ҡиммәтле хазинам итеп һаҡланым. Йәшерәк саҡта ауыр ваҡыттарҙа, өйҙә яңғыҙым ҡалғанда ул күлдәкте ҡосаҡлап күпме илағанымды Хоҙай үҙе генә белә. Хәҙер иламайым. Бары ваҡыты-ваҡыты менән төргәгенән һүтеп, ҡағыштырып, яңынан рәтләп һалам. Бына шулай иләҫ-миләҫ үтте лә китте ғүмерем.
Бер ҡайтып ҡараным мин айырылып. Мине күргәс, атайым, күҙе йәшкәҙәп, уфтанып ҡуйҙы. Ә әсәйемдең хәбәре бер булды: “Тамағың ас түгел, ятып инер өйөң бар, донъяғыҙ ҡыйып баҡҡыһыҙ, ир ней эсә инде ул, бер һинеке эсәме ней. Балаларың үҙ атаһын атай тип үҫһен. Ят ярлыҡамай, үҙеңдеке үлтермәй. Ир балаһын ир һөймәй! Әҙәм көлдөрөп, айырылып ҡайтып йөрөмә, төшкән ереңә таштай бат! Беҙҙең затта ирҙән иргә йөрөгән кеше юҡ. Ҡатын-ҡыҙға бирелгән сабырлыҡтың сиге юҡ ул”.
Хәлимдең егет сағында ла эсештереп йөрөгәнен күрә инем инде. Күрәләтә бик иркә, ялҡауыраҡ булып үҫкән кеше менән бәйләнем яҙмышымды. Башта атаһының даны арҡаһында эштә тоттолар, ҡотола ғына алмай йөрөгәндәрҙер, атаһы пенсияға киткәс, оҙаҡ та тормай, эшенән бушаттылар. Тегендә өс ай, бында ике ай эшләп йөрөнө лә бөтөнләй эскегә һабашты. Шул арҡала ғауға тыуа башлағас, ҡәйнәм ҡаты тыйҙы мине.
-Эшләмәһә лә һүҙ әйтмә. Уға ғүмеренә етерлек донъя йыйғанбыҙ. Хан ҡыҙы һымаҡ йәшәйһең. Бындай тормош ауыл ҡыҙҙарының төшөнә лә ингәне юҡ. Кәрәк-ярағығыҙға ай һайын пенсиябыҙҙан өлөш сығарып торорбоҙ, - тине.
Былай айыҡ сағында үтә насар кеше түгел ул. Тик ялҡау инде, ялҡау. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡәйнәм менән ҡайным арҡаһында етеш йәшәйбеҙ.
Көслө ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланам, мин үҙем үтә йыуаш, хатта ҡурҡаҡ булдым. Яҙмышымды үҙгәртергә көсөм етмәне. Барыһын эскә йотоуҙандыр инде, бына ошо йөрәк ауырыуына һабаштым. Эс серҙәремде һөйләр кеше лә юҡ. Ҡәйнәмдәр кеше менән аралашмай, бер кемгә ҡунаҡҡа бармай, уларға бер кем килмәй. Алтын ситлек эсендә заяға үтте ғүмерем.
...Ғүмерең буйы кемдер бәхетле булһын өсөн йәшәү бәхетме икән?..
*Күрәпәт – “күрәһе, күрәсәк” тигән мәғәнәлә ҡулланылды.