Бөтә яңылыҡтар
10
Әҙәби бит
8 Март , 14:00

Буран (хикәйә)

– Әлфирә, ҡыҙым... – Үҙе ни тип өндәшергә белмәгәндәй, туҡталып ҡалды. Бар кәүҙәһе менән ҡалтырана. Шулай күпмелер ваҡыт шым торҙолар. – Әсәй... – Ҡыҙ боролдо. – Абау! – Әлфирәнең ҡулындағы йөнтәҫ йомғаҡты шәйләп, Хәлиҙә тайшанып ҡуйҙы. – Ҡайҙан алдың? – Ошонда ята ине. Берәйһенә эйәреп килгәндер, күрәһең. – Ярай, – тиеү менән сикләнде әсә кеше, йәнәһе, рөхсәт бирә. Иҫенә төшкәндәй, өҫтәп ҡуйҙы, – тегендә, ҡапҡа алдында, иптәш ҡыҙҙарың килгән. Барып иҫәнләш. – Бер кемде лә күргем килмәй. Әлфирә ҡарашын иҙәнгә төбәне. Көсөктөң танау осона әсе ҡайнар тамсылар тамды. Аңлағандай, йыуатырға теләп, тегеһе уның битенән яларға кереште. Ҡыҙыҡай ҡарышманы, йөҙөн ситкә борманы...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Буран (хикәйә)

Килен үҙ яғына ҡайтты. Хәлиҙәләр ҙә улдарын күсереп алды. Яңы йорт буш тороп ҡалды. Уның ҡасан, ҡайҙан килеп ингәнен бер кем дә күрмәне. Ҡапҡа аҫтынан тауыш-тын­һыҙ шыуышып үтте, үҙенә иғтибар йәлеп итмәҫкә тырышып, аяҡ аҫтында буталмай, төптәге мөйөшкә йомғаҡтай йомарланып, һырынып ҡына ятты ла ихаталағы күренеште күҙәтергә кереште. 

Кемдер әҙерлек менән мәшғүл – уны-быны тотоп, алға-артҡа йүгерешә, икенселәр, төркөмдәргә бүленеп, шым ғына үҙ-ара әңгәмәләшә, өсөнсөләр – баштарына күҫәк менән тондорғандармы ни – таш һындай ҡатып ҡалған. Әйтерһең, улар ни булғанын, ни барғанын аңламай, күңелдәре әлеге яңылыҡты ҡабул итә алмай. Итергә теләмәй... Танауын мыш-мыш тартып алғандар ҙа юҡ түгел...

Эңер. Тау баштарындағы күк тоҡанып, алһыу-ҡыҙылға мансылып, ялҡынға күмелгәндәй янып-балҡып ҡалды. Шомло ла, хозур ҙа мәл. Әле генә нурлы, яҡты ине, бер нисә минуттан күҙ бәйләнә башлар. Бөгөн дә күлдәген ҡараһына алмаштыра. Тауыштар һүлпәнәйгәндән-һүлпәнәйә. Бер ниәт ­ һеҙ, күренмәгән маҡсатын ҡыуып арыған ел, ниндәйҙер уйынсыҡ табып алғандай, аҙыдарын аҡрынайтты. Бар тереклек, тәбиғәт, донъя, хатта ваҡыт үҙе лә ҡояштан күреп, гүйә, йоҡларға әҙерләнә. Тик бөтәһе лә түгел барыбер...

Йортҡа әле һаман кеше ағыла. Ғәҙәттә, туйҙарҙа шулай була. Тәүгеһе – ғүмер туйы: өйгә бала инһә, уны күрергә тип ашҡынып, туған-тыумаса, дуҫ-иш, таныш-белеш ишек шаҡый. Икенсеһе – мөхәббәт туйы: йәштәрҙең ғаилә ҡороуын шаһит ҡылырға, ҡыуаныс-бәхетен уртаҡлашырға, теләк-кәңәш, вәғәз әйтергә киләләр. Өсөнсөһөнә генә ауырлыҡ менән тупһанан уҙалар. Килгәндәр күптән күрешмәгән булһа ла, баш ҡағып ҡына иҫәнләшеп, бер-береһенең хәл-әхүәлен һорашмай, дөйөм төшөнсәләр – донъя, тормош, тәҡдир тураһында һүҙ алып бара. Уйсан ҡараштар бер нөктәгә төбәлеп, ҡулдар һәленеп төшкән. Һәр кем атҡарыласаҡ йола сәбәпсеһенең ғүмер юлын күҙ алдынан үткәрә һәм үҙенсә һығымта яһарға тырыша...

Алғы тәпәйҙәрен һуҙып, башын һалды ла күҙкәйҙәрен йомдо. Аҙ ғына сыйылдаңҡырап та ҡуйҙы шикелле. Ваҡыттың кирегә тәгәрәүен, исмаһам, бер мәлгә туҡтап ҡалыуын бар йөрәктән шул тиклем теләп, эстән һыҙҙы, янды. Шул саҡ уны бәләкәс ҡулдар күтәреп алды ла йомшаҡ күкрәккә ныҡ иттереп ҡыҫты. Шундай эске көсөргәнеш һәм сабырһыҙлыҡ, әммә шул уҡ ваҡытта тәртипле тыйнаҡлыҡ менән, әйтерһең, күптән таныш иң ҡәҙерле, йылы, яғымлы ҡулдар, гүйә, был ҡосаҡ – иң ғәзизе. Арттан уның үҙен дә кемдер ҡосағына йомдо.

– Әлфирә, ҡыҙым... – Үҙе ни тип өндәшергә белмәгәндәй, туҡталып ҡалды. Бар кәүҙәһе менән ҡалтырана. Шулай күпмелер ваҡыт шым торҙолар.

– Әсәй... – Ҡыҙ боролдо.

– Абау! – Әлфирәнең ҡулындағы йөнтәҫ йомғаҡты шәйләп, Хәлиҙә тайшанып ҡуйҙы. – Ҡайҙан алдың?

– Ошонда ята ине. Берәйһенә эйәреп килгәндер, күрәһең.

– Ярай, – тиеү менән сикләнде әсә кеше, йәнәһе, рөхсәт бирә. Иҫенә төшкәндәй, өҫтәп ҡуйҙы, – тегендә, ҡапҡа алдында, иптәш ҡыҙҙарың килгән. Барып иҫәнләш.

– Бер кемде лә күргем килмәй.

Әлфирә ҡарашын иҙәнгә төбәне. Көсөктөң танау осона әсе ҡайнар тамсылар тамды. Аңлағандай, йыуатырға теләп, тегеһе уның битенән яларға кереште. Ҡыҙыҡай ҡарышманы, йөҙөн ситкә борманы.

– Улай ярамай, Әлфирә. Тәрбиәһеҙлек һанала, – әсәһе тауышын күтәрмәй генә өгөтләне. – Килгәндәр икән, тимәк, әлеге мәлдә эргәңдә, үҙеңә таяныс булырға теләйҙәр. Ошондай минуттарҙа кәрәк бит ул дуҫтар. Бар яндарына.

– Хәҙер...

Бер килке алдынан төшөрмәй, ниндәйҙер көй көйләп, этте арҡаһы-муйынынан һыйпап тора бирҙе ҡыҙ. Тәрән һулыш алып, ҡосағынан ысҡындырҙы ла атлап китте. Көсөк уның артынан эйәрҙе.

...Хәлиҙә менән Зәбир хәтһеҙ йылдар бергә ғүмер итте. Өс тиҫтәнән ашыу иркә йәйҙәрҙе ҡырыҫ ҡыштар алмаштырҙы, нәзәкәтле яҙҙар артынан һис көттөрмәй бер-бер артлы һағышлы көҙҙәр килде. Ошо осор эсендә ниҙәр кисерҙе улар, ниҙәргә өлгәште? Ниндәй яңылыҡтар өҫтәнеләр Ер тормошона? Әйләнеп, байҡап сыҡһаң, артыҡ нәмә ҡыйратмаған да һымаҡтар... Дөрөҫ, дүрт балаға ғүмер бирҙеләр. Ғүмер хаҡы бәхет менән үлсәнә. Балаларға ҡарап баһалана ата-әсәнең тормошо. Иң өлкәндәре – улдары Ирек кенә бик иртә китеп барҙы шул... Башҡа йөрәк киҫәккәйҙәре ҡәнәғәтме йәшәүҙәренән? Балаға ғүмер бүләк итәһең дә ул, һуңғы һулышынаса үҙен бәхет менән тәьмин итеп булмай, үкенескә ҡаршы.

Зирәк бала булып үҫте ул. Үҙенең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Хәйер, дыуамаллығы булды аҙыраҡ. Йәше еткәс тә өйгә килен алып ҡайтты. Гөрләтеп туй үткәреп, һалынып бөткән яңы йортта йәшәй башланы йәштәр. Ирек тимер юлда дрезинасы булып һәүетемсә генә эшләп йөрөнө. Ул сағында Хәлиҙәләр ауылға күсмәгәйне, Уҫаҡлы станцияһында тора ине. Бына-бына олатай-өләсәй булабыҙ тип өмөтләнеп көтөп йөрөүҙәренә бер йыл үтте. Икенсеһе... Тора-бара ҡунаҡҡа ҡайтыуҙары ла һирәгәйҙе. Ниҙер һиҙенеп, Хәлиҙә бер көн улы эштә саҡта килен йортона килде. Тик инәйем тиһә, ишек бикле булып сыҡты. Эстән. Байтаҡ ҡына туҡылдатып торҙо әле. Яуап биреүсе булманы. Ҡәйнә кеше кәртә эсенә күҙ йүгертеп алды. Йәйге эҫе ҡояшҡа тауыҡтар келәт алдында ята, ҡайһылары ҡытҡылдай-йырлай тибенеп йөрөй, себештәренә аҙыҡ табырға өйрәтә. Сынйырҙағы Көтмөр телен һәлендереп, хәлһеҙ генә уға ҡарап тора. Йәнәһе, миңә берәй нәмә күстәнәскә алып килмәнеңме, сеүәтәмә тәмлекәс һалмаҫһыңмы? Йорт буйындағы сәскәләрҙә күбәләктәр күңелле генә ҡуна-оса уйнай. Бөтә ерҙә ипле, тыныс, һил. Ләкин ниңә һуң килен ишек асмай? Әллә... әллә... Берәй йәшерен әтнәкәһе бармы?! Хәлиҙә яман уйҙарын ситкә ҡыуа һалды. Ни өсөн ошондай билдәһеҙлектәрҙә шомло, ҡара уйҙар оялай икән күңел түренә? Ахырҙа ул тәҙрәне сиртте. Эстә хәрәкәт һиҙелде.

– Килен, ас! Килеүен-килгәс, тупһанан боролоп ҡайтып китмәҫмен бит. Барыбер өйгә инмәйенсә ҡайтмайым.

Келә асылды. Хәлиҙә солан ишеген тартты. Бер кем юҡ. Һорауҙарға сорналып, өйгә уҙҙы.

– Һаумыһығыҙ!

Аш-һыу бүлмәһендә булышып йөрөгән Гөлүзә боролоп ҡарамайынса ғына һаулыҡ алды.

– Ниңә оҙаҡ асманың, килен? – Хәлиҙә, саҡырмаһалар ҙа, яҡындағы ултырғысҡа ҡунаҡланы. Яуап ишетелмәгәс, һүҙҙе ғәҙәттәгесә башлап ебәрергә булды. – Шунан, нисек йәшәп ятаһығыҙ? Һеҙҙән байтаҡ ҡына ваҡыт өн-хәбәр булмағас, үҙем килергә баҙнат иттем. Алыҫ ара ла түгел. Бер аҙ ултырып ҡайтырмын тигәйнем.

– Әйҙәгеҙ, өҫтәлгә яҡынлағыҙ. – Гөлүзә, бирелгән һорауҙарға яуап ҡайтармай, сәй яһалған сынаяҡты шылдырҙы.

Бер ни аңламаған ҡәйнә, күндәм балалай, күрһәтелгән урынға күсте. Килене һаман тәҙрәнән күҙен алмай.

– Ниңә ауыҙыңа һыу уртлағандай ҡыланып, бер һүҙ өндәшмәйһең, килен? Ғәйепле кешеләй, күҙеңде йәшерәһең минән?

“Ғәйепле” тигән һүҙҙе ишеткәс, Гөлүзә ҡырт боролоп уға ҡараны. Йә Илаһым! Ике күҙе шешенеүҙән йомолған тиһәң дә була! Күм-күк яңаҡтарҙан субырлап йәш аға...

– Кем?! – тиеп кенә һорай алды ҡаушауҙан кәүҙәһе ҡоршалып ҡалған, тауышы ҡалтыранған Хәлиҙә.

– Яуабы билдәле һорауҙы бирмәгеҙ инде, ҡәйнәм, – Гөлүзә ҡарашын кире алды.

– Ни өсөн? – Һаман үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмаған Хәлиҙә ырғып торҙо. Өҫтәлде төртөп ебәреүенән алдындағы сәйе түгелеп, итәктәрен сылатты. Әммә ул балтырының бешеүен һиҙмәне лә, буғай.

Гөлүзәнең хис-тойғолары боҙ булып ҡатҡан, ахыры, ҡымшанмай ҙа ултыра бирҙе.

– Һәр кемгә үҙ балаһы, беләм, ғәзиз. Ни тип кенә һөйләһәм дә, һеҙ улығыҙға ғәйеп тағыуымды, ләғнәт уҡыуымды ҡабул итмәҫһегеҙ. Минең яҡтан яла яғыу булыр бары. Һуңғы арала бер-беребеҙҙе бөтөнләй аңламай башланыҡ. Хәйер, бер-беребеҙҙән тамам һыуынып, төңөлөп бөттөк тә, буғай. Наҙлашыу түгел, йүнләп һөйләшмәйбеҙ ҙә хатта. Ирек эштән ҡайтып инә лә, бер-беребеҙҙе күрмәҫкә тырышҡандай, икебеҙ ике мөйөшкә ҡарап ултырабыҙ. Өйҙә толҡа тапмағас, йорт мәшәҡәттәрен дә атҡармай ул. Шөбһәле тынлыҡ хөкөм һөргән өйҙә минең дә ҡулға эш бармай, көсләп тигәндәй башҡарам барыһын. Әйтерһең, алыштырып ҡуйҙылар Иректе. Эшенән эсеп ҡайтыуҙары һиҙелә башланы. Ҡайта ла ғырылдап йоҡлап китә. Иртәнсәк саҡ уятып, эшкә ултыртып ебәрәм. Өндәшһәм, ғауға ҡуптара. Ғәйепләгәне – балаға уҙмауым. Ҡалаға барып, дауаханаларҙа ентекләп тикшерелеп ҡайттым. Сәбәбе миндә түгел тинеләр. Тик был хаҡта Иректең үҙенә әйтергә ҡурҡып йөрөйөм, сөнки миңә ҡул күтәреүе беренсегә түгел. Әйтһәм, тамам оторо ҡуҙғалып, ярһып китер, тим. Ялҡтым мин ҡурҡып йәшәүҙән, ҡәйнәм. Ялҡтым уның менән йәшәүҙән...

Ишеткән һүҙҙәренән шаңҡыған Хәлиҙә ни тип өндәшергә белмәй тын ҡалып ултырҙы. Ике йәш йөрәктең яратышып туймаҫ мәле бит әле! Бергә йәшәй башлаған тәүге йылдарында үҙ-ара килешә алмай, төрлө хәлдәр сығып китеүе ихтимал. Нимә-нимә, ә бындай хәбәрҙе ишетергә әҙер түгел ине ул.

Гөлүзә, бер нөктәгә текләп ултырғандан һуң, кинәт тороп баҫты ла, тәүәккәлләп, ниндәйҙер ҡарарға килгән кешеләй, ҡулдары менән өҫтәлгә таянды.

– Һеҙгә һөйләп, күңелем бушап ҡалды бына. Күҙем асылғандай булды, – тине ул, йыш-йыш тын алып. – Атай-әсәйемә хәбәр итермен, тиҙ арала алып ҡайтһындар мине!

Ҡәйнә лә ултырып сыҙаманы, тороп килене эргәһенә килде лә ҡулын уның яурынына һалды.

– Ярһып, ҡабалан ниәт ҡылмаһаңсы, балам. Бәлки, берәй яйын уйларбыҙ. Хәҙер медицина ла мөғжизәләр ҡыла тигәндәй. Һис шикһеҙ, сара күрербеҙ!

Гөлүзә өндәшмәне. Хәрәкәтләнмәй тора бирҙе.

– Ирек ҡайтһын да бергәләп асыҡтан-асыҡ һөйләшербеҙ, йәме?

Йәш ҡатын башын күтәрмәйенсә генә:

– Һүҙемдән ҡайта торған кеше түгеллегемде яҡшы беләһегеҙ, ҡәйнәм, – тиеү менән сикләнде.

Хәлиҙә урынынан ҡуҙғалды.

– Баҡсаға сығып һыу индерәйем. Өйҙә тамсы ла ҡалмаған даһа. Ирек ҡайтыуға аш өлгөртөрбөҙ, – тип йорттағы мөхитте йәнләндерергә, дәртләндерергә теләп, ҡорғандарҙы асып ебәрҙе. Ҡояштың иркә нурҙары өйгә йүгереп тигәндәй инде.

Ҡапҡаның асылып ябылыуы ишетелде. Эштән асығып ҡайтҡандыр тип, Хәлиҙә тәрилкәгә аш һала башланы. Тик улы һаман кермәй. Биш минуттай ваҡыт үткәс, сыҡты әсә кеше. Ирек башын эйеп болдор күтәрмәһендә ултыра.

– Һаумы, улым!

Ирек ашыҡмай ғына күтәрелеп, тауыш килгән яҡҡа ҡараны.

– Һин... ни эшләп бындаһың?

Арттан килеп сыҡҡан Гөлүзә ҡысҡырып ебәрҙе:

– Әйттем бит! Тағы сусҡа булғансы иҫереп ҡайтҡан! Үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙме инде?! – Был юлы ул шымып ҡала алмай ине. – Әйткәндәремә ышанмай инегеҙ! – Үҙе ҡылт боролоп, кире өйгә йүгереп инеп китте.

– Шым, бисә лә була алмаған бәндә... – Ирек уның артынан һүҙ ташланы.

Хәлиҙә яҡыныраҡ килде.

– Эй, улым, улым... Нимә эшләйһең һин?

– Һин... һин... аңламайһың, – аяғында саҡ баҫып торған Ирек ултырырға итте, тайшанып китте. Хәлиҙә уны ҡулынан эләктереп өлгөрҙө лә өйгә әйҙәне.

– Ярай, айныҡҡас, һуңынан һөйләшербеҙ. Хәҙергә кереп ят, – тип әүрәтеп индереп, алғы яҡтағы диванға һалды. Улы, башы яҫтыҡҡа тейеү менән, мыш-пыш килеп йоҡлап та китте.

Хәлиҙә бер килке уға ҡарап торҙо. Бына бит тормош тигәнең ниндәй: үҙенсә хәл итеп, кеше яҙмышын меңгә әйләндереп-тулғандыра, хыялдағыһынан ысынбарлыҡтың күренмәгән-көтөлмәгән яҡтарын килтереп сығара. Моронлай башлаған өмөттө бер секундта иҙеп-тапап юҡ итә. Ғәйепләп тә булмай бит әле үҙен. Нисек? Бары тик күнергә ҡала, ахыры. Ҡылғандарын ҡабул итеп, төҙәтергә тырышырға. Иң кәмендә, баш баҫып, артабан йәшәүҙе дауам итергә...

“Туҡта әле, ә килен ҡайҙа?” Һиҫкәнеп, Хәлиҙә йоҡо бүлмәһенә уҙҙы. Гөлүзә шкафтағы кейемдәрен ашыҡ-бошоҡ сумкаға тултыра ине.

– Ни эшләүең был, килен?! – Хәлһеҙ­ләнеүҙән аяҡ быуындары тотмаған Хәлиҙә карауат ҡырыйына ултырҙы.

– Етер, булды! Түҙмәнем түгел, түҙҙем, ҡәйнәм. Аңлатырға, тыйырға, ихтыярын уятырға теләп күпме тырыштым. Теләмәгән әҙәмгә һөйләп маташма икән ул! Ялҡыны үҙеңә ҡайтып, йөрәгеңде яндыра. Һуңғы сиккә үҙе килтереп еткерҙе. Бүтән ҡала алмайым бында!

– Һуң, кис бит... Нисек былай көйө юлға сыҡмаҡ булаһың? – тип кенә өндәшә алды Хәлиҙә.

– Бөгөнгә күрше Мөкәрәмә инәйҙә төн уҙғарырмын да иртәгә ҡуҙғалырмын! Әйттем – бөттө! Кире күндерергә тип хәл-көсөгөҙҙө бушҡа сарыф итмәгеҙ. Һәм... ғәйепләмәгеҙ...

Иртәгәһенә айныҡҡан Ирек бер һүҙһеҙ әсәһенең өгөт-нәсихәтен тыңланы. Хәйер, ишеттеме икән ул? Битарафлығы йөҙөнә сыҡҡайны. Хәләл ефетенең атай йортона ҡайтыуын да бер хис-үкенесһеҙ тыныс ҡабул итте шикелле. Бер-бер хәл сыҡҡанын һиҙеп килеп еткән атаһына һирпелеп бер ҡараны ла ҡарашын ситкә борҙо. Кеше, тормош мәғәнәһен юғалтһа, шулай ҡылана торған. Иректең башына шундай көндәр төшкәйне, ахыры. Әҙәм балаһының күңеленә сир булып эйәләгән иң ҙур афәттәрҙең береһелер тормош мәғәнәһен юғалтыу...

Гөлүзәне ата-әсәһе килеп алғанын тәҙрәнән генә күҙәтеп тороп ҡалдылар. Ҡоҙалар ҙа инеп, күрешеп сыҡманы. Ләм-мим өндәшмәй айырылышыу. Шунан да ауырыраҡ, ғазаплыраҡ хушлашыу булмайҙыр, ахыры. Килен үҙ яғына ҡайтты. Хәлиҙәләр ҙә улдарын күсереп алды. Яңы йорт буш тороп ҡалды.

Хаталы аҙым яһау өсөн күп кәрәкмәй, ә бына уның арҡылы ҡылынғандарҙы төҙәтеү өсөн хәтһеҙ көс сарыф итергә тура килә. Ата-әсә өсөн иң ҙур бәхет – баланыҡы. Хәлиҙә менән Зәбир ҙә Иректе ҡайтанан вайымһыҙлыҡтан айныҡ тормошҡа ҡайтарыу өсөн ваҡытын, көсөн, йәнен йәлләмәне. Биш йәшлек баланы тәрбиәләгәндәй, бер аҙым да янынан китмәй ҡаранылар, әпәүләнеләр егерме бишен тултырған улдарын. Атай кеше ихаталағы эштәр менән әүрәтһә, әсәһе уны дауаханаға, төрлө им-томсоға йөрөттө. Тырышыуҙың һөҙөмтәһе күренде лә: эстән бөтөрөнөп көн күргән Иректең күҙенә асыл һирпелерлек нур ҡунды, үҙенә йомолоп, өндәшмәй йөрөй торғас, әңгәмәләргә ихлас ҡушылып китте. Тора-бара мәктәп йылдарында дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы менән ҡабат осраша башланы. Әлбиттә, әйтелгәндәрҙең барыһы тормошҡа ашыу өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителде. Ләкин ауырлыҡ-күңелһеҙлектәрҙе онотторорлоҡ дауаханалағы: “Улығыҙ инде тамам һауыҡты. Күҙәтелгән симптомдарҙың эҙе лә ҡалманы”, – тигән хәбәрҙе ишеткәс, Ирек үҙендә тауҙар аҡтарырлыҡ көс ташыуын һиҙҙе. Оҙаҡҡа һуҙмай, Йәнгүзәленә тәҡдим яһаны. Ҡыуанышып бөтә алмаған Зәбир менән Хәлиҙә тағы ла туй мәшәҡәттәрен үҙ елкәләренә алды.

Әммә ҡулын кеҫәһенән сығармай, башын күтәрмәй, күҙҙәрен журнал битенән алмай әйткән табиптың һүҙҙәре раҫҡа сыҡмауы ғына үкенесле. Тағы ла шул уҡ хәлдең ҡабатланыу мөмкинлеге Хәлиҙәнең ете ятып, бер төшөнә лә инмәгәйне. Дөрөҫ, һәр йәш ҡатындың йөрәк аҫтында йәшәү яралғанын тойғоһо, ғазапһыҙланыу аша әсәй булғыһы, ҡулдарында бәүетеп, бәпес баҡҡыһы килә. Ә быны бүләк итә алмаған ирҙән ул яйлап биҙә, ситһенә. Ирек менән күп йәшәмәй күҙ алдында икенсе ир менән сығып киткән Йәнгүзәлдең хыянатын күтәрә алманы ул. Икенсегә күнергә теләмәне һәм... тәҡдиренә ҡаршы сыҡты.

Ата-әсә өсөн балаһын ер ҡуйынына һалыуҙан да олораҡ ҡайғы юҡтыр донъяла. Аҙ ғына өлгөрмәй ҡалды шул Хәлиҙә. Эшенән ҡайтып, өйҙә булмаған улын эҙләп килеп, келәт ишеген асып ебәргәндә, арҡанда аҫылынып торған һын бәүелә ине әле...

Шунан һуң ҡырҡа үҙгәрҙе Зәбир. Әйтерһең дә, улы вайымһыҙлығын атаһына ҡалдырып китте. Шымтайҙы, туҡтауһыҙ үҙен битәрләне. Сәстәренә сал ҡунды. Үҙенә йомолдо. Ҡатынына иғтибар бер хәл, ҡыҙҙарын күрмәҫ булды. Улар оло кешенең нисек тә күңелен күтәрергә тырышты. Тик Зәбир һәр мөғәмәләне күҙе уңынан үткәрҙе. Иғтибарһыҙлығы арҡаһында эшендә авария булып, ғауға ҡубып, вазифаһынан бушатылып ҡуйҙы. Өс тиҫтә йыллап ғүмерен арнаған эшенән пенсия йәшенә етер-етмәҫтән ҡыуылыуын Зәбир ауыр кисерҙе. Төңөлдө.

Үҙе көс-ҡеүәт табыр тип кисектереп килгән Хәлиҙә бер көн уның менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә баҙнат итте.

– Үҙеңде ҡулға алырға ваҡыт, Зәбир! Киткән артынан китеп булмай. Тормош дауам итә, ҡояш көн дә ҡалҡа, йылғалар туҡтамай аға. Һин кем? Тәү сиратта — ғаилә башлығы, ир, атай кеше! Өс ҡыҙыбыҙға терәк кәрәк! Уларҙы онотаһы булма!

Күңел түрендә күптән йыйылып килгән был һүҙҙәрҙән Зәбир ирен сите менән көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы.

– Ә ни өсөн? Нимәгә кәрәк былар барыһы? Әйт әле, быларҙың һөҙөмтәһе бармы?

Ни әйтергә теләгәнен аңламаған Хәлиҙә иренең алдына сүгәләне.

– Күңелеңдәген ас, үҙеңә еңелерәк булып ҡалыр.

– Тормош бөттө, Хәлиҙә. Артабан йәшәүҙән фәтүә юҡ.

– Ҡыҙҙарыңды онотма, тим, Зәбир!

– Бына шул-шул. Ҡыҙҙар! Минең бүтән улым юҡ!

– Абау! Ауыҙыңдан ел алһын! Хоҙай бындай һүҙҙәреңде ишетмәһен тип телә! – Хәлиҙә, иренең әйткәне ысын булыуына ышанырға теләмәй, янтайып тороп, бүлмә буйлап арҡыры-буй йөрөргә кереште.

– Теләмәйем дә, ҡурҡмайым да! Һинең яратҡан Хоҙайың минең берҙән-бер улымды аяп торманы, шәфҡәтен бирмәне! Тартып алды! Нәҫелемде дауам итеүсе юҡ! Ҡыҙҙар исем-шәрифемде дауам итерме? Юҡ!

Күпме йыл йәшәп, ирен бөтөнләй белмәгәнме, ысын йөҙөн күрмәгәнме Хәлиҙә? Уның ауы­ҙынан бындай һүҙҙәрҙе ишетеүҙе күҙ алдына ла килтерә алмаған ҡатындың тамағына төйөр тығылды. Ни тип яуап ҡайтарырға белмәй, ҡапыл ҡыҫынҡы булып ҡалған был бүлмәнән сығырға уҡталғайны, уртансы ҡыҙы Зөлфирә менән йөҙгә-йөҙ бәрелешә яҙҙы.

– Ҡыҙым...

Йөҙө ағарынған ҡыҙ, әсәһенең һүҙен ҡолағына ла элмәй, атаһына ҡарап:

– Шулай икән, тимәк, бүтән һин атайым түгел! – тине лә абына-һөрөнә өйҙән сығып йүгерҙе.

Шул сығып китеүенән зым-зыя юҡ булды Зөлфирә. Әхирәтендәлер, тынысланғас, ҡайтыр тип көткән Хәлиҙә тәүге көндә эҙләмәне. Ире менән һөйләшеү ҙә тамамланмай ҡалды, ҡыҙы ла олаҡты. Шулай булырын алдан белһә, тамағына бысаҡ терәһәләр ҙә, башламаҫ ине ҡәһәрле әңгәмәне. Ике тәүлектән һуң милицияға мөрәжәғәт иткәйне:

– Аҙна-ун көн үтмәйенсә, ғариза ҡабул итмәйбеҙ. Ғәҙәттә, ҡайта торған ундайҙар, – тип битараф­һыҙыраҡ яуап ҡайтарҙы погонлы һимеҙ ҡатын.

Ҡайҙан ғына эҙләмәне, ҡайҙарға ғына барманы Хәлиҙә. Бындай көтөлмәгән ваҡиғанан иҫенә килгән Зәбир ҙә, хатаһын аңлап, бисәһенең һәр һүҙен тыңлап, әйткән-ҡушҡанын үтәне. Һис ни белмәгән-һиҙенмәгән ике ҡыҙында күңел йыуанысы тапты. Хәлиҙә инде ҡайҙа барырға, кемгә мөрәжәғәт итергә тип аптыранып ултырған бер көндә телефоны тауыш бирҙе. Ят номерҙан СМС-хәбәр килгән: “Әсәй, минең менән барыһы ла һәйбәт. Мине эҙләмә, ғәйепләмә, тик өйгә ҡайтмам”, – тип кенә яҙып ебәргәйне Зөлфирә.

Бына һиңә мә! Тормош сюрприздарынан арыған Хәлиҙә СМС килтергән номерға шылтыратырға тотондо. Әммә бәйләнештең икенсе осонда, бындай номер юҡ, тип яуап ҡайтарҙылар. Ошолай ҡалдыра аламы һуң ул был хәлде? Туған-тыумаса, кеше күҙенә нисек күренер?..

...Ике йыл тигәндә, үҙе ҡайтып инде Зөлфирә. Бер үҙе түгел, ике сабыйын – игеҙәк малайҙарын күтәреп. Үҙҙәренең олатай-өләсәй булыуын белмәй ҙә йөрөгән Зәбир менән Хәлиҙә һөйөнөп бөтә алманы. Шелтәләрҙән башҡаһын көтмәгән йәш әсә ҡолас йәйеп ҡаршы алыуҙарына ҡаушап, албырғап та ҡалды, буғай.

– Үт, үтегеҙ! Ниңә тупһала ҡатып ҡалдың? Исемдәре нисек бәләкәстәрҙең?

– Рәмил менән Рәмзил... – һаман битәрләү һүҙен көткән Зөлфирә урынынан ҡуҙғалманы. Хәлиҙә этеп-төртөп тигәндәй уны түрҙәге диванға ултыртты.

Балаларға текләп:

– Матур исемдәр биргәнһең! Үҙҙәре лә бер тигән! Тас үҙең, – тип ихласлап әйтеп, Зәбир берәм-берәм малайҙарҙы ҡулына алып, һикертергә кереште. Быны күреп, Зөлфирәнең күңеле тулды, илап ебәрҙе.

– Ғәфү итегеҙ мине, зинһар! Һеҙҙең алдығыҙҙа ғәйебем ҙур... Атай, кисер! Рәнйемәгеҙ миңә...

– Юҡҡа ғазаплама үҙеңде, ҡыҙым, үткән – бөткән. Булғанды ҡайтарырға бер кемдең ҡөҙрәте юҡ. Үҙемдең хатамды таныным, кисереүеңде үтенәм, – Зәбир малайҙарҙы Хәлиҙәгә тоттороп, теҙләнеп, маңлайын ҡыҙының тубыҡтарына терәне.

Сәй эскәндә тулыһынса асылды Зөлфирә.

– Үҙемдән күпкә өлкән ул. Алдан шундай иғтибарлы, йомшаҡ ине. Өрмәгән ергә ултыртманы, тиҙәрме шундайҙарҙы. Йөклө икәнемде белгәс, әтәсләнә башланы. Тупаҫланды, ҡырыҫайҙы. Һыуынғандан-һыуына барҙы арабыҙ. Аборт эшләтергә өгөтләне, шунда уҡ ҡырҡа баш тарттым. Малайҙар донъяға килгәс, урамға ҡыуып сығарҙы. Бер әйберҙе лә алып өлгөрмәнем. Хатта балаҡайҙарҙың кәрәк-ярағын, документтарын да...

– Зарар юҡ. Борсолма, ҡыҙым, тормош яйға һалына ул. Бары Хоҙайҙан һорарға ғына кәрәк. Оло кешенең һүҙен тыңла. Ә малайҙарҙы, риза булһаң, үҙемдең исемгә яҙҙырырбыҙ, – Зәбир өмөтлө ҡарашын бер ҡыҙына, бер Хәлиҙәгә төбәне.

Зөлфирә сәпәкәйләп һикереп торҙо ла атаһын ҡосаҡлап алып, әсәһенә ҡараны. Хәлиҙә мөләйем йылмайҙы.

Шөкөр, донъялар әкренләп рәткә һалынды. Малайҙар үҫте. Инде Зәбир тормошон уларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Игеҙәктәр үҙенә уғата эҫенде, оҙаҡ күренмәй торһа: “Олатай ҡайҙа?” – тип таптыра ла башлайҙар. Зөлфирә әсәһе эргәһенә эшкә урынлашты. Ул арала өлкән ҡыҙҙары Гөлфирә лә кейәүгә сыҡты. Күп көттөрмәй ҡыҙ бала донъяға килде. Бергә йыйылғанда өй эсе умарталай гөж килеп тора хәҙер. Балалы йортта ғәйбәт булмай тигәндәй, күңелле мәшәҡәттәр һәр кемдең күңелен хушландырҙы. Мәктәптә уҡыған кинйә ҡыҙҙары Әлфирә һеңле-ҡустыларын ихлас ҡарашты.

Донъяның түңәрәклеге күңелдең китек булмауынан тора. Ләкин тормош көтөлмәгән яҡтан килтереп һуғырға ғәҙәтләнгән шул. Әҙәм балаһы үҙенә күпме ғүмер бирелгәнен һис белмәй.

...Башҡаларынан бер нәмәһе менән дә айырылмаған ғәп-ғәҙәти көн ине. Июль айы. Һиллек. Ҡояш нурҙарын йәлләмәй ер өҫтөнә һибә. Аяҡ аҫтында үлән-ҡыяҡтар артына йәшеренеп, сиңерткәләр күңелле сырҡылдаша, ағаслыҡта, бер-береһен уҙҙырып, ҡоштар һайрай. Ауыл яғынан ара-тирә әтәстәр һөрәнләүе ишетелеп ҡала. Көтөү көткән Зәбир күләгәлә малдарҙың үлән утлағанын күҙәтеп ята, ваҡыты менән сәскәне танауына килтереп, хуш еҫе менән үпкәһен тултыра. Һыйырҙар, бимазалаған себен-күгәүендәрҙе ҡойроҡтары менән ҡыуалап, ашап йөрөй. Һарыҡтар төркөмдәргә бүленеп, уның ише күләгәлә әлһерәп ята. Көйшәнәләр. Эргәләрендә бәрәстәре һикерәнләп уйнай. Кәзәләрҙең йылғырҙары ҡырынайып үҫкән ҡайындарға менеп, үрелеп япрағын тәмләй. Ҡайһылай тыныс, күңелле. Тормош һәр саҡ шулай барһа икән!

Малы ҡуҙғалғас, Зәбир сәғәтенә күҙ һалды. Һуғарырға ваҡыт еткән икән шул, тип уйлап, көтөүҙе шишмәгә ыңғайлатты. Хәйер, ҡыуаларға кәрәкмәй, малдар үҙ белдеге менән һыу яғына атлай. Тик бына оло юл аша сыҡҡанда абай булырға кәрәк. Ауыл халҡы күпме ялынмаһын, һорамаһын, юҡ, ошо мал сығарған урынға тейешле билдә ҡуйманылар. Ен һымаҡ ҡыуалап йөрөгән водителдәргә иҫкәрмә булыр ине. Өҫтәүенә, трассала был тирәлә ауыл барлығы хаҡында бер ниндәй билдә, яҙыу юҡ. Туҡталҡаһы ла, ауылға төшөр юл да эшләнмәгән. Кемдәрҙеңдер битарафлығы арҡаһында ябай халыҡ ыҙалай.

Һыйырҙар асфальтҡа аяҡ баҫҡас, арттағыларын ашыҡтырып, “һәүкәләп” ҡыуаларға кереште. Шул саҡ боролоштан ике машина күренде. Сеү, тиҙлегеңде кәмет! Күрмәйһегеҙме, юл буш түгел! Юҡ, яйларға уйламайҙар ҙа, буғай. Хәҙер һыйырҙарҙы бәрҙерәләр бит! Ыҫмала еҫендә күгәүендәр бимазаламағанға асфальт юлда арҡыры баҫып торған малдарҙы сығарырға йүгерҙе Зәбир. Йә, Хоҙай! Тәүге машина нисек килгән, шул көйө кәйелеп үтеп китте, һыйырҙарҙы ҡыуалап өлгөрҙө ир. Тик икенсе машинаның тәгәрмәсе аҫтында ҡалды Зәбир. “Малға зыян килмәне”, — тип уйлап өлгөрҙө көтөүсе.

...Йортҡа әле һаман кеше ағыла. Һәр кем мәрхүмдең ғүмерен күңеленән яңынан үткәреп, ниндәйҙер һығымта яһарға тырыша.

– Йә инде, бөгөн барһың, иртәгә – юҡ...

– Ике йәш егет бәхәс ҡороп, иҫерек килеш рулдә уҙыш ойошторған, тиҙәрме?

– Хоҙай һаҡлаһын...

Һиҙенергә кәрәк булған Хәлиҙәгә. Аҙна буйы төнөн хужаларына тоғро Көтмөрҙәре олоп сыҡты. Тәүҙәрәк тымыр тип, артыҡ иғтибар бирмәне. Өсөнсө төн ҡабатланғас, Зәбиргә төрттө:

– Бар, сығып тый әле шуны.

Инеп ятҡас, олоу ҡабат ишетелде. Нимә булған быға? Эт олоған ихатаға ҡайғы килер, тиҙәр. Бығаса күндәм генә көн иткән йән эйәһенә ни етмәй? Ир ҡабаттан сығып, этте таяҡ менән туҡмарға мәжбүр булды. Туҡмалғандан һуң да тыйылманы Көтмөр. Таң атҡас, Зәбир күршеһе Төхфәтте саҡырҙы. Һунарсы оҙаҡ уйлап торманы, атты маъмайҙы. “Үҙ башыңа”, – тип әйтергә онотҡандыр инде Хәлиҙә...

Ҡапыл һыуытып ебәрҙе. Июль кисенә хас булмаған күренеш. Еңелсә кейенеп килгән ҡунаҡтарҙың кемеһелер ҡайтыр яҡҡа йүнәлде, икенселәре өйгә инде. Уңарсы булмай, буран сыҡты. Ҡотороп ҡупты. Бына һиңә йәй уртаһы.

Әлфирә иптәш ҡыҙҙары янына килеп баҫты. Тегеләр һүҙҙе нисек, нимәнән башларға белмәй торҙо. Шунан, алдан килешкәндәй, бөтәһе бер ыңғай уны ҡосаҡлап алды. Шул саҡ арттарында тыйнаҡ ҡына шыңшыу ишетелде.

– Абау! Нимә был? Исеме нисек? – тигән һорауҙар ябырылды.

Әлфирә, ҡарашын алыҫҡа төбәп:

– Буран, – тип яуапланы.

Ҡыҙҙар көсөктөң исеме тип аңланы. Хәйер, бәлки, шулайҙыр ҙа. Бер кем бурандың ҡасан, ҡайһы яҡтан ҡубырын, килерен белмәй...

Фәйез Харрасов.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: