Бала таптым, ләкин баҡманым
Күҙҙәр – күңел көҙгөһө тиҙәр. Ул апайҙың ҡарашы шул хәтлем моңһоу ине, әрнеү-ғазаптары йөҙөнә сыҡҡан. Ҡаршыма килеп ултырҙы ла, күңелен бушата башланы.
- Эсем тулы ут минең. Иремдән дә уңманым, балаларҙан да бәхетем юҡ. Ҡартайған көнөңдә үҙ фатирыңда ҡурҡып йәшә инде. Күңел тыныслығым юғалды, үҙ-үҙемә урын таба алмайым. Төндәрен ҡурҡып, өйҙән йүгереп сыҡҡан саҡтарым әҙ түгел. Күптән түгел бына ирем тағын эсеп ҡайтҡас, таң беленер-беленмәҫтән, эске күлдәк менән, ялан аяҡ сығып ҡастым. Йәш саҡта ғүмерҙәр нисек тә үтә, ә бына ҡартлыҡ көнөңдә тынысһыҙ йәшәүҙәре бигерәк ҡыйын икән.
Тормош иптәшем Сабир менән бер-беребеҙҙе яратышып өйләнештек. Беҙгә һоҡланмаған кеше булмағандыр ул: бәхет тулы һауытыбыҙ бер ҡасан да сарпылмаҫ, ныҡлы ғаиләбеҙ тарҡалмаҫ кеүек ине. Бер-бер артлы ике малай һәм ҡыҙ таптым. Тик уларҙы тейешенсә тәрбиәләй генә алманыҡ. Ғаиләне туйындырам тип, көндө төнгә ялғап, эшләнем дә, эшләнем. Әсә наҙы, ғаилә йылыһы етмәне балаҡайҙарыма. Тик быны мин бик һуң ғына аңланым.
Нимә сәсәһең – шуны ураһың, тиҙәр. Тәүфиҡһыҙ бала - тамуҡ ғазабы инде ул. Балаларымды табыуын таптым, ләкин баҡманым, улар күберәк урамда тәрбиәләнде. Юнһеҙ дуҫтар юлдаш итеп, нисек ҡыйыш юлға баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡалдым. Был хаҡта белеп ҡалғас, уларҙы аҡылға ултыртырға тырышһам да һуң ине инде. Ахыр сиктә насар эштәре өсөн ике улым да төрмәгә ултырҙы. Хәҙер уларҙың ҡайҙалығын да белмәйем. Олоһо иреккә сыҡҡас, бер балалы ҡатынға ингән һәм күптән түгел генә ҡыҙы тыуған, тип ишеттем. Ейәнсәремде барып күреү бәхетенә лә ирешә алмайым бит. Уртансыһы ҡайҙалыр, билдәһеҙлеккә китеп юғалды. Был хәтлем әрнеү-ғазаптарға йөрәгем нисек түҙер?
Ҡыҙым менән дә исмаһам рәхәтләнеп ултырып һөйләшә алмайым. Хәйер, уның менән бер ҡасан да бер-беребеҙ менән аңлаша алманыҡ. Йәшермәйем, Гөлүсәм бала саҡтан бик тәртипһеҙ тотто үҙен: уҡыманы, ололарҙы тыңларға ла теләмәне. Мәктәп эскәмйәһендә үк бер ирҙең ҡосағынан икенсеһенә һикерҙе. Мин юҡта уларҙы өйгә лә алып ҡайта ине. Юнһеҙ баламдың һүҙе бер булды: “Миндә эшең булмаһын. Нисек теләйем – шулай йәшәйем!”.
Ни тиһәң дә теләп тапҡан балаларым, бәғер киҫәктәрем улар. Ҡыҙымды кеше итеү өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләнем. Уға хатта мәктәпте тамамлау тураһындағы аттестатты ла һатып алырға тура килде. Сөнки документһыҙ бер ниндәй уҡыу йортона ла алмайҙар бит. Көс-хәл менән, аҡса төртә-төртә училищеға уҡырға индерҙем, дөйөм ятаҡҡа урынлаштырҙым. Тырыша торғас, ҡыҙым ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерҙе. Хәҙер аҡсалы урында ашханала эшләй. Өҫтө лә бөтөн, тормошо ла мул, тик балалары ғына юҡ, таба алмай. Шулай булыуы, бәлки, яҡшыраҡтыр ҙа. Дуҫ ҡыҙының балаһын ташлап китеүенә әле лә минең йөрәгем һыҙлай. Аҡылыңа кил, тип күпме өгөтләнем мин уны. Тыңламаны, бәләкәсенә әйләнеп тә ҡараманы.
Кисә Гөлүсәмдең фатирының төбөндә оҙаҡ ҡына баҫып торҙом. Ул хәҙер Галина булып киткән, мин ҡушҡан исемдән дә баш тартҡан. Ғәзиз әсәһе менән һөйләшергә лә теләмәне, күпме ишеген туҡылдатһам да, асырға теләмәне. Атаһы ла балаларын күрергә теләмәй, улар минең өсөн бөтөнләй юҡ, ти.
Иремә бер ышаныс ҡалманы. Дауахананан ҡайтҡас, әллә ниндәй сәйер ҡатындар килеп, фатирға хужа булырға тырышып йөрөнө. Кеше ышанмаһа ла әйтәйем инде, был фатирҙа ирең менән мин торасаҡмын, тип тә янанылар хатта. Өйөмдән ҡыуып сығарһалар, нимә эшләрмен? Ҡайҙа барырмын? Аллам һаҡлаһын!
Ғүмер буйы ашханала ашнаҡсы булып эшләнем. Гел аяҡ өҫтөндә йөрөп, ауыр тоҡтар ташып, шунда бөтә булған һаулығымды юғалттым. Дауаханала оҙаҡ ҡына дауаланып сыҡтым. Быуындарымды тотор өсөн тимер ҡуйҙылар. Әле таяҡҡа таянып саҡ йөрөйөм. Врач та минән көлә: “Аяҡтарығыҙ тимерҙән. Хәҙер һеҙ робот һымаҡ”, - ти. Тик йән генә тимер түгел бит. Эй, ҡыҙым, ғәйепләмә мине. Яҙмышым һеҙгә һабаҡ булһын, балаларығыҙҙы ваҡытында тәрбиә бирегеҙ. Иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Балаҡайым, ғүмер тиҙ генә уҙа икән ул. Әсә йылыһы тойоп үҫһен балаларығыҙ...
Зилә Мөдәрисова