Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
3 Май , 19:00

Игеҙәктәр

– Малайҙарҙың береһен, кесеһен, Аҡсәскәгә алып инегеҙ. Уға бирәм... Сөнки икеһен дә ҡарай алмайым. Мин яңғыҙмын. Мәликә күҙ йәштәренә быуылды.– Нисек инде, Аҡсәскәгә бирәһегеҙ? Был һеҙгә әйберме? – тип, күҙҙәрен шар асып сығып китте медсестра.Мәликә бер иш ике төргәккә бағып, ҡатып ҡалды. Ирендәрен бүлтәйтеп, ара-тирә йылмайышып йоҡлаған кескәйҙәренә оҙаҡ ҡарап торҙо. Асыҡманылармы икән, йөрәккәйҙәре, һаман уянмай йоҡлай балаҡайҙар.– Ни эшләргә? Эй, Хоҙайым, ярҙам ит...Шул саҡ палатаға баш табип килеп инде, бер аҙ балаларға ҡарап торҙо ла Мәликәне үҙенең бүлмәһенә саҡырып сығып китте. Үҙенең ауыр хәлен бер тында аңлатып биргән ҡатынға ҡарап, Елена Сергеевна һүҙһеҙ ҡалды. “Нимә эшләргә? Ысынлап та, Мәликәнең яңғыҙына ике бала менән ауыр буласаҡ. Ә балаһын юғалтҡан Аҡсәскәгә бер малайҙы бирһәләр, бәхетле йәшәрҙәр йәштәр. Әллә һөйләшеп ҡарарғамы?”..Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Игеҙәктәр Хикәйә Гөлмирә БИКБУЛАТОВА

... Кескәй балаһы өсөн йөрәге өҙөлһә лә, Мәликә, Хәбирен бауырына баҫты. Ҡасан да булһа Кәбирен күреренә өмөт менән йәшәне. Аҡсәскә менән Мәликәнең серен бер кем дә белмәне, хатта Хәбир ҙә. Тик ҡайһы берҙә улының сәйер хәбәрҙәр һөйләүенән, Мәликә уның төшөнә ҡустыһы инеүен һиҙенә ине. Ә бөгөнгө хәбәре уны бөтөнләй һағайтты... Уйҙары уны тулғаҡ тотҡан төнгә алып китте.
... Көскә өй эштәрен теүәлләп, Мәликә, урынына саҡ килеп ауҙы. Бөгөн булырмы, иртәгәме икән? “Эсем төштө инде. Эй, Хоҙайым, ярҙамыңдан ташлама, берүк. Еңеллек менән ҡотолорға ярҙам ит... Булаты бөгөн дә ҡунырға ҡайтманы, хәйерһеҙ, ҡайҙа йөрөй торғандыр, аҙғын. Тегенеһендә ҡалғандыр инде тағын”. Уйынан ғына һуҡранып, Мәликә серемгә киткәндәй булды.
Билен бөрөп тотҡан ауыртыуға сыҙамай уянып китте ул. Башланды! Ауырлыҡ менән ҡалҡынып тороп баҫҡайны, аяҡтары буйлап аҡҡан һыуға аптырап, ҡатып ҡалды. Бер аҙ тора биргәс, ауыртыу ебәргәндәй булды, һәм ул телефон торған өҫтәлгә йүнәлде. Фельдшер ҡатын тиҙ килеп етте. Күрше Марат ағай менән ул Мәликәне район дауаханаһына илтеп ҡуйҙы.
Оҙаҡ ауырыманы ҡатын. Төш ауышыуға 15 минут ара менән шалҡандай ике ул тапты. Шатлығының сиге булманы Мәликәнең. Тик, тик... Нисек үҫтерер ул улдарын? Ирһеҙ... яңғыҙы... Булаты игеҙ улдары тыуасағын, тыуғанын да белмәй, әллә ҡайҙа йөрөй.
Мәликә имен-һау, теүәл ағзалы игеҙ бала табыуына ҡыуанһа ла, тәрән уйға батты. Ни эшләр ул бер үҙе? Ата-әсәһе икенсе районда йәшәй. Был ауылда ул япа-яңғыҙы. Бейеме лә былтыр гүр эйәһе булды. Яратышып ҡауышҡан иренә әллә нимә булды. Ен алыштырған тиерһең. Ҡатынын күрҙеме, ҡотора, аҡыра, һауыт-һабаны ҡыра башлай. Айыҡ килеш бит әле ул, иҫең китер ҡыланышынан. Ҡотора, ҡотора ла, ишекте шартлатып ябып, ҡайҙалыр сығып олаға. Ауыл ҡатындарының оҙон теле уға иренең кемгә йөрөүен еткергәйне инде. Уға тиклем дә үҙе һиҙенә биреп ҡуйғайны. Кеше һөйләгәс, ысындыр тип ҡуйҙы. Уйланып ултырған еренән Мәликәне күмәк балалар илауы айнытып ебәрҙе.
Күрше палатала үҙе менән бер ваҡытта бушанған ҡатын ята. Илай ҙа илай, ниңәлер. Ары-бире сеңләүе асыҡ ишектән ишетелеп ҡала. Мәликә, түҙмәй, әкрен генә ҡуҙғалып, эргәһенә инергә булды. Район үҙәгенән икән, Аҡсәскә исемле. Улы үле тыуған бахырҡайҙың. Йыуата-йыуата, оҙаҡ ҡына янында ултырып сыҡты Мәликә. Эээй, яҙмыш тигәнең. Бер-береһен үлеп яратҡан Аҡсәскә менән Моратҡа бала бирмәй, ә ире икенсе ҡатынға әүрәп сығып киткән Мәликәгә бер түгел ике бала бирҙе. Һис аңларлыҡ түгел был тормошто...
Палатаһына инеп оҙаҡ уйланып ултырҙы ҡатын. Әллә, әллә... Игеҙ балаһының береһен Аҡсәскәгә бирергә лә ҡуйырғамы икән? Сөнки икеһен бергә күтәрә, тигеҙ ҡарай алмаясаҡ бит ул. Һынасаҡ, алйыясаҡ... Берәүгә лә белгертмәй генә, икәү-ара, табиптар менән һөйләшергә лә ҡуйырға. Булаты ла балаларҙың игеҙ икәнен белмәй.
Бер тәүлектән сабыйҙарҙы имеҙергә алып килделәр. Ике тамсы һыу кеүек бер-береһенә оҡшаған улдарын күреп, Мәликә илап ебәрҙе. Нимә эшләргә? Йөрәге һыҙлап, һулҡылдап көн үтте. Күрше палатала ла Аҡсәскәнең ары-бире йөрөгәне, һаман илағаны ишетелде.
“Хәҙер ике баламды ла имеҙһәм, аҙаҡ айырыла алмам. Хәл итергә кәрәк тиҙерәк”, – тип оҙаҡ һуҙыуҙан ҡурҡып, уйын медсестраға әйтеп һалды:
– Малайҙарҙың береһен, кесеһен, Аҡсәскәгә алып инегеҙ. Уға бирәм... Сөнки икеһен дә ҡарай алмайым. Мин яңғыҙмын. Мәликә күҙ йәштәренә быуылды.
– Нисек инде, Аҡсәскәгә бирәһегеҙ? Был һеҙгә әйберме? – тип, күҙҙәрен шар асып сығып китте медсестра.
Мәликә бер иш ике төргәккә бағып, ҡатып ҡалды. Ирендәрен бүлтәйтеп, ара-тирә йылмайышып йоҡлаған кескәйҙәренә оҙаҡ ҡарап торҙо. Асыҡманылармы икән, йөрәккәйҙәре, һаман уянмай йоҡлай балаҡайҙар.
– Ни эшләргә? Эй, Хоҙайым, ярҙам ит...
Шул саҡ палатаға баш табип килеп инде, бер аҙ балаларға ҡарап торҙо ла Мәликәне үҙенең бүлмәһенә саҡырып сығып китте. Үҙенең ауыр хәлен бер тында аңлатып биргән ҡатынға ҡарап, Елена Сергеевна һүҙһеҙ ҡалды. “Нимә эшләргә? Ысынлап та, Мәликәнең яңғыҙына ике бала менән ауыр буласаҡ. Ә балаһын юғалтҡан Аҡсәскәгә бер малайҙы бирһәләр, бәхетле йәшәрҙәр йәштәр. Әллә һөйләшеп ҡарарғамы?” Табип Аҡсәскәнең ирен саҡыртырға ҡушты. Уға был ауыр хәлдән сығыу юлын табыуы еңел түгел ине.
Палатаһына ҡаты уйға батып килеп ингән Мәликә нимә эшләргә белмәне. Һаман бер ни һиҙмәй йоҡлаған балаларына ҡарап, улдарының үтә лә тыныс икәненә һоҡланып туйманы. “Әллә бирмәйемме икән? Бына бит, һаман тып-тыныс килеш йоҡлап яталар. Әле бер тапҡыр ҙа имеҙмәнем үҙҙәрен”, – тип баланы биреүҙән баш тартырға уйлап, карауатына лып ултырҙы. “Юҡ, юҡ, мин бит ташламайым уны, ә бирәм генә. Уның үҫкәнен ситтән генә күҙәтеп йәшәрмен, аҫрау ата-әсәһе менән аралашырмын”, – тип үҙен-үҙе йыуатты, киләсәген уйлап, Мәликә. “Шулай яҡшы буласаҡ, барыбыҙ өсөн дә. Сөнки икеһен дә ҡалдырһам, асығасаҡтар бит. Берәй ергә барыр булһам, икеһен дә нисек бер үҙем күтәреп барырмын? Ә былай, бер баланы күтәрәм, йә ҡосаҡлап, йә арҡаға аҫып та эш эшләп була”. Мәликәнең уйҙарынан уйылып китерлек ине.
Баш табиптың саҡырыуына аптырамай ғына барып инде ҡатын. Кабинетта уны бер-береһенә һыйынып, ҡулдарынан тотошоп ултырған ике йәш кеше лә көтә ине. Уларҙың сикһеҙ мөхәббәте әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Мәликәнең тәне еңелсә земберләп ҡуйҙы. Табип нимәгә саҡырыуын, хәлде аңлатып биргәс, йәштәрҙең аптыраулы күҙҙәре шар асылды һәм Мәликәгә төбәлде. Нисек? Ысынмы был хәбәр, бушмы? Мәликә үҙенең хәл-торошон бер тында теҙеп һалды һәм, риза булһалар, адрестарын алып, нисек тә улының хәлен белешеп торорға теләүен белдерҙе. Был һүҙҙәрҙән Морат менән Аҡсәскәнең күҙҙәрендә өмөт сатҡылары сағылды. Аптырауҙан һүҙһеҙ ҡалһалар ҙа, үҙҙәрен тиҙ ҡулға алды. Һәм беҙгә кәңәшләшер кәрәк, тип уйларға ваҡыт биреүҙәрен һораны. Елена Сергеевна иһә, оҙаҡ һуҙмағыҙ, тип иҫкәртеп, сығарып ебәрҙе.
Уйлаған уйынан кире ҡайтмаҫҡа булды Мәликә. Улымды күреп торасаҡмын, кемгә биреремде беләм, тип йыуатты үҙен. Кискә табан барыһы ла хәл ителде. Аҡсәскәгә үҙ ҡулдары менән Кәбирен, бәләкәсен, индереп бирҙе Мәликә. Ҡыҫып ҡосаҡлаған бәпәйен йәш ҡатын ҡулына тапшырғанда йөрәге өҙөлөрҙәй булһа ла, кескәйенең тән йылыһын ҡосағында һаҡларға тырышып, ашығып палатанан сығып китте. Күҙҙәренән йәштәре туҡтамай аҡһа ла, балаҡайына бәхетле тормош теләп, уның яҡшы киләсәген уйлап, шулай хәл итеүе өсөн уйынан ғына улынан ғәфү үтенде. “Мин һине ташламаным, балам, ә аҫырауға ғына бирҙем. Һинең, ағайыңдың киләсәге өсөн шулай эшләнем. Әгәр атайың янымда булһа, икегеҙ ҙә бергә үҫер инегеҙ”, – тип һамаҡланы ҡатын үҙ-үҙенә һәм Хәбирен ҡулына алып, күкрәгенә ҡыҫты. Ниҙер булғанын һиҙенгәндәй, уныһы, ҡустыһы янынан киткәс, әкрен генә тауыш сығарып мыҡырланы. Мәликә тәүге тапҡыр күкрәген асып улына ҡаптырҙы. Бала ыңҡылдап тәмле ыуыҙ һөтөн һурырға тотондо. Һөтө мул ине ҡатындың, ике балаһына етер ине, моғайын...
Уларҙы бала табыу йортонан бер көндө сығарҙылар. Морат ҙур сәскәләр бәйләмен тотоп, бәхетле йылмайып ҡатынын алырға килгән. Йәштәр Мәликә менән бәйләнеш тотоп йәшәйәсәктәрен белдереп, уларҙы бәхетле иткәненә рәхмәт әйтеп, ҡайтыу яғына ҡуҙғалды. Мәликәне берәү ҙә ҡаршы алманы. Ул, Хәбирен ҡосағына алып, автобус туҡталышына китте. Ике игеҙәк мәңгелеккә айырылышып, ике тарафҡа юл алды... Ике игеҙ, ике яҙмыш...
***
... – Әсәй, һаумы, мин ҡайттым! Хәлдәрең нисек? – тип ҡояштай балҡып килеп ингән Хәбирен ҡосағына алды Мәликә.
– Шөкөр, балам, яҡшы. Үҙең нисек ҡайтып еттең, улым? – тип өҫтәлгә аш-һыуын теҙә башланы ҡатын. – Йыуын, йөрәккәйем, – тип улының арҡаһынан еңелсә һөйөп алды.
Улы буй еткереп, бына өсөнсө йыл инде Салауат ҡалаһында йәшәй, колледжда белем ала. Ялға, байрам көндәрендә ҡайтып әсәһенә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә. Шөкөр, Хәбиренең ҡулы оҫта. Һарайҙың емерелгән ишеген ҡулайлы итеп эшләп ҡуйҙы. Утынды ла бик оҫта яра, бер һелтәүҙә улары дүрткә бүленә лә ҡуя. Түтәл утағанда тубыҡтарың ауыртмаһын, әсәй, тип йәтеш кенә таяуыстар ҙа әтмәләп бирҙе балаҡайы. Нимәгә тотонһа, шуға ҡулы килешә Хәбирҙең. Күрше Ғәтиәт бабай малайҙы бәләкәй сағынан үҙе менән йөрөтөп, эшкә өйрәткәйне, рәхмәт яуғыры, урыны йәннәттә булһын олатайҙың. Инде үҙен яратҡан, хөрмәт иткән килен генә тура килһен балама, тип теләне әсә ятһа ла, торһа ла.
Еңел булманы уға кескәйен аяҡҡа баҫтырыуы. Әгәр ике баланы ла алып ҡайтҡан булһа ни эшләр ине икән, әйтеүе ауыр. Хәбире йыш ауырып, дауахана юлын аҙ тапаманы әсә. Әммә үҫә төшкәс, шөкөр, нығынып китте улы.
Кәбирен дүрт йәшенә тиклем барып күреп йөрөнө Мәликә. Барған һайын күстәнәстәр, бүләктәр алып бара ине. Әммә бер ҡасан да малайҙарҙы осраштырманы Аҡсәскә менән Мәликә. Кәбир бер ҙә Мәликәне ятһынманы, күргән һайын йүгереп килеп ҡосағына ташлана, кескәй ҡулдары менән сәстәренән һыйпап, ниҙер һөйләргә маташа ине. Айырылышыр ваҡыты етһә, киреһенсә, ебәрмәй илай, уның артынан йүгерә ине балаҡайы. Ҡаны, йәне менән тойоп, үҙ әсәһенә тартылғандыр инде йөрәккәйе.
Колхоз эшенә йөрөп, ҡыш көнө фермала йәш быҙауҙарҙы ҡараған Мәликә ике ай тирәһе Кәбире янына бара алманы. Хәбирен Ғәтиәт ҡарт менән Асия әбейгә ҡалдырып, район үҙәгенә йөрәге өҙөлөрҙәй булып саҡ барып етте ул мәл ҡатын. Хафаланыуы юҡҡа булмаған икән, уны ишектә элеүле торған йоҙаҡ ҡаршы алды. Күршеләренән Аҡсәскә менән Мораттың ҡалаға күсеп китеүҙәрен ишетеп, саҡ иҫен юйманы Мәликә.
– Нисек күсеп киткәндәр? Ҡайҙа? – Ҡатын аптыраулы ҡарашын күршеләргә төбәне.
– Әйтмәнеләр шул, бер ни ҙә белмәйбеҙ, – тине оло йәштәге ҡатын.
– Ни өсөн күсенделәр? Ә ниңә уға әйтмәгәндәр?..
Күршеләре, белмәйбеҙ тигәндәй, яурындарын ғына һикертте.
Һорауҙар күп, ә яуап юҡ...
Бер урында, бикле өйҙөң ҡапҡа төбөндә тапанып оҙаҡ торҙо ҡатын. Ни эшләргә? Ҡайҙа барырға? Ҡапыл ул табип Елена Сергеевнаны иҫенә төшөрҙө. Бала табыу йортона барып килергә кәрәк тип, дауаханаға табан йүгерҙе. Ләкин ул да эш урынында юҡ ине.
Автовокзалға килеп еткәндә көн кискә ауыша башлағайны. Кеше күп түгел. Ҡатын, яйлы урын табып, эскәмйәгә килеп ултырҙы. Шулай уйға батып ултырғанында күҙҙәре зал буйлап йөрөгән бер әҙәмгә төштө. Теге әкрен генә һәр бер кеше янына килә лә, ҡулын һоноп, ниҙер аңлатырға тырыша. Кемдер кеҫәһенән аҡса сығарып бирә, икенселәр сумкаһынан алып икмәк киҫәге тоттора. Ир шулай бар кешене иләктән үткәреп, Мәликәгә яҡынланы. Бына уларҙың күҙ ҡараштары осрашты. Ир ҡапыл ситкә боролдо, ҡатын да тертләп китте. Бәй, бәй, был Булат түгелме һуң? Юҡ, юҡ, булмаҫ, ниңә ул улайтып вокзалда һоранып йөрөһөн... Кейеме генә һуң, кейеме, ташҡа үлсәйем, өҙгөләнеп бөткән. Мәликә, ике лә уйлап тормай, иргә өндәште:
– Булат, Булат, тим, был һинме? – Ир әйләнеп тә ҡарамай, сығыу яғын ҡайғыртты, сатанлай-сатанлай ишеккә йүнәлде. Мәликә, шаңҡып, баҫҡан урынында тороп ҡалды. “Ни булды әле был? Кем әле был? Булатҡа оҡшап тора бит”, – тип ирҙең артынан йүгерҙе. Тик уны осрата алманы, ирҙән елдәр иҫкәйне. Мәликә үҙенә ҡырҡ төрлө һорау бирҙе, Булат булмаһа, ниңә ҡасты әле ул ҡатындан? Ниңә ул был көнгә төшкән? Ҡайҙа теге ҡатыны?
Юл буйына нимә уйларға ла белмәй, уйҙарынан, күргәндәренән ҡаңғырып, арып ҡайтып инде өйөнә...
... Бына нисәмә йыл инде Кәбирен күргәне юҡ уның, һуңғы тапҡыр дүрт йәшендә күргәйне балаҡайын.
Ялға ҡайтҡан Хәбир, һәр ваҡыттағыса, сәй артында әсәһенә уҡыуы, тренировкаға йөрөүе, ҡыҙыҡ һәм сәйер хәлдәргә тарыуы тураһында мауығып һөйләне.
– Аптырайым, әсәй. Төрлө көндө, төрлө кеше миңә тап булып хәбәр ҡуша. Егет аптырауҙан яурындарын һелкетте.
– Нимә тиҙәр, улым? – Мәликәнең тауышы ҡалтырап, һағайҙы.
– Кисә, мәҫәлән, уҡыуҙан ҡайтып килһәм, ҡаршыма бер егет ауыҙ йырып, көлөп килә. Ҡосаҡлап алды ла, күкрәгемә төртөп, ниңә Азатты оҙатырға килмәүемде һорайсы. Армияға иң яҡын дуҫыңды ла оҙатманың, ә ул һине көттө, тип аптырашта ҡалдырҙы. Ә минең Азат тигән дуҫым юҡ ул, – тип егет мөлдөрәп әсәһенә ҡараны. – Әллә өнөмдә генә түгел, төшөмдә лә һаташам инде. Төшөмдә бер егет гел ярҙам һорап ҡулын һуҙа, саҡыра. Йөҙөн асыҡ күрмәйем. Инде бына күренә тиһәм, үҙемде көҙгөнән ҡарап торам икән тип, шыбыр тиргә батып уянып китәм, әсәй. Нимә был? Аңламайым һис тә...
Мәликә ни тиергә лә белмәне, яҡшыға юраны. Көҙгөлә үҙен түгел, ә уға Кәбир төшөнә инеүен һиҙенде әсә.
– Барыһы ла яҡшы булыр, балам, бөтөрөнмә. Һиңә дипломыңды яҙып бөтөрәһе бар, шул көсөргәнеш бирәлер, арыйһыңдыр, эшләп тә йөрөйһөң бит. Әллә диплом алғансы эшеңде ташлап тораһыңмы? Ауырып китмә, улым. – Ҡатын улын ҡосаҡлап алды.
Шулай көн артынан көндәр үтте. Хәбир дипломын яҙып бөтөп, уҡытыусыһына күрһәтергә тип колледжға юлланды ине. Автобуста үҙенә кемдеңдер текләүен һиҙеп, башын шул яҡҡа борҙо. Үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы Хәбир. Әллә һаташаммы тип, еңелсә генә ҡулын семетеп алды. Ике рәт арттараҡ ултырған егет уға ике тамсы һыу кеүек оҡшаған ине. Баш кейеме менән курткаһы ғына башҡа. Уның да ҡарашы аптыраулы. Бына уларҙың күҙҙәре осрашты һәм Хәбирҙең тәне буйлап аңлата алмаҫлыҡ тулҡын йүгерҙе. “Кем был? Әллә “двойнигым” инде. Эргәһенә барырғамы икән?” – тип уйланы эстән. Киләһе туҡталышта “двойнигы” төшөргә әҙерләнде. Күҙҙәрендәге аңлата алмаҫлыҡ ҡараш менән артына боролоп ҡараны. Хәбир ҙә тышҡа атылды:
– Егет, туҡта әле...
– Эйе – тип һораулы ҡарашын төбәне “двойник”.
– Ғәфү ит, берүк. Мин һиңә ҡарап, аптырап киттем. Беҙ, беҙ... оҡшаштар бит. Һин, һин нисек уйлайһың? – Хәбирҙең тулҡынланыуҙан теле көрмәлде.
– Мин дә һине күреп, бер аҙ ҡаушаным. Һиңә баҡһам, хас көҙгөләге кеүек күрәм үҙемде. Тик күҙ төптәрем генә бер аҙ күгәргән, – тип яуапланы Кәбир, бер аҙ ҡыйынһынып.
– Әйҙә, танышайыҡ! Мин – Хәбир.
Егет бер аҙ сәйерһенеп ҡарап торҙо ла:
– Мин – Кәбир...
Икеһе лә албырғап, һүҙһеҙ ҡалды. Төҫкә-башҡа оҡшаш булыуҙары етмәгән, хатта исемдәре лә бер үк икән дә, ғәжәп. Бында ниндәйҙер ғиллә, сер булыуын һиҙенеп, икеһе бер юлы бер-береһенә һорау бирҙе:
– Тыуған көнөң ҡасан?
– 24 июль...
– Ә йыл? – тине Хәбир, тамам аптырап.
– 2000 йыл.
– Мин дә шул уҡ йылда тыуғанмын...
Хәбирҙең дә тауышы саҡ-саҡ сыҡты. Егеттәр бер-береһенә ҡарап һүҙһеҙ ҡалды.
Парк янындағы эскәмйәгә барып ултырған “двойниктар”ҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Әйтерһең дә, улар әллә ҡасанғы таныштар. Нимә хаҡында булһа ла һүҙ сыҡһа, икеһе лә бер тулҡында икәнен еңел аңланылар. Фамилияларынан башҡаһы бер төрлө булыуынан улар бер туған, хатта игеҙәк булыуҙары ихтималлығы тураһында һүҙ йөрөттө. Тик быны ата-әсәләренән генә һорап белә алыуҙарын аңлап, иртәгә ошо урында осрашырға һүҙ ҡуйышты. Адрестары, телефон номерҙары менән дә алышты егеттәр.
Хәбиренең иртә һәм нисектер үҙгәреп ҡайтып инеүенән һағайған Мәликә уның һүҙ башлауын сабыр ғына көттө.
– Әсәй, бөгөн тағын сәйер хәл булды. Автобуста мин үҙемдең “двойнигым”ды осраттым, – тип һүҙ башлауы булды, Мәликәнең башы әйләнеп, күҙ алдары ҡараңғыланды. Саҡ ҡолап китмәй, ултырғысына лып ултырҙы.
– Әсәй, әсәй тим, нимә булды? – Хәбир әсәһен ҡосаҡлап алды.
Артабан улы теге егет менән һөйләшеп танышыуын, уның да 2000 йылдың 24 июлендә тыуыуын бер тында бәйән итте.
– Исемдәребеҙ ҙә оҡшаш бит әле ул, әсәй! – Хәбир йылмайып, һораулы ҡарашын әсәһенә төбәне. – Мин – Хәбир, ул – Кәбир!
Мәликә ишеткәндәренә ышанмай, ысынмы был, бушмы тигәндәй, улына баҡты:
– Ә, ә... улым... һин... – Мәликәнең тамағына төйөр тығылды. – Балам, һин, һин уның паспортын ҡараныңмы? Атаһы кем, атаһы?..
– Уның да атаһы Булат, минеке кеүек, әсәй. Тик фамилияһы ғына башҡа. – Дүрт йәшкә тиклем район үҙәгендә йәшәгәндәр. Аҙаҡ Кәбир сирләп китә һәм Салауат ҡалаһына күсенәләр, – тип Хәбир теге егеттең биографияһынан белгәнен әсәһенә еткерҙе.
“Йә, Хоҙай, балам, балаҡайым, табылды... Хәбирҙең һөйләгәндәре раҫ булһа, барыһы ла тап килә бит...” Мәликә урынынан бер торҙо, бер ултырҙы. Сәй ҡайғыһы китте. Ҡулындағы таҫтамалын бөтәрләп, ҡайҙа ҡуйырға белмәне.
Улы әсәһенә аптырап ҡарап торҙо ла сынаяҡ менән һыу һондо, ҡосаҡлап алды. Йөрәккәйенең йылы ҡосағы әсәне бер аҙ тынысландырғандай итте. “Тимәк, Хәбире һиҙенә, Кәбир менән бер туғандар икәненә төшөнә. Һөйләмәйенсә булмаҫ, ахырыһы. Кәбир менән дә осрашырға кәрәк бит”, – тип уйлап, Мәликә урынынан ҡалҡынды һәм һораулы ҡарашын улына төбәне:
– Улым, үҙең нисек уйлайһың, һиңә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған егет кем ул?
– Оҡшашлығыбыҙ һәм тыуған көндәребеҙ тап килеүе, атайыбыҙҙың исеме лә бер иш булыуы һағайтты, әлбиттә. Тик фамилиябыҙ ғына башҡа. Әсәй, бәлки, беҙ уның менән бер туғандарҙыр, игеҙәктәр? – Хәбир һораулы ҡарашын әсәһенә төбәне. – Атаһы бар уның. Исеме – Морат, әсәһе – Аҡсәскә. Бик яҡшы кешеләр тип һөйләне Кәбир улар хаҡында. Ә минең атайым юҡ. Бер тапҡыр ҙа күргәнем булманы. Бәләкәй сағымда, Ғәтиәт бабай атайым булһа ине, тип хыяллана инем, әсәй..
Хәбирҙең тауышында үкенес, һағыш сағылып китте. Мәликә тәрән итеп тын алды ла, етди һөйләшеү буласағын аңғартҡандай, тамағын ҡырып һүҙ башланы:
– Улым, бәпәйем, эйе, атайың юҡ, күрмәнең һин уны. Һөйләгәнем булды бит, ул беҙҙе ташлап китте тип, һеҙ... һин тыуғансы уҡ сығып китте.
Әсәһенең һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаған Хәбирҙең “һеҙ”, “һин” тигән һүҙҙәрҙән ҡолаҡтары ҡарп итеп ҡалды:
– Һеҙ, кемдәр улар? Әсәй?
Артабан Мәликә игеҙ балаларҙың тыуыуы, унан Кәбирҙе башҡа ҡатынға биреүе, әммә уны дүрт йәшкә тиклем барып күреп йөрөүе, тик һуңынан уларҙың ҡапыл күсенеп китеүен, шулай итеп уларҙы юғалтыуын бер тында һөйләп бирҙе. Хәбир аптыраулы ҡарашын әсәһенә төбәп, асҡан ауыҙын да яба алмай һүҙһеҙ ҡалды.
Ауыр тынлыҡ урынлашты. Стенала элеүле торған сәғәт текелдәүе генә, әйтерһең дә, игеҙәктәрҙең үткән ғүмер йылдарын һанай...
Тимәк, Хәбирҙең төшөнә ярҙам һорап ингән егет Кәбир булып сыға инде. Ә көҙгөнән үҙен күреүен, игеҙ һыңары шулай күренеүен аңлап хайран ҡалды. Төшөн аңлай алмай аҙапланыуына йәне көйҙө.
Йөҙәрләгән саҡрым алыҫлыҡта, Салауат ҡалаһындағы бер ғаиләлә лә ошондай уҡ күренеш булды. “Двойнигы”н осратып ҡайтҡан Кәбир ата-әсәһенән үҙенең тыуған, үҫкән мәлдәрен һөйләтте, автобуста булған хәлде бәйән итте. Морат менән Аҡсәскә был хәлгә аптыраманы. Кәбир бәләкәй саҡта, район үҙәгендә йәшәгәндә, уның сирләп китеүе, кәрәкле табиптарҙың тик ҡалала ғына булыуы, күсенеп китергә мәжбүр итеүен бәйән итте атаһы менән әсәһе. Хәҙер килеп, улдарының ауыр сир менән көрәшеүе сәбәпле, үҙҙәре үк Кәбирҙең тыуыу серен уға асырға ниәтләгәнен әйтә. Хәле тиҙ бөтөп, температураһы күтәрелеп, анализдар биргәс, ауырыуының көсәйеүен аңлата табиптар. Шул саҡта егеткә яҡын туғандарын табыу кәрәк була.
– Бына шулай, улым. Хәҙер һин барыһын да беләһең. Морат улының яурынына ҡулдарын һалды.
– Атай, әсәй, ә ниңә быға тиклем һөйләмәнегеҙ ул? – Кәбир һораулы ҡарашын яҡын кешеләренә төбәне.
– Мәлен көттөк, улым. Бына ул ваҡыт етте, – тип күҙ йәштәрен һөрттө Аҡсәскә. Улының бөҙрә сәстәренән һыйпаны, һуңғы арала ҡарайып киткән күҙ төптәренән үпте. Балаҡайы ябыҡты, дуҫтары менән дә аралашыуҙан ҡаса башланы. Гитарала уйнап, йырлап-бейергә яратҡан егет өйҙән сыҡмаҫ булды.
Кәбир кескәй сағынан уҡ уны ниндәйҙер сәйер, аңлата алмаҫлыҡ тойғо оҙатыуын ата-әсәһенә бәйән итте.
– Уйынсыҡтарым менән уйнағанда янымда гел генә кемдер бар һымаҡ тойола ине. Мин ул күренмәгән “йән” менән һөйләшә, серҙәрем менән уртаҡлаша инем. Төштәремдә лә гел генә бер малайҙы баҫтырҙым, инде ҡыуып еттем тигәндә генә, ул әллә ҡайҙа юҡ була ла ҡуя торғайны, – тип Кәбир бала-саҡ хәтирәләре, төшөндәге кисерештәре менән бүлеште.
Бына ул үҙенең тыуыу тарихын белде, туғанын тапты һәм, ниһайәт, әсәһе менән танышырға теләүен аңланы.
– Әсәй, әсәкәйем! Мин һине ныҡ, бик ныҡ яратам! Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә! – Кәбир Аҡсәскәгә һыйынды. – Мин, мин... Әсәй, мин үҙ әсәйемде барып күрергә теләйем. Иртәгә паркта Хәбир менән осрашабыҙ, шунда барыһын да хәл итербеҙ, эйеме, әсәй?
Егет һораулы ҡарашын әсәһенә төбәне.
– Эйе, балам, шулай. Мотлаҡ осрашырбыҙ, күрешербеҙ, эйе бит, атаһы?
Морат, тап шулай тигәндәй баш ҡағып, Аҡсәскәһе менән улын ҡосағына алды. Улар шулай оҙаҡ һүҙһеҙ торҙо.
Һөйләшеп килешкәнсә, паркка бер үк ваҡытҡа килеп етте егеттәр. Бер-береһен күреү менән йүгереп килеп ҡосаҡлаштылар.
– Һаумы, ағай!
– Һаумы, ҡустым, – тине Хәбир йән туғанынан күҙен алмай. – Шунан, хәлең нисек?
– Һине тапҡас, бер аҙ еңел булып ҡалды, ағай! Мин бик бәхетлемен. Ғүмерем буйы янымда кемдер бар һымаҡ тип тойоп йәшәгәйнем. Дөрөҫ булған икән. Кәбирҙең тауышы ҡалтырап китте.
– Барыһы ла яҡшы булыр, ҡустым. Беҙ хәҙер бергә! Һис ҡасан айырылышмаҫбыҙ! – тине Хәбир, ҡустыһының яурынына ҡулын һалып.
Артабан егеттәр өйҙә булған һөйләшеүҙе бәйән итте. Һәм ата-әсәләрен нисек осраштырырға тип план ҡорҙо. Хәбир уларҙы үҙҙәренә саҡырырға теләүен әйткәс, Кәбир ҡаршы килмәне.
Шәмбе көнө ауылда осрашырға һүҙ ҡуйышып хушлашты егеттәр. Хәбир ауылға юлланды.
Мәликә шәмбене еткерә алмай аҙапланды. Кәбирен нисек ҡаршы аласағын күҙ алдына килтереп, үҙ алдына йылмайып ҡуйғыланы. Нимә ярата икән улы? Эстән генә йыр һуҙып бешеренде, тәмле аш-һыу әҙерләне. Мунса яҡты. Игеҙәктәренә тәғәйенләп бүләктәр ҙә хәстәрләне әсә.
Көткән көн килеп етте. Ҡапҡанан күҙен алманы ҡатын. Хәбире лә үҙенә урын таба алмай аптыранды, өйгә бер инде, бер сыҡты.
Бына йорт алдына машина килеп туҡтағаны ишетелде. Ҙур гөлләмә тотҡан егет һәм Аҡсәскә менән Морат килеп инде. Әсә менән ул бер-береһенә ҡарап ҡатып ҡалды.
– Йә, Хоҙай, Кәбир, балам, балаҡайым... Һине күрер көнөм дә бар икә-ә-ән, – тип Мәликә сеңләп илап ебәрҙе. Игеҙәктәр икеһе ике яҡтан әсәләрен ҡосаҡлап тынып ҡалды.
– Балаҡайҙарым, йөрәккәйҙәрем минең... Мәликә улдарын алмаш-тилмәш үбеп, бөҙрә сәстәренән һыйпап һамаҡланы. – Шөкөр, һеҙ хәҙер бергә, бер бөтөн. Инде лә ташлашмағыҙ, мине ғәфү итегеҙ!
Әсә менән улдарының осрашыу минуттарын хисләнеп күҙәтте Морат менән Аҡсәскә.
– Һаумы, апай! Һиңә Кәбиребеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Беҙ бик бәхетле! Тик беҙҙе ғәфү итегеҙ, зинһар, һеҙгә әйтмәй, ҡалаға күсеп киткәнебеҙ өсөн... Ҡапыл килеп сыҡты барыһы ла. Аҡсәскә, хәбәрен һүтә-һүтә, Мәликәне ҡосаҡлап алды.
Артабан һөйләшеү табын артында дауам итте. Кәбирҙең ата-әсәһе улдарының сирләп китеүе арҡаһында табип эҙләп интегеүе, көскә уны аяҡҡа баҫтырыуҙарын бәйән итте. Егет үҫкәс, мотлаҡ әсәһе, ағаһы тураһында һөйләп, осраштырырға теләүҙәрен белдерҙе. Тик сирҙең киҫкенләшеүе арҡаһында бер аҙ тотҡарланыуҙары, әммә ошо арала килергә йыйыныуҙарын һөйләне улар. Кәбир менән Хәбирҙең уйламағанда бер-береһен тап итеүе, осрашыу минуттарын тиҙләтеүенә шатланыуҙарын йәшермәне ҡунаҡтар.
– Кәбир ҡаты сиргә юлыҡты, апай. Уға тура килгән умыртҡа һөйәге мейеһе кәрәк. Хәҙер инде шәбәйеүенә өмөт ҙур. Хәбир бит уға донор була ала, – тип хәүефле хәбәр еткерҙе Морат менән Аҡсәскә.
– И-и-ий, балаҡайы-ы-ым, йөрәккәйем, – тип Мәликә Кәбирен ҡосағына алды. – Ғәфү ит мине, улым. Күкрәк һөтөмдө ауыҙ итмәгәнгә сирләнең инде һин, балам, моғайын... Мин бит, һине имеҙһәм, айыра алмам, тип ҡурҡып әсәйеңә, Аҡсәскәгә бирҙем. Икегеҙҙе лә бер үҙем күтәрә, лайыҡлы итеп үҫтерә алмаҫ инем, балам... Ғәфү ит...
Мәликә күҙ йәштәренә быуылып, Кәбирҙең ҡаршыһына тубыҡланды.
– Әсәй, ни эшләүең был?! Мин бик рәхмәтле һиңә, әсәй, мин бәхетле. Минең ике әсәйем һәм атайым бар, – тип Кәбир, Мәликәне торғоҙоп, ҡосаҡлап алды. – Хәбир ағай, минең атай – һинең дә атай, шулай бит?! Егет һораулы ҡарашын атаһына, Моратҡа, төбәне.
– Әлбиттә, улым! Минең хәҙер ике улым – пар ҡанатым бар! Морат, үҙ сиратында, егеттәрҙе ҡосаҡлап, ҡулдарын ҡыҫты. Барыһы ла бәхетле йылмайып, еңел һулап ҡуйҙы.
– Шөкөр, Хоҙайыма рәхмәт, балаларымды осраштырҙы, инде барыһы ла яҡшы буласаҡ, – тип еңел һуланы Мәликә.
Бер айҙан дауахана палатаһында бер-береһенә ҡарап, ике тамсы һыу кеүек оҡшаш егеттәр, ҡулға ҡул тотоношоп, уйҙары менән һөйләште. Хәбир Кәбиргә ҡан биреп, ҡустыһының ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалды.
Был мәлдә ауыл мәсетендә ике әсә менән атай муллаға хәйер биреп, аят уҡыта ине.

Фото Л.Такаевой

Игеҙәктәр
Игеҙәктәр
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: