Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
25 Апрель , 20:25

Яралы бәхет

–Закон ҡаты бит хәҙер ҡыҙым, мирный ваҡыт түгел бит, һуғыш ваҡыты, закондар бик ҡаты бит әле, йә нишләрбеҙ инде? – атаһы бер аҙ шым ғына уйланып алды, унан тағы ҡыҙын ҡосаҡлап яратты ла, – ярай, бер аҙ йөрөп тор, ағайыңдан берәй нисек һорашырмын, шоҡаны тейгәндәй булһа кире китерһең инде, балам, - тип һөйләнеп тағы ла сбруйына йәбеште. Хәкимәнең өлкән ағаһы Сәйфетдин райкомдың аттарын ҡарай, күсер вазифаһын да башҡара. Район үҙәгендә үҙенә бәләкәй генә булһа ла бүлмә биреп ҡуйғандар, ваҡыты булһа ҡайтып әйләнә, әммә һирәк, райком уны бушатмай ҙа тиерлек. Кәләше лә үҙе менән. Кесе ағаһы Нуретдин ауылда, колхоздың да, атаһының да ауылдағы төп терәге. Улдары өсөн артыҡ борсолмай Ғылмитдин бабай, бирешкәндәй түгелдәр, үҙаллылар, туғандары, дуҫтары өсөн өҙөлөп торалар. Тик 2 ҡыҙы үҙәген өҙә...    Нуретдин ағаһы килеп инде лә һеңлеһен күреп ҡыуанысынан һөрәнләп ебәрҙе:     

Яралы бәхет
Яралы бәхет

Зәйтүнә Айытбаева

ЯРАЛЫ БӘХЕТ

хикәйәт

 

Олоғайҙы инде Хәкимә әбей, олоғайҙы ғына түгел, ҡартайҙы. 90-ды үт тә ҡартайҙы тимәй, нимә тиһең инде. Бик матур йәшәне ул, 85 йәшенә тиклем һыйыр тотто, дөрөҫ, балалары килеп бесәнде әҙерләшеп биреп торҙолар. 

Айырым йәшәгән улының өлкән улы килеп бесән һалышып, һарайын таҙалап, утын индереп биреп ҡайтыр ине.Һуңынан 2-3 һарыҡ ҡына тотто, ҡаҙҙар алып үҫтерҙе. 87 йәшенә ҡарай улына күсеп сыҡты, күҙҙәре лә бик насарайғайны, улы менән килененең балалары ла эйәле-башлы булып бөткәндәр ине. Тик өйөнә кеше һалырға ла, һатырға ла рөхсәт итмәне. «Үлһәм, мине өйөмдә берәй кис булһа ла йоҡлатып, үҙ өйөмдә тәрбиәләп оҙатырһығыҙ», - тип балаларына әйтеп ҡуйҙы. Өйө лә шундай ине шул! Һалынғанына 50-55 йыллап ваҡыт үтһә лә һаман да балҡып, үҙенә тартып тора. Хәҙерге өйҙәрҙәге кеүек ҙур, яҡты тәҙрәләр, тәҙрә төбөндәге матур-матур гөлдәр, шау биҙәкле тәҙрә ҡорғандары был өйҙә зауыҡлы, тәрбиәле, матурлыҡ яратыусы, уны тыуҙырыусы кеше йәшәүе хаҡында һөйләй. Ауыл халҡы алдында ихтирамлы, абруйлы булып йәшәне ул. Өйөнән кеше өҙөлмәне. Тик... был тормош һин теләгәнсә генә бармай шул. Хәкимә әбей ҙә ултырған ерендә генә башы әйләнеп китеп ҡолап таз һөйәген һындырып ҡуйҙы. Дауахананан ыңғай оло ҡыҙы Сәриә үҙенә алып ҡайтты. Бына хәҙер ята үткәндәрен уйлап, хәҙергеһен барлап. Хәтере яҡшы, үткән тормошон байән итә башлаһа йотлоғоп тыңлайһың. Күпте күргән, күпте кисергән кеше шул ул, уның тормошо – үҙе тарих. 

***** 

–Эй, балаҡайым, яңылышҡанһың бит, - тине Ғылмитдин ҡарт ҡыҙының арҡаһынан һөйөп, - фызыуынан ҡасҡандарҙы төрмәгә ябалар бит... Ирекһеҙҙән генә ебәрҙем бит мин һине, бәләкәй һеңлең илай һинһеҙ. 

–Атай, мин генә түгел, Мәһәҙей, Брәтәк ауылдарынан да бар минең менән бергә ҡасыусы ҡыҙҙар. 

–Закон ҡаты бит хәҙер ҡыҙым, мирный ваҡыт түгел бит, һуғыш ваҡыты, закондар бик ҡаты бит әле, йә нишләрбеҙ инде? – атаһы бер аҙ шым ғына уйланып алды, унан тағы ҡыҙын ҡосаҡлап яратты ла, – ярай, бер аҙ йөрөп тор, ағайыңдан берәй нисек һорашырмын, шоҡаны тейгәндәй булһа кире китерһең инде, балам, - тип һөйләнеп тағы ла сбруйына йәбеште. Хәкимәнең өлкән ағаһы Сәйфетдин райкомдың аттарын ҡарай, күсер вазифаһын да башҡара. Район үҙәгендә үҙенә бәләкәй генә булһа ла бүлмә биреп ҡуйғандар, ваҡыты булһа ҡайтып әйләнә, әммә һирәк, райком уны бушатмай ҙа тиерлек. Кәләше лә үҙе менән. Кесе ағаһы Нуретдин ауылда, колхоздың да, атаһының да ауылдағы төп терәге. Улдары өсөн артыҡ борсолмай Ғылмитдин бабай, бирешкәндәй түгелдәр, үҙаллылар, туғандары, дуҫтары өсөн өҙөлөп торалар. Тик 2 ҡыҙы үҙәген өҙә... 

Нуретдин ағаһы килеп инде лә һеңлеһен күреп ҡыуанысынан һөрәнләп ебәрҙе: 

 

- О-һо. Хәкимә ҡайтҡан бит, көтмәгәйнем, - һеңлеһен күтәреп өйөрөлөп тә алды, – өҫ- баш та керегеп киткәйне, тамаҡ та туйып ҡалыр. 

– Кире алып китеп бармаһалар ярай ҙа, - тине атаһы бошоноп ҡына. 

- Сәйфетдин ағайым райкомда эшләй ҙә һаң, - тине артыҡ бошоноп тормай ғына Нуретдин. Ғөмүмән, шардыуан кеше ул, атаһы ла шулай ти. 

– Һай, улым. улым... Һуң, ағайың бит күсер генә. Юғарылағыларҙың бойороғон бындағы етәкселәр ҙә боҙа алмай. 

- Һәй,бер әмәле табылыр әле шунда, - Нуретдин һеңлеһен әйләндереп - әйләндереп ҡараны, - ябығып киткәнһең, һиңә килешә, ҡара-ҡара, әллә үҫә лә төшкәнһең инде, – тип һөйләнеп ыуарама килде. Атаһы ишетмәҫлек итеп һеңлеһенә ниҙер шыбырлап уны ҡыҙартып та алды. Белә шул ул Нуретдин ағаһы уның йөрәгенең нисек янғанын, кем өсөн өҙөлгәнен – атаһын, һеңлеһен уйлаһа ла, Зарифын да һағынып ҡайтты бит ул. Йөрәктәге ялҡынды аралар алыҫлығы ғына баҫа алмай шул! Киреһенсә ҡырҙа эшенән дә, тормошонан да һис йәм, толҡа тапманы, Зарифын һағынып йоҡлай алмай бер булды. 

Бәләкәй ағаһы менән Зариф бик дуҫтар, шуға күрә ағаһы Хәкимәнең бөтә серҙәрен белә. 

Бына әле лә сәй эсеп бөттө лә һеңлеһенә ишеккә ымланы ла үҙе сығып китте, Хәкимә лә уға эйәрҙе. 

-Зариф ҡырҙа эштә ята. Тиҙ генә ҡайтмаҫтар, - тине лә, һеңлеһенең күңелһеҙләнеп китеүен күреп, - һинең ҡайтҡаныңды ишетһә төнөн булһа ла ҡайтып әйләнә инде ул, - тип өҫтәне. 

-Ҡуй, хәбәр ебәрмә, йә эт-ҡошҡа тап булып ҡуйыр... 

-Эй, шуртым булһынмы уға, урманда йөрөй-йөрөй үҙебеҙ ҡырағайланып, эт ҡайышына әйләнеп барабыҙ инде хәҙер. Хәбәр итмәһәм, эләгәсәк бит миңә, етмәһә һин кире китеп барһаң? 

Хәкимә өндәшмәне. Зарифты күрмәһә, Белореттағы кеүек зар- интизар булып йөрөр... 

Унда бит үҙенә күрә, кейемен дә бирәләр, норма булһа ла ашау ҙа яҡшыраҡ, ә ауылда йәшәү күпкә ауырыраҡ, тик һағына инде, һағына – ни эшләһен? 

Ағаһы эшкә китте, Хәкимә өйгә инеп, һауыт-һабаны йыуырға кереште. 

-Йәшерәк шул, - тип уйланы Ғылмитдин ағай, ҡыҙына ҡарап, - бирер ҙә ҡуйыр инем мин уны кейәүгә, фызыуы тип әллә ҡайҙа ебәреп ултырғансы... 

Балалары уны бер ни ҙә белмәй тип уйлаһалар ҙа атай кеше барыһын да белеп-күреп йөрөй ине. Зариф Нуретдин менән өйгә килеп инһә,ҡыҙының баҙап төшөүе, Зарифтың башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырышып, ҡыҙына ҡарап-ҡарап алыуы атай кешенең күҙенә эләкмәй буламы һуң? Үҙе лә оҡшата ул егетте: баһадир кәүҙәле, ҡурайсы. Ата-инәле бала. 

Ҡайтҡанының икенсе көнөнә Хәкимә йырлай-йырлай йөрөп өйҙө таҙалап алды, атаһының, ағайҙарының, һеңлеһенең кейемдәрен йыуып киптерергә элеүгә киске аш әҙерләр ваҡыт та етте. Йүгереп сығып мунса тоҡандырҙы ла ҡул аҫтында булған ризыҡтарҙан ашарға бешерергә кереште. Ризыҡ яғы наҡыҫыраҡ булһа ла юҡ түгел. Сәйфетдин ағаһы райкомда ат ҡына ҡараһа ла үҙенән арттырып атаһына ла ярҙам итеп тора,ҡыҙҙарға күлмәклек тауар ҙа ебәргеләй, аҡса ла ебәрә. Ғылмитдин ағай тәүҙә алмаҫҡа уйлаһа ла улы ай-вайына ҡарамай һаман ебәргәс өндәшмәҫкә булды, хатта оло улы менән эстән генә ғорурланып та ҡуйҙы. 

Әсәләре бик иртә ташлап китте шул уларҙы. Хәкимәнең үҙенә 10 йәш булһа, һеңлеһе Сәлимәгә 10 ғына ай ине. Әле Сәлимәгә 6 йәш . Хәкимә үҙе бәпләп үҫтерҙе инде уны.Үҙе ашатты, сәстәрен тарап үрҙе, үҙе бәүетеп йоҡлатты, кейендерҙе, сөнки атаһы менән ағайҙары эштән бушаманылар. Тәпәйгә лә үҙе баҫтырҙы һеңлеһен Хәкимә. 

Унан... әллә ҡайҙан бынауы ФЗО-һы килеп сыҡты. Ул ФЗО-ға киткәс һеңлеһенең илап Хәкимәне таптырыуын Нуретдин ағаһы хатҡа яҙғайны Хәкимә үҙе төнө буйы буҫығып илап сыҡты, ҡасыуының төп сәбәбе лә ошо ине, ҡалғандары өҫтәмә генә. 

Төн урталарында тәҙрә төбөндә генә сут-сут итеп һандуғас һайрап ебәрҙе. Йоҡлай алмай ятҡан Хәкимә эстән генә, - Эй, ошо ағайымды... тәки хәбәр ебәргән, - тип уйлаһа ла үҙе сикһеҙ ҡыуанды. Былай итеп уның Зарифы ғына һайрай ала! Йәһәт кенә кейенеп һөйгәне янына ашыҡты. 

- Әллә әйттереп кенә алайым да ҡуяйыммы икән? – тине Зариф һөйгәнен ҡосағына алып. 

- Юу-у-уҡ! Яңы 16 йәшем тулды... 

-Ҡосағымда үҫерһең әле. 

 

– Эйе һиңә лә... Үҙеңә лә саҡ 17 йәш, ЗАГС –ҡа ҡуймайҙар бит йәш тулмағас. 

– Уныһын Әхтәм ағайым менән һөйләшкәйнем дә ул... 

Ысынлап та Зариф Әхтәм ағаһына хәлде аңлата биреп ҡуйғайны ла ул, ағаһы асыҡ ҡына яуап бирмәне, көрһөнөп ,,әллә инде, ауыр ваҡыттар бит әле,, - тип кенә яурындарын һикертте, әммә Зариф ағаһының уның һүҙен йыҡмаясағын аңлағайны инде, тик Хәкимәһенең, үҙенең ата-әсәһенең риза булыуҙары ғына кәрәк. 

Ауылда аҙна-ун көн тирәһе йөрөүгә иптәш ҡыҙҙарынан сәләм килде, атайҙары кире ебәрергә булған икән. Ғылмитдин ағай ҙа ҡыҙының кире китеүен үтенде. ФЗО-ның төрмәнән яҡшыраҡ булыуын ҡыҙына аңлатырға тырышты. Аңлай ҙа бит Хәкимә, тик һис кенә ауылын ташлап китәһе килмәй шул... Шулай ҙа китергә тура килде. Атаһы уны Брәтәк ауылына иптәш ҡыҙҙары янына илтеп ҡуйҙы. Белорет районы ФЗО №10 – һис онотмаҫ был адресты Хәкимә! Ул киткәндә һеңлеһе йоҡлап ҡалды, уяу булһа һис ебәрмәҫ ине, моғайын. Әсәһе үлгәс, атаһы өсөнсөгә әбей алып ҡараны инде, бына был һуңғы әбейе яҡшы ғына,һеңлеһен тәрбиәләшә, ағайҙарының өҫ-башын да йыуғылап ҡуя, тамаҡ бешерә – шул етмәгәнме ни? Хәкимәгә оҡшай былай, тегеләре кеүек түгел инде. 

Берәүһе, тәүге алғаны, үсегеп китеп Хәкимәне яланаяҡ һыуға йүгертте, һыуыҡ ҡышҡы көндә. Ярай әле, атаһы белеп ҡалып ҡаршыһына быйма башы тотоп килде. Шулай ҙа ауырыны Хәкимә, бер өшөп, бер янып, һаташып оҙаҡ ҡына ятып алды. Ул күҙҙәрен асҡанда өйҙә теге ҡатындың эҙе лә юҡ ине инде һәм ул турала бер кем дә ауыҙ асып бер һүҙ ҙә өндәшмәне. 

ФЗО-ла райондаш ҡыҙҙар күп. Брәтәк, Мәһәҙей, Яуымбай ауылдарынан килгән ҡыҙҙар бигерәк алсаҡтар, бер туған кеүектәр. Бик дуҫлашты Хәкимә улар менән, сер һөйләр, кәңәшләшер иптәштәре булды улар. Бына әле лә Хәкимә кире килгәс, улар аптырап киттеләр, сөнки улар уны кейәүгә сығыр, тип уйлағайнылар. 

Түбә руднигында эш ҡайнай. «Бөтәһе лә фронт өсөн», «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» тигән лозунг аҫтында эшләй бындағылар. Хәйер, бөтә ерҙә лә шулай инде.Хәкимәләр әле өйрәнсектәр генә, уларҙы нисек руда сығарырға, нисек тейәргә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәтәләр, паек - норма бар, өҫтә хөкүмәт биргән кейем – ә шулай ҙа ауыл һағындыра. 2 ҡыҙ ҡасып ҡайтып китте. Кире килерҙәрме, тип көттөләр, килмәнеләр, төрмәгә ултыртҡандар, тигән хәбәр ҙә ишетелмәне. Хәкимәләр тағы ҡасырға булды һәм паектарынан юлда ашарға икмәк арттырып ҡалдыра башланылар. Ҡасҡандарында август аҙаҡтары ине, шикелле. Ауылда шым ғына, урамға ла сыҡмай бер аҙ йөрөп алды, хатта Нуретдин ағаһына Зарифҡа ла әйтмәҫкә ҡушты ҡыҙ.Үлеп төрмәнән ҡурҡа ине үҙе. Сәлимәне тәрбиәләне, үгәй әсәһенә ярҙам итте, Шәмсийыһан апай уның килеүенә ҡыуанды ғына. Хәкимә кинәнеп оҙаҡ йөрөй алманы, тағы ла районға китергә тура килде. 

–Береһе еткерҙеме икән әллә? – тип борсолдо атаһы, йәйләүҙән ҡайтып ҡына тора ине ул. 

–Юҡтыр, – тине Шәмсийыһан апай,– йөрөгән ерҙәренән хәбәр килгәндер. 

Нуретдин Хәкимәнең районға саҡыртылыуын ишеткәс, һеңлеһенә уҫал итеп ҡараны ла сығып йүгерҙе. 

“Зарифҡа йүгерҙе”-Хәкимәнең йөрәге һикереп китте. 

Таң менән юлға сыҡтылар. Атаһы бер ни өндәшмәй, йөҙөк ҡапҡан, тиерһең. Хәкимәне өлкән улы ҡулына тапшырҙы ла боролоп ҡайтып китте. Ҡырҙа ятып эшләй атаһы ла, аҙыҡ-түлек алырға ла, кейемен алыштырырға ғына ҡайтып киткеләй. Кисә лә шуға ғына ҡайтҡан ине. Ни эшләһен ҡыҙын алып барырға ла һуҡрана-һуҡрана 1 генә көн бирҙе бригадир Шәрәфетдин. “Башҡорт түрә булһа, сабатаһын түргә элә,” –тиҙәр, дөрөҫтөр инде. Юғиһә бергә уйнап, Иҙелдә һыу инеп, балыҡ тотоп үҫкән иптәше лә бит. Шулай ҙа Хәкимә тышҡа сыҡҡан арала улына райком етәксеһе менән һөйләшеп ҡарарға кәрәклеген әйтте. Атаһын борсолдормаҫҡа, уның алдында күҙ йәшен күрһәтмәҫкә тырышып тороп ҡалды Хәкимә. Иртәнсәк инде Хәкимә үҙенең төрмәгә ултырасағын белгәс һығылып төштө. Ни уйларға, ни ҡылырға белмәне ул. Уйларлыҡ рәте лә юҡ ине, тик мейеһен бер төрлө һүҙҙәр сүкене лә сүкене: “Бер тапҡыр ҡайтҡас етмәйме ни һиңә, ниңә икенсегә ҡасырға? Шулай булаһын белә инең бит, белә инең бит...” 

Уның менән бергә килгән еңгәһе нисек тә уны ҡайғыһынан арындырырға тырышты, сәстәренән һыйпаны, йәшле күҙҙәрен үпте, йыуатты: 

–Барыһы ла һәйбәт булыр, Хәкимәкәйем, зинһар тыныслан. 

Хәкимәне бер генә көнгә, кейем-һалымын алып килергә, тип ҡайтарып торҙолар. 

Ни булһа ла булыр, тип Сәйфетдин Хәкимәне етәләп үҙе күсер булып хеҙмәт итеүсе етәксеһенә инде. Уның ул исем – шәрифен дә белмәй ине. Тик етәксеһенең яҡшы даны бөтә районға таралған һәм уны “Иптәш Ҡасҡынбаев”, “Ҡасҡынбаев ағай” тип йөрөтәләр ине, ә хужаның үҙенә Сәйфетдин “ағай” тиеп кенә өндәште. Ҡасҡынбаев Сәйфетдинде бүлдермәй генә тыңланы. Ара – тирә генә һорау биргеләне. Аҙаҡтан оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы һәм: 

–Тәүге ҡасҡанын беләләрме? – тиеп һораны. 

–Юҡ, атайым, – бында ул турала белмәйҙәр, өндәшеп ҡуймағыҙ, - тине. 

–Тимәк, миңә ярҙам итер, тип ышанып һөйләнең инде, - етәксе көлөмһөрәп ҡуйҙы, - ярай, мин тырышырмын. Сөнки үҙең яҡшы егетһең, атайыңдың хәле лә еңел түгел. Хәҙергә һеңлеңде ауылға ҡайтарма. Ана еңгәңә барып картуф ҡаҙышһын, бушап булмай. Хаҡына картуф бирермен. 

–Хаҡы кәрәкмәй, тик ярҙам... – Сәйфетдин һүҙен әйтеп бөтөрә алманы, Ҡасҡынбаев уны бүлдереп: 

–Ярай, ярай, барығыҙ, - тип ишеккә ымланы. 

Хәкимә, ауылға ҡайтмай Ҡасҡынбаевтың ҡатынына картуф ҡаҙышты.Эштән һуң еңгәһе менән ағаһы ла килде ярҙамға. Ҡаскынбаевтың ҡатыны уларға байтаҡ ҡына картуф биреп оҙатты. 

Ҡапҡа төбөндәге әскәмйәлә ултырыусы ике кешене иң алда еңгәһе күрҙе һәм: 

– Кемдәр ултыра ул, Сәйфетдин, беҙҙең ҡапҡа төбөндә? – тип иренә ҡараны. Ире ынтылып ҡараны ла: 

–Бәй, Нуретдин дә инде, шуны ла танымайһыңмы?- тип еңгәһенән көлөп алды, - икенсеһе Зариф шикелле, эйе шул. Нуретдин менән Зариф гел бергә йөрөй бит, - тип йылмайып һеңлеһенә боролдо. Ҡып-ҡыҙыл булып китте Хәкимә, - бәй, Зариф менән уның тураһында өлкән ағаһы ла белә икән дә... Моғайын, еңгәһе һөйләне инде. 

Ул арала Нуретдин менән Зариф ҡаршы килделәр һәм Хәкимә менән еңгәһенең ҡулынан картуфлы биҙрәләрҙе алып, һөйләшеү өсөндөр инде, арттараҡ тороп ҡалдылар. Аш бешеп, сәй ҡайнауға ғына килеп инделәр улар. Улар ингәс, Хәкимә ҡаушауынан үҙен нисек тоторға, ҡулдарын ҡайҙа йәшерергә белмәй мәж килде. Нисек тә ағайҙарының, Зарифтың күҙҙәренә тәл булмаҫҡа тырышты. 

Их, был күҙ йәштәре...Ниңә уның күҙҙәрен ҡаплай икән? Хәҙер, хәҙер танау буйлап ағып төшәсәк һәм уны уңайһыҙ хәлгә ҡалдырасаҡтар. Ахырыһы түҙмәне, сәбәп тапҡан булып тышҡа сығып китте, сыҡты ла һығылып төшөп тағы күҙ йәштәренә ирек бирҙе. 

Зариф та сыҙаманы, Нуретдингә бер һирпелеп кенә ҡараны ла тышҡа атылды. Иңдәренән Зариф ҡосаҡлап алғас ҡына аңына килде Хәкимә. Әйләнеп, Зарифтың киң күкрәгенә башын һалды ла тағы түгелде. 

–Илама, ҡәҙерлем, илама. Мин Әхтәм ағайым менән дә, атайымдар менән дә һөйләшеп килдем.Сәйфетдин ағай менән еңгәй ҙә ҡайта ауылға. Мулла менән дә килешелгән, бер юлы никах уҡытырбыҙ. 

– Ә мине... мине ҡайтаралармы һуң, - Хәкимә өмөт тулы күҙҙәрен һөйгәненә төбәне. 

– Әлбиттә, әтеү миңә кем менән никахлашырға һуң, Әсмәбикә әбей менән түгелдер бит? – тип уны ҡайғыһынан арындырырға теләп шаярҙы Зариф, асығын белмәүҙән эсе янһа ла. 

–Хәкимә,- тип һөрәнләне еңгәһе, ишекте ҡыҫып ҡына, – сәй һыуына, инегеҙ. 

–Бар, һин ин, мин саҡ ҡына һуңыраҡ инермен, - тип Хәкимә Зарифтың ҡосағынан ысҡынды. 

–Тик һин, илама, йәме, миңә ышан, - Зариф инеп китте. Хәкимә бер аҙ тынысланды, ағаһының эш араһында ҡабалан ғына ярған утындарын рәтләп һала башланы, үҙе лә һиҙмәҫтән бирелеп, утын өйөргә кереште. Эшкә әүрәп, ҡайғыһы ла бер аҙ онотолоп торҙо. 

Ағалары тышҡа сыҡҡанда, ул утынды өйөп бөтөп, тап-топтарын йыйыштырып та ҡуйған ине. 

– Һе, үҙем өйөр инем әле, - тине Сәйфетдин, эштән сикәләре алланып, күҙҙәре нурланып киткән һеңлеһенә яратып ҡарап, - бар, еңгәң эргәһенә ин, һинең бит йүнләп ашағаның да юҡ. 

Нуретдин, ауыҙы ҡолағына етеп, һеңлеһенә ҡараны. Бер аҙ төрткөләп, шаяртып та алыр ине, аҙаҡ ағаһынан эләгәсәк – һапалы, уйлап һөйләүсән, уйлап эш итеүсән Сәйфетдин өйҙәрендә атаһынан ҡала ҙур абруйлы, ауыл халҡы ла бик ихтирам итә үҙен. 

Хәкимә Зарифҡа күҙ һирпеп кенә алды ла йүгереп өйгә инеп китте 

–Ярай,– тине Сәйфетдин ҡустыларына, – һеҙ, һөйләшкәнсә, ауылға ҡайта тороғоҙ, ә мин райкомға киттем.

Райкомға килеп инде лә ыңғай Ҡасҡынбаевтың кабинетенә йүнәлде.Тик кабинетта кемдәрҙер ҡысҡырышып һөйләшә ине, ул ирекһеҙҙән туҡтап ҡалып, уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға мәжбүр булды. Һүҙ, ахырыһы, улар тураһында бара ине. 

– Етемдәр ил тулы бит, Ҡасҡынбаев иптәш. Һәр береһенә ундай ташлама яһай башлаһаҡ – ҡайҙа китә ул?. ФЗО-ла тиҙҙән кеше лә ҡалмаҫ. 

– Ағаһы бик ипле, тотанаҡлы егет, беҙҙә эшләй... 

– Ағаһы бер төрлө шәхес, һеңлеһе – икенсе. Ниңә ҡасырға? Тамаҡ туҡ, йоҡлар урын бар, паек бирелә, кейем бирелә – нимә етмәгән уға? 

– Әсәләре юҡ уларҙың... етмәһә, бөтөнләй бәләкәй һеңлеһе бар, үгәй әсәй бер туған апайға етмәй инде. 

– Ну-у... Кейәүгә генә сыҡмаһа... Ул саҡта мөмкин, уныһын үҙең дә беләһеңдер, иптәш Ҡасҡынбаев. 

–Йәшерәк шул... 

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Сәйфетдиндең артабан ишек артында тыңлап торорға түҙемлеге етмәне. Ул, ишекте туҡылдатты ла, яуапты ла көтмәй кабинеткә инде, әллә ниҙәр әйтмәксе ине, тик түрәләрҙе, улар янындағы ят, погонлы кешене күреп ҡаушап төштө. 

– Бына Сәйфетдин үҙе лә килде, - тине Ҡасҡынбаев тегеләргә ҡарап. 

–Беҙ Хәкимә һеңлебеҙҙе бөгөн кейәүгә бирәбеҙ, миңә ауылға ҡайтып килергә рөхсәт итегеҙ, - тине ашығып, ҡаушауын йәшерергә тырышып Сәйфетдин. 

– Нимә, әллә тышта тыңлап торҙоңмо? – погонлы уға шундай уҫал ҡараны, Сәйфетдин уның ҡарашынан сүгеп киткәндәй булды. 

–Юҡ, - тине ул, нисек тә ҡаушауын йәшерергә тырышып, - әле кейәү буласаҡ егет килде, шул әйтте, беҙ риза булдыҡ, - Сәйфетдин һүҙҙәрҙе бындай урындарҙа һайлап, уйлап әйтергә кәрәклеген белә ине, хужаһынан күп нәмәгә өйрәнде ул. Күҙәтеүсән, һынап, уйлап ҡына һөйләшеүсе хужаһын да яратты,эшен дә яратып башҡара ине. 

Бер аҙ ҡаштарын төйөп тәҙрәгә ҡарап уйланып торҙо ла: 

–Ҡарағыҙ уны, иртәгә төшкә ЗАГС ҡағыҙы өҫтәлдә ятһын. – тип алмаш-тилмәш бөтәһенә лә ҡарап сыҡҡандан һуң погонлы кеше ишекте ҡаты ябып сығып китте. 

Йөрәге ҡаты ишек тауышынан жыу-у итеп ҡалды Сәйфетдиндең. 

–Яҡшы кешеме һуң, исмаһам, егете? – Ҡасҡынбаевтың һорауы уны иҫенә килтерҙе. 

– Бик яҡшы, бик яҡшы. Ул ата-әсәһе менән дә, ЗАГС бюро менән дә килешеп килгән. 

– Ярай улайһа, иртәгә төшкә ҡалмай кире килеп ет. Беҙҙе ауыр хәлгә тарытып ҡуйма, - тине уны оҙатып Ҡасҡынбаев. Ҡайһылай итеп квартираға ҡайтып ингәнен дә хәтерләмәй ҡалды Сәйфетдин. Уҡ кеүек атылды, килеп инде лә кәләше менән һеңлеһен бер юлы ҡосағына аймап алды һәм: 

– Тиҙерәк йыйынығыҙ, ҡайттыҡ ауылға, - тип ыуарама килеп, тегеләрҙе ҡабаландырҙы. 

– Әллә мин дәме? – тип ғәжәпләнеп һораны Хәкимә. 

–Һин инде, кем өсөн йүгерәм һуң? Әйҙәгеҙ тиҙерәк. Иртәгә төшкөлөккә мин кире бында ҡайтып өлгөрөргә тейешмен. 

Йәһәт кенә йыйынып туранан ат менән Монасипҡа елдерҙе улар. Нуретдин менән Зарифтың алдан ҡайтыуҙары ла һәйбәт булған, Әхтәм ағаһы бөтә ҡағыҙҙарҙы әҙерләп, Зарифтың ата-әсәһе менән быларҙың килеп төшөүҙәрен генә көтөп торалар ине. 

Тик... ҡапыл Хәкимә ҡарышты ла китте. 

– Атайымды алдырайыҡ, ағайҙар. Мин уның фатихаһын алмайынса кейәүгә сыҡмайым. 

– Һин нимә, тилебәрән орлоғо ашаныңмы әллә? Йәйләүҙең ҡайһы алыҫлыҡта икәнен беләһең дә инде. 

– Булһын, атайым ҡайтмаһа... 

– Миңә һине төрмәнән алып ҡалыу өсөн иртәгә төшкөлөккә ЗАГС ҡағыҙын алып барып өлгөртөр кәрәк, ә атайға бөгөн төнөн ат ебәрһәк тә иртәгә кисһеҙ ҡайтып етә алмаясаҡ. 

– Әй, төрмәгә китәм дә барам, - тине Хәкимә иламһырап. 

Сәйфетдин һеңлеһен тәүгә күргәндәй аптырап – асыуланып уға төбәлде, ә Нуретдин: 

–Әй, Хәкимә, атай үткәндә генә, – йәшерәк шул, баламды ыҙалатҡансы кейәүгә генә бирер ҙә ҡуйыр инем, – тип һөйләнеп торҙо, хәҙер “төрмә”һүҙен ишеткәс һүҙһеҙ бирәсәк, Зариф менән барып ҡайтырһығыҙ, - тип әйтте лә – бар, еңгәйгә ярҙам ит, бер юлы никах та уҡытырбыҙ, - тип һүҙен бөтөрөп, Хәкимәне мейес яғына ыңғайлатты. 

 

*** 

Эсе бошоуҙан йоҡлай алмай йәйләү аласығындағы урындыҡта борғоланып-борһаланып оҙаҡ ятты Ғылмитдин. Көн оҙоно эштә булыуына ҡарамаҫтан күҙенә һис кенә лә йоҡо кермәне. 

–Йә инде, төрмәгә ебәреп ҡуйырҙармы икән инде балаҡайымды? Фызыуыла ул тиклем ҡурҡыныс нәмә түгелдер инде, моғайын. Кеше балаһы түҙә лә баһа? 

Эй, һағыналыр инде, меҫкенем... Йә, Аллаһ, ни генә эшләп ҡарар кәрәк икән? 

Иртәгә тағы һорап ҡарармын инде, бирһә әле... Шәрәфетдин дә үҙгәрҙе. Һуғыш күп кешеләрҙе үҙгәртте инде... Хәйер, Шәрәфетдингә лә үпкәләп булмай инде, уға шунһыҙ ярамайҙыр ҙа инде. Бер йомшаҡлығыңды күрһәттеңме – бөттө, халыҡ менән идара итә белергә лә кәрәк бит әле. 

...Эй, Кинйәбикә, Кинйәбикә... Үтә кеше күңелле булыуың харап итте бит һине. 

Эйе, тап шулай булды... 3 өй аша ғына йәшәүсе Хәлимә апаһы тиф эләктереп сирләп китте. Кинйәбикә уға көн һайын кәзә ҡымыҙы ташыны һәм... Хәлимә шәбәйеүгә үҙе түшәккә йығылды... 5 кенә йәшлек Мәстүрәгә лә йоҡто тиф. Апайын шәбәйтә алды... үҙе китеп барҙы Мәстүрәһен эйәртеп... Күп ауырынылар ул ваҡытта тиф менән Монасипта, күп үлделәр. Етмәһә гел йәш әсәләр, йә балалары менән, йә балаларын ҡалдырып... 

Хатта, аптырап, Монасипта больница ла асып ҡаранылар... 

Бына шулай 4 бала менән Ғылмитдин тороп ҡалды. 10 ай ғына ине Сәлимәһенә... 

Ҙурайып килә инде, әсәһенең төҫкөнәһе булып... Нисек кенә ул балаға йоҡмағандыр инде ул әжәл сире? Көнө бөтмәгән булғандыр инде, балаҡайғынамдың. Ҡарттың күҙ алдынан тағы ла ҡатыны үлгән ваҡыттар,унан һуң күргән ыҙалары сағылып үтте. Ярай, улар түҙер ҙә ине, тик анауы сабый ғынаһы әсәһен таптырып иланы,тәүге осоро уны Камила исемле ҡатынға имеҙергә алып йөрөнөләр. Уның да ире һуғышҡа киткән ине, имсәк бер балаһы бар. Камила үҙе, - һөтөм бәпәйҙән артып ҡала, әсәһен әҙерәк онота төшкәнсе алып килегеҙ, яйһыҙланмағыҙ, - тигәс, Хәкимә көнөнә бер булһа ла алып барып имеҙеп алып ҡайта торғайны. Оҙаҡ онотманы Сәлимә ул өйҙө, янынан үтеп барһаң, шул өйгә тартылып бер булыр ине. Сабыйҙы тәрбиәләүҙең бар әселеге Хәкимәһе елкәһенә төштө. Сабый ғынаһы апайының ирен генәһен һурып йоҡлап китер ине. Гел генә йөкмәп йөрөп үҫтерҙе уны Хәкимәһе. Ә бер ваҡыт үкереп илап килеп инде ҡыҙы һеңлеһен йөкмәгән килеш. Ниңә илағанлығын әйттерә алмай ыҙаланылар. Һыңҡылдауҙан туҡтағас ҡына һөйләп бирҙе. Баҡтиһәң, һеңлеһен йөкмәп китеп барғанында бер төркөм ҡатындар осраған. Һаулыҡ һорашып ҡына үтеп китмәксе булған да бит, береһе: 

-Эй ыҙалай бит бахыр бала, -тигән. 

Икенсеһе эләктереп алған: 

-Эйе шул, бахырҙың уйнарға ваҡыты ла ҡалмай бит... 

Өсөнсөһө тағы ла өҫтәп ебәргән: 

-Мәстүрәһе үлгәнсе, быныһы үлһә ни була инде, көтөүҙәренә еңел булыр ине... 

Бына шул һүҙҙән һуң Хәкимә боролған да сапҡан. 

Кеше һүҙе кеше үлтерә тип белеп әйткәндәр инде. Саҡ тынысланды ҡыҙы. Шунан һуң уйсанланып, олоғайып киткәндәй тойолдо ҡыҙы Ғылмитдингә. Хәйер, шулай булғандыр ҙа, нужа зерә лә иртә төштө бит башына... 

Балалар ҡараулыраҡ булһын, тип уйлап ҡатын да алып ҡараны ул. Тәүгеһе, өндәшмәй генә балаларын ыҙалатты, икенсеһе детдомға ебәр, тип теңкәһенә тейҙе. Бына өсөнсөһөн алды инде, быныһы нисауа күренә былай, балаларға ла һүҙ әйтмәй, кем белә теге ҡатындар тураһында ла ишеткәндер. Юҡтыр, үҙе һәйбәттер, үҙенең дә балалары бар, уларын да , быларҙы ла ҡарап өлгөрә былай. Үҙе яҡшы күңелле, шикелле. 

–Йоҡла, Ғылмитдин, иртәгә бит байрам түгел, - тип үҙ-үҙенә бойороҡ бирҙе Ғылмитдин һәм ята торғас ойоп йоҡоға китте. Таң һыҙылыу менән, көтөүгә сығыр алдынан ферма мөдиренә һуғылды, тик ул сығып китеп өлгөргән ине. Эштең бик тығыҙ мәле. Колхоздың да, булһа үҙеңдең дә малдарыңа бесән әҙерләр кәрәк, ә аттар фронтҡа китеп бөткән, 2-3 ат, улары ла бригадирҙан, ферма мөдиренән үтмәй. Көтөүселәргә лә бер ҡарт ҡына ат биреп ҡуйҙылар, шуға уны ла һаҡлап ҡына, ҡәҙерләп кенә тоталар.Йәйләүҙә, һыуыҡтар төшөп, малға ашарға үлән бөткәнсе йөрөйҙәр. Сентябрь бөтөп бара инде.. 

Ғылмитдиндең уйында ҡыҙы Хәкимә генә: 

...Сәйфетдин, исмаһам, хужаһы менән һөйләшеп ҡаранымы икән? Бик яҡшы кеше күренә. Райком йомошо менән ауылға килеп сыҡһа ла, өйгә инеп, күрешеп, хәл-әхүәл һорашып, сәй эсеп сығыуҙан баш тартмай, моғайын, ярҙам итеп ебәрер ине әле ... 

... Ней ауыл үтә алыҫ, ней бынауы Нуретдин улы килә һалып урамай, бына ауырымаған башҡа тимер таяҡ, тигәндәй, был Фызыуыһы ҡайҙан килеп сыҡты һуң әле, колхозда ла эш етәһе ҡыҙҙарға. Ҡыҙҙар бит ауыл йәме... 

Мең төрлө уйҙарының осона сыға алмай көтөүҙән ҡайтып килеүсе Ғылмитдин аласығының мөрйәһенән сыҡҡан төтөндө күреп, атын ашыҡтырҙы. Килеп етеп, атының йүгәнен һалдырып, тышап ебәрҙе лә аласығына ашыҡты. 

Нуретдине килгән икән, сәй ҡайнатып ҡуйған, аласыҡты таҙалаған. Эшһеҙ тора алмай шул улар. 

- Йә, – тине ул улына, курешкәндән һуң, ниндәй яңылыҡтар килтерҙең? Һөйләп ебәр 

- Кейәүле булдың, атай, һөйөнсө! Хәзер өс улың була инде, - Нуретдиндең шулай уйламай һөйләй торған ғәҙәте бар. 

Ғылмитдин улының яңылығынан саҡ ултыра төшмәне, бары тик бер аҙҙан, күҙҙәрен селт-селт йомғолап: 

- Кемгә? –тип һорай алды. 

- Кемгә булһын,Зарифҡа инде, Зарифҡа! Һуң, атай, үҙең дә аңлап тораһың инде, моғайын,-Нуретдиндең был эштән бик ҡәнәғәт булыуы йөзөнә сыҡҡан, ул шатлығын йәшермәй ҙә. 

-Ишкәнһегеҙ икән ишәк сумарын, - тине ҡарт асыулана биреп, - уның бит 17 йәше тулып уҙыуына ла 3-4 ай ғына үтте түгелме һуң? Һеңлеңдең дә әле 17-һе лә тулмаған... 

- Ярай, атай, - атаһының һүҙҙәрен ҡолағына ла элергә уйламаны шардыуан Нуретдин, - үҙе һөйләшеп, үҙе әйттерҙе. Һөйләшкәндәренә ҡасан, Хәкимәне төрмәгә ебәреп тормай инде ул, ҡыҙың нисек булһа ла төрмәнән ҡалғас, ҡыуан да ҡуй. 

- Унан түгел, улым, никах менән генә эш бөтмәй бит әле ул...Загысҡа тораһылары бар... 

–Йәштәре етмәгәс, теркәмәйәсәктәр бит. 

Нуретдин, көлөп, ҡулын ғына һелтәп ебәрҙе: 

–Сәйфетдин ағайым таң менән районға ЗАГС ҡағыҙын әпкитте. Бер пагунлы кеше ЗАГС ҡағыҙын таң менән өҫтәлгә һалырға ҡушҡан, шунһыҙ Хәкимәне алып ҡалып булмай, тей. Әхтәм ҡоҙа(улы силсәүит Әхтәмде лә ҡоҙанан ғына һалдырып ебәрҙе) йәштәрен үҙгәртеп яҙған. 

–Эй, балалар, балалар... Исмаһам, килеп кәңәш итһәгеҙ ни була? Кәңәшле эш тарҡалмаҫ тигән. Алай булғас Зариф улымды һуғышҡа әпкитеп тә барырҙар инде, - сәй һемереп ултырған Ғылмитдин ҡарт сәсәп китә яҙҙы, бигерәк йомшаҡ күңелле шул ул, Кинйәбикәһе лә шуға әрләп-әрләп ала торған ине. Кеше ҡайғыһы ла, үҙенеке лә бер үк тәьҫир итә уға, тауышы ҡалтырап,күҙҙәре йәшкәҙәп тә бара 

– Һиңә килергә ваҡыт булманы, атай. Былай ҙа, - атай ҡайтмағас, сыҡмайым, төрмәгә китәм дә барам, тип эй ныҡ ҡарышты... Саҡ ыңғайлаттыҡ. Бына бер-ике аҙнанан килеп китерҙәр, атай. Тик һин уларға ул-был һөйләп ултырма инде... Зариф Әхтәм ағаһы менән дә,ҡоҙалар менән дә үҙе һөйләшкән. – Ярай, ярай. 

– Мин остом , атай, былай ҙа эш ҡалып бөттө 

– Бар, бар, улым. Һәр көн ҡәҙерле ваҡыт. 

Атаһы менән хушлашып ишектән сығып барған еренән Нуретдин әйләнеп ҡарап, тағы ла атаһына йылмайҙы: 

–Һай, Хәкимә! Күпме ҡыҙҙарҙың танауына сиртте! Зарифҡа ҡыҙҙар үҙҙәре эйәрә ине. 

–Шардыуанһың да инде, - тине Ғылмитдин, асыулана биреп –ҡарындашыңдың һинең кеуек яҡлаусыһы бар саҡта кем Зарифҡа яҡынлаһын инде? Бар, бар, торма юҡ-бар һөйләп. 

Эйе, күрәҙәлек итеүе дөрөҫ булды Ғылмитдиндең. 

Хәкимә менән Зариф тәүҙә 4-5 көн Зарифтың ата-әсәләрендә йөрөнөләр ҙә Хәкимәнең атаһы янына барып, күреп, ризалыҡ алып ҡайтырға булдылар. Зарифтың әсәһе ҡоҙаһына күлдәк, заманына күрә мул ғына күстәнәс һалды. Икәүләп юлға сыҡтылар. 

Шундай матур көн, күк йөҙө зәп-зәңгәр, бер болот әҫәре күренмәй. Улар арба юлынан китмәй туранан, һуҡмаҡтан атланылар. Тәүҙә бер талай, һәр береһе үҙ уйына бирелеп, шым ғына барҙылар. Тынлыҡты Хәкимә боҙҙо: 

– Атайым әрләрме икән инде? – аптырап та, борсолоп та Зарифынан һорай ҡуйҙы ул, күрәһең уйҙары шул тирәлә өрөлгәндер инде 

– Ниңә әрләһен, кейәүгә сығыу төрмәгә китеүҙән яҡшыраҡ түгелме һуң? Әллә һиңә оҡшаманымы? – Зариф әллә кәләш алыу ҡыуанысынан, әллә йәшлегенә барып та балҡып тора. Ул да шардыуан Нуретдин кеүек һүҙ эҙләп кеҫәгә керә торғандарҙан түгел. –Эй, ошоно, - яндарында кеше булмаһа ла Хәкимә ҡып-ҡыҙыл булды. 

–Йә, йә, мин яратып ҡына әйтәм бит, - Зариф алға йүгергән Хәкимәне ҡыуа төштө. Шаяра-көлә йәйләүгә барып еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Улар барып еткәндә Ғылмитдин ағай эшкә китеп өлгөргән ине инде. 

Хәкимә йүгереп йөрөп атаһының аласығын таҙалап алды, атаһы ҡайтыуға ашарға бешерергә булды.Зариф та утын йүнәтте, индереп усаҡҡа ут тоҡандырҙы ла тышҡа кире сыҡты. Эштән ҡайтып килеүсе ҡайныһын күреп ҡалды ла йөрәкһеп эскә кире инеп китте. Йөрәккенәһе дөп-дөп типте, ана-бына күкрәген ярып сыҡҡандай тойолдо.Тамаҡ ялғарға ла кире эшкә китергә тип уйлап килеүсе Ғылмитдин атын тышҡа ғына ҡуйып, алдына бесән һалды ла кәртәне асып эскә инде. Ташылған һайғауҙарҙы, ярылған утынды күреп, бер аҙ ғына туҡталып ҡалды ла аласыҡҡа ашыҡты.Инде лә ҡыҙы янында Зарифты күреп тағы ни тип әйтергә белмәй туҡтап ҡалды. Хәкимә элеккесә атаһы янына ашыҡманы, киреһенсә арты менән боролдо ла күҙҙәрен ҡулдары менән ҡапланы. Уңайһыҙ тынлыҡты Зариф боҙҙо. Ул, бар батырлығын туплап, Ғылмитдин ағайға ҡаршы килде һәм : 

–Һаумы, ҡайным, - тип күрешергә ҡулын һуҙҙы. 

– Һаумы, кейәү! Мин кемдәр килде икән, тип уйлап инеп киләм дә... Хәкимә, һаумы, ҡыҙым, – тип , ҡыҙын ҡосағына алып арҡаһынан тупылдатып яратып алды Ғылмитдин 

– Атай, ғәйепләмә зинһар... 

– Ҡуй, ҡыҙым, юҡҡа илама, нимә тип кенә ғәйепләйем инде мин һеҙҙе? Заманы шулай, етмәһә бынауы фызыуыһы тура килде... Бик ауыр заман замандарҙа йәшәйбеҙ бит. 

–Тимәк, атай, һин әрләмәйһең? Тимәк, фатихаңды бирәһең? – Хәкимә оялып ҡына атаһына ҡалҡып ҡараны. 

– Эй, балам, йәшерәкһегеҙ инде, ни хәл итәһең? - атаһы ҡыҙының арҡаһынан тағы ла тыпылдатып һөйҙө лә кейәүен дә арҡаһынан тапап яратып алды, - тик кейәүҙе һуғышҡа алып китеп бармаһалар? – бабайҙың , улының - кейәүе менән ҡыҙы килһә, ул-был һөйләмә, тигән һүҙҙәре бөтөнләй иҫенән сыҡҡайны инде. 

–Әхтәм ағайым да шулай, ти... Һуғыш әле бөтөргә уйламай бит, 8 ай өҫтәттем, унан һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап яҙған ғаризам да бар. Ауыр көрһөнөп ҡуйҙы Ғылмитдин, былай ҙа йөрәге улдары өсөн борсола, бөгөн – иртән һуғышҡа аласаҡтар үҙҙәрен, етмәһә хәҙер кейәүе... Нуретдин әйтмешләй 3-сө улын да йәше тулған тип алып ҡуйһалар?...Ҡайҙан килеп сыҡты был мимес, ҡәһәрең? Нимә ишетмә, үлем хәбәре, йә хәбәрһеҙ юғалғандар... Өй бөрөнсә тигәндәй алып бөтөп баралар бит инде бындай яман хәбәрҙәрҙе... 

Ҡоҙағыйының күстәнәсен алып, ебәргән бүләгенә ҡыуанып йөҙө асылып китте Ғылмитдиндең. Тағы ла күҙҙәре йәшкәҙәп китте, ултырып доға ҡылды. – Яҡшы араға килен булып төштө, балаҡайым, бәхет кенәһе булһын инде. Хоҙайым, үҙең ташлама инде ярҙамыңдан балаҡайҙарымды. 

Атаһы янында сәй эсеп, ауыл янылыҡтарын, белгән тиклем район, ил яңылыҡтарын һөйләшеп ултырҙылар ҙа Хәкимә менән Зариф ҡайтырға булдылар. Ҡапҡа тышына сығып, икеһен дә тупылдатып яратып, иламһырап оҙатып ҡалды Ғылмитдин.” Эй, яҙмыш, ағайҙары кәләш алмаҫ элек кейәүгә сығып китте инде ҡыҙы, мынауы фызыуыһы килеп сыҡты бит...йөрөй бирер ине әле.” Күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалды балаҡайҙарын ҡарт, унан инеп тағы ла бер көрөшкә сәй яһап һемерҙе лә атын бороп кире эшенә ашыҡты. 

Хәкимәләр ҡайтыуға уларҙы яңы яңылыҡ көтә ине: Сәйфетдинде хеҙмәт армияһына алғандар. Ул да ауылға хушлашып китеү өсөн ҡайтҡан ине. 

–Һуғышҡа алмауҙары ғына ҡыйыныраҡ, - тине ул кейәүе менән һеңлеһенә, – былай ни заводта эшләйһең дә йөрөйһөң инде, эштән берәүҙең дә үлгәне юҡ әле. Күпме тапаным военкамат юлын, булманы... 

– Үҙенде һаҡла инде, улым, – үгәй булһа ла Шәмсийыһан әбей ҙә күҙҙәренә йәш алды, – ней атайыңа хәбәр итеп өлгөрөп булманы 

–Атай яйлап ишетер әле, былай ҙа ауыр уға,Нуретдин, һин атайҙан ҡала өйҙә иң ҙур хужа, ҡара уны, атайҙы һаҡла. Һеңлеләреңде ҡара. 

–Хәкимәне ҡарарға кейәү бар, – тип йылмайҙы Нуретдин,–өндәшмәй торһам да мин дә бит китәм, ғариза күптән военкоматта ята, кисә 3-4 көндән, тинеләр. 

–Уй,Алла, – Шәмсийыһан әбей бот сапты, – һин дә китеп барһаң беҙ ни эшләрбеҙ икән? 

–Ярай, маңлайға ни яҙылған шуны күрәбеҙ инде, миңә ваҡыт,– тип хушлашып Сәйфетдин сығып китте.

Уның китеүенә 3 көн үтеүгә Нуретдин дә китте. Уны ауылда кем бар, бөтәһе лә оҙатырға килде. Ауылдаштарын күрһә, сәләм әйтергә, кемде осратҡан тәфсилләп яҙырға ҡуштылар уға. Әйтерһең, ул һуғышҡа китмәй, ә ауылдаштары менән осрашыуға бара. 

–Ярай,улым, имен-һау йөрө, балам. Ил күргәнде күрәбеҙ инде, – тип улының арҡаһынан һөйөп, мөлдөрәмә тулы йәшле күҙҙәрен йәшерергә тырышып, ҡыҙы, кейәүе менән ауыл осона тиклем оҙатты Нуретдинен Ғылмитдин. Сәйфетдинен оҙата алмай ҡалған бабай, был юлы алданыраҡ улының китәсәге тураһында хәбәрҙар булып, эшенән һорап ҡайтҡайны. 

–Шулай, атай, бынауындай ваҡытта өйҙә ятыу ир-егет эше түгел. Һиңә ауырға төшөр инде, үҙеңде һаҡла, олоғайҙың бит инде. 

–Беҙ ни тиһәң дә ут эсендә түгелбеҙ, бирешмәбеҙ ҙә ул... Һине беләм бит, гел алда йөрөргә яратаһың, ут эсенә бараһың, үтә алға ынтылма. 

Өй эсендә шардыуан Нуретдиндең юҡлығы шунда уҡ һиҙелде, хатта Шәмсийыһан апай ҙа күңелһеҙләнде. Китеүенә күп тә үтмәне унан хат та килеп төштө. Бөтәһенә лә теҙеп сәләм 

күндергәндән һуң, ул үҙенең хәлдәренең яҡшы булыуы, осратҡан ауылдаштары, таныштары тураһында тәфсилләп яҙған. Үҙенең башҡорт атлы дивизияһына эләгеүе, бының менән сикһеҙ ғорурланыуы хаҡында яҙған ине. 

–Пуляга ҡаршы ат менән барамы икән?– тип аптыраны Шәмсийыһан әбей бот сабып, – уға ла ҡыуаныр икән кеше... 

–Юҡ, пуляға ҡаршы ат менән барыуына түгел, башҡорттар араһына эләгеүенә ҡыуанған инде ул. Бик яҡшы дивизияға эләккән, башҡорт дивизияһына. Генералы шәп, тиҙәр,Шайморатов – тип улы менән ғорурланып ҡуйҙы Ғылмитдин. 

–Һуғыш ҡыуаныс түгел инде ул, иҫән-һау йөрөүен телә, – тип асыуланды әбей. 

Теләй Ғылмитдин, ятһа ла торһа ла, өндә лә, төштә лә уйында тик малайҙары ғына... 

*** 

Хәкимәне Зариф тура үҙҙәренә алып ҡайтҡан ине.Тик Сәлимәне Шәмсийыһан әбей ебәрмәне: 

–Үҙең өйрәнә төш әле, ҡыҙым, унан тағы һиңә эшкә йөрөргә, ә мин өйҙә ултырам, ҡараулыраҡ булыр. Атайың рөхсәт итһә, алып ҡайтырһың. Унан тағы былай ҙа барып китеп йөрөр әле. – тине зирәк әбей. 

Шатлыҡтары оҙаҡҡа барманы Зариф менән Хәкимәнең. Хәйер, шулай булырын һәр береһе белә ине. Әхтәм ағаһы ла ҡустыһын ҡырҡ ҡабат киҫәткәйне: 

–Киленде төрмәнән алып ҡалһаҡ та һине һуғыштан алып ҡалып булмаясаҡ, – тигәйне. 

–Һуғыш ир-егеттәр эше, нисек күрәләтә Хәкимәне төрмәгә ебәрәйем, ти мин, – тип өҙмәне лә ҡуйманы Зариф, – күп түгел, 8 ай ғына өҫтәргә. Ата-әсәһе өндәшмәне, ыңғайына ҡуйҙылар. Кем белә, икәү ара һөйләшкәндәрҙер ҙә һәр хәлдә кеше араһында өн тындары сыҡманы. 

Зарифты һәм уның менән Ырғыҙлыға ағас йығырға эшкә барған 6 егетте шул эш еренән тура һуғышҡа оҙаттылар. 4 егет Монасиптыҡы ине. 

Шулай ҙа хәбәр ебәреп өлгөрҙө ул. Ырғыҙлыға эшкә барған Шәйәхмәт егеттәрҙең һорауы буйынса эштән төнгөлөккә туҡтаған саҡта, ат менән елә һалып килеп, китеүҙәре хаҡында хәбәр еткереп, таңға кире киткән ине. 

Зарифтың хәбәрен алыу менән Хәкимә бергә эшләгән Шәмсихаятҡа йүгерҙе. Ҡалғандарҙың барырға мөмкинселеге булмай сыҡты. Ә Шәмсихаяттың ҡустыһы китә ине. 

Монасиптан район үҙәгенә йәйәү, туранан тура йүгергән Хәкимә менән Шәмсихаят килеп еткәндә һуғышҡа китеүселәр ҡуҙғалырға ғына торалар ине. 

Зариф, уларзы күреп, өймәкләшеп торған һуғышҡа китеүселәр араһынан айырылып сыҡты ла ҡаршыларына йүгерҙе. 

–Мин генә ғәйепле, – тип иланы Хәкимә Зарифтың күҙҙәренә ҡарап, – мин булмаһам, йә төрмәгә булһа ла китһәм, һин, исмаһам, йәшең тулғас китер инең... 

–Кит әле, үҙеңде юҡ-барға ғәйепләп, – тине Зариф, кәләшенең сәстәренән һыйпап, күҙ йәштәрен һөртөп,– ғаризам күптән военкаматта ята ине бит, беләһең. Унан... һуғыштың осо-ҡырыйы юҡ бит, 5-6 айҙан киттең ни, хәҙер киттең ни. Тик... мине илап оҙатма, юғиһә мине лә илатаһың. 

Ысынлап та, тирә-яҡ гөр килеп торһа ла артыҡ илаған кеше тойолмай. Китеүселәр араһында ла илаған 2-3 кеше күренә, башҡалары бер-береһенең кәйефтәрен күтәреп, шаян һүҙҙәр әйтәләр, таҡмаҡлап ебәрәләр. Илаусыларҙың береһе Монасип ауылыныҡы, Сәйфелмөлөк исемле егет, ерҙә тәгәрәп йөрөп иланы ул. Ул арала машиналарға тейәлергә фарман бирелде. Китеүселәр оҙатыусыларҙан көскә айырылып, машиналарға йүгерҙеләр... 

Зарифы киткәнсе сыҙаны Хәкимә, иламай, ә унан ...күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Ҡайтып еткәнсе иланы ул, ә йәнәшәһенән атлаған Шәмсихаят уны йыуатманы ла, өндәшмәне лә янынан һүҙһеҙ генә атланы ла атланы. 

Ҡыштың һыуыҡ килеүе ниңәлер күңелгә ҡыйынлыҡ тыуҙыра ине. 

Йәйләү ҙә ҡырҙан һыуыҡтар төшкәс кенә кайтты. Йонсоп, ябығып киткән атаһын ҡыҙғанып, Хәкимә атаһы янына күсеп ҡайтты. 

Ҡайҙа ла эшсе ҡулдар етешмәй. 

–Фермаға эшкә сығаһың, – тине бригадир, Хәкимәгә кәнсәгә саҡыртып, йәйләү ҡайтҡандың икенсе көнө үк,– һауынсылар етешмәй, сепаратсы юҡ. Ауырыраҡ булһа ла һауынсы булып сығаһың инде, ҡыҙым. 

Өйҙә лә эш күп булһа ла, һеңлеһен йәлләһә лә ризалығын бирҙе Хәкимә. Фермала эштең шундай ауыр мәле, сыҙап эшләүселәр аҙ, сөнки ҡул көсө менән генә, ҡарт-ҡоролар, бала-саға, ҡатын-ҡыҙ көсө менән әҙерләнгән бесән наҡыҫ, малды ҡышлатыу өсөн бар мөмкинселекте файҙаланыр кәрәк: урмандан билбыуарҙан ҡар йырып, уҫағын, йәйеген һөйрәр кәрәк... 

Кемгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә белә ине Шәрәфетдин. Иптәшенең ҡыҙының сослоғона, булдыҡлылығына һәр саҡ һоҡланды. Шуға ла уны фермаға ҡуйҙы. Тағы ла Хәкимәгә мөрәжәғәт итте Шәрәфетдин: 

–Ҡыҙым, ауыр булһа ла ҡыҙҙарҙы ойоштор, Мин ышанам, моғайын, тыңлата алырһың, урмандан йәйек ташыр кәрәк . 

–Ҡыҙҙар, арыйбыҙ, тиҙәр бит әле... 

–Нисек кенә булһа ла ойоштор, минә ҡарағанда һинең менән һөйләшеү уларға еңелерәк буласаҡ. Мин бит бойора ғына беләм.–Шәрәфетдин һүрән генә йылмайып ҡуйҙы, – ә һиңә ышанам, тыңлата алырһың, ҡыҙым. 

–Һуғыш ваҡыты бит, тыңларҙар... Тик төнөн фронтҡа ойоҡ-бейәләйҙәр, бирсәткәләр бәйләйбеҙ. Йоҡо күргәндәре юҡ инде былай 

–Һуғыш бөткәс, йоҡларҙар, – тине бригадир, ҡаты ғына итеп, һүҙ тамам тигәндәй. 

Күп көттөрмәй Зарифынан хат килде. Һүҙгә маһир, ҡурайсы, йырсы Зариф хаттарҙы ла гел таҡмаҡ, йыр, шиғыр юлдары менән генә яҙған ине. Һүҙҙәре генә ниндәйерәк бит әле: 

...Һауаларҙа осҡан аҡҡоштарҙың 

Береһе яңғыҙ ҙа береһе ҡуш, 

Төндә төштәремә керһәң, күңелгә хуш, 

Ҡосаҡлайым тиһәм...ҡуйыным буш... 

Ҡыуанысынан илай-көлә хатты үҙе 3-4 мәртәбә уҡып сыҡты ла Хәкимә ҡәйнәһенә йүгерҙе.Ҡәйнәһенең дә улынан хат килеп ,ҡыуанып ултырған сағына тура килде ул. 2 хатты ла ҡабат-ҡабат уҡытып, бергәләп сәй эсеп, күңеле булып оҙатып ҡалды әбей киленен. Хатты үҙе менән генә йөрөттө Хәкимә. Ҡыҙҙарға ҡысҡырып уҡыны, саҡ ҡына бушаһа сығарыр ҙа уҡыр ине. Һүҙҙәрен дә ятлап бөттө инде, таҡмаҡтарын, йырҙарын көйләп йөрөй башланы. Йырлай башлаһа, ҡыҙҙар ҡушылып китер ине, һағышланып уйға сумһа, ҡыҙҙар ҙа шымыр ине. Шундай ныҡ дуҫлашты һауынсы ҡыҙҙар. Бер-береһенән бер нәмә лә йәшермәнеләр, ризыҡтары ла уртаҡ ине, ҡайғы-һағыштары ла... Шуға ла Хәкимә һис икеләнеүһеҙ уларға бригадирҙың йомошон еткерҙе. 

–Ҡыҙҙар, – тине ул, – һыйырҙарҙы һауып бөткәс, таралышмай тороғоҙ, һөйләшәһе һүҙҙәр бар. 

Киске һауындан һуң, ҡыҙҙар менән ил, фронт, ауыл яңылыҡтары тураһында һөйләшеп алғандан һуң: 

–Ҡыҙҙар, иртәнге һауынға йылыраҡ кейенеп килегеҙ, һәр беребеҙ белеп тора, бесән наҡыҫ. Ошо араларҙа бер аҙ йәйек, уҫаҡ ташып алыр кәрәк. Ҡыш бауыры оҙон, малдың имен ҡышлауы үҙебеҙҙән тора. 

–Ат булабыҙ инде, – тине Сәбилә мыҫҡыллы көлөп. Бер уның менән генә үтә борсағы бешмәй Хәкимәнең. Зарифының артынан үҙе йүгергән ҡыҙҙарҙың береһе шул ул. 

–Хәл юҡ, ҡыҙҙар. Кәрәк икән ат, кәрәк икән һыйыр булырбыҙ. Тик малды теүәл ҡыш сығарыр кәрәк. Бөгөнгө көндән өҫтәмә аҙыҡ бирә башламаһаҡ, яҙға һыйырҙар күтәртәсәк, сөнки фураж да юҡ кимәлендә. Тылы ныҡтың – биле ныҡ, фронт беҙгә таянып тора. Аттар юҡ бит ҡыҙҙар, ирҙәр ҙә... 

Сәбилә генә ниҙер әйтергә уйлап, мыҫҡыллы йылмайып ҡуйҙы. Тик күпселектең ҡыҫымынан ҡурҡтымы, өндәшмәне. 

Ҡыҙҙарҙың барыһы ла килде. Шулай улар көн аша йәйек, уҫаҡ ташынылар, берәү ҙә зарланманы.Бригадир килһә, уны шаяртып, үҙ-ара көлөшөп, һөйләшеп ихлас эшләне һауынсылар. 

Икенсе хаты килде Зарифтың. Тағы ҡәйнәһенә йүгерҙе Хәкимә. Ҡәйнәһе киленен бик яратты. Ураған һайын: - Эй матур парҙарһығыҙ бит тә һуң... Ҡуй инде, тыныс заманга тура килмәнегеҙ бит, гөрләтеп йәшәр инегеҙ. Был һуғышы ҡасан бөтә инде? Уй, балаҡайым ғына, улыҡайым ғына иҫән-һау йөрөһөн инде,- тиер ине. Килене килһә, бергәләп сәй эсеп, танһығы ҡанғансы һөйләшеп ҡалыр булды. 

Тик... 

Һәр өйгә тигәндәй килгән яман хәбәр, ҡара ҡайғы уларҙы ла ситләп үтмәне... 

Ҡәҙерле кешеһенең икенсе хатын алып, уның яҙған йырҙарын, таҡмаҡтарын көйгә һалып , уларҙы ҡыҙҙарға өйрәтеп оса-ҡуна йөрөгән Хәкимәгә бер көн бригадир эштән һуң ҡалырға ҡушты. Ҡыҙҙар эштәрен бөтөп, ҡайтырға сығып бөткәс, байтаҡ ҡына фронт яңылыҡтарын һөйләп ултырғандан һуң: 

–Бына, ҡыҙым, Маһруй бирергә көсөм етмәй, тип еңмешләнгәс, аптырап, һиңә алама хәбәрҙе үҙем килтерергә мәжбүр булдым, ғәйеп итмә инде ,- тип уға ҡағыҙ тапшырҙы. Уҡыны ла иҫәнгерәп шаҡ ҡатты Хәкимә. Нисек инде ул ... Хәбәрһеҙ юғалған??? Шундай кеше эҙһеҙ юғала буламы? Унан башына барып етте һәм бөгөлөп төштө... 

Берәүгә лә күҙ йәшен күрһәтмәгән, ҡаты тигән даны сыҡҡан Шәрәфетдиндең дә күҙҙәренән суптырлап йәш ҡойола ине. Шулай ҙа йәш ҡатынды йыуатырлыҡ көс тапты ул үҙендә. 

– Ила, ҡыҙым, ила. Илап алһаң еңелерәк була ул... Тик ҡайғырып та ни хәл итәһең... 

Кем белә, яңылыш та хәбәрҙер, үлде, тимәгәндәр бит.. 

Ферманан саҡ ҡайтып йығылды Хәкимә... Ҡайтты ла урынға йығылды. Өйҙә лә, күрәһең, был хаҡта ишеткәндәр ине, Сәлимә уның янына менеп ятып, ҡушылып илай башланы. 

Әйләнеп һеңлеһен ҡосаҡлап алды ла: 

–Мин генә ғәйепле бит, Сәлимә, ауыр булһа ла төрмәгә китһәм ни була инде, 18 йәше лә тулмай ҡалды бит, - тағы күҙ йәштәренә быуылды Хәкимә. 

–Бер һиңә генә түгел, бөтөн миргә килгән бәлә, ҡағыҙ алған һәр кем бөгөлөп төшһә, ишерһегеҙ ишәк сумарын... Әйҙә, ултырып сәй эсеп алайыҡ, тынысланып алырһың,– ни аралалыр янына килгән Шәмсийыһан апай үтә ҡупшылап торманы. Был хәбәрҙе кисә үк ишеткән әбей, Сәлимәне лә тыйып, нығытып ҡуйғайны инде, тик еҙнәһе һуғышҡа киткәнсе ул өйҙә саҡта уның елкәһенән төшмәгән, әсәһен юғалтып, сабый көйө генә ҡайғының ни икәнен елкәһендә татыған ҡыҙ бала апайына килгән ҡайғыны үҙ йөрәге аша үткәрҙе. Улар шул ҡосаҡлашҡан килеш буҫығышып иланы ла иланылар. Илап арып йоҡлап киттеләр. Бер аҙ ғына йоҡлап алғас, Хәкимә,терт итеп уянып китте: иртәнге һауынға ваҡыт та еткән икән... Ипләп кенә тороп, һеңлеһенә йүнәтеп юрған япты ла эшенә йүгерҙе. Яҡшы хәбәр тиҙ таралмаһа ла яман хәбәр тиҙ тарала бит ул. Уның ҡайғыһын еңеләйтергә уйлаптыр инде, ҡыҙҙар, үҙҙәренекенән алда уның һыйырҙарын һауышып, тәрбиәләштеләр ҙә уны ҡайтарып ебәрҙеләр. Ул ҡайтҡанда һеңлеһе йоҡлай ине әле. Хәкимә уға ҡарап, бер уфтанды ла тағы ла илап ебәрмәҫ өсөн тышҡа сыҡты. Байтаҡ ҡына һыуыҡ һауа һулап торғандан һуң, ҡәйнәһенә барып килергә булды. 

Улдарының “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәрен алып, ҡайғыларынан арына алмай ултырған ҡайныһы менән ҡәйнәһе уны барыбер яҡты йөҙ менән ҡаршы алдылар. Бигерәк тә һәйбәт кеше шул уның ҡәйнәһе. Уның холҡон да белә Хәкимә. Үтә лә сабыр, тештәнмә, һыр бирмәҫ, кеше алдында һис ебеп төшмәҫ, күҙ йәшен күрһәтмәҫ ҡатын ул ҡәйнәһе. Әле лә, һүҙҙе икенсе юҫыҡҡараҡ ебәреп, ипле генә итеп: 

–Ҡуй,балам, зарлап илашып ултырмайыҡ... «Хәбәрһеҙ югалды» тигән бит, анауы ғәрәсәт эсендә юғалып та китерһең, сабыр итәйек, яҡшы хәбәр ҙә килер, кем белә...– тип киленен йыуатҡан булды. Ә ҡайныһы бер ни ҙә өндәшмәне, ара-тирә көрһөнгөләп тик ултырҙы, ҡайғы бөккән ине уны, яурындары төшөп, кесерәйеп ҡалған ине ҡайныһы. 

Шулай ҙа түҙмәне әбей, сеңләп илап киленен ҡосаҡлап һамаҡланы: 

–Иҫән генә булһын инде, балаҡайым... Барыбыҙҙың да бәхетенән иҫән генә булһын инде...18-ҙе лә тулмаған бит ҡолонсаҡҡайымдың... 

Шулай илашып ултырғандан һуң Хәкимә хушлашып ҡайтып китте. Сәйгә ҡыҫтаған ҡәйнәһенә һеңлеһен һылтаһа ла тәғәм ризыҡ ҡабырлыҡ хәле юҡ ине уның. 

Килене сығып ҡайтып киткәс бабай сыҙаманы: 

–Килен өсөн китте инде, исмаһам 18-е тулғас китер ине – тип өҙгөләнеп әйтеп ҡуйҙы. 

–Улай тимә, бабай...Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр бит...Киленебеҙ төрмәгә китһә лә үҙебеҙҙе ғәйепле һанар инек... Маңлайға яҙылғанды күрәбеҙ инде... Һау ғына булһын инде, балаҡайым. Бабайы башҡаса өндәшмәне, тәрән итеп көрһөндө лә сүкешен тотоп тышҡа сығып китте. Гөлйыһан әбей ҙә ауыр итеп уфтанып, тағы ла өй эштәренә кереште. 

... Хәбәрһеҙ юғалды... Ҡайныһы военкомат аша ла эҙләтеп ҡараны улын, булманы. 

Хәкимә баш баҫып тағы эшкә кереште. Әммә Зарифының йырҙарын онотманы. Һәр ваҡыт көйләп йөрөр булды. Йөрәгенең һағышын һеңлеһенә, эшенә баҫты, яйлап-яйлап асыла төштө, киске уйындарға, аулаҡ өйҙәргә лә йөрөнө. Фронтҡа, тип төнөн ултырып, ҡыҙҙар менән әллә күпме ойоҡ-бейәләй, бирсәткәләр бәйләнеләр. 

Бер көн һауындан ҡайтып ҡына тора ине, уны кәнсәгә саҡырттылар. 

Бригадир уның хәл әхүәлдәрен һорашып, үҙе лә ил, һуғыш яңылыҡтарын һөйләп ултырҙы ла: 

–Ҡыҙым, шуның өсөн саҡырттым әле, Өфөгә райондан делегация барасаҡ, колхоздан һине тәҡдим иткәндәр. 

–Уй, мин бара алмам ул Шәрәфетдин ағай, Сәлимәне кем ҡарай? 

–1-2 көнгә Шәмсийыһан да ҡарап торор, фермала һыйырҙарыңды бүлешеп һауырҙар, Ҡасан ундай форсат эләгә әле, йөрөп, донъя күреп ҡайтырһың. 

Ҡыуанысынан оса-ҡуна ҡайтты өйгә Хәкимә. 

Шәмсийыһан да ул яңылыҡты ҡыуанып ҡаршы алды: 

–Бар, ҡыҙым, бар. Беҙ ни Сәлимә менән былай ҙа күберәк икебеҙ булабыҙ. Шартлатып көтөрбөҙ донъяны, өйрәнгән баш, ибет Сәлимә ҡыҙым, – тип Сәлимәнең арҡаһынан тупылдатып яратып ҡуйҙы. Эйе шул, Сәлимә өсөн әллә ни борсолорға ла кәрәкмәй, ул наҙлы ғына, матур ғына булып үҫеп килә. Шәмсийыһан апай ҙа маҡтай үҙен, ҡул араһына керҙе ҡыҙым, тип. Шәмсийыһан ул арала ҡайҙандыр сәтин туҡыма килтереп сығарҙы: 

–Бына, ҡулың белә, матур итеп тегеп ал.Кеше араһында кәм күренеп йөрөмә. 

–Ҡайһылай матур, рәхмәт апай, – тауар ысынлап та бик матур ине, ҡара ерлеккә аҡ сәскәләр һибелгән, – түләрмен апай, эш хаҡымдан. 

–Бушты һөйләмә, бер өй эсендә йәшәп шул ғынаға хаҡ һорап ултырмаһам –Шәмсийыһан 

ҡул ғына һелтәне. Бик матур итеп күлдәк тегеп алды Хәкимә үҙенә ул тауарҙан, Сәлимә һеңлеһенә итәк тегергә лә етте. 

Тик... Шундай ымһындырып, хыялында ғына ҡалды Өфө Хәкимәнең. Хатта бара алмағас кешегә күрһәтмәй генә “балауыҙ” һығып та алды. “Барыбер күрермен» тип хыялын күңел төбөнә йәшереп бикләп ҡуйҙы ул. Әммә хыялының тормошҡа ашмаҫын ул был мәлдәрҙә белмәй ине әле...

*** 

–Дә,–тип үҙ алдына уйлана-һөйләнә атын ҡыуаланы Ғылмитдин ҡарт, – был һуғыштың осо ҡырыйы күренмәй, ней ошо арала Нуретдиненән дә хат-хәбәр юҡ, Имен генә йөрөһөн инде... Зәһәр ҙә ауыр һуғыш, бәлә төштө бит башҡайҙарына балаларҙың... Эй, бөтә илгә төштө инде һуғыштың ауырлығы... Ярай эле Сәйфетдине ут эсендә түгел, унан хәбәр килеп тора былай. Завутта эшләй Сәйфетдине, танкылар эшләйҙәр. Һуғышҡа күпме һораһалар ҙа ебәрмәнеләр оло улын, егәрле шул ул. 

Ауылдан да, һуғышҡа ярҙамға тип, кемдә бар, кем бирә балдаҡ, муйынсаҡ кеүек нәмәләрҙе йыйып алдылар, кемдең аҡсаһы бар, аҡса ла бирҙеләр. Ул үҙе лә Кинйәбикәһенең төҫө итеп кенә һаҡлаған, үҙе лә Хәкимәһе менән Сәлимәһенә бүлеп бирергә уйлаған балдаҡ-йөҙөктәрҙе, муйынсаҡтарҙы бирҙе, әҙме-күпме генә булһа ла ярҙам булыр, тип. Тамсынан күл йыйыла, тиҙәр бит. 

Әле Ғылмитдин Ырғыҙлыла эштә йөрөй. Аты менән ағас һөйрәй. Бына әле Монасипҡа аҙыҡ-түлек алырға ҡайтып килеүе. Алмашлап ҡайталар ауылға. Бөгөн уның сираты. 

Ырғыҙлы менән Аҡбулат араһында ҡапыл ел сыҡты. Ел көсәйгәндән көсәйә барып, буранға әйләнде, етмәһә көслө итеп ҡар яуа. Тиҙҙән юл да күренмәй башланы. 

–Әйҙә, әйҙә малҡай, – тип атын ашыҡтырып ҡараны бабай.тик аты буран йырып күп бара алманы. Нисек йырһын ул – иртәнән ҡара кискә тиклем ағас һөйрәй, етмәһә бөгөн юлда? 

Ғылмитдин санаһынан төшөп, атын етәккә алмаҡсы булып, урынынан ҡалҡынырға уйланы. Тик көслө ел уны санаға йыға һуҡты... Ҡабат ҡалҡына алманы Ғылмитдин, тыуған Монасибына ҡайтып етә алманы ул... 

Иртә менән ҡар йырып эшкә ашығыусы ике Аҡбулат ауылы кешеһе уны күреп ҡалғанда тере ине әле Ғылмитдин. Йәһәтләп район больницаһына алып барыу ҙа ярҙам итмәне, больницала йән бирҙе ул. Күҙҙәрен мөлдөрәтеп, ниҙер әйтергә ынтылып-ынтылып ҡараны, әйтә алманы, телдән ҡалғайны ... Әйтер һүҙҙәре лә үҙе менән китте... 

Ул замандар башҡа ине шул, Ғылмитдинде Монасипҡа алып ҡайтып ерләү мөмкинселеге булманы... Ул Иҫке Соббханғол зыяратында ятып ҡалды... 

Шәрәфетдин, ул хәбәрҙе ишеткәс, төнөн атын егеп, ике ҡыҙҙы атаһы менән хушлашырға алып барҙы, ярай әле, өлгөрөп ҡалдылар, бик үкенесле булыр ине юғиһә... 

Ире үлеп ҡалғас, Шәмсийыһан апай ҡайтырға булып китте һәм кәнсәгә бригадир янына килде. 

–Юҡ, – тип өҙә һуҡты Шәрәфетдин, – ҡыҙҙарын кем ҡарай? Һуғыш бөткәс ҡайтырһың әле. 

–Ул һуғыш ҡасан бөтә әле ул? Осо-ҡырыйы күренмәй бит әле уның. 

–Күп ҡалманы Шәмсийыһан, күп ҡалманы. Ана бит беҙҙекеләр алға китә башланы. Күпме ерҙәрҙе азат иттеләр бит инде... Хәкимәне бушатып булмай, үҙең аңлап тораһың. 

–Һуң... детдомға ебәрерһегеҙ Сәлимәне, өҫтө бөтөн, тамағы туҡ булыр. 

–Аңла, Шәмсийыһан, был уларға тағы ла нығыраҡ удар булысаҡ. 

Ыңһарлай-ыңһарлай ғына Шәмсийыһан сығып китте. Уға һыны теймәй тороп ҡалды бригадирҙың. 

...Их, Гылмитдин, Ғылмитдин... Ярҙам да итә алманым бит һиңә мин. Һуғыш ваҡыты, имеш...Гел бойорҙом да гел бойорҙом.Элеккесә эс-бауырыңа инеп бер һөйләшеп ултырманым бит... 

Шәмсийыһан сығып киткәс, бригадир күңелһеҙ уйҙарға сумды, күңелен әйтеп тә аңлата алмаҫлыҡ һағыш биләне, ул тороп тәмәке ҡабыҙҙы, күҙ алдынан балалыҡ, йәшлек дуҫы китмәне, уның тормошонда ғәйебе булмаһа ла үҙен ғәйепле тойҙо. 

Атаһын һуңғы юлға оҙата барғанда күҙҙәрен ҙур асып, апаһына йәбешеп ҡатып ҡалған ҡыҙ бала килеп баҫты күҙ алдына. Ирекһеҙҙән күҙҙәренә йәш тулды. Күҙ йәштәрен үҙенән үҙе йәшереү өсөн күкрәген тултырып тын алды ла тәмәкеһен һурҙы, тик күңеле баҫылманы. Күҙ алдынан дуҫы менән Иҙелдә ат йөҙҙөрөүҙәре, үҫә төшкәс ҡыҙҙар артынан сабыуҙары, бер-береһенең туйҙарында йөрөүҙәре, үҙҙәре дуҫ булғас, ҡатындарының да дуҫлашып китеүҙәре – барыһы ла бөгөнгөләй күҙ алдына баҫты. 

–Их, йәшем уҙған көйө фронтҡа һорап йөрөгәнсе ауыл кешеһен ҡайғыртһам ни булды? Эш тә эш... Бойор ҙа бойор... Һалдатмы ни улар һиңә? 

Эх, Ғылмитдин, Ғылмитдин... Һаҡлай алманым бит мин һине. 

–Улай тимә. Йә, уйлап ҡара, унан башҡа Ырғыҙлыға кемде ебәрер инең? Өҫтән райком ҡыҫтай, план да план... Берҙән һуғыш уаҡыты, эшләрҙәй кешеләр һуғышҡа китеп бөттө, шул, кемдең әҙерәк хәле бар, эшләй инде,ҡалайтаһың, – ниндәйҙер бер эске тауыш Шәрәфетдинде аҡлап ҡуйҙы. Кәнсәгә бер-бер артлы кешеләр килеүе уны бошонҡо уйҙарынан бер аҙ арындыра төштө. 

Шәмсийыһан апай оҙаҡҡа сыҙаманы, бер ай үттеме-юҡмы, кәртәләге һыйырҙы һуйҙырып, тейәп үҙенең ауылына ҡайтты ла китте. Был юлы бригадирға ла әйтеп торманы. Хәкимә, һеңлеһен ҡосаҡлап, иламаҫҡа тырышып тороп ҡалды. Уны Шәрәфетдин ҡарт атаһы үлгәндән һуң сепаратсы итеп күсергәйне. Аңлы бабай барыһында күҙ уңында тотҡандыр инде. Сепаратсы булып эшләүе уға һеңлеһен асыҡтырмаҫҡа мөмкинселек бирҙе, уларҙы аслыҡтан ҡотҡарҙы. 

Малды ҡышлатыу өсөн алыҫҡа, Кәлтәгәү тигән яланға ҡыуҙылар. Хәкимә лә, һеңлеһен алып шунда китте. Был ваҡытта ул тағы ла һауынсы булып эшләй башлағайны инде. Бер ваҡыт йәйләүгә ниндәйҙер кешеләр килеп төштөләр. Ферма мөдире менән генә һөйләшеп, уға ниндәйҙер ҡағыҙҙарҙы күрһәтеп торғандан һуң, ай-вайға ҡуймай, Сәлимәне Хәкимәнең ҡулынан тартып алып, кире ҡайтып киттеләр. Үкереп илап тороп ҡалды Хәкимә. Төнө буйы һеңлеһе менән һаташып сыҡты: 

–Сәлимәне, Сәлимәне бирегеҙ, ҡалдырығыҙ! Теймәгеҙ уға! – тип ырғып килде лә торҙо, килде лә торҙо... Унан устары менән ҡолаҡтарын ҡапланы, ҡолағына Сәлимәнең тауышы ишетелгәндәй тойолдо. Ул бер аҙ тынысланғансы һауынсылар уға беркетелгән һыйырҙарҙы алмашлашып тәрбиәләнеләр. Тынысланды Хәкимә яйлап, әммә бик ныҡ үҙгәргәйне . Ул һөйләшмәҫкә әйләнде, Зарифының йыр-таҡмаҡтарын көйләп йөрөүен дә ташланы, шым ғына йөрөп һыйырҙарын һауа ла аҙаҡҡы һауған һыйырының муйынынан ҡосаҡлап ниҙер шыбырлап-шыбырлап шунан һуң ғына һөтөн тапшырып балаганға инер булды. Өлкән һауынсы(һауынсыларҙың етәксеһе) Бибинур апай уның менән һөйләшеп ҡарамаҡсы булып, ул шулай һыйырының муйынынан һөйөп ниҙер һөйләп торғанда уға яҡынайҙы һәм уны тыңлап хайран ҡалып тора бирҙе лә кире боролдо. Һауынсылар уны уратып, һүҙһеҙ генә яуап көттөләр. 

–Мин уны барыбер үҙемә кире аласаҡмын бит ул. Барыбер аласаҡмын. Беҙҙе бит айырырға тейеш түгелдәр. Илайҙыр инде, һеңлегенәм, сәстәренән һыйпап йыуатыусыһы ла юҡтыр инде туғанымдың...– шым ғына Хәкимәнең һүҙҙәрен ҡабатланы ла илап ебәрмәҫ өсөн ферманан сығып китте Бибинур, Ҡыҙҙар ҙа бер-береһенә ҡарашып алдылар ҙа тышҡа атланылар ... 

 

*** 

...Мөғлифә әбейҙең күңеле тыныс түгел ошо арала. Әллә ни булды улына. Юҡҡа ғына сәсрәп көйөп китә, һөмһөрө ҡойолоп, ҡаштары төйөлөп алһа инде – бер кемде лә ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә... Хатта киленгә екерә. Уныһы һуң әле, бахыр ғына, бер ни ҙә өндәшмәй, баш баҫып эшләп тик йөрөй. Шул тиклем дә күндәм кеше булыр икән! Әбейгә күрһәтмәҫкә тырышып мөйөш-һәйештә шәмәргеләп тә ала, шикелле... Әллә араларына «ҡара бесәй» төштө инде... 

Аллам һаҡлаһын, Аллам һаҡлаһын! Һуғыштың башынан аҙағына тиклем йөрөп имен генә ҡайтты, тормошо ғына яйланһын инде. Килене бар ине инде ул Мөғлифәнең, Кәшфуллаһының һуғыштан ҡайтыуын көтмәне бит, әллә ни арала анауы Мотаһар менән сыуалып китте. Дәрте ташып торған йәш ҡатындың ни... Әбей әйткән булып ҡарағайны ла ул, ҡолағына ла элмәне. «3 йылдан ашыу һуғыш барғанына, әллә ҡайта, әллә юҡ, йүнләп хаты ла юҡ, уртаҡ балабыҙ юҡ әле. Кешеһе бар саҡта сығам да ҡуям, алам ғына тиһен», - тип әбейҙең ауыҙын йомдорҙо ла ҡуйҙы, кешегә һис ҡаршы әйтеп өйрәнмәгән әбей “бәс” булды. Балаһы тыуғайны үҙгәрҙе улы. Ваҡытынан алдараҡ тыуҙы шул бала ғынаһы... әллә Кәшфуллаһыныҡы түгелме икән?... Мөғлифә әбей һиҫкәнеп китте: «Ыстырам, оло башым менән ҡалай юҡ-бар уйлап торам әле... Ана бөгөн күрше ауылға сильсәүиткә киттеләр, ыңғайлап та китерҙәр, Аллаһ бойорһа.» - уйҙарын кеше ишетеүҙән ҡурҡҡан төҫлө әбей елп итеп аласыҡҡа инеп китте, ейәне йоҡлаған арала ҡаҙанға аш һалыр кәрәк, балалары ҡайтыуға бешеп торор. 

Ҡатынын ултыртып, күрше ауылға тип сығып. китһә лә Кәшфулланың уйы бөтөнләй икенсе төрлө булған, күрәһең, ауылды сығып күп барманы, атын икенсе юлға ҡайырҙы. Ҡатынының һорамаясағын белһә лә. «бынан турараҡ», - тигән булды. Иренең ҡарашынан ниҙер һиҙеп һиҫкәнһә лә, ҡатын меҫкен бер ни ҙә өндәшмәне. Юлдан һәптеюҡ алыҫлашҡас, Кәшфулла атын туҡтатты. Әйләнеп арбаһын ҡарап сыҡҡан булды, баш тирәһен байҡап сыҡты, шунан ғына ҡатыны янына килде һәм : 

–Йә, әйт инде, бала кемдеке? 

Ғәзимә буҫығып илай башланы.Йәшле күҙҙәрен иренә төбәп, күҙ йәштәренә төйөлә-төйөлә һыңҡылдап яуап бирҙе: 

– Һинеке инде, Кәшфулла, бүтән кемдеке булһын? 

– Алдашма! Минеке булғас ниңә илайһың? – Кәшфулла ысынлап асыулана башланы, ҡаштары емерелде, күҙҙәре янып китте, - Йә, мине сығырымдан сығарма, яҡшылыҡ менән генә әйт дөрөҫөн? 

–Һинеке, тим бит... 

–Ә-ә, әле һин һаман әйтмәҫ китәһеңме? – Ир уны матҡып тотоп алды һәм шул килеш бер-икене эләктереп тә ебәрҙе, - әйт, кемдеке? Юғиһә хәҙер ошонда берәй ҡумырыҡ аҫтына тығып китәм, әйт, тиҙ бул! 

–Һинеке инде, а-а-а...үлтерәһең... 

–Минеке түгел, миңә «мөгөҙ” ҡуйыуы анһат түгел ул, әйт кемдеке? 

–Әйтәм, әйтәм... Тик туҡмама ғына... 

–Көтәм, тиҙ бул. 

Нишләһен инде, Ғәзимә, бынауы ҡыпсыуыр кеүек ҡулдарҙан ысҡынып та булмаҫ, бәлки, дөрөҫөн белһә тынсып йәшәп тә китерҙәр. Барыбер ҡасан да булһа ишетер, кешенән ишеткәнсе, үҙемдән ишетһен, тип дөрөҫөн әйтергә булды ҡатын. 

–Һуңғараҡ ҡалып... һыйыр һауырға барғайным... бригадир Әптерәй йәбеште... 

–Һе, мин беләм, һиҙәм бит ул минеке түгеллеген. Етмәһә, һуғышҡа ла бармайынса, бында бисәләр артын «еҫкәп» ятыусы Әптештеке икән! Беҙ һуғышта ҡан ҡойғанда, кәсебе шәп булған, тиҙәр шул. Йә инде, кем балаһын көтә яҙғанмын бит. Тфү! Бынауы Йәмилә еңгәмде лә әйтер инем инде, 7-8 айҙан да бала тыуырға мөмкин тип мине алдап маташа.Йә, мин һуғыштан ҡайтып төшкән сәғәттән димләй башланы. Эй, мин ҡәйнеш булһам да һин һеңлеһе бит әле. 

Атын кире ҡайтыу юлына борҙо Кәшфулла. 

-Ошонда ғына ҡалдырып ҡайтыр инем, йәлкеһең, яҡшы ҡатынһың... Тик мин башҡаса һинең менән йәшәй алмайым, үҙ иркең менән генә ҡайтып кит. Мыҫҡылға ҡалып,кеше балаһын көтә алмайым, етмәһә кемдең балаһы бит әле – Әптештеке! ТФҮ-Ү! – ғәрлегенә сыҙай алмай Кәшфулла ҡатлы-ҡатлы итеп һүгенеп ебәрҙе һәм үҙ ҡылығынан үҙе оялып йылп итеп боролоп ҡатынына ҡараны, тик ҡатындың аңына уның һүгенеү һүҙҙәре барып етмәне, уның мейеһен айырылыу хурлығы томалағайны.Ул, йәшле күҙҙәрен көскә ҡалҡытып, ялбарыулы ҡарашын иренә төбәне: 

-Ҡуй, Кәшфулла, кеше көлдөрмәйек инде... Бөтәһе лә һинеке, тип уйлай бит барыбер... 

Күҙҙәренең тиҫкәреһен әйләндереп ҡараны уға ире, ҡатын, меҫкен, бөршәйеп ергә һеңгәндәй булды, шулай ҙа: 

-Ҡәйнәм дә ейәнен бик ярата, - тиергә көс тапты. 

- Һе... Баланың ғәйебе юҡ әлбиттә, әсәйем ярата икән, үҙ иркендә. Берәй ваҡыт үҙенең ысын ейәндәре була башлаһа, онотор әле. Ә һин иртәгә үк балаңды алып ҡайтып китәсәкһең, белдеңме? Юғиһә, үҙеңә үпкәлә. 

Тиҙ генә ҡайтып китә алманы Ғәзимә. Ҡәйнәһенә иренең һүҙҙәрен еткерергә баҙнат итә алманы ул. Ҡәйнәһе, һуғыштан имен-аман ҡайтҡан улының балаһы тип уйлап, ейәнен шул тиклем ярата, хатта ҡулынан да төшөрмәй ине. Тик улының ҡырҡа үҙгәреүенә аптыраны ул, ниңә балаһын яратмай,ниңә башҡа йоҡлай, хатта мунсаға ла айырым йөрөйҙәр?... Килененән ҡырлап ҡына һорап ҡарағайны, уныһы ни түгелеп илап сыҡты ла китте. Улының һөмһөрө ҡойолоп йөрөүе лә эсен бошора әсәнең, тик бер әмәл дә итә алмай. 

Аңҡы-тиңке булып, шаңҡып йөрөнө лә Кәшфулла, барып Йәмилә еңгәһен күрергә булды. 

Эштән ҡайтып, атын туғарҙы ла өйгә лә инеп тормай, еңгәһен күрергә китте. 

Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, урамға сығып күп тә барманы, юлына Әптерәй осраны, етмәһә, күрешергә ҡулын һуҙғас, аптырап, ҡул бирҙе. Бер аҙ буш-бар һөйләшеп торғандан һуң, Әптерәй, күҙҙәрен майландырып( бәлки, Кәшфуллаға ғына шулай тойолғандыр инде): 

-Йә шунан, малайың үҫәме? – тип һораны. 

Тимәк, үҙенеке икәнен белә! Зиһенен ярып үтте был һорау Кәшфулланың. Үҙендә шулай ҙа ыңғай яуап бирерлек көс тапты: 

-Үҫә-ә, ай үҫәһен көн үҫә, - тип яуапланы ул,асыуын ауырлыҡ менән баҫып һәм Кинйәбай ағаһында йомошо барлығын аңғартып йәһәтләп Әптерәй янынан шылыу яғын ҡараны. 

«Белә, ҡәһәрең, белмәй ни үҙе боҙғас, белә инде, йә инде, ниндәй ҡатынды харап иткән,ә! – тип Ғәзимәһен йәлләп тә ҡуйҙы, - юҡ, Әптеш балаһын көтәсәге юҡ инде уның. Егет сағынан яратманы шул Әптерәйҙе, ул ҡыҙҙарға бәйләнер ине, Кәшфулла уларҙы яҡлап туҡмалып та ҡуйғыланы. Йәшкә унан 4-5 йәшкә өлкән ул. Һуңынан үҙе һөйләп, үҙ һүҙенә үҙе ҡыуанып, ауыҙын ҙур асып һаһылдауҙары ла ытырғаныс булып тойолдо Кәшфуллаға. Ә бына хәҙер тормошона килеп инде, юҡ инде, мин түгел һеҙгә тишек шоманға ултыра торған кеше” 

Ауыр уйҙар менән барып инде Кинйәбай ағаһының ҡапҡаһына Кәшфулла. Ағаһы ла эштән ҡайтып, атын туғарып ҡына тора ине. Ҡустыһын күргәс: 

–Бар өйгә инә тор, мин малға бесән ташлап инәм, - тип һыйырҙары торған кәртә яғына ыңғайланы. 

«Бик йәтеш, бәлки еңгәм менән һөйләшеп өлгөрөрмөн» - тип уйлап, Кәшфулла йәһәтләп өйгә ашыҡты. 

Еңгәһе, урындыҡҡа ашъяулыҡ түшәп, сәй ултыртып ҡына йөрөй ине. Элек Кәшфулла ҡәйнешен күрһә шаяртып зыҡ ҡупҡан еңгәһе был юлы уның һаулығын ғына алды ла артыҡ өндәшмәне. 

“Тимәк,беҙҙең хәлдәрҙе белә... Ғәзимә аңғартып өлгөргәндер инде, тимәк тура ярып әйтергә лә була» -тип уйланы ла Кәшфулла һүҙен башланы: 

–Еңгәй, минең ни өсөн килгәнде һиҙәһеңдер, моғайын... 

Йәмилә көрһөнөп ҡуйҙы: 

–Беләм дә ул... Аҙыраҡ Ғәзимәне йәлләһәң ни була. 

–Еңгәй... 

Тыңлап тормай, ҡул ғына һелтәне еңгәһе. 

-Үҙем ғәйепле, үҙем димләнем шул... Йәшәр ҙә китерһегеҙ, моғайын, уаҡсылланып көнөн шутлап тормаҫһың, тип кенә уйлағайным. 

- Бүтәндеке булһа көтөр инем, әммә мин Әптештең балаһын көтә алмайым. 

- Барыбер айырырһың инде Ғәзимәне, йәшәһә лә ғүмер буйы йөҙөнән алырһың... 

Монасип яғында бар бер ҡатын, ошо арала беҙ ағайың менән туйға барабыҙ, шуға барып һөйләшеп ҡара. Тик ата-әсәһе юҡ, һыу һөлөгө кеүек ҡатын. Һин уны ала алһаң уңырһың, донъя көтөргә шәпһең. Ғәзимә лә насар түгел дә бит... Ғүмер буйы һинән битәрләү һүҙе ишеткәнсе, ваҡытында сараһын күрер кәрәк 

Ул арала ағаһы Кинйәбай килеп инде .лә бер юлы ҡулын йыуып, түргә уҙҙы. 

-Шунан, хәлдәрегеҙ нисек, Балдыҙ ни хәлдә, бәпәй үҫәме? – тип Кәшфулланы һорауҙарға күмеп ташланы. Яуап бирмәй, шымып ҡалған ҡустыһына текләп ҡараны ла: 

-Аңлашылды- ы... - тип һуҙҙы, - еңгәң болғаған – үҙе төҙәтһен, һөйләштеңме? – тине ул, ҡатынына уҫал ҡарап. 

- Эйе, - тине Йәмилә,күңелһеҙ генә. 

- Кеше яҙмышын боҙоп... – ағаһы, йөҙө боҙолоп, уларға борсолоп ҡарап тороусы ҡустыһына боролдо, - әҙерлән, беҙҙән ҡалма, 2 көндән китәбеҙ. 

Ике көндән, Кәшфулла ағалары менән Монасипҡа сығып китте. 

-Ағайымдар менән йөрөп киләм, - тине аҡланырға теләгәндәй әсәһенә. 

Әсәһе көрһөнөп кенә ҡуйҙы, бар ҙа барма ла тимәне. 

Барып еткәнсе, ауыҙҙарына йөҙөк ҡапҡандай, береһе бер ни өндәшмәне. Шаян еңгәһенә лә ниҙер булды, шым ғына бара, ара-тирә көрһөнгөләп ҡуя. Ғәзимәне уйлайҙыр инде. Ә Монасип халҡын белеп етмәгән Кәшфулла йөрәкһеп ни уйларға ла белмәй. Кемгә төбәп алып бараларҙыр инде, әммә Кинйәбай ағай ҡуҙғалғас, насар ҡатын түгелдер... Монасипҡа барып етеп, атты саҡырыусының ҡапҡаһына индергәс, ул,ҡустыһы менән ҡатынын «Атты үҙем туғарам, өйгә инә тороғоҙ» - тип өйгә индереп ебәрҙе лә үҙе ҡаршы алырға сыҡҡан өй хужаһы менән икәү генә ҡалды. Кәшфулла өйгә ингәс аш-һыу йүнәтешеп йөрөүсе, аҡ йөҙлө, ҡара ҡашлы һылыу ҡатынды күреп, их, шул ғына булһа ярар ине, тип уйлап та ҡуйҙы үҙе лә һиҙмәҫтән. Һылыу ҙа, таҙа ла ине ҡатын. Кинйәбай хужа менән һөйләшә-һөйләшә килеп инде. Йөҙө яҡтырып киткән, көлөмһөрәп Кәшфуллаға күҙен ҡыҫты, эш беште, тиеүе булды, күрәһең. Барып, еңгәһенең ҡолағына ниҙер шыбырланы ла түргә уҙҙы. Ҡунаҡ башланды, теге йәш ҡатына ситтән генә урын алды. Кәшфулла, кешегә һиҙҙермәй генә уға ҡарап-ҡарап алды. 

Ҡунаҡ барған арала, Кинйәбай Кәшфуллаға килеп, йәш ҡатынды күрһәтеп: 

-Яҡшы көтөр булһаң ғына һөйләш,атаһы ла, әсәһе лә юҡ. 2 ағаһы, бер һеңлеһе бар. Ағаһының береһе һуғыштан ҡайтып етмәгән әле, олоһо төрмәлә. Стәрлетамаҡҡа ылау менән бойҙай алып барған саҡта юлдаш иптәштәре ныҡ асыҡҡас , ике урында туҡталып бойҙай ҡыҙҙырып ашатҡан, 2 кило бойҙайы тулмаған шуның өсөн 2 йылға хөкөм иткәндәр. Бәләкәй һеңлеһен көткән ошоғаса, тик уның күҙ йәштәренә ҡарамай, приютҡа алып киткәндәр. Шул һеңлеһен алыу өсөн сыға кейәүгә. Иренең «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙы килгән... тип - теҙҙе, - ҡулыңа эләкһәме – уңасаҡһың ҡустым.

–Рәхмәт, ағай! 

–Һай әттәгенәһе, - тип – көлдө ағаһы, - һөйләшкәс, әйтерһең рәхмәтеңде. 

Ни эшләһә лә эшләне еңгәһе, осраштырып ҡунаҡ араһында һөйләштерҙе уларҙы. Артыҡ һүҙ һөйләмәй генә баш ҡағып ҡына ризалығын бирҙе ҡатын. Исеме Хәкимә икән. 

–2 аҙнанан киләм, - тип өҙә һуҡты Кәшфулла. Хәкимә уға күтәрелеп тә ҡараманы. Хужабикәгә һауыт-һаба йыуышты ла... әллә ҡайһы арала юҡҡа сыҡты. Йөрәкһегән Кәшфулла ла, ағаларын көтөп тормай, йәһәтләп йәйәү ҡайтып китте. 

« Ну-у шәп ҡатын, бер килеп эләкһә. ебәрмәҫ инем инде мин уны... Йәһәтләп Ғәзимәне ҡайтарыр кәрәк... уныһы ла инде, аңламай микән инде, көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы булмай ҙа һуң... Эй, бахыр, ул да яҡшы ҡатын да бит...” 

Бүтәне бүтән,әсәһенә нисек әйтер икән? Әсәһенә һис ҡаршы әйтеп өйрәнмәгән ул. Әүлиә кеүек күрә ул уны. Кеше аңламай: «әсәй балаһы” тип тә ҡуялар ҡайһы саҡта, тик уларға Кәшфулла өндәшмәй, ниңә өндәшһен – уның алдында ғына түгел бөтә ауыл алдында әсәһенең абруйы ҙур икәнен белә бит ул. 

Ҡайтҡас әсәһенә лә, ҡатыны ла бер ни ҙә өндәшмәй йөрөнө ул. Быны әсәһе тик яҡшыға юраны, улы йылмайып, көлөп һөйләшә, киленгә лә артыҡ өндәшмәй. 

Ике аҙна ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Ғәзимәгә генә: 

-Мин яңынан ҡатын алып ҡайтам. Иртәгәгә бында булмайһың, - тине лә Кәшфулла әсәһенә лә әйтеп тормай юлға сыҡты, әсәһенең кире ҡайырып ҡуйырын уйланы. 

Күңелһеҙ генә төшкө сәй ултыртып йөрөгән килененә һынамсыл ҡарап: 

-Тағы ни булды икән? – тип борсолдо әбей, - күрмәй ҡалдым бит тегеһен, әллә берәй насар һүҙ ташлап сығып киттеме икән, һәйбәт кенә йөрөй ине бит әле?... Түҙмәне, сәй янында килененән: 

-Ҡайҙа һуң Кәшфулла? – тип һорай ҡуйҙы. 

–Эй, ҡәйнәм... Ни эшләргә лә белмәйем инде... Ҡатын алып ҡайтам, өйҙө бушат! - тип сығып китте улың... – һөйләп тә бөттө, сеңләп тә ебәрҙе килене. 

–Аһ –аһ, - тип бот сапты әбей, – нишана( бар әрләү һүҙе ошо ине уның), ҡайтһын ғына әле, мин уны... - тип улына янап та ҡуйҙы һәм килененә – бер ҡайҙа ла йөрөмәйһең, тыпырсыныр-тыпырсыныр ҙа тыныр әле, - тине, сөнки улының үҙенең һүҙенән сыҡмаҫын ул яҡшы белә ине. 

Ә Кәшфулла был ваҡытта Бөрйән юлында ине инде. Монасипҡа килеп төшкәйне иртә менән 3-4 көн инде Хәкимәнең өйҙә булмауын әйттеләр, кемдер берәү Бөрйән юлына осратыуын да әйткән булып сыҡты. Юҡ, Кәшфулла кеше араһында көлкөгә ҡала торған әҙәм түгел, барыбер эҙләп табып алып ҡайтыр!.. Сәмсел, ғәрсел Кәшфулла ла Бөрйәнгә китте. «Ер тишегенән булһа ла эҙләп алып ҡайтам» тип уйланы ул. Тик... Хәкимә Бөрйәндә булмай сыҡты, аңҡы-тиңке булып , ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрөнө лә Кәшфулла кире Монасипҡа килде. «Нисек ауылға ҡайтһын ул, ҡатынына бит өйҙө бушатырға ҡушты, әлдә генә әсәһе белмәй әле» Монасипта үҙе Хәкимә менән танышҡан өйгә килде. Әмәлгә ҡалғандай, уларҙа бер һалдат ултыра ине. 

–Әйҙүк-әйҙүк, - тип түргә саҡырҙы уны хужа, - маҡтап ҡына йөрөйһөң икән, хәҙер ҡоҙағыйың аш өлгөртә. 

Кәшфулла, ҡулдарын йыуып , улар янына уҙып улар менән күрешеп, ашъяулыҡ янынан урын алды. 

–Бына, мин һөйләгән егет ошо инде, - тип һалдатҡа боролдо Сәйфулла, - ә Хәкимә ҡайҙа һуң,ниңә инмәй? 

Күрәһең, улар уны Хәкимә менән бергә ҡайта тип уйлап, аш һалып көтөп торғандарҙыр инде. 

– Бөрйәндә юҡ ул, - тине Кәшфулла, - мин кире ҡайтҡандыр тиһәм... 

– Әй, мин һеҙҙе таныштырманым да бит әле, бына Хәкимә һеңлекәштең бер туған ағаһы, бөгөн генә ҡайтып төштө. Хәкимә, хаты юҡ тип борсола ине. 

– Бирәйем тигән ҡолона, сығарып ҡуййған юлына, тип эстән генә, эскерһеҙ ҡыуанды Кәшфулла, бына бит, рәхмәт Аллаһҡа, юлыма ағаһын сығарып ҡуйҙы. 

Улар гәпләшә-гәпләшә аш ашанылар, сәй эстеләр. Унан һуң өсәүләп тышҡа сыҡтылар. 

- Ух, ниндәй сафлыҡ, һауаһы һуң, һауаһы, - тип күкрәк тултырып һуланы киске һауаны өй хужаһы – Сәйфулла. Үҙе кеҫәһенән тәмәке сығарҙы. 

-Һин нимә, әллә тегендә төтөндө аҙ еҫкәнеңме, бынауындай матур кисте боҙоп? – тип көлдө Хәкимәнең ағаһы Нуретдин. 

-Өйрәнелде инде, берәй нисек ташлар кәрәк ине лә ул, - Сәйфулла шулай һөйләнә-һөйләнә тәмәкеһен ауыҙына ҡапты ла ҡабын Кәшфуллаға һуҙҙы. 

–Ул нәмәне ауыҙға ла алған юҡ, ҡоҙа, - Кәшфулла ҡыйынһынып китте, - өйрәнеп булманы инде, һуғышта ла тартманым. 

–Яҡшы, яҡшы. ҡоҙа. Мин тарттым инде. Нисауа, яҙған булһа ташлармын әле. Шунан, Хәкимә тураһында ни әйтерһең? 

Кәшфулла оҡшаны Нуретдингә, ипле һөйләшә, тартмай, һуғышта гел командир булған. Бисәһе барлығын да, ниңә айырырға уйлағанын да хужа аңғартып ҡуйғайны инде. 

–Ни тип әйтәһең инде, иртәгә үҙен барып күрербеҙ инде. Ҡунағыңды миңә ебәр, һеҙ үҙегеҙ ҙә күмәк бит. 

Улар икәүләп Нуретдингә киттеләр. Һүҙҙәре килеште уларҙың, икеһе лә ҡайһындай мәхшәр, ут эсендә йөрөп, имен ҡайтҡан кешеләр бит. Таң атыуға Кәшфулла Хәкимә һәм уның ағайҙары, һеңлеһе тураһында, ата-әсәләренең нисек вафат булыуҙары хаҡында бөтәһен дә белә ине инде. Таң һыҙылыуға ғына йоҡлап китте ике утты-һыуҙы кискән һалдат. 

–Әйҙә, - тине Нуретдин, иртәнге сәйҙе эсеп алғас, - мин кисә уның ҡайҙалығын ишеткәйнем дә, үҙеңде күреп һөйләшермен, - тип уйлағайным. Күңелгә яттың былай, әҙ ултырыр – күп һынар, тигәндәй, барып һөйләшеп ҡарайыҡ, яҙған булһа, бәлки, кейәү ҙә булырһың. 

– Ә ҡайҙа һуң ул? 

– Эй, бесәнселәр янында, иптәш ҡыҙҙары янында икән. Кем белә, кире уйлап та ҡуйғандыр, кейәү бик яҡшы кеше ине... 

– Мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел – тип ҡуйҙы, Кәшфулла үпкәләгәндәй итеп. 

–Шулай ҙа бит, кейәү уны 16 ғына йәшендә ФЗО-нан алып ҡалды, үҙе лә шуның арҡаһында һуғышҡа ла иртәрәк китте... Ярай, барайыҡ әле,күҙ күрер, Сәлимәне лә приюттан алыр кәрәк, апайына ғына баш баҫып үҫеп килә ине... 

Кәшфулла өндәшмәне, ни әйтһен инде ул, Кинйәбай ағаһы ла ҡатындың яҙмышын уға һөйләп, яҡшы көт, тип тыҡып-тыҡып ебәргәйне лә бит.. (ред). «Тыумаған ҡолондоң ботон һындырған» кеүек булып ҡуймаһаҡ ярай ҙа бит – тип кенә уйланды борсолоп . 

Колхоздың сабындары йыраҡ ҡына булып сыҡты. Бесәнселәрҙең төшкө ялға туҡтаған мәле, туғай гөрләп тора. Ҡаҙан аҫып ебәргәндәр, тирә-яҡҡа тәмле һурпа еҫе таралған. Бына бер осло күҙе Нуретдинде күреп тә ҡалды һәм туғай яңғыратып: 

-Хәкимә, ағайың ҡайтҡан, - тип һөрәнләп тә ебәрҙе. Сыр-сыу килгән ҡатын-ҡыҙҙар араһынан берәү айырылып сыҡты ла бер аҙ өнһөҙ торғандан һуң: 

-Ағайым!... – тип быларға ҡаршы йүгерҙе. 

Йүгереп килеп ағаһының ҡосағына һыйынып, күҙ йәштәренә күмелде Хәкимә. Ул да уны йыуатманы, өнһөҙ генә сәстәренән һыйпаны, маңлайынан үпте. Эйе, әсе яҙмыш төштө уларҙың өлөшөнә, бигерәк тә һеңлеһенең өлөшөнә. Бер аҙҙан Хәкимә Кәшфуллаға күтәрелеп ҡараны. Уның күҙ ҡарашы, һин дә йөрөйһөң тағылып, тигәнде аңлата кеүек тойолдо иргә. Тик Хәкимә улай уйламаны, үҙен эҙләп килгәнен аңлап ниндәйҙер аңлашылмаған кинәнес кисерҙе ул. Ағаһынан кискә тиклем бөтөнләй айырылманы. Нуретдинде һырып алдылар, күккә сөйҙөләр, ул барыһы менән дә ҡосаҡлашып күреште, бәләкәйерәк малайҙарҙы күтәреп-күтәреп алды.Эйе, үҙ кеше ине ул ауылында. Олораҡтар Кәшфулла янына ла килеп һөйләшеп өлгөрҙөләр. Ҡайһыһы атаһын, ҡайһыһы әсәһен белә булып сыҡты, туған тейешле кешеләре лә табылды. 

-Әйҙә, туған, ҡараңғы төшмәҫ элек ҡуҙғалайыҡ. Эш кешеләрен бимазалап йөрөмәйек, юл кешеһенең юлда булғаны яҡшы, – тип Кәшфуллаға өндәште Нуретдин 

Кәшфулла, был ни эшләр икән, тип Хәкимәгә күҙ һалды. Ә уның ағаһының ҡулдарын тотоп, күҙҙәренә ҡарап йылмайып торғанын күргәс, еңел тын алып, улар яғына ыңғайланы. 

– Беҙҙе тере ҡул ҡалдыраһың бит әле, Нуретдин ҡустым, - тине бесән эшләүселәрҙең етәксеһе Әшрәф, – бесән йыйышыуға ла шәп, тамаҡ бешереүгә лә оҫта бит әле Хәкимә. 

– Ярай, ярай, һуңыраҡ килер әле, - тигән булды Нуретдин дә. Әшрәф ҡабат өндәшмәне, ни генә тиһен инде, тик бесәнселәрҙең бөтәһенең дә тигәндәй күҙе Кәшфуллала икәнен күреп, йәһәтләп уларҙы эшкә ҡуҙғалтты. Бесәнселәр, хушлашып, теләр-теләмәҫ кенә ҡуҙғалдылар. 

– Олораҡ икән, - тине береһе. 

–“Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, ҡаласынан ҡан тамыр” – тине уны йөпләгәндәй икенсеһе. 

– Етер һеҙгә, - тип екерҙе Әшрәф, - хәлен белмәһәгеҙ бер асыу. 

–Шулай шул, бәхетле генә була күрһен инде, балаҡай, - тип күҙ йәштәрен һөрттө Бибикамал исемле ҡатын, уға башҡалар ҙа ҡушылды. Әле генә шаулап торған туғай тынып ҡалды, шул тыныуҙан кешеләр кискә тиклем тигәндәй шым ғына, баш баҫып эшләнеләр. Эй. был һуғыш... ниҙәр генә күрмәтмәне әҙәм балаһына... 

Теге өсәү ҙә ҡуҙғалды. 

–Шунан, ҡарындашым, ни уйланың? 

Ни тиергә лә белмәй баш баҫты Хәкимә. 

–Мин һиңә көсләшмәйем, тик ризалығыңды ла уйлабыраҡ бирер кәрәк ине, хәҙер бына Кәшфулла ҡустыны ла яйһыҙ хәлгә ҡалдыраһың бит инде... 

–Минең шарттарыма риза булһа... мин риза. 

–Ниндәй шарттар? – тине ағаһы аптырап. 

–Иң беренсе детдомдан Сәлимәне алышһын, унан тағы... мин ЗАГС-ҡа тормайым, бәлки кейәүең иҫәндер, - Хәкимәнең тауыштары ҡалтырап китте, – ул ҡайтһа, Сәлимәне алып мин кире ҡайтасаҡмын... Мин һеңлемде алыу өсөн генә һайлайым был юлды. Уны көтөргә ризаһыңмы һуң? 

–Уға нисә йәш һуң? 

–10 йәш тула инде... 

–Ҡул араһына инә башлаған бит, үҙеңә ярҙамсы ла булыр. Мин риза, һеңлеңде иртәгәнән юллай башлаясаҡмын, - Кәшфулла ла Хәкимә ни әйтһә шуны үтәр сиккә еткәйне инде. Эстән генә, – «ҡайтмай инде ул, кем белә үлгәндер ҙә, йә плендәлер, йә дезертирҙер» – тип үҙенсә генә ҡыуанып ҡуйҙы ул. 

Ә Нуретдин Кәшфулланы күҙәтеп, «аҡыллы күренә, моғайын, Сәлимәне һыйҙырыр, аҡыллылыр, һуғышта ла гел командир булған бит» - тип уйланы. 

Монасипҡа барып етеп, ул-был иткәс, йәһәтләп Кәшфулланың ауылына ҡайтырға сыҡты улар. 

Хәҙер инде Кәшфулланы икенсе уй борсой башланы: их, Ғәзимә генә ҡайтып киткән булһа ярар ине, бушты ғына әсәйемә аңғартып һөйләп китмәгәнмен, их, ҡайтҡан булһа ярар ине... 

Ауылға эңерләтеп кенә ҡайтып еттеләр. 

Ишекте асыу менән иң беренсе Кәшфулланың күҙенә Ғәзимә салынды, ул түрбашта, мейес янында киске аш йүнәтә ине булһа кәрәк. Ир йылп итеп әйләнеп Хәкимәгә күҙ һалды, тик уның борсолмауын күреп тынысланды. Ул арала тыштан әсәһе килеп инде: 

–Ҡайҙа йөрөйһөң ул уттай эш ваҡытында? – әбей бик асыулы ине, - быныһы кем тағы? – тип Хәкимәгә төбәлде ул. 

Бығаса Ғәзимәне һеңлеләренең береһелер, тип уйлап тороусы ҡатын тертләп китте. 

Кәләше, тигән уй йүгерҙе башына. Ул ишеккә ынтылды, тик Кәшфулла уны сығып йүгермәҫ элек эләктереп өлгөрҙө һәм әсәһенә: 

–Әсәй, был киленең була, - тине 

–Ә был киленде ҡайҙа ҡуяһың? –әсәһе асыуынан Ғәзимә киленен уға этә биреп ҡуйҙы. 

–Ярай, ҡәйнәм, мин ҡайтам. Минең өсөн тәмһеҙләшмәгеҙ, үҙем ғәйепле, – тип әйтергә көс тапты үҙендә меҫкен ҡатын һәм сәңгелдәктән балаһын алды. 

–Һин түгел, һуғыш ғәйепле , килен, ай, ҡалайтайым һуң инде, үпкәләмәй, рәнйемәй генә ҡайт инде, киленкәйем, – Мөғлифә Ғәзимә килененә шул тиклем өйрәнгән ине, ирекһеҙҙән күҙенән йәштәр бәреп сыҡты. 

Баш ҡалҡытып та ҡарамай, бер ҡулына балаһын, икенсеһенә төйөнсөгөн тотоп сығып китте Ғәзимә 

Өйҙө бер аҙға уңайһыҙ тынлыҡ баҫты. Тик зирәк әбей хәлде ҡуйыртып торманы: 

–Әйҙә, килен, төклө аяғың менән, - тип киленен түргә саҡырҙы һәм - йә, оҫталығыңды күрһәт әйҙә, киске ашты йүнәт, - тип бойороҡ биреп тә ҡуйҙы. Кәшфулла иркен тын алып,йылмайып ебәрҙе. 

Күрер әле әсәһе килененең нисек аш-һыуға оҫта икәнен, яратыр уны, барыбер яратыр, сөнки уны бит улы ярата. 

Яратты әсәһе киленен, бик яратты, бөтөн эшкә лә өлгөр,шул тиклем тилбер булып сыҡты килене. 

Бына бит улы ла йылмайып ҡына йөрөй, килендең детдомдағы һеңлеһен дә барып алып ҡайтты. 

Эй, ул детдом тигән нәмәләрен хоҙай күрһәтмәһен, һөйәк тә тире инде бахыр бала. Ярай, апайы шәп , ана фермаға эшкә лә төштө, терелтеп алыр әле. Әбей балалары һөйләмәһә лә кеше аша баланың улыныҡы түгеллеген дә ишеткәйне инде, Анауы Әптерәйҙеке икәнен белгәс, үҙе лә йәшәй алмаҫтар, имен сағында ҡайтҡаны яҡшы тиеп уйланы, тик һуң ишетте. Кисәге һаман улы ҡайтмағас, Йәмилә килененә барып сәй эсеп ҡайтты, шунда ул һөйләп һалды әле ул. 

–Ҡыҫылып йөрөмә, – тип әбейҙе ҡаты ғына киҫәтеп тә ҡуйҙы. Белһә ни, ҡыҫылмаҫ та ине бит... 

Ярай, хәйерлеһе шулдыр. 

Өсәү ара бик татыу йәшәп китте улар. Сәлимә лә тилбер булып сыҡты. Апаһы менән еҙнәһе ферманан эштән ҡатыуға уаҡ-төйәк эште бөтөрөп ҡуя, иҙәнен дә йыуа һалып сыға, әбейгә утын индереп бирә, һөйөнөп бөтә алмай Мөғлифә әбей. 

Бер көн урамда Ниғмәт ҡарт: 

–Дә, ҡатындың кәттәһен эләктергән Кәшфулла, – тип торғас, етмәһә Ситдығы ҡушылып: 

–Эйе, шәп ҡатын эләктергән, - тип Ниғмәт ҡартты йөптәп торғас, әллә ни эшләне лә китте: эстәре көтөрҙәшеп ни, ҡарт аҙғындар, бисәләрен һанға һуҡмай, туҡмап йәшәттеләр, хәҙер кеше бисәһенә һеләгәйҙәрен ағыҙалар, нишаналар, - тип эй һуҡранды үҙ алдына, эй һуҡранды. Былай ҙа биш ваҡыт намаҙын теүәл генә үтәп йөрөгән әбей бөтөнләй урын төбөнән төшмәҫ булып китте. Һәр намаҙының артынан Аллаһтан улы менән килененә һаулыҡ, татыулыҡ, бала- сағалы булып китеүҙәрен һораны. 

Оҙаҡ йөрөнө килене бәпәй алмай. Өс йыл... Әллә Ғәзимәнең үпкәһе ебәрмәйме икән? – тип тә уйлап бөттө Мөғлифә әбей. Улай тиһәң , үҙе ғәйепле... Уны ла ғәйепләп булмай инде... Һуғыш ғәйепле барыһына, һуғыш... 

3 йыл үтеүгә килененең матур ғына булып йомороланып китеүе күҙенә салынды уның. 

“Эй, Раббым, теләктәремде ишеттең бит, эй, Раббым, шөкөр инде, мең-мең шөкөр”. 

Ә Хәкимә, кешегә бик бәхетле булып күренһә лә,һаман тәүге ирен көтә ине. Белмәйҙәр шул уның хәлгенәләрен, эскәйендә ниндәй ут янғанын... Эшкә, һеңлеһенә генә баҫып йәшәй ул күңелен. 

Ул ғынаһы тыуғас, килененең:” И-и, улғынамды минең, яралы бәхеткенәмде, - тип яратыуын ишеткәс әбей бик аптыраны, төрлөсә уйлап, үҙенсә юрап ҡуйҙы һәм килененең барып арҡаһынан яратып: 

–Имен йәшә, балаҡайым, яралы булһа ла бәхетең бар. Ә һин булғанға, ейәнем тыуғанға иреңдең бәхете бөтөн. Яйлап- яйлап һинеке лә бөтәйер, киленем, - тине. Килене әйләнеп уның күкрәгенә башын һалды һәм тәүге тапҡыр ҡәйнәһе алдында күҙ йәштәренә ирек бирҙе. 

–Илаһын әйҙә, күңелендәге һағыштары бөтөр, бөтмәһә лә кәмер, - тип уйланы Мөғллифә әбей, килененең сәстәрен һыйпап, арҡаһынан һөйөп. 

 

Йылдар үтте. Мөғлифә әбейгә улының бәхете теүәлләнгән төҫлө тойолоп, ул инде килененең һуғыштан алда никахлы ире булғанлығы тураһында онотоп та ҡуйғайны инде, хәҙер инде дүртенсе балалары тыуҙы, ейәндәрен ҡарашып, улына, килененә матур кәңәштәрен биреп, тормошонан шул тиклем риза булып йәшәп ята ине ул. Тик... барыбер күп нәмәне белеп етмәгән икән әле ул. Бер көндө түр бүлмәлә ауырыҡһынып йоҡомһорап ята ине, аш бүлмәһендә улы менән килененең әрепләшкәнен ишетеп ҡолаҡ һала ҡуйҙы: 

–Юҡ, ЗАГС-ҡа торабыҙ,юғиһә мин балаларға фамилиямды бирҙермәйем, атаһы тигән графа ла буш торһон әйҙә. 

–Атайыбыҙ булмаған, тип уйламаҫтар, моғайын... Аңларҙар үҫә килә. 

-Дүртенсегә минән бала табаһың, нисә йыл бергә йәшәйбеҙ. Хәҙер барыбер үткәндәргә кире ҡайтып булмай. Юҡ кешене лә көтә икән кеше... 

– Үлде, тимәгәндәр бит, хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа һирәкләп табыла тора...

–Ну, ҡара еңмешһең дә инде... Әҙәмдән оят. 

–Уның нимәһе оят, асығын белмәйенсә, Зариф тураһында берәй хәбәр ишетмәйенсә мин барыбер ЗАГС-ҡа тормайым. Мин һиңә баштан әйттем,үҙең риза булдың бит. 

–Һуң... әй, теләһә ни эшлә, әммә минең фамилияны ҡуймайһың – ныҡ асыуланды, шикелле, Кәшфулла, ишекте шартлата ябып сығып китте һәм кискә тиклем ҡайтманы. Иҫерек ине ул, бығаса ла эсештереп алһа ла иҫергәнен күргәндәре юҡ ине әле. Эсһә лә әсәһе, ҡатыны алдында аҡланып, көлөп кенә.- бөгөн нарком нормаһы эләкте,- тип кенә ҡуя торған ине, ә бөгөн инде лә аш бүлмәһенә инеп ултырҙы. Аш ҡойоп бирергә уйлаған ҡатынын екереп янынан ҡыуып сығарҙы. Кеҫәһенән бөтмәй ҡалған шешәһен сығарҙы ла стаканға һалып эсергә уйланы. Мөғлифә әбей түҙмәне,улы янына сыҡты: 

–Ҡуй, балаҡайым, юҡ менән булма, түбәнгә төшкәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың, - тине әбей улының арҡаһынан һөйөп, - әйҙә урыныңа сығып ят, ыҙғышмағыҙ, балаларың үҫеп килә. 

–Их, әсәй, һин дә аңламайһың... Немецте еңгән кеше бит мин... ә үҙ бисәмә һүҙем үтмәй... 

–Ярай, ярай, - әжеүәләне улын Мөғлифә, тик үҙенең дә килененә шул тиклем асыуы килә, ана бит улын нимә эшләткән,хәҙер нығынды шул... – үҙем һөйләшеп ҡарармын килен менән, мине тыңлар ул... 

– Ю-у-ҡ! Ауыҙыңды ла асма, әсәй, - Кәшфулла һикереп торҙо, - әйҙә, ниндәй фамилия ҡуйһа ла ҡуйһын, бала барыбер минеке бит, унан ҡыҙҙарға фамилия ла үтә мөһим түгел инде... 

–Аһ-аһ, шулай булғас ниңә эсәһең? Юҡ ҡайғыңды бар итеп? – әбей улының ҡулынан шешәһен алды, –ятып йоҡла ла эш менән булыш, эш эшләһәң ҡайғы-хәсрәт һәйбәтерәк баҫыла ул. 

Иртән тороуына Кәшфуллаға йәһәтләп , май , борос һалып, ҡорот иҙеп эсерҙе лә, – бар,тышҡа сыҡ, эштән күп нәмә юҡ, яҙылып китерһең, – тип улын тышҡа ҡыуаланы Мөғлифә. 

Әсәһе менән һүҙләшеп торманы Кәшфулла, кейенде лә тышҡа сығып китте, тупһаға баҫыуы булды, бөтә эштәре иҫенә төштө. «Әсәйем дөрөҫ әйтә, бесәндән алда мал өйөн дә өлгөртөр кәрәк, түбәлектең башын яңыртырға ваҡыт, бер бесәнгә төшһәң...көҙ еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалына торған. 

Барыбер еңмешләнде Кәшфулла, фамилияһын баланың тыуыу таныҡлығына яҙҙыртма 

– Баланың ни ғәйебе һуң? – тигән әсәһенә хатта яуап та бирмәне. 

– Килен, мин китәм, - тине бер көн килененә, - Кәшфулланың һөмһөрө ҡойолоп йөрөүе иҙә мине... 

 

–Ҡуй, ҡәйнәм, Кәшфулла ни баҫылыр әле, ЗАГС-ҡа тормағанға миңә үпкәләп кенә йөрөй бит ул. 

–Нисәмә йыл шул нәмәңде һөйләйһең, әллә миместә плендә лә йөрөп яталыр, кем белә, ҡайтһа ни, балларыңды һөйрәп китер ҙә барырһың, етмәһә, шәп булып, ике бәләкәйгә шул нәмәңдең фамилияһын ҡуйғанһың, мыҡты нәмә,– һис кемгә тауышын күтәрмәгән әбейҙең асыуы тышҡа сыҡҡан ине. Ул ҡабатлап килененең һүҙен дә тыңлап торманы, төйөнсөгөн тотоп тышҡа атланы, ҡыҙында һыйыр әле, моғайын. 

–Йә инде, нисәмә йыл шул ире менән ҡаңғыра. Уныһы, иҫән булып, мимес бисәһе алып ҡайтып төшһә инде, йә үлгәндер, йә пилендәлер, – тип һөйләнә-һөйләнә барып инде Мөғлифә Фәйрүзә ҡыҙына. Ҡыҙы, уның төйөнсөгөн күрҙе лә: 

– Тағы ни булды, әсәй?, - тип килеп ҡулындағы әйберҙәрен алды. 

– Ни булһын, килен менән ағайың һаман Загысҡа тормағандар икән, еңгәң бәпәй алғаны бирле шуның өсөн талашалар, ағайың тота ла шешәгә йәбешә,эсеп алып китмәгәйе, тип борсолам. 

–Уға ниңә борсолаһың, талашырҙар ҙа туҡтарҙар әле. 

–Эйәреп килмәһә, Ғәзимә лә бик һәйбәт килен ине әле. Ана хәҙер иргә барып, нисәмә балаға әсәй булып китте. 

–Юҡты һөйләмә, Хәкимә еңгәм килмәһә башҡаһы булыр ине, ағайым барыбер Ғәзимә еңгәйҙе айырыр ине. Еңгәмдең күңелен китеп буш-бар әйтеп бөткәнһеңдер инде. 

–Артыҡ әйтмәнем, төйөнсөгөмдө генә алдым да сығып киттем. 

– Бында ла үҙең артыҡ йөрөргә яратмайһың, Ней апайымда оҙаҡ тора алмайһың, ней Фәрзәнә килен менән борсағың бешмәй китә, улай ярамай инде, әсәй, үҙеңә лә сабырлыҡ кәрәк. Бында күпме торорһоң икән, барыбер ағайыма кире китәһең бит. Кәшфулла ағайымһыҙ сыҙайһыңмы ни һин? – Фәрзәнә һөйләнә-һөйләнә самауырын яңыртып ебәрҙе. Икәүләп шым ғына ултырып сәй эстеләр. Хәсрәте күп шул Фәрзәнәнең дә. Берҙән ире ауырый, икенсенән береһенән-береһе ваҡ балалар... Әсәһе бында йөрөһә һәйбәт тә бит, эштә сағында исмаһам балалары ҡараулы. Тик әлегә тиклем әсәһе берҙә оҙаҡҡа килгәне юҡ, уҙа барһа аҙна-ун көн... 

Тик Мөғлифә әбей ҡайтырға уйламаны ла. Аҙна түгел, ай үтте, йыл үтте – ҡыҙынан китмәне ул. 

Ара-тирә аҙналап барып ҡалған балаларында йөрөнө лә кире ҡыҙына килде. Кейәүе үлеп ҡалғас, бөтөнләйгә ҡыҙында ҡалды. Үҙе кеүек үк йомшаҡ күңелле, алсаҡ ҡыҙында уға еңел ине йәшәүе. 

Талашыр кешеһе лә юҡ, балалары ла өләсәйҙән өҙөлөп торалар. Ары-бире барып киткән арала Кәшфуллаһы ғына һуҡранып үҙенә йәшәргә саҡырып ыҙаланы, һуңынан ул да төңөлдө. 

Эргә-тирәләге балаларҙы еләк-емешкә алып йөрөнө әбей, эйәреп йөрөгәндәйҙәрҙең бөтәһен дә эйәртер ине. Муйыл тирергә, оҫҡон, ҡуҙғалаҡ йыйырға алып сыҡты. Ата-әсәләре эштә, ә ул ошо балаларға ҡарауыл ине. 

Шулай балаларҙы йыйып еләккә алып сыҡты бер йәйҙә. Байтаҡ ҡына йөрөп ҡайтыу яғына ыңғайланылар. Бер тау башына килеп сыҡтылар. Мөғлифә әбей аҫҡа ,күренеп ятҡан ауыл яғына ҡарағайны...йөрәге жыу итеп ҡалды – аҫта йәйрәп уның тыуған ауылы – Ҡолғанаһы ята ине. 

Ул сеңләп илап ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Балалар шымып ҡалды. 

–Өләсәй, ниңә илайһың? Ҡайтып еттек бит. – ейәнсәре Фәриҙә аптырап өләсәһенең ҡулдарынан тотоп алып, күҙҙәренә ҡараны. 

–Эй, балаҡайҙарым, һеҙҙе аҙаштырғанмын бит, ана яңылыш минең тыуған ауылыма килеп сыҡҡанбыҙ. Нисек кенә кире ҡайтып етербеҙ инде? 

Балалар ҙа аптырап ауыл яғына төбәлделәр, бәләкәйерәктәре сеңләп илай ҙа башланы. 

–Өләсәй, - тине өлкәнерәк малайҙарҙың береһе, - Был Ҡолғана түгел, был беҙҙең ауыл. 

–Ә-ә? Мин ни Ҡолғанамдың Түгәрмәһендә торам икән, тип уйлайым бит әле. Унда ла тап ошо Түгәрмә кеүек кенә ике Түгәрмә тауы бар. Эй, һағындым шул ауылымды, күрә алмай ғына үлеп китермен инде... 

Ҡартайҙы шул Мөғлифә, ҡартайҙы... Зар-интизар булып ауылын һағынды... 

Балаларҙың тауыштары ла кәмене, улар һөҙәгерәк ер һайлап тау түбәненә атланылар. Шым ғына алмашлашып, өләсәһен етәкләп ҡайтты улар, әйтерһең, уның үҙҙәре менән бүтәнсә емешкә йөрөй алмаҫын һиҙҙеләр. Ошо йәйҙән һуң Мөғлифә әбей ысынлап та бүтәнсә емешкә йөрөй алманы, ҡарыуы ҡайтты уның...Ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә сығып оҙаҡ ғ (ред.)ына ултырыр, янына йыйылған бала-сағаға уҙған ғүмер юлын һөйләр булып китте. Тик балалар уның һөйләгәндәрен әкиәт кеүегерәк ҡабул иттеләр. Сөнки 10 йәшлек кенә ҡыҙ балаға ҡайны тейеш кешеһенең ауыл аша килеп, ата-әсәһе менән килешеп, килен итергә һөйләшеп, килен буласаҡ балаға һырға һабағы ҡалдырып китеүе, кейәүе буласаҡ кешенең тау-таш аша һуҡмаҡ һалып, кәләшен күрергә килеп йөрөүе, 13 йәше тулып уҙыуға әйттереп алыуҙары уларҙың мейеһенә һыйып етмәй ине... 

Әммә уның һөйләгәндәре әкиәт түгел ине. Иренең кейәүләп килеп йөрөгән һуҡмағын да иренең исеме менән “Исрафил һуҡмағы” тип атанылар. Үҙе лә, балалыҡтан сығып өлгөрмәгән, уйнап та туймаған ҡыҙ бала, килен булып төшкәс тә уйнап ыҙаланы. Ҡәйнәһе һыуға ебәрһә, донъяһын онотоп ҡырсын-таш менән уйнарға керешер ине, урамға саҡ ҡына сыҡһа ҡыҙҙар менән йүгерешер булды. Һәм ҡәйнәһе аптырап һыуҙы унан күҙ бәйләнер алдынан ташытып ыҙаланы. Юҡ, уҫал булманы ҡәйнәһе, тик киленен бала-саға итеп күргеһе килмәне, Әҙәм һүҙенән оялды, кеше күҙенән биҙрәне... 

 

Әсәһен ерләгәндән һуң, былай ҙа әсәһенең һеңлеһендә йәшәүенә, ней үҙенең, ней ҡустыһының түрендә ултырмауына йәне көйөп йөрөгән Кәшфулла сығырынан сыҡты: 

–Һин еттең, әсәйемдең башына, ЗАГС-ҡа торған булһаң ул беҙҙе ташлап китмәҫ ине. Шулай, ЗАГС-ты иҫенә төшөрөп, әҙме - күпме, ҡайғыһы онотола төшкәнсе ҡатынына һүҙ ташлап, усегә биреп йөрөнө һәм яҙылып китте. Ә бер көндө, ҡайҙа йөрөгәндер, һуң ғына ҡайтты һәм аш йүнәтеп йөрөүсе ҡатыны янына сығып, ишекте япты. Әсәһенә нимә тигәндер, әсәһе уға нимә әйткәндер – балалар белмәне, тик шул көндән һуң Кәшфулла Хәкимәгә һүҙ ташлауын ҡырҡа ташланы. 

Ҡатынын бик яратты ул. Бик егәрле кеше ул үҙе. Утын-бесәне һәр саҡ әҙер, кәртә-ҡураһы төҙөк, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ә кәбән ҡойһа ине, ҡәләм ослаймы ни, шундай оҫта ҡоя. Берәү ҙә уның кеүек ҡоя алмай. 

Һуғышта булыу, алған яралар үҙенекен итте. Уның бер аяғы һиҙелер-һиҙелмәҫ икенсеһенән ҡыҫҡа ине, яранан һуң шулай ҡалған. Маңлайын һыҙып үткән пуля эҙе ҡаштарына тура килгәнлектән, ҡаштары ялбырап үҫеп китер ине. Илай-көлә, көҙгөгә ҡарап уларын тигеҙләп алыр булды. Орден-миҙалдарын күкрәк киреп тағып та йөрөмәне. «Ҡый бит улар, ана ятып ҡалғандар күпме, тере ҡайтыуым үҙе бәхет» – тип кенә ҡуйыр ине. Тып- тыныс китте ул был донъянан. Ята-тора бер-ике ай ауырыҡһынып йөрөнө лә ... китеп тә барҙы. 

Тамаҡ ашап ултырған еренән тышҡа сыҡҡыһы килеп(үлем боғаҙынан алғандыр инде) сығыуы булды – хәле бөтөп килеп тә инде: 

–Хәкимә, мин китәм,– тигәс, ҡатыны уға аптырап әйләнеп ҡараны. Хәлде һиҙеп, йәһәтләп, урынына һалды. 

–Ыҙалатҡан саҡтарым өсөн ғәфү ит, бәхиллегенде бир,– тип ҡатынынан ғәфү һорап өлгөрҙө ул, ҡатынының ҡулдарынан тотоп. 

–Уй, Алла, балаларҙың яңы аяҡҡа баҫҡан сағы... Ҡуй, бушты һөйләп ятма, – иренә ныҡ эҫенгән Хәкимә ни эшләргә лә белмәне. Бына һөйләгән һүҙҙәре аңлашылмай ҙа башланы, 10-15 минут эсендә китеп тә барҙы Кәшфулла. 

–Йә инде, минән ғәфү һораған булды бит әле. Загысҡа торманым бит, шуға ныҡ үпкәләне шул, –тип һөйләне аҙаҡ Хәкимә килендәшенә. 

–Шул загыс тип ҡаңғырҙығыҙ инде, хәҙер уға ана бер ни ҙә кәрәкмәй, торһаң да булыр ине, ҡайнаға шул тиклем һәйбәт кеше булды. 

–Хәл юҡ инде, үткән эшкә салауат, тием инде хәҙер. Шул ҡағыҙ, тип теше төштө бит үҙенең дә, яҡшы йәшәгәс етмәйҙер... 

–Ярата ине бит ҡайнаға һине, загста тормағасың һаман ҡыҙғанғандыр инде, мәрхүм. 

Йылдар үтте. Хәкимә йыл һайын иренә аяттар бағышлап, ҡөрьән аштары ашатты. Бик ғәйепле тойҙо ул үҙен ире алдында. Биш бала үҫтереп тә ЗАГС-ҡа ла тормаһын әле, үпкәләмәҫ ерҙән үпкәләрһең. Радио тыңланы, телевизор ҡараны, аят-сүрәләрҙе яҡшы белгәс, уны ауылда мулла урынына йөрөттөләр. Гәзит-журнал алдырҙы, район гәзитен бик яратып уҡыны. 

Кәшфуллаһының баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә 10 йыл үтеп китте. Бер көн шулай район гәзитен уҡып ултыра ине, таныш исем-фамилияны күреп терт итеп ҡалды. Зарифын яҙғандар! Уның Зарифын, ғүмере буйына күңелендә йөрөткән, һаман да асығын белмәүҙән йөрәген яндырған Зарифын яҙғандар. Ундай кеше юғала буламы һуң? Ҡаһармандарса һәләк булды, тигәндәр. Белоруссияла ятып ҡалған Зарифы. Ҡайһы ерҙә ерләнгәнлегенә саҡлы күрһәткәндәр! Хәкимәнең эй барып ҡәберен булһа ла күргеһе килде Зарифының. Тик балалары аңламаҫ, тип уйланы. Икенсенән Кәшфуллаһы алдында уңайһыҙ, ғәйепле кеүек тойҙо үҙен ире алдында ул үлгәс. Гәзитте матур итеп бөкләп һалып ҡуйҙы, уйҙары үткәнен байҡаһа алып уҡып-уҡып алыр булды. Унан һуң күп тә тормай Зариф тураһында ҙур мәҡәлә баҫылып сыҡты, унда инде Хәкимәнең үҙе тураһында ла яҙғандар ине. Тик исем-фамилияһы менән яҙһалар ҙа ауыл халҡы үҙҙәренең ауылында йәшәп ятыусы Хәкимә икән тип уйламаны, әҙме ни бер иш фамилиялы кешеләр. Быға Хәкимә ҡыуанды ғына. Гәзитте бөкләп тегеһе янына һалып ҡуйҙы. Эстән генә мәҡәлә авторҙарына бөткөһөҙ рәхмәт яуҙырҙы. Бына бит, яҙған булғас, 47 йыл үткәс булһа ла асығын белде.Ул рәхмәттәрҙән Белоруссия эҙәрмәндәренә лә өлөш сыҡты. 

Загс-ҡа торорға тура килде Хәкимәгә Кәшфуллаһы менән. 

Яңғыҙ йәшәй ине ул ваҡытта Хәкимә. Фронтовик ҡатындарына миллион аҡса сыға, тип шаулай башланылар бер ваҡыт. Буш һүҙҙер, миңә ул тиклем аҡса нимәгә ,өйөм бар, тиеп уйлаһа ла Хәкимә ҡыҙыҡһынып яңылыҡтарҙы ҡарай башланы. Дөрөҫкә оҡшай бит был хәбәр, тик нисек итеп юлларға икән, тип аптыранып алып китте. Әмәлгә ҡалғандай улы килеп инде. Улы ла, килене лә йыбанмай уның, көнөнә 2-3 төшөп әйләнгән саҡтары була. Өйөнә ингән берәүҙе лә буш сығармай Хәкимә. Ҡайһы берәүҙәр көлөп: 

–Хәкимә инәйгә барһаң ашамай, эсмәй барыр кәрәк, тип тә әйткәндәр, ти. Ысынмылыр, бушмылыр был хәбәр, әммә ингән берәүҙе сәйгә ултыртырға тырыша ул. Бына әле лә улына йәһәтләп сәй ҡуйып ебәрҙе, уныһы шул арала ҡайнап та сыҡты. 

–Ох, үҙемдең киленем, егәрле шул, – тип электр самауырын маҡтап ебәрҙе лә улын өҫтәл артына саҡырҙы.Әбей оҙаҡ уйлап, сурытып торманы: 

–Улым, фронтауик ҡатындарына миллион аҡса сыға ти, шул дөрөҫмө икән? 

–Сыға ла ул, әсәй, тик һиңә булмай шикелле ул... 

–Ништәп миңә булмаһын, ти. Атайың фронтауиктаһаң. 

Улы көлөмһөрәп баш сайҡаны: 

–Ну, әсәй, атайым бит һиңә берәй кәрәге тейер, Загс-ҡа торайыҡ, тине, һин тыңламаның, кем ире менән Загста булған, шуларға ғына сыға. Шуға күрә артыҡ ҡыҙыҡһынманыҡ та. 

Хәкимә әбейҙең бик ныҡ миллионды алаһы килеп китте: 

Уй, хәҙер ҡалайтабыҙ инде, анауы хәтлем аҡсанан ҡолаҡ ҡағырбыҙ микән? 

–Ну-у, суд аша теркәйҙәр, ти ул... Тик һинең барыуың кәрәк, ти. Шуға күрә һине ыҙалатып, йөрөмәҫ тә ҡуйырбыҙ, тип һөйләшкәйнек киленең менән. 

–Атағатаҡ, мин әллә судҡа ғына йөрөй алмайыммы ни? Бала сағым да, йәшлегем дә ауыр заманға тура килде... Юллайбыҙ, ауыҙығыҙҙы ла асмағыҙ, алабыҙ тигәс алабыҙ. Ана бит,суд аша булһа ла алып була ,тигәндәр, тиһең бит. 

–Ярай, алайһаң, киленең менән һөйләшәйем дә... Былай һәйбәт булыр ине, өйөңдөң башын быйыл берәй нисек алыштырып бирербеҙ, тип һөйләшкәйнек. Үҙебеҙҙекенән тартып-һуҙып, һинең пенсияңды бүлгесләп торғансы рәхәтләнеп, уйһыҙ эшләр инек. Ҡалананмы, ҡайҙан квартира алырға ла була шикелле ул. 

–Ю-у-ҡ, атаң һалған өйҙө ташлап әллә ҡайҙа китәһем юҡ. Ошо өйөмдө тәрбиәләп бирерһегеҙ. Ныҡ әле өйөм, тағы ла бер 50 йыл торор әле. 

Бына судҡа көн дә килеп етте. Унан алда бер төн йоҡлай алмай ыҙаланы Хәкимә әбей. Күҙ алдына Кәшфуллаһы килде лә баҫты, килде лә баҫты. «Йә инде, бабайғынамды ҡайһылай үпкәләткәнмен загысҡа тормай, ана бит улыбыҙ ҙа үпкәләп тора.» - шундайыраҡ уйҙар мейеһен ҡайнатты уның. 

Иртәгәһен таң һарыһынан тороп намаҙын уҡыны ла Кәшфуллаһына бағышлап оҙаҡ итеп доғалар ҡылды. 

Нисә йыл бергә йәшәүҙәре, биш баланы бергә тәрбиәләүҙәре тураһында справка бирҙеләр уға, ә Хәкимәгә ул ысын ЗАГС ҡағыҙынан да ҡәҙерле тойолдо. Ураған һайын, бына бит, ҡартайып, яңғыҙ ҡалғас булһа ла торорға тура килде загысҡа, ҡалай ғына бабайымды бушҡа үпкәләткәнмен, тип уйланып-һөйләнеп алыр булды. 

Бирҙеләр уға ул аҡсаны, өйөн дә йүнәттереп алды, балаларына ла өлөш сығарҙы. Тик яңғыҙ йәшәүе ҡыйын булып китте лә улына күсеп сыҡты ла китте. Өйө ауыл уртаһында балҡып ултырҙы ла ҡалды... 

Эй, яҙмыш... Бала сағы ауыр булһа ла Килдеғолдағы яҙмышы бик матур булды уның. Кәшфуллаһы менән 5 бала үҫтерҙеләр. Балаларынан уңды Хәкимә. Бабайы менән 4 балаһын эйәле башлы иткәйне инде, берәуһе генә ҡалғайны ҡулында. Тик шул Кәшфуллаһы менән Загс-ҡа тормауы күңелен өйкәп тик торҙо, бабайы ныҡ үпкәләп тулаған сағында, - эй, һинән ҡалып бер 10 йыл йәшәһәм инде, тигән һүҙҙәрен үкенеп уйлар булып китте. Тик бергә йәшәүҙәре тураһында справка алғас ҡына, – инде бәхиллегеңде бир бабай, риза бул, -Кәшфуллаһынан ғәфү һораны...

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: