Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
19 Апрель , 21:30

Бер аҙ ҡыҙыҡ

25 йәштән 75-кә тиклемге ир-ат йыйылған. Кәңәшләшкәндәр дә, һәр береһе ҡатынына телефон аша: «Мин һине яратам!» – тигән смс ебәрергә булған. 🔹25 йәшлек егеттең һөйгәне: «Мин дә һине яратам!» - тип яуап яҙған.

Бер аҙ ҡыҙыҡ
Бер аҙ ҡыҙыҡ

Бер аҙ көлөп алайыҡ

   25 йәштән 75-кә тиклемге ир-ат йыйылған.

Кәңәшләшкәндәр дә, һәр береһе ҡатынына телефон аша: «Мин һине яратам!» – тигән смс ебәрергә булған.

🔹25 йәшлек егеттең һөйгәне: «Мин дә һине яратам!» - тип яуап яҙған.

🔹35 йәшлек иргә: «Бөгөн дә эстеңме?» - тигән яуап килгән.

🔹45 йәшлек иргә: «Һин нимә, һөйәркәң менән ултыраһыңмы әллә?» - тигән.

🔹55 йәшлеккә: «Һин берәйһенең номеры менән яңышманыңмы ул?"- тигән яуап килгән.

🔹65 йәшлеккә: "Пенсияла эшләмәй ултырып, ҡыйығың китеп барамы», - булған яуап.

🔹75 йәштәгеһенең әбейе улын саҡырып алған да: «Улым, атайың бөтөнләй насарайған, бер аҙҙан китеп барыуы ихтимал. Һарыҡты һимертеүгә ҡуй. Әҙер торайыҡ», – тигән.

      😀😀😀

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: