Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
19 Апрель , 19:45

Бәхет

Бәхет бар икән шул донъяла! Әллә ҡайҙан, көтмәгән ерҙән килә лә төшә. Ҡайһы берҙә шул бәхетте көтөп әллә күпме көндәр, айҙар, йылдар үтә. Һин зарығып көтәһең. “Уңдан бир, һулдан бир, уйламаған ерҙән бир!” тип һамаҡлай ине әсәйем. Ә ул, юрамал, һинең сыҙамлығыңды һынағандай, юҡ та юҡ. Ахырҙа, төңөләһең. Нәҡ шул ваҡытта, көтмәгәндә-уйламағанда ул килеп сыға ла инде!    Минең дә шул бәхетле мәлем етте. Бына күрегеҙ ҙә тороғоҙ – бер нисә көндән тормошом хәтәр шәп яҡҡа үҙгәрәсәк. 

Бәхет
Бәхет

Айгиз Баймөхәмәтов

Бәхет

 

Ниңә шул тиклем ҡыуанғанымды бүтәндәр белмәй ҙә. Минең шундай серем бар! Әлегә берәүгә лә һөйләргә тейеш түгелмен. Берәүгә лә! 

Бәхет бар икән шул донъяла! Әллә ҡайҙан, көтмәгән ерҙән килә лә төшә. Ҡайһы берҙә шул бәхетте көтөп әллә күпме көндәр, айҙар, йылдар үтә. Һин зарығып көтәһең. “Уңдан бир, һулдан бир, уйламаған ерҙән бир!” тип һамаҡлай ине әсәйем. Ә ул, юрамал, һинең сыҙамлығыңды һынағандай, юҡ та юҡ. Ахырҙа, төңөләһең. Нәҡ шул ваҡытта, көтмәгәндә-уйламағанда ул килеп сыға ла инде! 

Минең дә шул бәхетле мәлем етте. Бына күрегеҙ ҙә тороғоҙ – бер нисә көндән тормошом хәтәр шәп яҡҡа үҙгәрәсәк. 

...Бүлмәмдә китап уҡып ултырһам, кинәт вахтаға саҡырҙылар. Кемдер һине телефонға саҡыра тинеләр. Остом йән-фарманға! Бығаса вахтаға шылтыратып, эҙләп йөрөүсе кеше юҡ ине. Кем икән тип барып еткәнсе мең төрлө уйға ҡалдым. 

- Һаумы, Ильяс, таныйһыңмы мине? – сымдың теге осонда яғымлы тауыш сыҡты. Тәүҙә баҙап ҡалдым. Кем икәнен шунда уҡ аңлап етмәнем. 

- Хәҙер инде төҙәлдеңме? Йыш ауырымайһыңмы? – тип ул һорағас, кем икәнен төшөндөм. Бәй, был бит Наилә апай! Лагерҙағы медсестра! Быйыл йәй танышҡайныҡ уның менән. Ял итергә беҙҙе лагерға ебәргәстәр, ниңәлер көн дә ауырыным. Беҙҙең райондан бик алыҫҡа барғайныҡ шул. Әллә һауаһы килешмәне, әллә үҙебеҙҙең яҡтарҙы һағыныуҙан. Йыш температурам күтәрелгәс, медпункттан ҡайтыша белмәнем. Медсестра көн дә ҡарай, дарыуын бирә, кәңәштәрен дә йәлләмәй. Ул хәстәрлекле кеше шул Наилә апай ине. Илле йәштәр тирәһендә. Бик яғымлы, алсаҡ кеше булып сыҡты. Шулай медпунктҡа йөрөй торғас, бик яҡын кеше булып китте Наилә апай. Хатта төрлө тәмлекәстәр менән дә һыйлап ала торғайны. 

“Ирем менән икебеҙ генә торабыҙ. Балаларыбыҙ юҡ. Әллә һине уллыҡҡа алырға инде...” - тигәйне бер саҡ. 

- Ә мин ҡаршы түгел! – тинем күп уйлап тормайынса. 

Ошо һөйләшеүҙән һуң беҙ кире ҡайтыу яғына төштөк. Наилә апай менән хушлашыуы бигерәк ауыр булды. “Ильяс, мин һиңә килермен әле” – тип йыуатты ул ҡосаҡлап. 

Йәй ҙә үтеп китте, уҡыуҙар башланды. Детдомға килгәс тә, шул Наилә апайҙы иҫкә алып бер булдым. Һәм бына әле ул үҙе шылтырата! 

Апай уҡыуҙағы уңыштарым, бындағы тормош тураһында ҡыҙыҡһынды. Көҙгө каникулда нимә эшләргә ниәтләгәнемде лә һорашты. Ә мин каникулда ҡайҙа булайым – детдомда инде! 

- Ильяс, мин һиңә тиккә генә шылтыратмайым. Үҙемә алып ҡайтырға булдым. Ирем менән һөйләштем. Ул риза. – Наилә апайҙан был хәбәрҙе ишеткәс, түбәм күккә тейгәндәй булды. Мине бынан алып китергә уйлайҙар! Ете ятып, бер төшөмә инмәгән хәл бит! 

- Каникулғамы? – тип һораным тотлоға-тотлоға. 

- Юҡ, бөтөнләйгә. Опека хеҙмәте менән алдан һөйләшелгән, кәрәкле документтарҙы йыйырмын. Һин ризамы? 

- Ри-за! Ри-за! – апай әллә ишетмәй ҡалыр типтер, һүҙемде ике тапҡыр ҡабатланым. Маңлайға тир бәреп сыҡты. Ә шатлыҡ эсемә һыймай. Ысынмы һуң, әллә бушмы? Төш түгелме икән? 

- Улайһа, киләһе аҙнала мине көт, - тине медсестра. – Тик әлегә берәүгә лә был турала һөйләмә... 

Ошо бәхет булмай, нимә булһын инде?! Билләһи, шатлығым ташып килә. Наилә апайға рәхәт, берәүгә лә һөйләмәй тор тине лә ҡуйҙы. Ә һин шул серҙе йәшереп йәшәп ҡара. Үҙеңә бәйле шатлыҡлы хәбәрҙе бүтәндәргә әйтмәйсә нисек йәшәмәк кәрәк? Эй ауыр, ныҡ ауыр бит ул! Бына шул шатлыҡлы яңылыҡ нисектер эсемдән ташып сығып барған һымаҡ. Тиҙерәк балаларға һөйләйһе, бөтә детдомға һайрайһы ине. Әйҙә, белһендәр, эстәре ҡыҙһын! Күрһендәр әле ғәҙеллектең барлығын! Әтеү, “Кипкән балыҡ” тип минән көлгән булалар. Ана бит, Наилә апай бүтәндәргә ҡарамаған, ә мине һайлаған. Шул бәхет түгелме?! Шатлығымды ҡайҙа түгергә белмәй оҙаҡ аҙапландым. Тик тыйҙым үҙемде. Наилә апайҙың һүҙен тыңлар кәрәк. 

Кисен телевизор ҡарап ултырғанда саҡ серемде асманым. 

- Ә беләһегеҙме нимә... – тип һөйләй башлағайным ғына, саҡ тыйылып ҡалдым. Артыҡ һүҙ башҡа әйтеп ҡуймайым тип, усым менән ауыҙымды ҡапланым. 

Төнө буйына Наилә апайҙың хәбәре хаҡында уйлап йоҡлай алмай сыҡтым. Башҡа төрлө уйҙар килә лә килә. Нисек йоҡлайһың инде? 

Моғайын, Наилә апайҙың фатиры иркендер. Бер үҙемә бүлмә биреп ҡуйһалар – хәтәр бит! Унан да бигерәк иреклек! Ҡасан, күпме теләйһең – шунса ашайһың! Матур ғына кейемдәр ҙә алып бирерҙәр әле. 

Велосипед! Наилә апай, моғайын, миңә велосипед алып бирер. Күптән йөрөгән юҡ унда. Үәт, рәхәтләнеп елдерәсәкмен. Әтеү бындағы малайҙар иҫке-моҫҡонан самокат эшләп алған, уныһында йөрөр өсөн дә һыу буйылай сират. Уныһы ла бушлай түгел: йә алма, йә кәнфит бирер кәрәк. 

Ғаиләлә йәшәй башлаһам, йөн ойоҡ та кейҙерерҙәр әле. Эйе, унһыҙ ҡышты нисек сығаһың? Беҙҙең детдомдағы төнгө “няня”лар һәр кемебеҙгә ойоҡ бәйләй. Эшкә килә лә, шул эшкә тотона. Ә беҙ уға ярҙам итәбеҙ: йөндө тетәбеҙ, иләйбеҙ, сиратабыҙ. Тик беҙ төркөмдә егермеләп, ә бәйләүсе апай берәү. Бынан тыш уның башҡа эштәре лә бар бит. Шуға көнөнә бер-ике сәғәт кенә булыша. Айына өс йөн ойоҡ бәйләгән хәлдә лә, бөтәбеҙгә лә әҙер булһын өсөн күпме ваҡыт кәрәк. Шуға ла үҙ сиратыбыҙҙы түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Сөнки бында бирелгән нәскиҙәр менән ары китеп булмай. Аяҡтар өшөй. Етмәһә, ботинкаларыбыҙ ҙа әллә ниндәй. Һыуыҡта тышҡа сыҡһаң, табаны ярыла ла ҡуя. 

Барыбыер миңә лә ойоҡ эләкте! Сиратым етте... апрель айында. Ул ваҡытта көндәр йылынғайны. “Ярай, тағы һәйбәт булды. Кемгә ноябрҙә эләккән, уныһы тишелеп бөтөп бара. Ә мин көҙөн кейермен. Ул саҡта минеке яңы ғына буласаҡ” – тип башҡалар алдында үҙемде йыуаттым. Шулай тинем дә, ипләп кенә тумбочкаға һалып ҡуйҙым. Йәйге каникулдан һуң уны алып ҡарағайным, танырлыҡ түгел. Көйәл ашаған, йән яҡтан тишкеләп бөткән. Тәким шуны кейергә яҙманы. 

Ә инде Наилә апайҙа башҡаса буласаҡ. Йөн ойоҡта рәхәтләнеп йөрөрмөн әле! Шул турала уйлана торғас, йоҡлап та киткәнмен. 

... Иртәгәһенә серҙе һаҡларлыҡ түҙемлегем ҡалманы. Иң беренсе булып класташым Әмиләгә һөйләнем. 

Әмилә берәй нәмәне белеп ҡалдымы – бөттө. Радионан һөйләп торору ҙа кәрәкмәй. Иртәгәһенә үк бөтәһе лә беләсәк! Шулай килеп сыҡты ла. Тәүҙә үҙемә лә ҡыҙыҡ булып сыҡты: бөтәһе лә төпсөнә, тәфсирләп һөйләүемде һорай, бәғзеләре көнләшеп ҡарай. Иртән дә, кисен дә детдомда тикшерелгән хәбәр – Ильясты уллыҡҡа аласаҡтары. Был яңылыҡ балалар йортоноң эсенә генә һыйып етмәне, мәктәпкә лә таралды. 

Көтөлмәгән хәбәргә Әлиә апайым ғына ышанманы: 

- Юҡты һөйләп, кеше көлдөрөп йөрөмә! – тип ҡулын һелтәне. 

Бер-ике көн шулай ҡуҡырайып йөрөнөм. Тора-бара серҙе таратыуыма үкенә лә башланым. Сәбәбе лә бар ине... 

Кисен бер төркөм малайҙар бүлмәмә йыйылды. Ни өсөн килеүҙәре билдәле. 

- Ә һинең артыңдан ҡасан киләләр? Ҡайһы көндә? – тип һүҙ башланы Динар. 

- Әллә. Каникул башланыр алдынан шикелле... 

Малайҙарҙың көнләшеүҙәре йөҙөнә сыҡҡан. Минең шатлығымды әллә кисерә алмайҙар инде, һәр һүҙ менән кәйефемде боҙорға маташалар: 

- Ә ниңә нәҡ һине алырҙар тип уйлайһың? – һүҙгә Дим исемле малай ҙа ҡушылды. – Ашыҡмай тор! Бында балалар күп. Әгәр килгән апай бүтәндәребеҙҙе күрһә, бәлки һине ҡалдырып китер. 

- Эйе шул! – Нил дә шым ҡалманы. – Һин бит, Ильяс, яман сихутһың – ауырыйһың да тораһың. Физкультуранан да гел “өслө”, ә минеке “бишле”. Бәлки апайға спортсмен ул кәрәктер. Улай булһа, ғәфү ит инде. 

- Наилә апайҙы күптән беләм. Ул үҙе килеп алам тине. Мин бит һораманым, - үҙемде нисектер аҡларға тотондом. Малайҙарҙың сәме тағы артты: 

- Ярай, апай килһә, беҙ ҙә үҙебеҙҙе күрһәтербеҙ. 

- Ә мин йырлап ебәрһәм... 

Ай, Аллам! Ҡайҙан ғына һөйләнем икән! Әсәйем апайҙарыма белмәйенсә әйтмәгән икән. “Сереңде бер кемгә лә һөйләмә. Әгәр бик түҙмәйһең икән, яулығыңа һөйлә. Яулығыңа төйөн эшләй бир, сереңде шуға бышылда. Был серле төйөндө һинән башҡа берәү ҙә сисә алмаҫ. Дуҫыңа ла һөйләмә. Дуҫыңдың да дуҫы була” – тип һөйләй торғайны апайҙарыма. 

Малайҙарҙың һәр кеме ошо бәхеттә үҙен һынап ҡарарға теләй. Эйе, улар быны минән йәшермәй ҙә. Йәнемде көйҙөрөп, ниндәй хәйлә уйлағандарын әйтәләр бит әле. 

Анау сиҡылдаҡ Рөстәм йыр йырларға булған. “Мамонтенок” йырын. Шуныһы менән ялҡытты инде. Кем өйрәткән икән? Районда смотр булһа, директорыбыҙ гел Рөстәмде йырлата. Һүҙҙәре лә бигерәк йәлләткес бит: 

“Пусть мама услышит, 

Пусть мама придет, 

Пусть мама меня непременно найдет! 

Ведь так не бывает на свете, 

Чтоб были потеряны дети...” 

Шул урынына етһә, Рөстәм күҙ йәштәрен йәлләмәй иларға тотона. Анау көндә мәҙәниәт йортонда ла шулайтты. Быны күреп, жюрила ултырған апайҙар ҙа иларға тотондо, ә халыҡ гел килеп ҡул саба. Һәм беренсе урын – Рөстәмдеке! Детдомға ҙур-ҙур түрәләр килһә лә, Мәүлиҙә Нурғәлиевна шул Рөстәмгә “Мамонтенок”ты йырларға ҡуша. Тыңлағанда тегеләрҙең күңеле тулышып китһә, директор йомошон әйтә һала. 

- Әгәр сәхнәлә илағым килмәһә, юрамал телемде тешләйем. – тип маҡтанғайны ул. Шуның өсөн директор уға яңы кейем дә биргән. Үәт, йоморо баш! Әгәр Наилә апай алдында шулай ҡыланһа – харап бит! 

Дим дә тик кенә ҡалырға уйламай: 

- Ә мин апай төркөмгә килеп инһә, иҙән йыуырға тотонам. Ҡалай эш яратҡан малай тип уйлаясаҡ. Ә егәрле кеше кемгә кәрәкмәһен? Шул саҡта миңә үпкәләмәгеҙ... 

Бына Наилә апай килде. Белһәгеҙсе, бүтәндәрҙең нисек ҡарағандарын. Былға һырыған иңкештәр шикелле уратып алғандыр. Апайға йүнләп атларға ла ирек бирмәйҙәр. Ҡунаҡҡа детдом буйлап экскурсия яһанылар. Шунда ла балалар ҡалышманы. Күҙҙәренән күреп торам: миңә апай иғтибар итһен тип уйлайҙар. Ә Наилә апай килеү менән мине генә етәкләп алды ла, ҡулымды ысҡындырманы. Бындағы шарттар менән танышып сыҡҡас, директор Наилә апайҙы һәм мине үҙенең кабинетына алып инде. 

- Хоҙай бар икән. Күптән бер бала алырға хыялланғайным. Бына бит... – апай арҡамдан һөйөп алды. – әле каникулға алып ҡайтам. Шул арала тейешле документтарҙы юллармын. 

Шунан мине бүлмәмә ебәрҙеләр. Ә әйберҙәрем күптән әҙерләнеп ҡуйылғайны. Һыпырттым бүлмәмә. Тиҙ генә курткамды кейҙем, сумкамды аҫып алдым. Залға сыҡам, Әлиә апайым менән Зөлфирә ултыра. Үпкәләүҙәре йөҙҙәренә сыҡҡан. Илағанын да йәшермәйҙәр. 

- Ильяс ағай, һин беҙҙе ташлап китәһеңме? Шул дөрөҫмө? – ти һыҡтап Зөлфирә. Ни эшләргә белмәй, һүҙһеҙ ҡалдым. Нисек туғандарым тураһында оноттом һуң? Шул тиклем ҡыйын булып китте. 

- Атай үлер алдынан нимә тип әйткәнде онотҡан! – Әлиә күҙемә лә ҡарамай үҙ алдына һөйләнде. – бергә булығыҙ, бер-берегеҙҙе ташламағыҙ тигәйне атай. Ә һин... – Апайым усы менән битен ҡапланы ла һығылып илай башланы. 

- Мин хәҙер бөтөнләй ағайһыҙ ҡаламмы. Һине һағынһаҡ нишләрбеҙ? – һеңлемдең һүҙҙәре йөрәгемә бысаҡтай ҡаҙалды. Яуап та биреп булмай. Нимә тиһең инде? 

- Һатлыҡйән! Һине сиғандар таптымы әллә? Әсәй менән атай ошоно күрһә, нимә тиер ине? 

Үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәйем. Ирекһеҙҙән, күҙҙән йәштәр тәгәрәне. Быға тиклем ауыҙ йырып йөрөнөм дә ул, ә хәҙер... Иң яҡын кешеләрем тураһында онотҡаным бит. 

- Ильяс, тиҙерәк бул. Директор көтә. – Тәрбиәсенең ҡабаландырыуы булды. Хәҙер биректор кабинетына аяғым тартманы. 

Эйе, дөрөҫ эшләмәнем шул. Һатлыҡйән тип Әлиә апайым дөрөҫ әйтә. Тамаҡҡа балсыҡ киҫәге тығылдымы ни! Иркенләп тын алып та, һүҙ әйтеп тә булмай. Аяҡтар ҙа тыңлашмай. Ә күҙҙән йәш аға ла аға. Мең төрлө уйҙарға сумып, кабинетҡа саҡ килеп еттем. Наилә апайға уллыҡҡа барғы килә, туғандарҙы ла ташларға ярамай. 

Директорға ингәс, кәйефем боҙолғанын Наилә апай шундуҡ һиҙҙе. 

- Нимә булды һиңә? – тип һорашты ул. 

- Бер нимә лә, - тинем тынысландырып үҙемде. – Наилә апай, һеҙ мине ғә-фү ите-геҙ. – Үҙем ҡалтыранам, һүҙҙәрҙе лә тотлоға-тотлоға әйтәм. Тик мин һеҙгә бара алмайым. Бында йәшәргә ҡалам. 

Директор ҙа, медсестра ла шаҡ ҡатты. Уларҙан уңайһыҙланып күҙемде йәшерҙем, шунан кабинеттан йәһәт кенә юҡ булдым. Урамға сыҡҡас, башым һуҡҡан яҡҡа йүгерҙем дә йүгерҙем. Көнө буйына шулай урманда йөрөнөм. Кис еткәс кенә детдомға килдем. Наилә апай ҡайтҡан ине...

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: