Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
19 Апрель , 20:00

Аға һыуҙар ҡиблаға... (Хикәйә)

...Марьямоның көнләшеүҙән үҙен аңламаҫ хәлгә етеп ҡылған ҡылыҡтары өсөн Хоҙай алдында тәүбәгә килеүеме әллә был? Ике гонаһһыҙ баланың өҙөлгән ғүмерҙәре өсөн ғазапланып һыҙланыуҙары йөрәгенә тәрән эҙ ҡалдырып телгеләгәндә, аҡылынан яҙыр хәлгә етә ине бит. Мөхәмәтдингә боҙолған һутты биргәндә лә, Бәҙретдинде һыуға төртөп төшөргәндә лә, бөгөн Әҡлимәнең эскән һыуына ағыу һипкәндә лә үҙен аңларлыҡ хәлдә түгел ине Марьямо. Ҡылған ҡылыҡтары өсөн аҙаҡ Алланан ярлыҡлау һорап, сәстәрен йолҡа-йолҡа илағанын береһе лә күреү түгел, һиҙмәне лә, әммә ләкин былар береһе лә эҙһеҙ үтмәне: ҡатындың көн яҡтыһы күрмәгән сәстәре юлаҡ-юлаҡ булып ағарып сыҡты. «Эх, Марьямо, ни эшләнең һин...» – Әллә тын ғына леберләшкән япраҡтар әйтте быны, әллә ҡатын үҙе, ҡатҡан ирендәрен саҡ ҡыймылдатып, шыбырлап өлгөрҙө...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Вагонға күтәрелеп, артына боролоп ҡарағанда, әсәһенең таш кеүек ҡатҡан йөҙө буйлап йәш аҡҡанын күреп, Әҡлимәнең бәғере өҙөлөп киткәндәй булды. Быуындары ҡалтыраны, ҡолап та китер ине, тик һөйгәне, беләгенән аймап, алға атлатты.

Бишенсе ҡаттан ауыр келәмде Әҡлимә саҡ-саҡ һөйрәп төшөрҙө. «Ларҫ» итеп ергә төшкән келәмдән һуң «уф» тигән ауаз да ишетелде. Келәмен йәйеп, борхолдоғон сығарып ҡарға ҡуша тапаны. Инде күтәреп элергә ҡала. «Уф, ҡайһылай ауыр! Был хәтлем дә ауыр әйберҙе нисек һөйрәтмәк тә нисек элмәк кәрәк»? – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, ҡарға бата-бата, көс-хәл менән тимер бағаналар яғына килтереп еткерҙе, ә элгәнендә аҙапланыуҙарын күрһәң! Бер яғын элһә, икенсе яғы шыуып төшә, икенсе яғын элһә, был яғы...

– Һаумыһығыҙ! Ҡайҙа, ярҙам итешәйем! – тигәнгә ҡапыл тертләп башын күтәрҙе. Боролоп ҡараһа, алдында буйһыу, ҡаҡса егет йылмайып тора. Матур, төпһөҙ, осҡон уйнаған ҡара күҙҙәр уға төбәлгән. Әҡлимә, мәшәҡәтләнеп йөрөп, егеттең алдына килеп баҫҡанын аңғармай ҙа ҡалған. Шунлыҡтан ҡапыл ҡаушап төштө.

– Баянан бирле һеҙҙе тәҙрәнән күҙәтеп торҙом да сығып ярҙам итергә булдым. Бер үҙегеҙгә ҡыйын бит, – тип келәмде йәтешләп элеп тә ҡуйҙы егет.

– Рәхмәт, – тиеүҙән башҡа сара ҡалманы Әҡлимәгә.

– Ауыр икән дә, нисек кенә күтәреп сығарҙығыҙ? – Егет келәмдәрҙе ҡағыша башланы. Юғалып ҡалған Әҡлимәгә ҡарап: – Гел шулай бер үҙегеҙ ҡағаһығыҙмы? – тип тә ныҡышты.

Ҡаушап ҡалыуҙан ҡыҙарған йөҙөн йәшерергә теләгәндәй, ҡыҙ башын аҫҡа эйҙе.

– Э-э-э, йә әсәйем үҙе генә, йә бергәләп... Бөгөн ҡайтҡанын көтмәгәйнем шул.

– Хәҙер беҙ уны «һә» тигәнсе ҡағып, таҙартып ҡуябыҙ... Бына шулай... – Ят егет һүҙ ҡушып ҡараны, ә Әҡлимә, бөтөнләй ҡаушап, һөйләшмәне лә.

Ярҙамсыл егет келәмде ҡағышып, килешле генә бөкләп, күтәреп фатирға индереп ҡуйҙы. Ҡыҙға, алдан йүгереп йөрөп, ишек кенә асырға ҡалды...

Бынан һуң Әҡлимәгә итәғәтле егет тураһындағы уйҙары тынғы бирмәне. «Һөйләшһәм ни булған? Исмаһам, исемен дә һораманым, әллә ниңә быуындарым бушап, ебенем дә төштөмсө... Шуны уйлап тик йөрөйөм? Уйламайым башҡаса...» – тип үҙен битәрләне. Уй теҙгенен тотоп буламы һуң? «Тәҙрәнән ҡарап торҙом», – тине, тимәк, бер йортта йәшәйҙәр. Ниңә бығаса уны күргәне булма ны һуң?

Ыжғыр бурандары менән ҡыш та үтеп китте. Әҡлимә яҙғы еләҫкә иркәләнеп йорт алдындағы эскәмйәлә ултыра ине, ҡапыл яңғырап киткән таныш тауышҡа тертләп ҡуйҙы.

– Һаумыһығыҙ!

Үтә лә яҡын, таныш тауыш! Әҡлимә башын күтәреп ҡараһа, алдында – теге мәлдәге серле егет күҙҙәренән осҡондар сәсрәтеп, йылмайып тора.

– Һаубыҙ! – тине Әҡлимә, осрашыу ҡыуанысын йәшерә алмайынса.

– Ял итәһегеҙме? Эргәгеҙгә ултырайыммы? – Егет, яуап та көтмәйсә, ҡыҙ эр-гәһенә ултырып алды.

– Эйе, саҡ ваҡыт табып, бөгөн генә сығып ултырҙым әле.

– Күпме йүгерһәң дә, ваҡыт еткереп булмай шул.

– Һеҙ бөгөн дә мине тәҙрәнән күргәс килеп сыҡтығыҙмы? – тине Әҡлимә уйынлы-ысынлы.

– Эйе, күреп ҡалып, һинең яныңа сыҡтым. – Егет аңғармаҫтан ғына «һин»гә күсте. – Таныш булайыҡ: исемем – Хөснидин.

– Мин Әҡлимә булам.

– Бына танышып та алдыҡ! Уҡыйһыңмы, әллә эшләйһеңме?

– Уҡыйым, тегенсегә, – тине лә Әҡлимә, үҙен борсоған һорауҙы бирә һалды. – Тәҙрәнән күреп сыҡтым, тинең. Мин был йортта бала саҡтан йәшәйем, бер ҙә һине күргәнем юҡ ул.

– Ә-ә-ә, – Хөснидин һүҙен йылмайып дауам итте. – Беҙ был яҡтың кешеләре түгел. Был фатирҙа ла ваҡытлыса йәшәйбеҙ.

– Ниндәй кешеләр һуң? – Әҡлимә ҡыҙыҡһыныуын йәшермәне.

– Беҙ Урта Азиянан. Милләтем – тажик.

– Мин һине башҡорт икәнһең тип уйлағайным.

– Беҙ ни бер мосолман инде, динебеҙ бер. Хатта телдәребеҙ ҙә яҡын.

– Эйе шул, бер-береңде аңларға була, тик һеҙҙең телегеҙ беҙҙекенән ныҡ айырыла шикелле... – тип һүҙҙе эләктереп алырға тырышты ҡыҙ. – Йә, әйтәм, бер ҙә күренгәнең юҡ таһа?

– Теге мәлдән һуң, тиһеңме?.. Унан һуң үҙебеҙгә ҡайтып килдем...

Шул саҡ тәҙрә аша саҡырыу ишетелде:

– Әҡлимә-ә-әү, тиҙ генә ҡайт әле!

Әҡлимә ырғып торҙо ла подъезына йомолдо.

– Әсәйем нимәгәлер саҡырасы. Ярай, пока...

Артынан: «Осрашҡанға тиклем!» – тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡалды.

Бынан һуң осрашыуҙар йышайҙы. Иғтибарлылығы, ихласлылығы, итәғәтлелеге менән Хөснидин Әҡлимәнең күңел түренә ныҡлап инде. Айырыуса яғымлы ҡарашы йөрәгенә үтеп, күңелен иркәләне. Бөтә ерҙе йәнләндереп, сафлыҡҡа күмеп килгән яҙ Әҡлимәнең дә күңелен елкендереп, уға саф мөхәббәт алып килде. Ә мөхәббәте уның яҙғы ташҡын кеүек ярһыу ҙа, эскерһеҙ ҙә ине. Ғашиҡ уты ялмаған ике йәш йөрәк хәҙер айырым тибә алмаҫ та кеүек.

Бер көндө Хөснидин күңелһеҙ генә:

– Һөйөклөм, миңә атайым үҙебеҙгә кире ҡайтырға ҡушып хат ебәргән, – тип һүҙ башланы. – Олоғайған атайыма баҡсаны ҡарауы ҡыйын. Үҙҙәрен дә ҡарарға кәрәк. Башҡаса был яҡтарға кире әллә киләм, әллә юҡ. Һөйгән йәрем, миңә кейәүгә сыҡ! – Хөснидин Әҡлимәне нығыраҡ ҡосаҡлап, күҙҙәренә ҡараны. – Мин һинһеҙ йәшәй алмайым. Ҡалдырмайым мин һине! Үҙем менән алып китәм!

– Туҡта... Нисек инде?!

– Никах уҡытабыҙ. Бөтәһе лә беҙҙеңсә, мосолманса булыр. Һин генә ҡаршы булма! – Хөснидин Әҡлимәгә үтенесле ҡарашын төбәне.

– Ҡалай еңел хәл итәһең ул!? – Ҡыҙ егеттең ҡосағынан ысҡынды ла фатирына йүгереп инеп китте. Хәлдең бындай боролош алырын көтмәгәйне Әҡлимә. Эйе, мөхәббәтен көтөп, буласаҡ йәрен күҙ алдына килтерергә тырышып хыялланғанда, тажик егетенә ғашиҡ булырмын, тип кем уйлаһын?! Хәҙер ул Хөснидинһеҙ йәшәй ҙә алмаҫ һымаҡ. Үҙем менән алып китәм, ти бит. Һөйгәне менән ер сигенә китергә әҙер ҙә ул, тик бына әсәһе? Ул яңғыҙы ни эшләр?

Әҡлимә ике ут уртаһында ҡалды.

Хөснидин ғаиләләрендәге ун бер бала араһында – иң бәләкәйе. Шуға ла олоғайған ата-әсәһен ҡарау – туранан-тура уның бурысы. Ҙур емеш-еләк баҡсаһына ла ул яуаплы. Ваҡытында һыу һибеп, утап, ашлама һибеп, ҡоротҡостарҙан һаҡлап тормаһаң, баҡсаның һулырын көт тә тор. Ә бит ошо баҡсанан алған килемгә бөтә ғаилә ҡарап тора. Ана шул баҡсала үҫтергән емеш-еләкте был яҡтарға алып килеп һаталар ҙа инде.

...Ун һигеҙе тулмаған Хөснидин дә был тарафтарға юл алғанда, бөтә булмышым менән башҡорт ҡыҙына ғашиҡ булырмын, тип уйламағайны. Бында ул һөйгән йәрен осратыу ғына түгел, хатта был яҡтарҙы үҙһенеп, өйрәнеп тә китте. Хәҙер Әҡлимәне үҙе менән бергә алмаһа, ошо яҡтарҙа йөрәгенең яртыһын ҡалдырыр һымаҡ. Юҡ, нисек булһа ла уны кәләш итеп алып ҡайтыу фарыз. Тик бына әсәһенең ризалығын нисек яуларға? Бер бөртөк балаһын уның менән сит- ят ерҙәргә ебәрергә риза булырмы?

Әҡлимә тәүҙә әсәһе менән һөйләшеп ҡарамаҡсы булғайны, тегенеһе, ишеткеһе лә килмәй, сәсрәтә баҫып икенсе бүлмәгә сығып китте. Бер аҙҙан нисек сығып киткән – шулай ҡыҙыу баҫып кире килеп тә инде.

– Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала, тип тикмәгә әйтмәйҙәр икән. Кәңәш-төңәш итмәй, мине ташлап китмәксе булаңмы? Һинән башҡа минең кемем бар!? Бында, ней, үҙебеҙҙең егеттәр бөткәнме!? – тип бер-бер артлы һорауҙар бирә-бирә, ҡыҙының иларға етешкән йөҙөн күргәс, йомшара төштө. – Балам, ныҡлап уйла. Бынамын тигән егеттәр үҙебеҙҙә лә күп. Нужәли берәйһен тапманың?!

– Әсәй, ныҡ һәйбәт бит ул!

– Балам, ете ят ерҙә нисек йәшәрһең? Шуны уйланыңмы?

– Мин бер үҙем булмайым бит.

– Ә мине уйлайһыңмы? Егет һәйбәттер ҙә ул. Тик күңелем ятмай, бына күңелемә әллә нисек булып тик тора!

– Әсәй, бөтәһе лә һәйбәт булыр. Алда нимә булырын кем белә? Бәлки, кире үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтырбыҙ, бәлки, үҙеңде килеп алып китербеҙ, – тип әсәһен йыуатып, ҡосаҡлап, яурынына башын һалды ҡыҙ.

– Ә-ә-әй, балаҡайым, был тормошта бөтә нәмә лә һин уйлағанса булһа ине лә ул.

– Ҡурҡма, әсәй, бөтәһе лә яҡшы булыр! Бөтә нәмәне лә яҡшыға юра. Нисек юрайһың, шулай була, тип үҙең әйтәң дәһә. Юҡҡа бошонма, әсәй. Хөснидин насар кеше түгел, тинем дә инде. Иртәгә беҙгә киләм, ти. Һинең менән һөйләшергә уйлай. Килһенме, әсәй?

– Ярай, килһен, – тип әйтеүҙән башҡа сара ҡалманы әсәгә. Тотошлайы менән ғишыҡ уты ялмаған ҡыҙын туҡтата алмаясағын аңлай Шәмсиямал, тик йән киҫәген ете ят менән ебәргеһе килмәй шул. Етди аҙым эшләгәнендә кире һуғып, ҡаршылашып тороу ҡыҙының артабанғы яҙмышында уңышһыҙлыҡтар килтермәһен. Баштан ыңғай булмаһа, булмай, тиҙәр. Шуға ла бер бөртөк балаһына Хоҙайҙан бәхет, ғүмер һорап, фатихаһын бирҙе.

Йәштәр мәсеткә барып никах уҡытты. Туйҙы ла матур ғына үткәреп ебәрҙеләр. Хөснидин бында булған барса туғандарын, дуҫ-иштәрен йыйҙы. Үҙҙәре бик күмәк, бер-береһе өсөн иғтибарлы, ярҙамсыл халыҡ та икән. Әҡлимә яғынан да бик күп кенә яҡындары йыйылды. Кейәүенең ҡыҙын өрмәгән ергә ултыртмағанын күргәс, Шәмсиямалдың күңеле тынысланғандай булды. Шулай ҙа кейәү тейеш кешеһенә нотоҡ уҡып алырға ла онотманы әсә:

– Балаҡайымды йәһәннәм сигенә алып китәһең. Уның унда һаҡлаусыһы ла, яҡлаусыһы ла һин булаһың. Һиңә ышанып тапшырам. Күҙ ҡараһылай һаҡла...

Туй үтеү менән йәштәр оҙон юлға йыйына башланы...

Юл алдынан да кейәүе менән ҡыҙына Шәмсиямал, төрлөһөн күҙаллап, кәңәш- төңәш бирҙе:

– Ҡыҙым, тәҡдирең шулайҙыр. Кеше күрәһеләрен күрә торған. Бәхетең генә булһын. Булған бәхет, ҡайҙа булһа ла, тау-ташты ярып сыға, тиҙәр. – Һүҙен кейәүенә ҡарап дауам итте. – Кейәү балаҡайым! Бар ышанысым, бар өмөтөм – һиндә. Бисәне ир ҡаҡһа, мир ҡағыр, тиҙәр. Берүк балаҡайымды үҙең әбижәт итеп, башҡаларҙан әбижәт иттереп ҡуйма.

Вагонға күтәрелеп, артына боролоп ҡарағанда, әсәһенең таш кеүек ҡатҡан йөҙө буйлап йәш аҡҡанын күреп, Әҡлимәнең бәғере өҙөлөп киткәндәй булды. Быуындары ҡалтыраны, ҡолап та китер ине, тик һөйгәне, беләгенән аймап, алға атлатты. Поезд яй ғына гөрһөлдәп ҡуҙғалды. Әҡлимә, поезд тәҙрәһен өңөп сығырҙай булып, тыуған ҡалаһына ҡараны. Йәнтөйәге алыҫайғандан-алыҫайып, бәләкәйләнгәндән-бәләкәйләнеп, артта ҡалды, күп тә үтмәй, бөтөнләй күҙҙән юғалды. Бына шунда ғына ул тотошлай тамырҙары менән ғәзиз еренән, яҡындарынан айырылғанын аңланы. Ҡыйын ине Әҡлимәгә. Түҙә алмай, һөйгәненең ҡуйынына һыйынып иланы ла иланы.

– Бәғеркәйем, илама, бөтәһе лә һәйбәт булыр. Һәйбәт йәшәрбеҙ. Балаларыбыҙ ҙа күп булыр, – тип йыуата Хөснидин, ә үҙендә уның өсөн ҙур яуаплылыҡ ятҡанын аңлай. Сөнки бөгөн, уға ышанып, йәр генәһе сит ерҙәргә тәүәккәлләне. Һыңҡылдаған кәләшенең күңелен күтәрергә тырышып, һүҙҙе шаяртыуға борҙо. – Ана улар, беҙҙең балаларыбыҙ, йүгерешеп йөрөй. Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, би-шәү, алтау, етәү, һигеҙ...

– Етәр, ҡайһылай күп һананың. – Әҡлимә еүешләнеп бөткән ҡулъяулығы менән күҙ йәштәрен һөртә-һөртә көлдө.

– Һиңә иптәшкә ҡыҙҙар ҙа бар, малайҙар ҙа етерлек, Алла бирһә, матур итеп йәшәрбеҙ, – тип хыялланып, һөйгәненең илауҙан ҡабарған күҙ ҡабаҡтарынан үбеп, ҡыҫыбыраҡ ҡосаҡланы йәш ир. – Ысын, өлкән улыбыҙ кәләш тә алған, ейән-ейәнсәребеҙ йүгерешеп йөрөй, ә беҙ шул көйө, йәп-йәшбеҙ, бәхетлебеҙ!

– Һы, ҡара әле, үҙебеҙ ҙә йәш, малайыбыҙ ҙа беҙҙең һымаҡ булһа, нисек инде ул? Ҡыҙыҡ буламы һуң? – Илауҙан тамам тынысланған Әҡлимә юрамал аптыраған булды.

– Юҡ, юҡ, беҙ ҡартайғанбыҙ, олатай менән өләсәй булғанбыҙ, ә йөрәгебеҙ һаман да йәш. Мөхәббәтебеҙ шул көйө ҡалған, бер ҙә һүрелмәгән! Ысын! – Хөснидин, татлы хыялдарға бирелеп, күҙҙәрен йомдо.

– Амин! – тип күтәреп алды йәш кәләш. – Ана, ҡартайышып, биттәребеҙ ҙә сырышып бөткән, тик үҙебеҙ шул көйө, күҙҙәребеҙ тулы мөхәббәт менән балҡыйҙар, эйеме?!

... Поезд тауҙарҙың ҡайһыһын урап, ҡайһыһын уртаға ярып алға елгән һайын, яңы күренештәр, яңы донъя асыла. Әҡлимә йоҡламай, тигеҙ туҡылдаған поезд тауышын тыңлап, күп араны тәҙрә аша күҙәтеп бара. Офоҡ артынан офоҡ алышынып ҡына тора.

Көнө-төнө, алһыҙ-ялһыҙ елдереп, Дүшәнбе ҡалаһына килеп төштөләр. Был ҡала шундай матур – йәшеллеккә күмелеп, күпереп ултыра. Сәскәләрҙең ниндәйе генә үҫмәй!? Күҙ яуын алып торған ят-ят сәскәләр араһында беҙҙең яҡта махсус сәскә газондары өсөн үҫтерелгән таныш сәскәләр ҙә бар. Әҡлимәне иң һоҡландырғаны – таҙалыҡ. Бер ерҙә ҡый, бысраҡ күрмәҫһең. Йорттар ҙа биҙәкле, семәрле. Ҡояш нурҙарына күмелеп, йәйғор төҫөн сәсеп, фонтандар емелдәшә. Урамдарға түшәлгән асфальт көҙгөмө ни: тип-тигеҙ, ялтырап ята. Ағас төптәрендә, күләгәлә хәл йыйып, ял итеп ятыусылар күп. Ә беҙҙә булһа, уларға иҫ-аҡылдары китеп, берәҙәктәр тип танау сирып ҡарарҙар ине. Хөснидин: «Юл ризыҡтары ялҡытты, әйҙә, шәп итеп тамаҡ ялғап алайыҡ», – тип ашханаға әйҙәне. Бында ла Әҡлимәнең күҙҙәренә бөтөнләй ят күренештәр ташланды. Бер нисә вентиляция аппараты ҡуйылғанлыҡтан, ашханала еләҫ кенә. Туҡланыусыларҙы ап-аҡтан кейенгән ир-егет ашнаҡсылар, официанттар хеҙмәтләндерә, ә эргәләге өҫтәл артында ултырыусыларҙың ҡулдары менән нисектер килешле генә бармаҡтарына эләктереп ашағандарын күреп, бөтөнләй аптырап ҡалды Әҡлимә.

– Беҙҙә төп ризыҡ – былау. Уны өс бармаҡ менән ашайҙар, теләһәң, ҡалаҡ менән аша, һиңә бер ни әйтмәҫтәр, – тип ипле генә аңлатты ире ҡатынына.

Ашханан сыҡҡас, Хөснидин уны умарта күсендәй геүләгән кибеткә алып китте.

– Һөйөклөм, тиҙҙән үҙебеҙгә ҡайтып етәбеҙ, беҙҙә ҡатын-ҡыҙға яулыҡ ябынмайса йөрөргә ярамай. Үҙеңә оҡшаған бер нисә яулыҡ һатып алайыҡ.

Әҡлимә күп һайланып йөрөмәне, сөнки ниндәй әйбергә ҡағылма – шундай ҡупшы, шундай сағыу, һәр береһе үҙенсә хас зауыҡ менән эшләнгән. Бер-ике яулыҡты яҙып, һоҡлана-һоҡлана ҡараны ла ситләтеп биҙәк төшкән бер ап-аҡ яулыҡ, бер алһыуыраҡ, бер асыҡ йәшел яулыҡ алды.

Шунда уҡ береһен иңбашына һалып, көҙгө алдында өйрөлдө.

– Һы, ҡыҙыҡ. Дөрөҫ ябындыммы? Килешәме, әллә килешмәйме? – тип һораны Әҡлимә, көҙгөнән күҙен алмайынса, башын әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа бороп.

– Ни эшләп килешмәһен? Һәләк килешә. Әллә ҡасандан ябынған кеүек дөп-дөрөҫ ябындың. Башҡаса яулығыңды сисмәһәң дә була. Шулай йөрө! – Хөснидин кәләшенә һоҡланып ҡарап, ҡәнәғәт йылмайҙы. Ул мәсьәләнең бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ хәл ителеүенә эстән генә шат. Сөнки, ҡатыным яулыҡ ябынғыһы килмәй, ҡарыулашып торор, тип борсолғайны.

– Беҙҙәге эҫелек сыҙағыһыҙ – алтмыш градусҡа етә, хатта ҡайһы ваҡыт уҙып китә. Нисек өйрәнерһең икән?

– Аптырама-а-а! Өйрәнермен, ҡайҙа килгәнемде белеп килдем дә!

Был һүҙҙәрҙән һуң Хөснидингә уғата еңел булып ҡалды. Юл буйына ла, әле лә бер ҙә зарланып һүҙ әйтмәгән Әҡлимә менән рәхәт ине уға.

Әҡлимә, ҡалаға һоҡланып, автобус вокзалына еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалған. Бында ла уның иғтибарын таҙалыҡ, бөхтәлек, йәшеллек йәлеп итте. Тағы ла уны урамда бер иҫерек әҙәмдең йә берәҙәктең күренмәүе аптыратты.

Автобус елә генә. Алда бер-бер артлы яланғас тауҙар ҡалҡып сыға. Һирәк-һаяҡ ваҡ-ваҡ ҡыуаҡлыҡтар күренгеләп ҡуя. Асфальт юлды шоссе алыштырҙы. Юл ситенән һуҙылған, ярты айға оҡшаш арыҡтар ҡыҙыҡһындырҙы Әҡлимәне. Хөснидин уларға ҡарап көлөмһөрәне:

– Беҙҙә, һеҙҙәге һымаҡ, мул һыулы йылғалар юҡ. Шуға күрә һыу ҙур йылғаларҙан арыҡтар буйлап килә. Яландарға, ауылдарға ошо арыҡтарҙан һуҙылған торбалар буйлап бара. Ана, буй-буй һуҙылып ятҡан яландарға ҡара әле. Күпереп үҫеп ултырған үҫемлектәр – мамыҡ ул. Бындағы халыҡтың төп кәсебе – мамыҡсылыҡ, – тип аңлатты. – Шуның менән көн күрәләр, тиһәң дә була.

Бер сәғәттәй шулай барғандарҙыр. Хөснидиндең тыуған ауылына еттеләр. Автобустан төшкәс, Хөснидин, ҡоласын йәйеп, бер урында саң борҡотоп әйләнергә тотондо, әйләнгән ыңғайы Әҡлимәне лә күтәреп өйрөлтә. Һөйгәне ҡулынан төшөрөү менән, Әҡлимә, теге буй-буй булып һуҙылған арыҡты ҡыҙыҡ күреп, яҡындан барып ҡарарға ашыҡты. Киңлеге лә, тәрәнлеге лә ике метрлыҡ, юл буйлап һуҙылған бетон арыҡтан көслө ағым булып һыу аға. Ысынлап та, бындағы бөтә йәшеллек, йәнлелек ошо арыҡ буйлап килгән һыуға ғына ҡарап тора. Ҡайҙа инде ул башҡорттоҡолай уңдырышлы ҡара ерҙәр – торғаны менән һоро балсыҡ ҡатыш ҡомлоҡ. Өйҙәре лә балсыҡтан. Ер төҫлө булғанға ҡотһоҙ күренәләр. Бәшмәк һымаҡ бер-береһенә терәп эшләнгән өйҙәрҙе кеше генә йөрөмәле һуҡмаҡтар айыра. Ошолай итеп һалынған бер нисә өйҙө тар ғына, бер генә машина үтеп йөрөмәле юл икегә бүлә. Хөснидин һөйгәнен етәкләп алға атланы.

– Һөйөклөм, ана, күрәһеңме? Ана-а-уында... беҙҙең өй.

Һелкетә баҫып атлап барған Хөснидин артынан йүгерә-атлай саҡ өлгөрә Әҡлимә. Өйҙәре эргәһенә еткәс, бер аҙ тирә-яғына ҡаранып туҡтап торҙо ла, ҡатынын етәкләгән килеш, әкрен генә атлап ихатаға инде ир. Ингәс, ҡосаҡлашыуҙар башланды. Ҡапыл Хөснидин артына боролоп, юғалып ҡалған Әҡлимәгә күрһәтеп, ихлас йылмайҙы:

– Таныш булығыҙ: Әҡлимә, минең кәләшем...

Йәш кәләш үҙенә баштан аяҡ һөҙөп ҡараған оло ҡарттың (күрәһең, нәҫел атаһы) йөҙөнә бәреп сыҡҡан ризаһыҙлыҡты күрҙе. Килен кеше, уңайһыҙланыуынан нимә эшләрен белмәй, бешкән еләктәй ҡыҙарып, башын түбән эйҙе. Туғандар үҙ-ара тауыш күтәреп, ғауғалаша башланы. Бер-береһенә екереп әллә нимә һөйләшәләр. Уларҙың телдәрен аңламаған йәш ҡатын тағы ла ныҡ уңайһыҙланыуҙан бөршәйеп ҡатып ҡалды. Хөснидин, ҡулдарын болғап, ниҙер аңлатырға тырыша. Шул ваҡыт бер ҡатын килеп, ымлап ҡына Әҡлимәне саҡырып, икенсе бүлемгә алып китте. Был яҡта тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына ине. Әҡлимә өйҙө түңәрәтеп ҡарап сыҡты. Өйҙә карауат, өҫтәл, ултырғыс әҫәре күренмәй. Мөйөштә – ҡаралты, икенсе яҡта һауыт-һаба өйөлгән. Башҡа бер нәмә лә юҡ. Уны иң ныҡ аптыратҡан – ҡаҡ ер-иҙән, өй түбәһендәге ҡыйыҡ итеп ябылған һаламға оҡшаш үҫемлектән үрелгән япма булды. Уға нимәлер тип өндәштеләр, буғай, ләкин Әҡлимә бер ни ҙә аңламаны. Ымлап сәй эсергә ултырырға кәрәклеген аңғарталар икән. Иҙәнгә йәйелгән ашъяулыҡ тирәләп сәй эсергә ултырҙылар. Көлсәгә оҡшаған икмәкте һындырғылап уртаға һалдылар ҙа, былауҙы бармаҡтары менән йәтеш кенә итеп эләктереп алып, ашай башланылар. Аптырап ултырған Әҡлимәгә ниҙер әйтеп, ымлап, ашарға ҡыҫтанылар. Ахырҙа ул икмәккә ҡушып бер сынаяҡ сәй эсә алды.

Был ваҡытта ирҙәр яғында етди һөйләшеү бара ине. Тамаҡ ялғап алғас, Хөснидиндең атаһы ҡаты ғына итеп һүҙ башланы:

– Улым, беҙҙең баштан ашаҡлап, кәңәш-төңәш итмәйсә кәләш алғанһың. Һин атаһыҙ, затһыҙ берәҙәк кешеме ни?

– Атай, бәйләнеш булманы бит. – Хөснидин аҡланып маташты.

– Сәбәп шунда ғына булдымы!?

– Эй, атай, рөхсәт һораһам да, риза булмаҫ инегеҙ...

– Ә бала саҡта ҡолағығыҙ тешләтелгән, йәрәшелгән Марьямоны ни эшләтәһең?

– Уны алмайым, минең кәләшем бар.

– Нимә тиһең?! – Атаһы ашап ултырған еренән һикереп тороуҙан саҡ тыйылып ҡалды. – Һинең башың бармы? Ир һүҙең юҡмы?! Үҙ һүҙендә тормаған, үҙ һүҙе булмаған нәҫел, тигән яманат һатырға итәңме?!

– Бала саҡта, мин бер нәмә лә аңламаған саҡта, йәрәшелгән... Хәҙер кире һуғып булмаймы?! Мин кәләшемде яратып алдым. Унһыҙ йәшәй алмайым! – тип ныҡышты был тиклем ҡаршылашыуҙарын көтмәгән Хөснидин.

– Нәҫелебеҙҙә бындай хәлдең булғаны юҡ. Ғаиләгә тел-теш тейҙерәһеңме? Өҫтәүенә, ҡалымдың да яртыһы түләнгән. Марьямоны ла уйла. Ир түшәгенә ятмайынса ла ташланған ҡатын булһын әле! Хәҙер уны кем алыр?! Халыҡ ни әйтер?!

– Атай, мин бәләкәй бала түгел, миңә үҙемсә йәшәргә рөхсәт бирегеҙ!

– Ситтә йөрөп, миңә ҡаршылашырға өйрәнеп ҡайттыңмы?! Хәҙер атай – һүҙ, йолабыҙ йола түгелме?!

– Юҡ, атай, мин унан әйтмәйем, тик бына...

– Беренсе ҡатын итеп алаһың! Икеһен дә бер тигеҙ итеп ҡарайһың! – Башын түбән эйеп ултырған Хөснидингә ҡарап, ҡаты әйтеп, һүҙен дауам итте ҡартлас. – Тағы бер өй һалырға тура килер.

Хөснидин атаһына башҡаса ҡаршылашыуҙан фәтүә булмағанлығын аңланы. Уның башында икенсе уйҙар ҡайнай. Нисек кәләшенә әйтер? Аңлармы ул уны? Һөйгәне бөтөнләй икенсе тәрбиә алған кеше бит! Ике, өс ҡатын менән йәшәү – башҡорт өсөн хәҙер бөтөнләй ят күренеш! «Мине алдатып алып килдең», – тип рәнйемәҫме? Ҡатын өҫтөнән ҡатын алыуҙы хатта ошо мөхиттә тәрбиә алып үҫкән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ауыр кисерә. Ҡапыл ирҙең күҙ алдына Әҡлимәһенең илаған, ҡайғырған, үпкәләгән йөҙө килеп баҫты. Эх, кәләшенең күҙ йәшен күреү уға ғазап буласаҡ.

Иренең ағарынған йөҙөн күреп, Әҡлимә ҡурҡып китте, һис шикһеҙ, һүҙ уның тураһында булған. Моғайын, Хөснидиндең уны алып ҡайтыуына ҡаршы булғанлыҡтарын әйткәндәрҙер. Быны килеп инеү менән һиҙенгәйне Әҡлимә. Һуңынан да үҙенә әллә нисек, арҡыс-торҡос ҡарағандарын тойомлай ине. Уйға ҡалған иренә ҡарап, Әҡлимә һүҙ башларға баҙнат итмәне.

– Мин тағы бер кәләш алырға тейешмен. – Хөснидин башын күтәрмәйенсә, ауыр көрһөнөп, һүҙ башланы.

– Нисек инде... тейеш?! – Әҡлимә ҡапыл шулай тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

– Эй, беҙҙә динде ныҡ тоталар, ғөрөф-ғәҙәт буйынса йәшәйбеҙ. Тағы атайға ҡаршы сығып, ҡарыулашып булмай. Көсләп алдырырҙар, тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Ә Марьямоны башыма индереү түгел, күҙ алдыма ла килтергәнем булманы. Бына нисек килеп сыҡты...

Хөснидин ләм-мим өндәшмәй, шымып ултырған ҡатынына аптырап ҡараны, аҡланды:

– Атайыма ҡаршы тороу ҡыйын. Беҙҙә шундай йола. Мин... мин... ҡаршы булып ҡараным!..

– Шулай икән, тимәк, шулай! – Әҡлимәнең тыныс ҡына яуап биргәненә Хөснидин, асҡан ауыҙын ябырға ла онотоп, аптырап ҡалды. Сөнки ул уның икенсе төрлө ҡабул итерен көткәйне. Ә бөгөн ул тоноҡ күл ише тыныс, исмаһам, бер ҡаршы һүҙ әйтһәсе! Юҡ, юҡ, Әҡлимәһе улай түгел, уны һүҙһеҙ ҙә аңлап тора. Шуның өсөн ул уны тағы ла нығыраҡ ярата, йәнендәй яҡын күрә.

– Нимә? Нимә, һин... – Хөснидин ырғып тороп, ҡатынын зыр әйләндерергә тотондо. Ошо минутта уға һөйгәне Әҡлимәнән дә ҡәҙерлерәк, яҡыныраҡ кеше юҡ ине. – Һин һылыуҙарҙан-һылыу ғына түгел, аҡыллыларҙан да аҡыллыһың! Минең берҙән-берем!

Хөснидин менән Әҡлимә йәшәгән өй беренсе ҡатынға тәғәйенләп һалынған, ә Хөснидиндең беренсе ҡатыны булып Марьямо иҫәпләнә. Шуға ла эште өй төҙөүҙән башланылар.

Әҡлимә өй төҙөгәндәрен ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Балсыҡты иҙеп, мамыҡ һабаҡтарын ҡырҡҡылап, ҡатыштырып плитәләр ҡатыралар. Яҫылығы ярты метрҙан ашыу, оҙонлоғо бер метрлап ҡатырылған плитәләрҙе йәтешләп һалып, өй ҡалҡыттылар. Мамыҡ һабаҡтарынан һыу үтмәҫлек итеп япма ишеп, ҡыйыҡ итеп ябып та ҡуйҙылар. Артыҡ ҡыйынлыҡһыҙ ғына уларға бына тигән өй ҙә әҙер булды.

Тағы ла Әҡлимә йоҡлау урынына оҙаҡ өйрәнә алманы. Был яҡтарҙа карауат булмағанлыҡтан, мамыҡтан яһалған ҡабарынҡы түшәктәрҙе йәйеп, мендәр һалып, ер иҙәндә йоҡлайҙар, һөйгәнең яныңда булғанда ҡыуыш та ожмах, тик саяндарҙан ҡурҡты. Төнөн тишектәрҙән инеп тешләрҙәр кеүек. Ярыҡтарҙан ингән ҡурҡыныс һары оҙон себендәр йөҙәтте. Өйҙө төҙөгән саҡта ҡалдырылған тишек-ярыҡтарҙы бөтәйтеп һыланы, өй эсен үҙенсә биҙәп, шаршауҙар элде.

Шаулап-гөрләп туй үтеп китте. Марьямоны килен итеп, оҙатып алып ҡайттылар. Туй ваҡытында ирҙәр бер өйҙә, ҡатын-ҡыҙ икенсе өйҙә айырым байрам итте. Бөтөнләй иҫерткес эсемлектәр эсмәй, матур итеп йырлап-бейеп күңел асалар. Марьямо, килен булып төшкәс тә, күҙ ҡарашы менән генә көндәшен эҙләй башланы. Ана, бер ситтә – мөйөштә торған ҡатын, моғайын, шулдыр. Ап-аҡ йөҙ, ҡара ҡыйғас ҡаш, оҙон керпектәр араһынан һирпелеп кенә ҡараған ҡара күҙҙәр. Ә кәүҙәһе, әйтерһең дә, һылап-һыйпап эшләп ҡуйылған. Хур ҡыҙҙары ары торһон, иҫ китмәле матур!.. Туҫтаҡ битле, һалбыр иренле, тәпәш буйлы Марьямоның эсендә көнсөллөк уты ҡабынды. «Анау хәтле ерҙән тикмәгә эйәртеп алып ҡайтмаған икән. Етмәһә, Әҡлимәнән күҙен дә алмай бит әле», – тип эстән генә ҡара янды көндәш. Хөснидин үҙ өҫтөнән икенсе ҡатын алыуына һис тә риза түгел Марьямо.

Әҡлимә иһә Марьямоның килен булып төшөүенә битараф, ләкин... Исмаһам, Хөснидин көндәр буйы эш артынан сапҡанда, ә ҡайһы ваҡытта ҡалала йоҡлап ҡалырға тура килгәнендә, уға иптәш булыр, бергәләп көңгөр-ҡаңғыр килерҙәр. Көндәш булмаҫ, апай булыр уға Марьямо...

Тажик телен белеп етмәй әле Әҡлимә. Әҙерәк аңлай башланы ла ул, тик бына һөйләшеүе ауырыраҡ. Хөснидиндең ағаһы Сәйеттең ҡыҙы Диларабо мәктәпкә йөрөй. Урыҫ телен өйрәнәләр. Шуға әлегә уның менән генә аралаша. Хөснидин менән Диларабо уға тажик телен өйрәтә. Хөснидиндең Әҡлимәне алып ҡай – тыуына ике ай булып бара. Һаман да Әҡлимә был яҡтарға өйрәнә алмай. Ҡом ҡатыш балсыҡ ер менән тыуған яҡтарын сағыштырғанда, тыуған яҡтары – ожмахтың үҙе. Ҡоршайып ҡатҡан тауҙарға ҡарап, ҡайҙа һуң беҙҙең ғорур ҡаялы күккә олғашҡан тауҙар, тип эстән һыҙа.. Ҡалын урмандарҙы, хәтфә үләндәрҙе, хуш еҫле ялан сәскәләрен, туҡтауһыҙ моң һуҙған ҡоштарҙы, сылтырап аҡҡан шишмәләрҙе, мул һыулы йылғаларҙы һағынып, төштәрендә күрә.

«Эх, тыуған яҡтарыма ҡайтыр инем, аяҡтарым талһа, имгәкләп!» – тип «Ғилмияза» йырының һүҙҙәрен иҫенә төшөргөләй.

Яңғыҙ ҡалған әсәһе лә күңеленән сыҡмай, әленән-әле уны иҫләп илап ала. Ярай әле, Хөснидине уны аңлап тора, буш ваҡытында уның эргәһенән китмәй.

...Шәмсиямал, поезд ҡуҙғалып киткәс, күңелендәге ниндәйҙер бер ҡылдың өҙөлгәнен һиҙҙе. Әйтерһең дә, поезд һауа ярып, үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырып уға нимәлер әйтергә теләне. Ошо тауыш Шәмсиямалдың йөрәгенә үтеп инеп, йөрәген өҙгөләне. Алыҫая барған поезд туҡылдауы аҫтында йөрәге дарҫлап типте. Ҡапыл: «Балам!» – тип ҡысҡырып поезд артынан йүгергәндәй итте. Ҡарт әсәнең күҙ алды ҡараңғыланып, башы әйләнде, аяғы аҫтында ер убылды... Иҫенә килгәндә, дауаханала ине инде, башы зыңҡып ауырта. Ҡуҙғалырға итте, ләкин ҡыл да ҡыбырҙата алманы. Шәфҡәт туташы: «Иҫенә килде! Табипҡа әйтергә кәрәк!» – тип ҡыуанып йүгереп сығып китте. Бер аҙҙан табип шәп-шәп атлап килеп тә инде.

– Иҫегеҙгә килдегеҙме, апай? Бына һәйбәт булған. – Ул Шәмсиямал апайҙың күҙҙәренә текләне. – Һеҙгә ҡуҙғалырға ярамай, еңелсә инфаркт үткәргәнһегеҙ. Тыныслыҡ кәрәк. Ҡараусы кеше кәрәк буласаҡ. Бармы ҡараусығыҙ?

Шәмсиямал, «юҡ» тигәнде белдереп, башын һелкте. Шул саҡ эргәһендәге карауатта ултырған урта йәштәге ҡатын, урынынан тороп, эргәләренә килеп баҫты:

– Үҙем ҡарармын, кисәнән бирле мин ҡараным инде...

– Ярай, улай булғас, үҙегеҙҙең хәлегеҙ нисек? – Табип уға йылмайып ҡараны.

– Мин хәҙер арыуланып бөттөм инде, ҡасанан бирле ятам...

Табип шәфҡәт туташына ниҙер әйтте лә шәп-шәп атлап сығып китте. Уның артынан шәфҡәт туташы ла юҡ булды. Шәмсиямал эргәһендәге ҡатынға рәхмәт әйтергә ауыҙын асҡайны, теле әйләнмәне. Тик ыңғырашҡа оҡшаш ауаздар ғына сыҡты.

– Тыныс ҡына ятырға ҡуштылар. Торорға ла, һөйләшергә лә ярамай, – тип һөйләнә-һөйләнә, Шәмсиямалдың мендәрен төҙәйтеп, юрғанын тартып япты теге ҡатын. – Эй Аллам, ауырыу ҡартын да, йәшен дә ҡарамай, һинән дә минән дә һорамай шул. Әле йәшбеҙ. Алла бойорһа, бергә-бергә йәшәрбеҙ.

Шәмсиямал бөтәһен дә ишетеп ята, тик ҡыбырларлыҡ та хәле юҡ. Аяҡ-ҡулдары тыңламай.

– Һыу ҙа эсермәй китеп барҙым даһа. Һыуһап яталыр әле. Әйҙә, Шәмсиямал, иптәп кенә эс әле, – ҡатын, Шәмсиямалдың башын күтәреп, һыу эсерҙе. Ысынлап та, ул сарсап ята ине, һыу эскәс, еңел булып ҡалды. Исемен дә белеп алған. Ошо ваҡытта был ҡатын Шәмсиямалға фәрештә кеүек күренде. Күҙҙәренә йәштәр тулды яңғыҙ әсәнең...

Ике аҙналай ваҡыт үткәс, ымлап ҡына булһа ла һөйләшә, ҡул-аяҡтарын ҡуҙғата башланы. Ә теге ҡатын эргәһенән китмәй ҡараны. Шәмсиямалға ҡарап-ҡарап һөйләшеп ала. Үҙе һорау бирә. Биргән һорауына үҙе үк яуап биреп, көңгөр-ҡаңғыр килә. Шәмсиямал был ярҙамсыл, алсаҡ ҡатынға Хоҙайҙан һаулыҡ, ғүмер теләп ятты. Аңына килгәндән башында бер төрлө уйҙар, һорауҙар ҡайнай. Йөрәк майы – Әҡлимәһе ни эш бөтөрә икән? Хат-маҙар юҡ микән? Кейәүенең дуҫ-иштәре лә күренмәй. Икенсе ҡалаға олаҡтылармы, әллә үҙҙәренә ҡайтып киттеләрме?

...Марьямо, Әҡлимә, килендәштәре һәм балалар эргәләге ғаилә баҡсаһында эшләй. Ярты метр яҫылыҡтағы, ике метр бейеклектәге балсыҡ стена менән уратып алынған баҡсала нимә генә үҫмәй! Ҡарбуз, ҡауын туп кеүек тәгәрәшеп ята, эре-эре помидорҙар, ҡыярҙар, лимондар, йөҙөм, алма, сәтләүектәр өлгөргән. Уларҙы ашлап, ҡоротҡостарға ҡаршы дарыу һибеп, ҡыйҙарын утап, ваҡытында ғына ҡарап һыу һибәләр. Уңыш өлгөргәс, йыйып, ҡумталарға тултырып, һатыуға оҙаталар.

Яланда мамыҡ өлгөрһә, һәр ғаиләгә гектарлап бүлеп бирәләр. Бөтә ғаилә менән сығып мамыҡ йыялар. Аяғына баҫып йөрөй алған бәләкәйенән алып олоһона тиклем яланда күмәк эштә була. Алдарына ҙур алъяпҡысҡа оҡшатып тоҡсай тағып алалар ҙа мамыҡ йыялар. Көс еткеһеҙ булып тулғас, алып барып, үлсәтеп тапшыралар.

Әҡлимәгә тәүҙә мамыҡ йыйыуы ҡыйын булды, өйрәнеп алғас, башҡаларҙан уҙҙырып, күп итеп тапшыра башланы. Һылыу ҙа, эшкә лә сос башҡорт ҡыҙына һоҡланмаған кеше ҡалманы, ә ҡайһы бер ир-егеттәр Хөснидиндең шундай ҡатыны булыуына көнләшә биреп тә ҡуйҙы. Ҡара таңдан ялан шау-шыу килә. Көн эҫеһендә ете-һигеҙ сәғәткә ялға туҡтайҙар. Кис ялан ҡабат йәнләнә. Ваҡыт-ваҡыт мамыҡҡа, мамыҡ үҫентеләренә зыян килмәһен өсөн, тау башында торған ҡоролмаларҙан аттырып, ямғыр болоттарын таратып торалар. Шуға ла Әҡлимәнең килгәне бирле ямғыр әҫәрен күргәне юҡ. Бөтә үҫтерелгән йәшеллек теге юл буйлап килгән арыҡтан – шәп ағымлы улаҡтарҙан һуғарыла.

Хөснидин Әҡлимәнең күңелен нисек кенә күрергә теләмәһен, ҡатыны күбеһенсә бойоғоп, моңһоуланып йөрөй. «Тыуған ерен, әсәһен һағыналыр, һуңғы арала, ваҡыты булмағанлыҡтан, иғтибар ҙа әҙ шул», – тип уйланы ир. Бөгөн ул һөйгәнен машинаға ултыртып, үҙҙәренән арыуыҡ ҡына алыҫта йәшеллеккә төрөнөп аҡҡан мул һыулы йылғаны күрһәтеп алып килмәксе булды.

– Һөйөклөм, Нил буйҙарын күрһәтеп алып киләйем, ризаһыңмы?

– Әлбиттә, барам! – Йәш ҡатын ҡыуанып китте, әйтерһең дә, уға йәмле Ағиҙелен күрһәтәләр. – Алыҫмы?!

– Йөҙ саҡрым булыр. Унда яр тулы кеше була торған. Алыҫҡараҡ китербеҙ.

– Эх, һыу буйҙарын, исмаһам, бер күреп ҡайтырмын. Беҙҙең яҡтарға оҡшағанмы? – тип, шатлығынан түҙә алмай, Хөснидиндең муйынынан ҡосаҡлап алды. – Улай булғас, мин һине лә ҡыуандырам!

– Нимә?!

– Беҙҙең бәпәйебеҙ була!

– Уйлағайным да! – Ире Әҡлимәне күтәреп өйрөлтә башланы. – Башҡаса улай һикерәндәмә! Ҡара уны!

Быларҙың барыһын да ярыҡтан, ҡара яныуҙан тышылдығын сығып, Марьямо күҙәтте...

Машинала бер сәғәттәй барҙылар. Барған һайын шыр-яланғас ҡомло урындарҙы ҡылған үләнле яландар алмаштырҙы. Яҡынлашҡан һайын донъя йәшелләнә барҙы.

Ана, йылға ла күренде. Ҙур, тоноҡ йылға тын ғына ағып ята. Яр ситләтеп таныш булмаған ағастар үҫә. Башҡортостан талдарына оҡшаған да һымаҡ. Был яҡтарҙың үләндәре лә әллә ниндәй: ҡаты, һуттары ла юҡ. Ҡайһылары ултырған урындарында уҡ ҡыуарып кипкән. Ҡош һайраған тауышты ишеткәс, күңеле тулды. Ошо һайрау аҫтында, күҙен йомоп, тыуған яҡтарында һымаҡ хис итте үҙен. «Их, тыуған яғыма, йәшәгән ҡалама, әсәйемә ҡайтһаң ине, исмаһам, ситтән генә, күҙ ҡырыйы менән генә күҙ һалһаң ине!» Рәхәтләнеп битен-ҡулын йыуҙы, аяҡтарын һыуға тығып, сәпелдеген сығарып ултырҙы. Йәш ғаилә ял итеп, кисләтеп кенә ҡайтып инде.

Марьямо йөклө Әҡлимәгә ашарҙай булып ҡарап йөрөй. Уның өйөнән көндәшенең ишек алды ла, өйө лә яҡшы күренә. Көн-төн тиһәң дә яңылышмаҫһың – көндәш ярыҡтан Әҡлимәне күҙәтә. «Ана, эсен кәпәйтеп әллә ҡайҙа китте. Ен алғыры нәмә, бәхетемә арҡыры төштө. Шуның арҡаһында Хөснидин миңә иғтибарҙы әҙ бүлә. Шуның эргәһендә өйөрөлә. Ә хәҙер, тегеһе йөккә ҡалғандан бирле, бөтөнләй ҡарамай. Исмаһам, балаға ла уҙмайым бит. Йыш ҡына төндәрен бер үҙемә һыуыҡ мендәр ҡосаҡларға тура килә. Хәҙер Әҡлимәһен мамыҡ йыйырға ла йөрөтмәй. Уның өсөн йәнен бирергә әҙер. Ҡәһәрең, үҙе сибәр бит әле. Нисек унан һыуындырырға? Берәй әмәлен табырға кәрәк! Минең өҫтөмдән килеп, ҡайһылай йөрөй. Кистәрен шуның арҡаһында ҡараңғы мөйөш һаҡлайым...»

Әҡлимә нисек кенә Марьямо менән уртаҡ тел табырға тырышмаһын, бер нисек тә килеп сыҡмай. Ни эшләптер гел генә һөмһөрө ҡойолоп тик йөрөй көндәшенең. Һуңғы ваҡытта бөтөнләй ҡыланыштарын аңламай башланы. Һөйләшергә тип һүҙ башлаһа, арҡыс-торҡос яуап бирә. Әҡлимәнең эшен бер ваҡытта ла оҡшатмай. Уның Хөснидингә тип әҙерләгән былауы бер нисә тапҡыр үтә тоҙло, бешергән икмәге сейле-бешле булып сыҡты.

Таҙа итеп йыуып элгән керҙәре лә ҡомло, бысраҡ була. Ә бер тапҡыр гел үтеп йөрөгән юлда эләгеп ҡолай яҙғас, аптырауға ҡалһа ла, үҙен иғтибарһыҙлыҡта ғәйепләп, тынысланды. Хәҙер ул Хөснидингә ашарға әҙерләһә, ут эргәһенән кит-мәй, һөйгәненең алдына ултыртҡансы ҡат-ҡат тәмләп ҡарай. Шул саҡ ишектән Диларабоның башы күренде.

– Еңгә! Беҙгә урыҫ теленән диалог төҙөргә бирҙеләр. Төҙөш әле. Тағы... ошо һүрәт буйынса һөйләм төҙөргә ҡуштылар, – тип инер-инмәҫтән хәбәрен һөйләй башланы.

– Диалогыңдың темаһы бармы?

– «Магазинда» темаһы.

– Аҙыҡ-түлек магазинымы, әллә кейем-һалым магазинымы?

– Әллә, белмәйемсе.

– Улай булғас, икеһенә лә төҙөйбөҙ.

– Ой, еңгә, ярай әле, һин бар. Урыҫ телен мин хәҙер бөтәһенән дә һәйбәт беләм! – тип ҡыуанды бикәсе Диларабо.

– Алла бирһә, үҙебеҙгә, Башҡортостанға, ҡайтһаҡ, мин һине үҙем менән алып ҡайтырмын, йәме. Беҙҙә урыҫса ла, башҡортса ла һөйләшәләр. – Ҡыҙыҡай менән бергә Әҡлимә лә ҡыуанды.

Хөснидин, ҡалалағы хәбәрҙәрҙе ишетеп, аптырауға ҡалды. Советтар Союзының тарҡалыуын, Тажикстан һәм башҡа бәләкәй республикалар айырылып, үҙ аллы ил буласаҡтарын ишетеп йөрөнө. Ләкин был хәбәрҙәргә ышанмай ине. Ә бөгөн бөтөн ҡала шул турала геү килә.

Хәҙер паспорттарҙы алыштырып, документтарҙы ла үҙгәртергә кәрәк.

Советтар Союзы хәҙер Рәсәй тип аталасаҡ. Сик аша үтеү ҙә ҡатмарлашҡан. Әҡлимәләргә ҡайтыу өсөн ҡағыҙ эштәре күп буласаҡ. Хатта хат алышыу ҙа күпкә ҡыйынға төшәсәк, ә, бәлки, ундай мөмкинлек бөтөнләй булмаҫ та. «Әйтһәм, бәғеркәйем илар инде. Яйлап, ипләберәк аңлатырмын инде. Тыуған көнө яҡынлаша, берәй бүләк алайым әле», – тип Хөснидин магазин яғына ыңғайланы.

...Бөгөн Әҡлимәнең күңеле болоҡһоп, бер нәмәгә лә күңеле төшмәй. Үҙәге өҙөлә яҙып тыуған яғын, әсәһен һағына, һағыныуҙарына түҙә алмай, «Ғилмияза»ны һуҙып йырлап ебәрҙе.

Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан,

Урал тауы буйлап, көн битләп.

Илкәйемә лә шул ҡайтыр инем,

Аяҡтарым талһа, имгәкләп...

– О-о-о, еңгә, ҡайһылай матур йырлайһың! – тигән тауышҡа Әҡлимә һиҫкәнеп боролоп ҡараны. Йәш ҡатын, моңайып йырлап ултырып, Диларабоның ингәнен дә аңғармаған.

– Эй, әллә ниңә күңелем тулып, йырлағы килеп тик тора.

– Матур йыр. Ә нимә тураһында ул?

– Был – башҡорт халыҡ йыры «Ғилмияза». Элекке заманда йәп-йәш, быуындары ла ҡатып бөтмәгән ҡыҙҙарҙы ҡарт бабайҙарға, йә булмаһа сит ерҙәргә – алыҫҡа кейәүгә биргәндәр. Ҡыҙҙар, үҙҙәренең әсе яҙмыштарына риза булмай, туғандарын, тыуған ерҙәрен һағынып, ошондай йырҙар сығарып йырлағандар.

– Һы, ҡыҙыҡ! Беҙҙә лә һеҙҙең йырҙарға оҡшаш көйҙәр күп. Балаларҙы бәләкәй саҡта йәрәштереп ҡуялар ҙа... аҙаҡ, теләйме-теләмәйме, кейәүгә сығырға тура килә. Шунан башлана зар-интизар булып йәшәүҙәр...

– Ә мин был яҡтарға ағайыңды яратып, үҙ теләгем менән килдем. Тик барыбер тыуған яҡтарымды, әсәйемде һағынам. Был йырҙы мәктәптә уҡыған саҡта тыңлай торғайным. Аҙаҡ радионан да, былай ҙа ишеткәнем булды, бер ҙә йырлағаным юҡ ине. Хәҙер үҙенән-үҙе күңелгә инеп, йырлағы килеп тик тора.

– Башҡорт йырҙары бөтәһе лә шулай моңломо?

Әҡлимә ирекһеҙҙән йылмайып ебәрҙе:

– Эйе, бөтәһе лә матур ҙа, моңло ла. Башҡорт халҡын моңло халыҡ тип әйтәләр. Беҙҙең халыҡтың йырҙары күп. Һәр береһенең үҙ тарихы, үҙәккә үтеп ингән үҙ моңо. Тағы ла ҡурайы бар. Ул беҙҙең милли музыка ҡоралы, башҡа халыҡта ул юҡ.

– Ул ниндәйерәк була?

– Беҙҙең халыҡ мал көтөп, йәйләүҙәрҙә йәшәгән. Урманда ябай ғына үләндән ҡурай яһап, бөтә күкрәк моңон һалып уйнаған.

– Нисек инде... үләндән? – Ихласлап ҡыҙыҡһынды Диларабо.

– Мамыҡ һымаҡ бейек. Тик уны эсе ҡыуыш була һәм ул наҙлыраҡ та. – Еңгә, һин миңә башҡорт йырҙарын өйрәтерһеңме?

– Өйрәтермен, өйрәтермен! – Әҡлимә бикәсен ҡосаҡлап, арҡаһынан һөйҙө. – Ә һин миңә тажик йырҙарын өйрәтерһең.

Шул саҡ тышта янъял ишетелде. Күп тә үтмәй, Әҡлимә йәшәгән өйгә зыулап Марьямо килеп инде.

– Ул ғына урлаған! Ул ғына... – Көндәше өйҙөң аҫтын-өҫкә әйләндереп ниҙер эҙләй, аҡтарына башланы ла, мөйөштә ятҡан түшәкте күтәреп ебәреп, көмөш йөҙөк табып сығарҙы.

– Бына ул! Бына ҡайҙа ятҡан минең балдаҡ! Бур, уғры... – Марьямо бер нәмә лә аңламай аптырап ҡарап торған Әҡлимәгә ағыуын сәсә башланы. Йыртыла яҙып ҡысҡырыуына хатта өй емерелер кеүек. Тайшанлап, эре-эре итеп баҫып тышҡа сығып та китте. Нимә булғаны саҡ башына барып еткән Әҡлимә артынан эйәреп сыҡты, тышта тауышҡа килендәштәре, бала-саға йыйылған.

– Мин түгел! Күргән нәмәм түгел! – Әҡлимә балдаҡҡа оронмағанын аңлатырға тырышты. Тик ярһыған Марьямо, тағы ла нығыраҡ ҡотороп, нахаҡ сәсә бирҙе:

– Нисек инде һин алмағаның? Һинең өйөңдә, һинең түшәгең аҫтынан таптым бит мин уны? Был өләсәйемдең өләсәһенән ҡалған мираҫ! Нисә быуын хәҙер беҙҙә һаҡлана! Ә һин шуны урлағанһың! Бур!

– Мин кеше әйберенә ғүмеремдә лә тейгәнем юҡ!

– Тағы ла әрепләшеп маташаһыңмы, фәхишә? Ышанмай инегеҙ! Күрҙегеҙме?! Әле һеҙ уны белмәйһегеҙ, фәхишә бит ул...

Әҡлимә ҡалтыранған тауыш менән:

– Мин түгел! Дөрөҫ түгел! – тип илап өйөнә йүгереп инеп китте. Артынан Диларабоның: «Дөрөҫ түгел! Был дөрөҫ түгел! Ялған!» – тип ҡысҡырғаны ишетелде. Күп тә үтмәй, үҙе лә килеп инде.

– Еңгә! Илама, тыныслан! Уға береһе лә ышанманы. – Ҡыҙыҡай Әҡлимәне ҡосаҡлап, йыуата башланы. – Еңгә, ҡара әле! Ул йөҙөк нисек һинең өйөңә, түшәгең аҫтына килеп эләккән?

– Белмәйем, бер нәмә лә аңламайым, – тип тыныслана алмай һыңҡылданы Әҡлимә.

– Һы, ҡыҙыҡ хәл! – Диларобо төрлөһөн уйлап баш ватты.

Ҡаланан Хөснидин һуң ғына ҡайтты. Ҡаршыһына тәҙрәнән күҙен дә алмай уны көткән, ярһыуҙан күҙе аҡшайған Марьямо туйтаңлап килеп сыҡты.

– Хөснидин, беләһеңме ниндәй хәлдәр булды бында! – Күҙенә һыу алып, төкөрөгөн сәсә-сәсә һөйләп алып китте өлкән ҡатын. – Борондан, быуындан-быуынға тапшырылып килгән йөҙөгөмдө Әҡлимә урлаған... Ысын әйтәм, күҙ ҡараһындай һаҡлап тотҡан көмөш йөҙөгөмдө һинең бисәңдең түшәге аҫтынан таптым!

Тауышҡа Әҡлимә лә йүгереп сыҡты, ә Марьямо, йәлләтергә тырышҡандай, тағы ла нығыраҡ сәрелдәне:

– Ысын, бына бөтәһе лә күрҙе: йөҙөктө Әҡлимәнең өйөндә таптым! Ә һин ышанмай инең, ҡулы тик тормаған – уғры бит ул!

– Алдай, Хөснидин, ышанма. Ул йөҙөктө күргәнем дә юҡ...

– Мин алдайыммы? Ана, бөтә кеше күрҙе, оятһыҙ! Тағы ла әрепләшәһеңме, фәхишә!? ...

– Етәр! Хәҙер үк таралығыҙ! – Хөснидин ҡапыл уҫал тауыш менән ҡысҡырып ебәрмәһә, Марьямо тағы ла нимә һөйләр ине, билдәһеҙ... Бер үҙе ҡалғас, Хөснидин күтәрмәгә барып ултырҙы. Был Марьямоның сираттағы этлеге, мәкерле эше икәнлеген яҡшы аңлай. Тәүге ҡатынының әйләнгән һайын ошаҡлашыуы, һөйләнеүе ялҡытып бөттө ирҙе. «Быға нөктә ҡуйырға кәрәк...» – Урынынан ҡапыл ырғып торған Хөснидин Марьямоның өйөнә инеп китте...

Күптә үтмәй, беренсе ҡатынының өйөнән сығып, ҡәнәғәт Хөснидин һеңдерә баҫып аш өйөнә ыңғайланы. Ә унда уны аш әҙерләгән Әҡлимә ҡаршыланы.

– Бөтәһе лә яҡшы булыр! – Ир кеҫәһенән көмөш йөҙөк сығарып, ҡәҙерләп ҡатынының бармағына кейҙерҙе. – Тыуған көнөң менән, берҙән-берем!

– Рәхмәт, йәнем, – Әҡлимә, бала кеүек ҡыуанып, йөҙөгөнә ҡараны. – Һин эргәмдә саҡта, миңә бер ваҡытта ла ҡыйын булмаҫ.

– Ҡара, беҙҙең бәпәй ни эшләй?

– Уның ни, тибешеүҙән башҡа эше юҡ.

– Ҡара, һаҡла уны. – Етди төҫ алған Хөснидин ҡабат иҫкәртте.

– Һүҙгә әүрәнек тә киттексе. Әйҙә, ашарға ултыр. Аш һыуынып бөттө. Ниңә Марьямо һаман да инмәй икән?

Күп тә үтмәй, илауҙан шешенеп бөткән Марьямо инде. Эскерһеҙ Әҡлимә уны йәлләп тә ҡуйҙы. Беренсе тапҡыр киске аш һөйләшмәйенсә ашалды.

Бынан һуң Марьямо Әҡлимәгә йомшарып, йөҙө асылып ҡалды. Шуныһы ҡыҙыҡ: икенсе ҡатын бешергән аштың тоҙо артыҡ булыуы ла, йыуылған кейемдең бысрауы ла бөттө. Теге мәл ире ҡаты итеп һөйләшкәндән һуң, Марьямо бик ныҡ ҡурҡты. Хөснидин бөтә ҡылған яман эштәрен белеп йөрөгән бит. Кеше алдына сығып өс тапҡыр «Талаҡ!» тип ҡысҡырһа, ни эшләр ине Марьямо? Көнсөллөк тамам күҙен томалап, был хаҡта уйламаған да.

Әҡлимәнең бала табыр ваҡыты етте. Бер көндө, түҙемһеҙләнеп көткән Хөснидинде ҡыуандырып, малайҙары тыуҙы. Шатлығынан башы күккә тейгән атай, бәпесе эргәһенән китешмәй, ата ҡаҙ кеүек, бала эргәһендә уралды. Бәләкәйгә Мөхәметдин тип исем ҡушып, бәпес туйы уҙғарҙылар.

Әҡлимә хәҙер көндәрен бала менән үткәрә. Хөснидин уны баҡсаға эшкә сығармай. Улына әүрәпме, ире лә улар өсөн өҙөлөп торғанғамы, йәш әсә сит яҡтарға тамам өйрәнеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Сыҙағыһыҙ селлә эҫеһе лә уға хәҙер бер ни түгел. «Ҡыҙҙың тыуған ере түгел, килен булып төшкән ере – тыуған ер», – тип тикмәгә әйтмәгәндәрҙер инде. Бала ла бәләкәй булғас, ҡайтыу хәҙер уның хыялында ғына ҡала.

Ваҡыт шулай үтә торҙо. Әҡлимә хәҙер был яҡтарға өйрәнеү генә түгел, тажик телендә һупалаҡлап һөйләшә лә башланы. Ә һөйөклө улы туп кеүек тәкмәс атып, йүгереп йөрөй. Ире менән уға ҡарап һоҡланып туя алмайҙар. Теремек, таҙа итеп һөйләшеп йөрөгән малайға ике йәш тип уйламаҫһың. Бөтәһе лә Мөхәметдингә һоҡланып ҡарағанда, Марьямоның һөмһөрө ҡойолдо. Уның да хыял донъяһына сумып, шашып бала ҡосаҡлап һөйгөһө, яратҡыһы килә. Ҡатын-ҡыҙҙың донъялыҡтағы тәғәйенләнеше, изге бурысы – әсәлектә икәнлеген Марьямо яҡшы аңлай. Әсә булыу теләге көслө лә, тик, ниңәлер, ул был шатлыҡтан мәхрүм. Дәрт-дарман менән эшкә тотоноп, әллә нимәләр ҡыйратыр ҙа ине, тик эшкә күңеле төшмәй, төшөнкөлөккә бирелә. Әйләнгән һайын, Хоҙайға ялбарҙы ҡатын: «Хоҙайым, йәлләмә минән бер сабыйыңды! Зинһар, бала шатлығынан мине мәхрүм итмә! Ғәйебем дә юҡ һинең алдыңда. Ни өсөн мине язалайһың?» Был донъяла уға күп нәмә лә кәрәкмәй, бары бала һөйөү наҙынан ғына мәхрүм итмәһен. Әлбиттә, Мөхәметдинде үҙ балаһындай яратып ҡарай ҙа ала, әммә ләкин эсендәге әллә ниндәй ҡара уйҙар уны кире этәрә. Әллә Хөснидиндең шул баланы күрһә, ауыҙы ҡолағына етеп, күҙенән осҡондар сәсрәтеп шатланыуы уның мин-минлегенә тейәме – үҙе лә аңламай. Хөснидин Әҡлимәне яратып кәләш итеп алып, уны һөйөү утында солғап йәшәгәненә, ә уны бары тик алдан йәрәшелеп, алырға тейеш булған өсөн уға өйләнгәненә йөрәге әрнене. Бәхеткә сорналған Әҡлимәгә ҡарап көнләште. «Шул уйнашсы эйәреп килеп, ырыҫһыҙ итте, бәхетемә арҡыры төштө. Хөснидинемде уртаҡлаша, улай ғынамы һуң әле, урланы. Етмәһә, муйырылып, эсен кәпәйтеп, әллә кем булып йөрөй», – тип Әҡлимәне, күрә алмай, үҙ алдына битәрләне. Ә ул бөтәһенән дә мәхрүм, бисә ишараты ғына булып йөрөй. Исмаһам, тыптырлап йүгереп йөрөгән бер балаһы булһа ла, былар һиҙелмәҫ ине. Тағы ла бына...

– Марьямо, Марьямо! Мөхәметдин ауырый! Ҡоҫа, эсе китә, – тип ҡобараһы осоп ағарынған Әҡлимә, уның уйҙарын бүлеп, йүгереп килеп инде.

– Нимә булһын! Бушҡа яу күтәрәһеңсе... Бала ни, ауырыр инде. Бер бөгөн ауырыймы, йүнәлер әле. – Марьямо һалҡын ҡанлылыҡ һаҡларға тырышты.

– Нисек бушҡа булһын!? Балаҡайым ныҡ ауырый, ут кеүек яна!? Нимә эшләйем икән!? Марьямо, әйҙә, ҡара әле, зинһар, ярҙам ит! Һин ауырыуҙарҙы беләһең бит!

– Мин нимә беләйем? Бөтә нәмәне лә ҡайҙан белеп бөтәйем?!

– Алла хаҡына ярҙам итсе!? Зинһар өсөн, сығып ҡара... Кемгә барайым һуң мин?! – Инәлә-инәлә илай башлаған Әҡлимә Марьямо алдында тубыҡланды. – Алла хаҡына, зинһар...

– Ҡайһылай бер һырыш булдың әле!..

Ҡылы ла ҡыбырламай, суйын кеүек ныҡ ултырған Марьямоның ҡуҙғалмаҫын аңлаған Әҡлимә, ҡайҙа һуғылырын белмәй, аңҡы-тиңке булып тағы сығып йүгерҙе. Тышта уның: «Сәғитдин, Хөснидингә йүгереп барып кил әле! Мөхәметдин ныҡ ауырый, тиҙерәк ҡайтһын!» – тип илай-ярһый ҡысҡырған тауышы ише телде.

...Бер сәғәттәй элгәре аш өйөнә Мөхәметдин һыу һорап инде. Марьямо балаға иҫкергән һут тоттороп сығарғайны. Ҡапыл уның йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. «Әллә шуғамы? Кит, шуға ғына ауырымаҫ. Бына-бына, бала ауырымай үҫмәҫ, йүнәлер әле!» – Марьямо, күңелен тырнаған уйҙарынан арыныр өсөн, үҙ алдына һөйләнеп алды.

Хөснидин эштән йүгереп ҡайтып инде. Ығы-зығы башланды. Аҡтарып ҡоҫа-ҡоҫа аңын юғалтҡан баланы ашыҡтырып дауаханаға алып киттеләр. Табиптар Мөхәметдинде ҡотҡара алманы. Улар: «Ярамаған нәмә ашаған йә эскән. Эске ағзалары ағыуланған», – тигән һығымтаға килделәр.

Мөхәметдинде ерләгәс, Әҡлимә ҡайғынан аяҡтан яҙҙы, иҫен юғалтты. Баҙлаған тимер кеүек янған ҡатын һаташып йә иланы, йә көлдө. Бер туҡтауһыҙ ҡалтырана-ҡалтырана, үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырып улын эҙләне йә ҡулын сатаҡ-ботаҡ болғап, һөрәнләп туҡтауһыҙ сабыйын саҡырҙы... Бер аҙналай ауырып ятып, саҡ аяғына баҫты.

Ҡайғынан шаңҡыған Хөснидин дә күҙгә күренеп шиңеп, һурыҡты. Гел йылмайыу уйнаған йөҙөндә хәҙер шатлыҡ әҫәре күренмәй. Бөгөлөп төшкән хужа менән бойоғоп, донъя йәмен юғалтҡан Әҡлимәгә артабан йәшәргә бары тик ҡатындың йөрәге аҫтында яралған йән эйәһе генә көс бирҙе.

Дүрт айҙан, Хөснидин менән Әҡлимәне ҡыуандырып, улдары – Бәҙретдин тыуҙы. Был шатлыҡтан Хөснидин ни ҡылырға белмәне. Бар ҡайғыларын баҫып, улына әүрәне, буш ваҡытын Әҡлимәнең өйөндә бала менән үткәрҙе ир.

Марьямоға быны күреү ҡыйын булһа ла, һыр бирмәҫкә тырышты. Үҙһенмәй шул килмешәкте, үҙһенмәй... Тәүҙән үк күңеленә төйнәлгән төйөр иремәй, киреһенсә, нығыраҡ ҙурая бара. Ул һаман да булған уңышһыҙлыҡтарында Әҡлимәне ғәйепләне. Аяғы ергә теймәй һикереп, ялан аяҡ йүгереп йөрөгән балаға ҡарап йөрәге янды.

Марьямоның уйҙарын бүлеп, ишектән Бәҙретдиндең ялтыратып ҡырылған башы күренде. «Нимә әйтер?» – тигәндәй, уға ҙур ҡара төймәләй күҙҙәре менән вайымһыҙ ғына тултырып ҡарап торҙо ла, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ваҡ-ваҡ баҫып, түргә уҙҙы.

– Нимә, улым, нимә кәрәк? – Бала һөйөү наҙына сарсаған Марьямо, үҙе лә аңғармаҫтан йомшарып, иркә өндәште.

– Инәй, мин маҫинамды алам! – Бала йүгереп барып, мөйөштә ултырған үҙе ҙурлығындай машинаны һөйрәтеп алды.

– Ал, балам, ал һуң! Кил әле! Мәмәй бирәйем әле үҙеңә! – тип, түргә туйтаңлап барып, балаға бер ус печенье һондо. Тегенеһе, һәр ваҡыт ҡырыҫ булған инәйҙән оялыпмы, тартыныпмы, иңбаштарын күтәреп йылмайған булды. Ә тупаҫ инәй, ҡапыл шашып, башын эйеп, ихлас ҡарап торған сабыйҙың бит алмаларынан үпте, арҡаһынан тупылдатып яратты. Танауына килеп бәрелгән бала еҫе һушынан яҙҙырҙы ҡатынды... Бер ваҡытта ла асыҡ йөҙ күрһәтмәгән инәһенә бала күҙҙәрен ҙур итеп асып, ятһынып ҡараны ла, ҡыпһыуырҙай ҡулдарҙан тартылып, көскә ишеккә йомолдо.

Уның артынан ялан аяҡлап төйә баҫылған эҙҙәр генә ятып ҡалды. Шул саҡ ҡапыл аңына килгән Марьямо йән асыуынан башындағы яулығын атып бәрҙе:

– Ҡорсаңғы, әпсәһенә оҡшап, ҡәҙер белмәгән! Емтек!

Кискә табан ҡаланан Хөснидин ҡайтты. Ҡулындағы ауыр сумкаһын Әҡлимәгә һуҙып:

– Ҡара әле, бына, һарыҡ ите алып ҡайттым. Үҙегеҙҙә тәмле итеп аш бешерәһегеҙ бит, шулай итеп бешер, йәме?

– Бишбармаҡты әйтәһеңме? Ярай, һалма ҡырҡып, бишбармаҡ бешерермен.

– Ысынлап та, бармаҡ менән ашайҙар, ибет?

– Беҙҙә лә бар ул бармаҡ менән ашай торған ризыҡтар. Шуға ла бишбармаҡ тигәндәр. Әйҙә, беҙҙең яҡтың ризығын ашап ҡараһындар, бөтәһен дә һыйларбыҙ, эйеме! – Әҡлимә көтөлмәгән тәҡдимгә ҡыуанды ғына.

– Әлбиттә, бөтәһен дә һыйларбыҙ. Эйе, башҡорт ашын ашап ҡараһындар әйҙә. Айырыуса миңә шул бишбармаҡ тигәне оҡшай ҙа инде. Ҡоротло һурпаһы теленде йоторлоҡ! Ҡәйнәм бешереп ашатҡайны – шуны һаман онотоп булмай.

– Ә-ә-ә, ул ваҡытта әсәйем һинең өсөн бешергәйне шул. Һөйләй торғас, минең дә бишбармаҡ ашағы килеп китте әле, – тип иттәрҙе тотоп ҡарай-ҡарай һөйләнде Әҡлимә. – Һимеҙ генә һарыҡ булған, ҡарап ала белгәнһең.

– Аш тәмле булһын өсөн һимеҙ генәһен, йәшен ҡарап алдым инде, – Хөснидин эше буйынса сығып китте. Әҡлимә, еңдәрен беләгенә тиклем төрөп, эшкә тотондо: тәүҙә итте уртаса ҙурлыҡтағы алдырҙа йыуып алды, һуңынан уны ҡаҙанға төшөрҙө, мамыҡ һабаҡтарынан әҙерләнгән утынды өйөп һалып, ҡаҙан аҫтына ут яҡты, һалма ҡырҡты. Аштың әҙер булғанын һағалап торғандай, өйрәк һымаҡ лап-лоп баҫып Марьямо килеп инде. Ят ризыҡты күргәс, аптырауҙан күҙе саҡ маңлайына менмәне көндәштең, хәле бөтөп, күкле-йәшелле тауыштар менән ҡысҡырып ебәрҙе:

– Был нимә ул?! Бындай нәмәне ҡайҙан уйлап таптың?!

– Был – беҙҙең яҡ ризығы. Беҙҙә ашты ошолай әҙерләйҙәр, – тип Әҡлимәнең тыныс ҡына яуап биреүе көндәшен тамам сығырынан сығарҙы.

– Беҙҙә түгел, ә һеҙҙә тиген! Башҡаларға, Хөснидингә был ашың оҡшармы, шуны уйланыңмы?!

– Хөснидин үҙе бишбармаҡ бешереүемде һораны, – тип һис бер борсолоуһыҙ яуап бирҙе Әҡлимә. Үҙе эргәһендә йөрөгән улына боролдо: – Бар, балаҡайым, барыһын да ашарға саҡыр!

Әҡлимә аш эргәһендә Марьямоның бер үҙен ҡалдырманы, сөнки теге мәлдәге артыҡ тоҙло аштары өсөн тәүге ҡатынға шиге төшкәйне.

– Бөгөн бөтөнләй икенсе аш бешерелергә тейеш ине! Бер нәмә лә һорашмайһың да, әйтмәйһең дә, үҙең баш, үҙең түш. Беренсе бисә – мин нимә әйтәм – шуны тыңла!

– Бөгөн Хөснидин һорағанға ғына бешерҙем, – тине Әҡлимә һәм, Марьямоның туҙыныуына иғтибар итмәй, күтәренке күңел менән ҙур туҫтаҡҡа итте ваҡлап тураны, өҫтөнән һуған менән һалма һалып, майлы һөҙлөк ҡойҙо, һурпа өсөн кәсәләр әҙерләне.

Әҡлимәнең тыныслығы Марьямоны сығырынан сығарҙы. Ишектән ашарға инеүселәрҙе күргәс, йөҙөн ҡырҡа үҙгәртеп, үҙе әҙерләгәндәй әйҙүкләп:

– Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, бөгөн һеҙгә ят аш әҙерләнек. Төрләндереп бешерһәң, һәйбәт була бит ул, – тип татлы телләнеп, теле-телгә йоҡмай ҡаршы алды.

Әҡлимәнең әҙерләгән бишбармағы бөтәһенә лә оҡшаны. Һурпаһын да борослап, ҡабат-ҡабат ҡойҙороп эстеләр.

– Килен, беҙгә был ашты йышыраҡ бешер. Бик тәмле булды! – тип рәхмәттәрен әйтә-әйтә, маҡтап ашаны йыйылған туған-тыумаса. Тик Марьямо ғына, һиҙҙермәһә лә, быларҙың бараһын да оҡшатмай, эсенән ҡара көйҙө.

Мамыҡ йыйыу ваҡыты етте. Хөснидин эшенән бушамай, көн дә ҡала тип саба. Бөгөн иртүк тороп, Әҡлимәләр ҙә мамыҡ яланына юлландылар. Марьямо, һис ҡыланмағанды ҡыланып, һәр береһенә айырым участок бүлеп бирҙе. Әлбиттә, мамыҡтың йоҡа, насар үҫкән ере Әҡлимәгә эләкте. «Әйҙә, хәҙер алдынғы булып ҡараһын!» – тип эстән генә үҙенең мәкерлегенә, хаслығына ҡыуанды ҡатын.

Әҡлимә мамыҡты башҡаларҙан уҙҙырып йыя алмаһа ла, уларҙан ҡалышмаҫҡа тырышты. Эргәһендә Бәҙретдине геүелдәп уйнап йөрөй: балсыҡ ҡатыш ҡом ерҙе уйынсыҡ машинаһында бер урындан икенсе урынға ташып өйә.

Мамыҡ һабаҡтарын йәтешләп теҙеп һалып, юл да эшләгән. Әҡлимә үҙ алдына уйын ҡороп уйнап йөрөгән сабыйын күҙәтеп, бер аҙ йылмайып ҡарап торҙо ла тағы ла шәберәк итеп мамыҡ йыйырға тотондо.

Эше менән мауығып киткән ҡатын шау-шыуға башын күтәреп ҡараны. Һыу аҡҡан арыҡтар яғына ҡарай кешеләр эркелешеп йүгерәсе... Йөрәге жыу итеп ҡалған Әҡлимә, уҡтай атылып, Бәҙретдине янына ынтылды. Улы урынында юҡ, һыу эсеп йөрөгән һауыты ла күренмәй. Тимәк, һыуға киткән! Күрмәй ҡалған... Йәнтәслимгә кешеләр йүгергән яҡҡа ынтылды бисара ҡатын. Йөрәге сығырҙай булып дарҫлап тибә. Яҡынлашҡан һайын кешеләрҙең ҡысҡырышҡан тауыштары асығыраҡ ишетелә барҙы. Был ваҡытта улаҡтағы көслө, шәп ағым Бәҙретдинде уйынсыҡ һымаҡ өлпәндәтеп, өйрөлтөп-сөйрөлтөп түбәнгә ҡарай ағыҙа ине.

– Бәҙретдин аҡты, тотоғоҙ!

– Тиҙерәк ҡаршы сығығыҙ! Тотоғоҙ!

Әҡлимә, әсе итеп ҡысҡырып йүгерә-йүгерә, быуындары тотмай, һөрлөгөп барып төштө. Мамыҡ йыйып йөрөгән алъяпҡысына буталып, ерҙән тора алмай аҙапланды. «Балам, балам, балаҡайым!» – тип илай-илай, бар көсөн йыйып тағы йүгерҙе, тағы һөрлөгөп ҡолап барып төштө. Хәҙер аяҡ быуындары ғына түгел, тотошлай тәне ҡалтырап, быуынһыҙ булды. Шул саҡ башы, аяҡ-ҡулдары һәлберәп төшкән йәнһеҙ Бәҙретдинде һыуҙан сығарҙылар. Әҡлимә: «Балаҡайы-ы- ы-м-м!» – тип үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырып ебәрҙе лә, иҫен юғалтып, ергә ауҙы. Әсәнең күҙ йәше менән бергә уҡмашып йәбешкән ҡом ҡатыш балсыҡлы йөҙө ап-аҡ үлек төҫө алғайны.

Хөснидин яландағы өймәкләшеп торған кешеләрҙе әллә ҡайҙан уҡ күрҙе. «Беҙҙең... ер биләмәһенән аҫтараҡ йыйылғандарсы, нимә булды икән»? – тигән уй башынан йүгереп үтте ҡапыл шомланып киткән ирҙең. Ҡыҙып-ҡыҙып ниҙер һөйләшкән халыҡ, машинала уларға табан килә ятҡан Хөснитдинде күргәс, шымып ҡалды. Туҡта, ерҙә нимәлер ята түгелме? Машинаһын улаҡтар аша сығып йөрөгән баҫма тапҡырына шыулатып алып килеп туҡтатты Хөснидин. Туҡтар-туҡтамаҫ, машинаһының ишеген асты, ишеген шапылдатҡансы ябып, кешеләр торған яҡҡа йомолдо. Ни эшләп баштарын эйеп, ғәйепле төҫ менән уға ҡарайҙар икән улар? Нимә булған? Ерҙә икеһе ике урында ҡатыны менән улы ята бит! Хөснидин килеп етте лә... берсә күм-күк булған сабыйын, берсә һушһыҙ ятҡан Әҡлимәһен ҡосаҡлап, берсә тупраҡты услап, ерҙе төйгөсләй-төйгөсләй тәгәрәп иланы.

– Нимә ҡатып тораһығыҙ! Әҡлимәгә тиҙ ярҙам күрһәтергә кәрәк. Уның иҫе киткән! Ярҙамлашығыҙ!

– Хөснидин, сабыр бул! – Сәйет һаман да тәгәрәп, ер тырнап илаған Хөснидинде иҙеүенән һелкетеп торғоҙҙо. – Хәҙер тыныслан, тим! Ишетәһеңме?! Ярамай! Алла бирҙе – Алла алды! Түҙергә кәрәк!

Аҡырып илаған Хөснидин аңына килгәндәй булды. Сәйет, ҡулдары һәленеп, ҡанаттары ҡайырылып төшкән ҡошто хәтерләткән Әҡлимәне күтәреп, шәп-шәп аҙымдар менән машина яғына атланы. Кемдер Бәҙретдиндең һыуына башлаған кәүҙәһен ҡулына алды. Арттарынан, тәнтерәкләй-тәнтерәкләй, Хөснидин эйәрҙе...

Уттай ҡыҙыу Әҡлимә бер аңына килде, бер юғалтты. Үҙе туҡтауһыҙ ҡалтыранды, һаташып йә Бәҙретдинен, йә Мөхәметдинен саҡырып ҡысҡырҙы. Ниндәйҙер аңлашылмаған өндәр сығарып һөйләнгән, йә һыны ҡатып көлгән, йә һеңкелдәп иланған ҡатыны эргәһенән Хөснидин көнө-төнө китешмәй. Төшөнкөлөккә бирелгән йөҙөнә ҡараһаң, башҡаса йәшәргә көс таба алмаҫ кеүек тойола. Доғалар уҡып, Әҡлимәне өшкөрөп, имләп эргәһендә ултырған әбейҙәрҙә генә өмөт итә ир кеше. Улар ғына берҙән-берен ҡотҡарыр, уның яҙмышын хәл итер һымаҡ. Иҫһеҙ ятҡан ҡатындың баш осонда ултырған йыуантыҡ әбей бер нөктәгә ҡарап оҙаҡ ҡына уҡына, ниндәйҙер үҫемлекте яндырып, Әҡлимәнең баш осонда өйрөлтә-өйрөлтә, йөрәк тапҡырына алып килеп төтөнөн өрә, ҡаҙан төбөндәге ҡоромдо һыуға болғатып, оҙаҡ ҡына ҡояшҡа тотоп тора ла шуны Әҡлимәгә бөркә... Үҙе эстән тын ғына уҡынып, һаҡ ҡына баҫып йөрөй. Әбей-һәбейҙәр бөтөп киткән Хөснидинде йәлләне:

– Әҙерәк ял итеп алһаңсы, килен янында былай ҙа ултырабыҙ бит. Һурпаһын да, һыуын да ҡалаҡлап эсереп, еңелерәк аштарын да ашатып торабыҙ.

– Ысынлап та, Хөснидин, һин ял итеп ал әле. Эргәһенән китмәҫбеҙ. Бар, ял ит. Алла бойорһа, һауығыр. Түҙемле булырға кәрәк.

Йонсоған, ошо көндәрҙә олғайып киткән Хөснидингә сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Әбейҙәр, ауыр көрһөнөп, тағы сурыта башланы:

– Эй, Аллаҡайым, Әҡлимәһе һауығып ҡына китһен инде. Аҡылына еңеләймәһә ярай ҙа ул.

– Мин дә шуны уйлайым. Ҡуй инде, әллә нимәһе тыныс йәшәй алмайҙар. Алмалай ике баланы ер ҡуйынына һал әле.

– Ризаһыҙлыҡ менән килде бит ул. Ололарҙан фатиха алмайынса, көсләшеп килгәнгә шулайҙыр. – Марьямо һөйләшеүҙе үҙ юҫығына бороп эләктереп алып китмәксе булғайны ла, араларында бөкрәйеп ултырған оҙон танаулы әбей:

– Ни эшләп ризалыҡһыҙ килһен, ул бит – Хөснидиндең икенсе ҡатыны. Ә ирҙәргә икенсе ҡатын алыуҙы Ҡөрьән үҙе рөхсәт итә. Үҙ ҡарамағында, алғас алған инде.

– Эйе шул, уның ни ғәйебе бар? Бер ул ғына икенсе ҡатын алып йәшәйме? Хәленән килеп, аҫырай алһа, әйҙә, дүртәүҙе алһын. Дин быға ҡаршы түгел. – Яулыҡтарын ҡайыра бөрөп бәйләгән ҡураныс ҡына кәүҙәле әбекәй ҡыҙып уҡ китте. Үҙенең артыҡ ысҡындырғанын һиҙгән Марьямо, йылан һымаҡ борғоланып, әңгәмәне икенсегә борҙо:

– Хөснидинде әйтәм, бигерәк бөтөрөнә. Бөлөп китмәһә ярар ине. Бер нәмә лә ашамай... – тип һөйләнеп, сығып китеү яғын ҡараны. Әлбиттә, уға әбейҙәрҙең Әҡлимәнең эргәһенән китмәй, өҙөлөп ҡарауҙары оҡшамай, тик ҡатын һыр бирмәҫкә тырышты.

Әҡлимә өсөнсө көнөнә генә аңына килде. Ауыҙ асып, һүҙ ҙә өндәшмәй бер нөктәгә төбәлеп ятҡан ҡатынға: «Әллә аҡылынан яҙҙымы икән?» – тип аптырап ҡаранылар. Шыбырлашып үҙ-ара һөйләшеп алдылар:

– Бәҙретдинде әйтергә микән?

– Нисек итеп әйтәһең инде. Ҡуй, хәл алһын әле.

– Барыбер балаһын һорар. Әллә инде, аптыралған....

Ҡапыл Әҡлимә моңһоу күҙҙәрен асты:

– Мин бөтәһен дә беләм.

Эйе, һаташа-һаташа аңына килгән саҡтарында, уға ҡарата мәрхәмәтһеҙ булған донъяға күҙен асып та ҡарағыһы килмәй, шул килеш ятты ла ятты Әҡлимә. Уның йәшәгеһе килмәй ине. Күҙ алдына бер-бер артлы балалары килеп баҫты. Хәлһеҙ ҡулдарын һуҙып, улар янына барырға итте, ҡысҡырып, һаташып тағы аңын юғалтты.

Күләгә һымаҡ ҡалған Әҡлимә яйлап һауыға башланы. Моңһоуланып, эскә батҡан күҙҙәрендә йәшәү сатҡылары барлыҡҡа килде. Һурыҡҡан йөҙөн күрһәтергә теләмәгәндәй, йәш ҡатын хәҙер башын аҫҡа эйеп, яулығын маңлайынан түбәнерәк төшөрә биреберәк бәйләп йөрөй. Яулыҡ аҫтындағы сәстәре... утыҙ йәшендә генә ап-аҡ булып ағарғанын үҙе генә белде.

Мосолман дине буйынса, үлгәндәр өсөн ныҡ ҡайғырырға ярамай. Алла бирә – Алла ала, тип, бөтәһен дә Хоҙайға тапшырырға ҡуша. Тик Әҡлимә генә бының менән килешмәне. Балалары иҫенән сыҡмай, һағынып-һарғайып уларҙы күргеһе килде. Бигерәк тә уларға тиңдәш балаларҙы күреү ҡыйын уға. Бер үҙе ҡалһа, илағыһы килеп тик торҙо.

Бер көндө, мендәрен ҡосаҡлап илап ултырғанда, йәш ҡатындың ҡулына ҡаты нәмә бәрелгән кеүек булды. Аптырап, ныҡлап ҡапшап ҡараһа, мендәр эсендә ысынлап та ниҙер бар. Илауҙан туҡтап, мендәрҙе һүтеп ҡарамаҡсы булды. Үҙ күҙенә үҙе ышанманы Әҡлимә: мендәр эсендә ҡара сепрәккә төрөлгән, йоҙроҡ ҙурлығындай һөйәк ята. Тәне аша электр уты үткәндәй булды, ҡулынан һөйәк шаҡылдап төшөп, тәгәрәп китте. Был нимә? Сихырмы? Әллә мендәр эшләгәндә, мамыҡ менән бергә, яңылыш килеп эләктеме? Улайһа, ни эшләп ҡара сеперәккә төрөлгән? Әҡлимә сәйер табышын Хөснидингә күрһәтеп ҡарарға булды.

– Хөснидин, ҡара әле! Бер нәмә күрһәтәм... – Киске аштан һуң Әҡлимә теге хикмәтле һөйәк тураһында ипләп кенә һүҙ башланы.

– Ҡайҙан таптың? – Хөснидин ҡапыл ҡурҡып китте.

– Беҙ йоҡлап йөрөгән мендәр эсенән.

– Һы, ҡыҙыҡ... Эй, шуға иҫең китмәһен! – Ир шөбһәләнеүен йәшерергә ма-ташты.

– Нисек иҫең китмәһен!? Беҙҙең бәхетһеҙлектәр ҙә ошонан киләлер әле! – тип ҡыҙып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды ҡатыны.

– Мин ҡара көстәргә лә, сихырға ла ышанмайым. Ышанмаһаң, бер нәмә лә булмай, тиҙәр. Сихыр менән әллә кемдәр әллә нимә эшләп бөтөр ине. Ҡайҙа, утҡа яғайым, көлө күккә осһон, – тип Әҡлимәне тынысландырыу яғын ҡараны ир. Әлбиттә, Хөснидинде мендәр эсендә ҡара сепрәккә төрөлгән һөйәк ятыуы хафаға һалды. Эйе, бында ырым, сихыр һәм башҡа шуның кеүек нәмәләр бик көслө. Әҡлимә юҡ-бар уйҙар уйламаһын өсөн, һыр бирмәһә лә, йоҡлап йөрөгән мендәрҙәре эсендә һөйәк ятыуы Хөснидинде борсой ине. Кем эше, тип баш ҡатыраһы ла түгел, был – тик Марьямоның ғына эше. Бөгөн үк һөйләшергә кәрәк. Бына ҡалаға барып, эреле-ваҡлы эштәрҙе генә теүәлләй һалырға ла...

Көн һайын ҡояш нурҙарына иркәләнеп уянған Әҡлимә бөгөн ҡояштан да иртәрәк тороп, аш өйөнә йүгерҙе. Хөснидине эше буйынса ҡалаға китә. Эштәрҙе ҡалала теүәл үтәр өсөн иртәрәк барыр кәрәк. Мамыҡ яланында эшләп һуң ғына ҡайтҡан Марьямоны Әҡлимәнең борсоғоһо килмәне. Еңел йөрөп иртәнге ашты әҙерләне. Хәҙер уның күҙҙәрендә йәшәү сатҡылары уйнай, йөҙө лә йомроланып, матурайып киткән. Сөнки йөрәк аҫтындағы сабыйы Хөснидин менән икеһенә лә йәшәү дәрте өҫтәй. Хәҙер улар, көн артынан көн һанап, бәпәйҙәренең тыуыуын көтә.

Марьямо таңғы һил һауаны тирбәлтеп һөйләшкән тауышҡа уянып китте. Әҡлимә менән Хөснидиндең тауыштары бит. Ҡара таңдан торғандар, – күрәһең, Хөснидин алыҫ юлға сығалыр. Нимәлер һөйләшеп, хихылдашып көлөшкән булып алдылар. Тауыштары ла асыҡ ишетелә:

– Ярай, эштәрең уң булһын, – ти теге ҡорсаңғыһы.

– Һин өйҙә генә ултыр. Эшкә сығып йөрөмә.

– Бында ни, өй араһындағы эште эшләйһең инде. Нисек көн оҙонона тик ултыр маҡ кәрәк.

– Хәҙер эш тип ауыҙыңды ла асаһы булма. Ҡара уны, һаҡланырға кәрәк.

– Ярай, ярай, көйәләнмә, шулай итермен.

– Эштәрем килеп сыҡһа, һуңға уҡ ҡалмаҫмын, иртәрәк ҡайтырмын.

Хөснидин машинаға нимәлер тултыра, ахыры, эш араһында һөйләшәләр.

«Нимә эшләйҙәр икән? – Марьямо, түҙмәй, һикереп тороп, ярыҡтан ҡараны. – Юрамал эргәләренә сығырға микән... Мин бисәһе түгелме әллә? Сығайым әле! Йоҡлап ята тимәһендәр. Теге хәсисте әллә кем итеп ҡуймайыҡ әле», – тип ашыҡ- бошоҡ халатын кейеп, яулығын бәйләне лә килеп тә сыҡты. Сығыу менән, ҡояштай ялтырап, хәбәренә кереште:

– Хөснидин, һөйөклөм! Ҡайҙа йыйынаһың?

– Ҡалаға. Башҡа бер нәмә лә онотманым шикелле. Ҡағыҙҙар, документтар, аҡса ла урынынында, – тип Хөснидин бөтәһен дә барлап ҡарап сыҡты.

– Мин һине, кисә яланда эшләп ҡайтҡас арығанһыңдыр тип, уятмағайным, – тине Әҡлимә, бер үҙе уртаҡ ирҙе оҙатып торғанына уңайһыҙланып.

– Ир оҙатырлыҡ ҡына хәлем бар әле, – тип яуап бирҙе тегеһе эре генә.

– Мә, һыуыңды онотма! – тип өтәләнде Әҡлимә, Марьямоға иғтибар итмәйенсә.

– Һыуҙы онотоу юҡ, йә ярай, иҫән-һау тор, йән киҫәгем, әйткәнде тыңла! – тине Хөснидин.

– Нимә, нимә тағы? – тип шаяртыуға борҙо Әҡлимә.

– Үҙеңде һаҡла, баҡсаға эшкә сығырға уйлама ла, тим, – тип бер нәмәне ҡат-ҡат тыҡып, машинаға ултырып китеп тә барҙы. Хөснидин артынан саң борҡоп ятып ҡалды.

Әҡлимә, ни эшләптер, өйгә ашыҡманы. Машина күҙҙән юғалып, саң баҫылғансы ҡарап торҙо. Күңеле моңһоуланып, илағыһы килде. Хөснидин дә әллә нисек, бер үк нәмәне ҡат-ҡат әйтеп хушлашты. Әйтерһең, ул бәләкәй бала. «Иртә торорға кәрәк булғанлыҡтанмы, төнөн йоҡлап та булманы. Әҙерәк ятып алайым әле» – тип уйлап өй яғына ыңғайлағайны. Шул саҡ Марьямоның мыҫҡыллы сыйылдаҡ тауышы ишетелде:

– Ашарға әҙерләр кәрәк...

– Әҙерәк ятып торайым тигәйнем. Иртә бит. Ярай, хәҙер. – Әҡлимә, кире боролоп, һөйләнә-һөйләнә аш өйөнә ыңғайланы. – Ашарға әҙер ул былай.

Әҡлимә иртәнге ашты хәстәрләргә тотондо, ә Марьямо, ярҙам итешеү түгел, инеп тә күренмәне. Күңелендәге моңһоулыҡты баҫа алмай, йырлап ебәрҙе Әҡлимә.

Тыуған яҡтарыма ҡайтыр инем,

Аяҡтарым талһа, имгәкләп...

Һуңғы мәлдәрҙә әллә ниңә ошо йыр йыш ҡына иҫенә килә лә төшә. Был яҡтарға өйрәнде лә инде. Ә шулай ҙа тыуған төйәк һағындыра. «Их, әсәйем нимә эшләй икән? Йәшлек аҡылым менән бер нәмә лә уйламай, япа-яңғыҙын ҡалдыр ҙа китсе. Ҡайһылай йөрәкһеҙ булғанмын. Эй-й-й Аллам, заманаһы ла үҙгәрҙе лә китте, хат-хәбәр ҙә алышып булмай, исмаһам. Ул минең турала бер нәмә лә белмәй, ярай, белмәүе лә һәйбәт. Белһә, йөрәге ярылыр ине...» – Ошо уйҙарҙы башынан үткәреп, моңланып йырланы ла йырланы Әҡлимә.

Кешеләр йоҡоларынан уянып йөрөй башланы, һөмһөрө ҡойолоп Марьямо килеп инде. Нимәлер мыңғырлап, Әҡлимәгә:

– Нимә, һөйләшкең дә килмәйме? – тип бәйләнде.

– Нимә тип әйткәнеңде аңғармай ҙа ҡалдым.

– Аяҡ өҫтө йоҡлап йөрөгәс, шулай инде. Ашарға әҙерме?

– Марьямо, сирләп киттеңме әллә? Төҫөң юҡ.

– Ни эшләп ауырыйым, ти, мин? Башҡалар һымаҡ, мине ауырыу тип уйлайһыңмы?

Әҡлимә тағы нимәлер әйтергә ауыҙын асҡайны ла, төртмә һүҙҙәр ишеткәс, шымды. Ашарға инә башланылар. Марьямоның йөҙө шунда уҡ үҙгәреп, балҡып китте.

Иртәнге аштан һуң һәр кем үҙ эше буйынса тарала башланы. Диларабо ла мәктәпкә сыҡҡан еренән боролоп килеп:

– Еңгә, мәктәптән килгәс, һинең яныңа инермен, йәме. Теге йырҙы өйрәнеп бөтөп ҡуйырбыҙ, – тине.

– Ярай, һәйбәт уҡып кил!

– Ярар, ярар. Пока-пока! – Тажик теленә урыҫса ҡатыштырып, һаубулашып сығып китте ҡыҙыҡай.

– Пока-пока! – тип артынан көлөп ҡарап тороп ҡалды Әҡлимә.

Ҡатын һаман да Марьямо тураһында уйланды. Ҡыҙыҡ кеше лә инде. Аңлап та булмай үҙен. Бер ҡараһаң, унан да һәйбәт кеше юҡ. Инде йылмайып-көлөп, матур итеп гәпләшә. Бер ҡараһаң, һөмһөрө ҡойолоп, ҡырын-мырын ҡарап, арҡыс- торҡос һөйләшеп, өҙә баҫып йөрөй. Ә инде юҡ-барға уға бәйләнеп, ризаһыҙлыҡ белдереп йөрөгәненә ул өйрәнеп тә бөткән. «Инде әҙерәк ятып алғанда ла була, әллә ниңә йоҡо баҫа ла баҫа. Бер уйлаһаң, бер бөгөн иртә торолмай», – тип үҙенең өйөнә инеп китте.

Әҡлимәнең инеп ятыуына оҙаҡ та булманы, Марьямоның тағы ла сыйылдаған тауышы ишетелде:

– Эй Алла-а-ам! Йоҡо яраттың инде.

– Ятып ҡына торғайным, йоҡлап киткәнмен. Яланға барманыңмы ни? Мин һине, яланға киткәнһең, тип уйлағайным, – тип аҡлана-аҡлана, Әҡлимә урынынан торҙо, башынан шыуып төшкән яулығын яҙып бәйләне.

– Шуға рәхәтләнеп йоҡларға ятҡайныңмы?

– Бөгөн әллә ниңә йоҡо баҫа ла йоҡо баҫа. Беҙҙә, йоҡо баҫһа, ҡунаҡ килә, тиҙәр, бында нисек булалыр?

– Әллә, уныһын ишеткәнем юҡ. Күрмәйһеңме ни, баҡсаны ҡорттар, ҡый үләндәре ялмай. Баҡсаға сығырға кәрәк. Хөснидиндән һиңә түгел, миңә эләгер. – Көндәше, алпан-толпан баҫып, күҙҙән юғалды.

Әҡлимә эсергә һыу ҡойоп алды ла уның артынан эйәрҙе, һөйләшмәй йөрөп, хәтһеҙ эш эшләп ташланылар. Ҡояш та ҡыҙҙыра башлағайны.

...Бөгөн Марьямоның иртәнән бирле һарыуы ҡайнай. Әҡлимәнең, өндәшмәй-нитмәй, иртә таң менән Хөснидинде оҙатып йөрөүенә йөрәге янды. Ә ул бер нәмә лә белмәй йоҡлап ятасы, әйтерһең, ул уның ҡатыны түгел. Хатта иҫтәренә лә алманылар, һанламауҙары бер бөгөнмө? Хөснидин дә уға әллә иғтибар ҙа итмәй, бөтөнләй уны күрмәй ҙә. Ә бит улар һәйбәт йәшәрҙәр ине. Бары тик ошо ҡорсаңғы арҡаһында ситкә тибелә. Хөснидин дә, ауыҙын асып, гел Әҡлимә эргәһендә өйөрөлә.

Бөгөн иртәнге һөйләшеүҙәрен иҫләп, күҙҙәренә йәш тулды. Ҡайһылай уның өсөн йәнен бирерҙәй булып хафалана. Их, кеше бәхетенә ҡарап ғүмере зая уҙырмы!? Ҡапыл Марьямо үҙен бөтөнләй был донъяла кәрәкмәгән кеше итеп тойҙо. Яңағы буйлап субырлап аҡҡан мул йәштәрен ҡул һырты менән һөрттө ҡатын. Ә улары, тыйылыу белмәй, уның һайын шашып, эркелеп аҡтылар ҙа аҡтылар... Шул саҡ ағастар араһынан Әҡлимәнең һынын шәйләп ҡалды. Көндәше үрелеп-үрелеп лимон ҡыуаҡлығынан нимәлер сүпләй ине. Иркенлекте тойоп, билбауын бушатып, яулығын артҡа ҡайырып бәйләгән. Ух, йылан, бигерәк матур шул... Әрнеүҙәре көнләшеү менән бергә ҡушылып, йөрәген өттө ҡатындың. Әйтерһең, күңеленә йыртҡыс инеп ояланы: ҡан тамырҙары бүртеп, тишеп сығырҙай булып тулышты, тын юлдары быуылды. Күҙ алды ҡараңғыланып, нимә эшләгәнен үҙе лә аңламаны Марьямо...

Аңына килгәндә, баҡсаның икенсе яғында ята ине. Яулығы шыуып төшкән, сәстәре туҙған, күҙ йәштәре менән балсыҡ ҡатыш ҡом битенә ҡатып йәбешкән. «Нимә эшләнем мин? Нимә эшләнем мин?...» – Марьямо урынынан ҡалҡынды ла, шул һорауын ҡабатлай-ҡабатлай, баҡсаның икенсе яғына йүгерҙе. Ә Әҡлимә башын һәлендереп, сайҡала-сайҡала өйгә табан атлай ине.

А-а, ни эшләнем мин, ни эшләнем...

Марьямоны бер кем дә, хатта Әҡлимә лә ишетмәне. Кире баҡсаға йүгереп китеп барған ҡатын, нимәгәлер эләгеп, һөрлөгөп барып төштө лә ҡапыл тынып ҡалды.

...Марьямоның көнләшеүҙән үҙен аңламаҫ хәлгә етеп ҡылған ҡылыҡтары өсөн Хоҙай алдында тәүбәгә килеүеме әллә был? Ике гонаһһыҙ баланың өҙөлгән ғүмерҙәре өсөн ғазапланып һыҙланыуҙары йөрәгенә тәрән эҙ ҡалдырып телгеләгәндә, аҡылынан яҙыр хәлгә етә ине бит. Мөхәмәтдингә боҙолған һутты биргәндә лә, Бәҙретдинде һыуға төртөп төшөргәндә лә, бөгөн Әҡлимәнең эскән һыуына ағыу һипкәндә лә үҙен аңларлыҡ хәлдә түгел ине Марьямо. Ҡылған ҡылыҡтары өсөн аҙаҡ Алланан ярлыҡлау һорап, сәстәрен йолҡа-йолҡа илағанын береһе лә күреү түгел, һиҙмәне лә, әммә ләкин былар береһе лә эҙһеҙ үтмәне: ҡатындың көн яҡтыһы күрмәгән сәстәре юлаҡ-юлаҡ булып ағарып сыҡты. «Эх, Марьямо, ни эшләнең һин...» – Әллә тын ғына леберләшкән япраҡтар әйтте быны, әллә ҡатын үҙе, ҡатҡан ирендәрен саҡ ҡыймылдатып, шыбырлап өлгөрҙө...

Әҡлимә көндәше һуҙған һыуҙы бер уртлауы булды, күҙ алдары ҡараңғыланып, аяҡ аҫтындағы ер менән бергә, гүйә, бөтә донъя әйләнә башланы. Көс-хәл менән өй яғына ыңғайланы бисара. Тик өй ниңәлер яҡынлашмай, киреһенсә, алыҫайғандан-алыҫайҙы. Марьямоның сәрелдәп-сәрелдәп ҡысҡырғаны ҡолағына салындымы, әллә... Әҡлимә бар көсөн йыйып бер-ике аҙым атланы ла, тал сыбығындай, ергә бөгөлөп төштө. Шул саҡ ҡапыл әсәһенең таш булып ҡатҡан йөҙө, күҙҙәрен тултырып ҡараған Хөснидине, бер-бер артлы ике сабыйы күҙ алдына килеп баҫты. Эйе, эйе, йән киҫәккәйҙәре яҡында ғына икән дә баһа! Ана, һикерешеп уйнап йөрөйҙәр. Хәҙер, хәҙер эргәләренә барып етәсәк. Әҡлимә, хәлһеҙ генә ынтылып, балаларына ҡулдарын һуҙғандай итте лә йылмайып күҙен йомдо. Керпек остарындағы саф та, шул уҡ ваҡытта әсе лә бөрсөк-бөрсөк йәштәре, бар донъяға йәм таратырға теләгәндәй, төрлө төҫкә инеп йымылданы ла бит алмалары буйлап тәгәрәп төштө.

...Хөснидин ҡаланан ҡайтып төштө. Ҡалалағы эштәрен «һә» тигәнсе бөтөрҙө ир бөгөн: ҡатмарлы ла, мөһим дә йомоштары бер ыңғайҙа хәл ителде лә ҡуйҙы. «Инде ҡалаға бындай эштәр менән иртүк барырға кәрәк икән», – тигән һығымтаға килде ул. Машинаһынан ашыҡмай ғына сығып, һуҙа баҫып өй яғына ыңғайланы ла... ерҙә быуынһыҙ булып һуҙылып ятҡан Әҡлимәһен күреп, йөрәге ярылғандай, бар көсөнә ҡысҡырып, эргәһенә йүгерҙе.

Йоҙроҡтарын шатырлата төйнәп тубыҡланып төшкән ирҙең, сабыйҙарса йылмайып, хәрәкәтһеҙ ҡалған һынды ҡосаҡлап үбә-үбә үҙәк өҙгөс итеп үкереп илағанын өҫтән ҡыҙарып-бүртенгән ҡояш ҡына күҙәтте.

...Ә баҡсала, салҡан төшөп, хәрәкәтһеҙ Марьямо ята. Килешле итеп ябынып йөрөгән сағыу биҙәкле яулығы бер яҡ яурынына һыпырылып төшкән. Һөрлөгә- һөрлөгә, имгәкләп йөрөп ерҙе туҡмап илағанында беләк, тубыҡ тәңгәленән күлдәге йыртылып, ҡарағыһыҙ төҫкә ингән. Уның бысраҡҡа уҡмашып ҡатҡан сал сәстәре араһынан яртылаш асыҡ күҙҙәре ҡояшҡа ҡарап ҡатҡан. Әйтерһең дә, улар: «Ҡояшҡайым, ҡылған гонаһтарымды һин генә күрҙең, бөтәһенә лә һин генә шаһит. Кисер инде мине, кисер», – тип ялбарып баҡҡан кеүек... Ә уң ҡулының тупраҡ тулған тырнаҡтары осонда ағыу шешәһе ҡояшҡа ялтырап ята ине.

Шәмсиямалдар көн дә бер-береһенең хәлдәрен белешеп, ҡунаҡҡа йөрөшә. Юҡлыҡ талаштыра, байлыҡ яраштыра, ә уларҙы баштарына төшкән ауыр яҙмыш берләштерҙе. Теге мәл Рәхилә, армия сафында улы үлеп ҡалғас, бала ҡайғыһынан йөрәк менән дауаханала ятҡан икән... Бөгөн дә һөйләшә-һөйләшә сәй эсеп ултыралар.

– Мин әйтәм, килеп шәп иттең әле. Ике көн булып китте инмәгәнеңә, үҙем йома сәйенә саҡырырға тора инем. – Шәмсиямал, ҡыуанып, табын әҙерләй баш-ланы.

– Ошо арала бушаманым шул. Әллә нимәһе менән көн үтә. Ә-й-й, аныһы шул инде... Бына, Шәмсиямал, төштәрем боларып тора. Бөгөн һаташып уяндым да бүтән йоҡлай алманым. Шуға эсем дә боша.

– Эй Аллам, ни эшләп икән? – тине Шәмсиямал, хафаланып.

– Әллә инде.

– Ҡуй инде, мин дә төштәремдә Әҡлимәмде йыш күрәм. Бөгөн дә төшөмә инде. Имеш, оҙон ап-аҡ күлдәктә, һауала, ҡош кеүек, ҡулдарын йәйеп оса. Ике ҡулы урынында – пар ҡанат. Ҡанат-ҡулдарҙан ап-аҡ йондоҙҙар ҡойола. Йәнәшә-һендә үҙе һымаҡ ап-аҡ ҡош балалары өйөрөлөп-өйөрөлөп оса... Нимә тип юрарға ла белмәйем. Әҡлимәм генә имен-аман йәшәһен. Көн дә Хоҙайҙан шуны ғына һорайым.

– Бошонма, әхирәткәйем, матур ғына итеп йәшәп яталыр. Төштө нимә тип юраһаң, шул була, тиҙәр. Аҡ кейемдә булғас, һәйбәттер. Ярай, яҡшыға юрайыҡ.

– Эйе, моғайын да, һәйбәт йәшәйҙер. Шулай ҙа эсем бошоп тик тора. – Шәм-сиямал тәҙрә эргәһенә килде. – Әҡлимәм бынау гөлдө үҙ ҡулы менән ултыртып киткәйне... Ни эшләптер мандымай башланы.

– Ҡыш ҡояш яҡтыһы етмәйҙер, март ҡояшы йылыта башлаһа, китер әле шәбәйеп.

– Нисәмә йылдар күҙ ҡараһылай һаҡлаған гөлөмә әллә нимә булды ла ҡуйҙы.

– Бәлки, ашлама кәрәктер.

– Сәскә магазинынан барыһын да алып, кәрәгенсә ашлап торам да ул. Тупрағын да алыштырам. Ҡыш та сәскә атып ултырған гөлөмә нимә булды икән? Бына, ҡара әле..

Рәхилә урынан тороп, гөл үҫкән тәҙрә эргәһенә яҡынланы.

– Ысынлап та, һулый башлаған, әллә һыуҙы күп ҡойҙоңмо икән? – тип аптыраны әхирәте, ҡыуара башлаған гөлдө күреп.

– Юу-у-у-ҡ, һыуҙы ла артыҡ ҡоймайым. Ҡара әле, хат ташыусы килә! Сығайыҡ әле, баламдан хат юҡмы икән?!

Шәмсиямал, өҫтөнә кейергә лә онотоп, әллә ҡайҙан килгән хат ташыусыға ҡаршы йүгереп сыҡты, һалмаҡ ҡына баҫып килгән хат ташыусыны көтөп, зарығып моңһоуланған күҙҙәре, ҡош осоп етмәҫ тарафтарҙан ҡош телендәй генә хәбәр өмөт итеп, юлға баҡтылар. Еләҫ елдәр, үҙ йәшенән күпкә оло күренгән ҡатынды йәлләп, иңбашына таралып төшкән йоҡа сәстәрен иркәләп елпелдәттеләр ҙә елпелдәттеләр...

Линиза ШАКИРОВА.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: