Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
17 Апрель , 20:00

Кемде хур күрәһең...

Шәүҡәт килеп етеү менән Ҡыям уны эләктереп алды ла, ике ҡулын шаҡарып, арҡан менән бәйләне, унан арҡандың икенсе осон сана тәртәһенә нығытып, сыбыртҡыһы менән атына һуҡты: - На-а-а!.. Яңы ғына шау-гөр килеп сана шыуған малайҙар шаҡ ҡатып, Шәүҡәтте йәлләүҙән илай яҙып тороп ҡалдылар. Ул арала ир, артына ҡайырылып, сыбыртҡы осо менән малайға тамыҙып-тамыҙып алырға ла онотманы. Ҡаҡ ҡарҙа бәргеләнеп, һөйрәлеп барған бала оҙаҡламай һушын юйҙы. ...Ҡанға батҡан иҫһеҙ улына ҡарап ынтылған ҡатынын да туҡмап ташланы Ҡыям. Ыһылдап хәлдән тайғансы ярҙы бисәһен. Тамам арығас ҡына, сыбыртҡыһын ергә быраҡтырып, өйөнә инеп ауҙы. Сыр-сыу илашҡан балаларын да ишетмәне. Үҙенең көсөн таныуҙан йәне иҫ киткес рәхәтлек кисерә ине уның...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Моңло ине йыр, саф шишмә сылтырауындай яңғырауыҡлы ине йырсының тауышы. Ҡайҙа ишетте Ҡыям был йырҙы, был ғәжәйеп моңдо? Ни өсөн ул ҡарттың талсыҡҡан күңелен ҡыуандырмай, киреһенсә, нисәмә йылдар йәнен һыҙландырып торған сей яраға әсе тоҙ булып һибелә? Әллә ниндәй билгеһеҙ хис-тойғо кисереп уяна барҙы Ҡыям, йоҡоһо ҡасҡан һайын, әлеге моң да ҡайҙалыр юғалды, йөрәк тетрәткес йыр әкренәйә барып, бөтөнләй ишетелмәҫтәй булды. Уның урынына иҫерек мыңғырланыу, ғырылдау, йоҡоло-уяулы һаташыу, һүгенеү тауыштары ярып инде ҡолаҡты.

Эргәлә генә карауатта Шәүҡәт йоҡлай. Кисә тағы аяғында баҫып тора алмаҫлыҡ хәлдә ҡайтып ҡоланы. Ҡарт юрған аҫтынан шым ғына уның ауа-түнә тегеләй-былай йөрөнөүен, һуҡрана-һуҡрана юлында ултырған бүкәнде тибеп осороуын күҙәтеп ятты. Улы бүкәнде түгел, уны тибеп осорғандай тойолдо Ҡыямға. Бығаса Шәүҡәт атаһына тырнаҡ менән дә сирткәне юҡ сиртеүгә, әммә ҡарт йәшертен бер хәүеф менән әлеге мәлде көтә. Көндәрҙән бер көн бәғере ҡатҡан улы йәнә лә иҫ-һушһыҙ булып ҡайтыр ҙа, инде бишенсе йыл түшәктә үҙенә инташа булып ятҡан атаһының үңәсенә ҡул һонор кеүек. Ошо уйҙан ғына ла йәне алҡымына тығыла Ҡыямдың, инде нисәнсе ҡабаттыр иңрәй-иңрәй хәтер һандығын аҡтара башлай. Һис кенә лә үткәндәрҙе һағыныу, унда ҡайтып әйләнеү теләгенән түгел. Үҙенең бөгөнгө кеше көнлө йәшәйешенән ҡотолоу һәм типһә тимер өҙөр көслө мәленә, һис юғы, уйҙарында барып әйләнеү өсөн.

Ҡоштарҙа ла кеше яҙмыштары,

Сит яҡтарға китеп барыштары...

Сағыу, моңло тауыш ошо урында ҡапыл өҙөлә. Сыбыртҡы осо ҡойма башында ултырған ете йәшлек малайҙың йоҡа ғына күлдәге аша арыҡ арҡаһын ярып үтә. Үҙәк өҙгөс ауыртыуҙан малай ергә тәгәрәй. Ләкин ярһыған ирҙән дә, һауала шыйлап өйрөлгән сыбыртҡынан да ҡотолоу әмәле юҡ.

- Үҙ башыңа олойһоңмо, көсөк?! Мә, оло!..

- Үлтерәһең бит баланы! –Ике араға сәс-башы туҙған әсә кеше килеп инә.–Туҡта, зинһар.

- Ә-ә-ә, һиңә лә кәрәкме, кәнтәй!..

Ҡамсы әсәне лә, үкһеүҙән һыны ҡатҡан, ауыртыныуҙан кесе ярауын тота алмай һыңҡылдаған малайҙы ла аямай.

Үҙе әрме хеҙмәтендә саҡта донъяға килгән тәүге балаһын әллә нишләп үҙһенмәне Ҡыям. Кәләшенең үҙен оҙатҡанда ауырлы ҡалғанын да белә ине бит инде. Уныһы оҙон ике йыл буйына ҡәйнә менән ҡайны тупһаһын ашатлап та сыҡманы тиерлек. Әллә атайһыҙ үҫкәнгә, әллә бисә яҙмышын зарураттан ҡотолғоһоҙ тип ҡабул иткәнгә, иренең ата-әсәһенә күндәм генә хеҙмәт итеүҙән бушаманы. Сабыйын таба торған көндә лә сылт аҡ итеп керҙәрен йыуып элде, тап-таҙа иҙәнде тағы бер ҡат һөртөп сығарҙы, ҡашығаяҡ тирәһендә бөтөрөлдө. Ун литрлыҡ күмер самауырын урындыҡҡа әүәлгесә дыңҡылдата ултыртаһы итте лә, биле менән ҡуша эсен бөрөп алған сәйер ауыртыныуҙан һыны ҡатты.

- Уй!

- Ни булды? –тип өндәшкән булды түрҙә килененең сәй яһап эсереүен көтөп, ҡырын ятҡан ятҡан ҡайныһы.

Эсе моронона еткән килендең бөгөн-иртәгә бәпәйләргә тейешлеген белгән ҡәйнә ыжламаны ла, ҡаш аҫтынан ғына һылыу йөҙө һурыҡҡан, күҙ тирәһе күгәренеп киткән йәш ҡатынды асыуы ҡабарып күҙәтте. Үәт, нишана, ҡайныһы алдында уйылдап торасы!

- Ҡәйнәм, мин хәстәханаға барайым...

- Атаҡ! Әҙәм мәсхәрәһе! Шунда барып, бот киреп ятмаҡсы булаһыңмы?! Беҙ әҙәмдән йәшереп, бисмилла әйтеп, сүкәйеп ултырып ҡына бәпәйләй торғаныҡсы! Ураҡ өҫтөндә булһынмы, бесәндәме...

Оялышынан йөҙө ҡып-ҡыҙыл булған килен өндәшмәне, ишек алдына сығып китте. Ҡайҙа бәрелеп-һуғылырға белмәй ҡаңғырған, ара-тирә эсен ҡосаҡлап ыңғырашҡан йәш ҡатынды күрше ире күреп ҡалды.

- Әсмә! Әсмә килен, әллә... Әллә сирләп-фәлән киттеңме?

Тартыныуҙан ер тишегенә инерҙәй булған Әсмә башын ғына ҡаға алды.

- Хәҙер! Хәҙер! –Күршеһе йүгереп өйөнә инеп китте, “Ашығыс ярҙам”ға шылтырата башланы. Ул арала күрше ҡатыны Әсмәләргә килеп етте. Ниәте –ярҙам килеп еткәнсе йәш киленгә күҙ-ҡолаҡ булып тороу ине.

Әсмә улын юлда тапты.

Ҡәйнәһе улына яҙған хатында күрше ирҙе генә телгә алды. Йәнәһе, Әсмәнең балаһын ул ҡабул итергә йыйынған ваҡытта, ярай әле ыскурыйы килеп еткән.

Яратман Ҡыям өлкән улын. Исемде лә кәләше үҙ белдеге менән ҡушты, сөнки үҙенең яуап хатында һәр һүҙҙән боҙ һалҡынлығы бәрелә, ә сабый хаҡында бер ауыҙ һүҙ ҙә юҡ ине.

Әсмә: “Улыбыҙға ниндәй исем ҡушайыҡ?” –тип яҙып ебәргәс, “Теләһә кем тип ҡуш, һинең балаң”, -тигән яуап килде.

Ҡатын өсөн иң ауыр көндәр ире хеҙмәттән ҡайтҡас башланды. Шәүҡәтҡә йәш ярым ине инде. Донъяға асыҡ йәшел күҙҙәре менән иҫе китеп баҡҡан, һәр нәмәнән ҡыҙыҡ тапҡан, йүгереп йөрөгән малайҙың теле лә иртә асылды. Кескәйҙәргә хас булмаған моңло тауышы ла үҙен һиҙҙертә башлағайны.

“Ҡоштарҙа ла кеше яҙмыштары...”

Ҡайҙан, кемдән отоп алғандыр Шәүҡәт был йырҙы, ни өсөн сабыйҙы мотлаҡ әлеге көй арбағандыр, кем белә инде.

Беренсе тапҡыр атаһын күреү менән малай йүгереп уның ҡаршыһына барҙы, ике ҡулын артҡа ҡуйып, бер аҙ иргә тексәйеп ҡарап торҙо, әллә атаһының үҙен күтәреп алырын, әллә моҡсайынан күстәнәсме, бүләкме алып биререн көттө. Унан әсәһенә боролоп: “Әсәй, был атаймы?” –тип һораны. Уның был һорауы: “Атай кеше ошолай буламы һуң?” –кеүегерәк яңғыраны. Сабыйҙың әлеге һорауы йәненә тейҙеме ирҙең, әллә саҡ армиянан ҡайтып төшкән ирен дә онотоп, Шәүҡәтҡә ҡарап ҡояштай балҡыған ҡатынын көнләштеме улынан, атай булған кеше теш араһынан дорфа ғына:

- Атай түгел –дядя! –тип ыҫылданы.

Әсмәнең йөҙө ҡарайып китте.

- Атайың, атайың, бәпесем! Бар, әҙерәк уйнап тор, йәме! –тип, йомшаҡ ҡына итеп улын ситкә әйҙәне.

Йөрәк пәрҙәһен ярып сыҡҡан сабыйын үҙенсә шулай ҡурсалауы ине әсәнең. Ләкин артабан да һәр ваҡыт яҡлап, һаҡлап ҡына тора алманы шул Әсмә күҙ нурын. Ҡыям уҫалланған һайын, ниңәлер ҡатыны баҫыла, йыуашая барҙы, яҙмышына башын эйеп буйһондо. Үҙенең дә, улының да боғаҙын һаман тығыҙыраҡ быуа барған ғаилә теҙгенен өҙә һуғырға, балаһын алып, башы һуҡҡан яҡҡа сығып китергә көс тапманы үҙендә. Эй үкенде лә һуң аҙаҡтан шул тәүәкәлһеҙлеге өсөн! Баҡыйлыҡҡа күсер алдынан да фатихаһын бирмәне иренә. Ғүмерендә һис бер күтәрелеп-бәрелмәгән, уй-тойғоларын һәр саҡ эсендә йәшергән ҡатын Ҡыямға көйҙөрә ҡарап:

- Ҡәһәр һуҡһын һине! –тине.

Ғәҙәттәгесә, ире йоҙроғо менән киҙәнде, әммә Әсмә керпеген дә ҡаҡманы, янтайманы ла, нәфрәтле ҡарашы менән ҡара янып йәнә:

- Ҡәһәр һуҡһын! –тип ҡабатланы.

Әле ҡарттың шуларҙы хәтерләп ятыуы. Ысынлап та, ҡатынының ҡарғышы төштөмө, бына бит, бәндәгә бәндә булып ята. Етмәһә, кемгә. Ҡасандыр үҙе сикһеҙ рәнйеткән улына. Кинйәрәктәрена, ел-ямғыр тейҙермәгән, бармаҡ ите менән дә ҡағылмаған кесе улы менән ҡыҙҙарына, әйтеп ҡараны Ҡыям, алып ҡайтығыҙ мине берәйегеҙ, был һармаҡ йә үлтереп ҡуйыр, тип. “Эй, атай, донъяны нисек хәҙер уға ҡалдырып китәһең, туҙып бөтә бит”, –тинеләр. “Һуң донъяны һатығыҙ, тилеләр йортона бирегеҙ Шәүҡәтте”, -тигәйне, береһенең өйө тар, икенсеһенең ире риза түгел, өсөнсөһөнөң сирле атаһын ҡарарҡа ваҡыты юҡ булып сыҡты. Белә Ҡыям, ул гүр эйәһе булыу менән, ағаларын әлеге иҫәрҙәр йортона оҙатасаҡтар ҙа, донъяһын өсәү-ара бүлешә башлаясаҡтар. Ҡыҙыҡ икән был тормош тигәнең, уйламаған яҡтан килтереп һуға.

Үкенәме һуң ул? Бер уйлаһаң, донъяһының артына тибеп йәшәне инде. Бисәне ҡаты тотто. Аҡса үҙ ҡулында булды, Әсмәһенә итен дә, ярма-фәләнен дә үлсәп кенә тотторор ине. Бисә яйына ҡуйһаң уны, тапҡан-таянғаныңды тәләфләргә харап оҫта улар халҡы. Бына бөгөн ошо бәйнәткә бәйнәт ҡалыуы ҡыйын. Аҡылы самалы булһа ла, Ҡыямдың үҙен ҡайһылай рәнйетеүҙәрен онотмағандыр, иҫергән саҡтарында шағыр күҙҙәрен тағы ла аҡайтыбыраҡ, йоҙроҡтарын төйнәп-төйнәп ҡуя, тештәрен шығырлатып ала хатта.

Һантый булып тыумағайны Шәүҡәт. Киреһенсә, тиңдәштәре араһында зирәклеге, отҡорлоғо менән айырылып торҙо, мәктәпкә төшкәнсе үк уҡырға өйрәнде. Өс класты тик яҡшы билдәләренә генә тамамлаған Шәүҡәттең күҙҙәре генә гелән бойоҡ, борсоулы ине: бөгөн йәнә ҡайыш эләгерме икән атаһынан? Әллә сыбыртҡы менән ярырмы? Тағы ниндәй сәбәп табыр икән уны ҡайыҙлау өсөн?

Үҙенән бәләкәй өс туғанына атаһының бөтөнләй башҡаса мөнәсәбәттә булыуын, уларҙы тубығынан төшөрмәүен уйламай ине малай, сөнки ул үҙе лә ҡустыһы, ике һеңлеһе өсөн үлеп бара, уларҙы ярата, үҙенсә, балаларса хәстәрләй. Ул бары тик атай булған кешенең ни өсөн үҙен яратмауын аңламай, ниңә ҡыйналып-ҡыйырһытылып йәшәгәнен, әсәһенә ҡул күтәргәндә лә йыш ҡына уның исеме аталыуын белмәй.

Дүртенселә уҡып йөрөй ине Шәүҡәт. Ҡышҡы каникул мәле. Дуҫтары менән сана шыуған малай әйтелгән сәғәткә ҡайтып өлгөрмәне. Ул арала Ҡыям ярһып атын егә башланы.

- Ҡайҙа бараһың ул кискә ҡарай? –тип һорарға баҙнат итте Әсмә. Эх, шунда иренең уй-ниәтен белгән булһасы! Санаһына һикереп менеп ултырып, улыҡайын рәнйетергә юл ҡуймаҫ ине!

Санаға текә баҫып, саптырып сығып китте Ҡыям. Тау түбәненә еткәс, өндәшмәй генә улының аҫҡа шыуып төшөүен көттө.

- Шәүҡәт! Атайың!

- Бар ҡайта һал, Шәүҡәт!

Малайҙар хәүефләнеп Шәүҡәтҡә өндәште. Ҡапыл ғына тубыҡтары бөгөлмәҫ, аяҡтары тотмаҫ булды бисара баланың. Аяныслы ҡарашы менән атаһының күңелен йомшартырға теләнеме, оҙаҡ ҡайтмауына шулай ғәфү үтенергә теләүе инеме... Йәш үлән төҫөндәге күҙҙәрендә ысыҡ кеүек йәштәр йымылдашыуын әле лә хәтерләй Ҡыям... Зәһәр йылмайып, һуҡ бармағы менән генә малайҙы саҡырҙы.

- Кил, кил әле бында...

Ирҙең ғәҙәттәгенән тыныс тауышы, йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сығарып, урынынан ҡуҙғалмай ғына көтөп тороуы бөгөнгө язаның үтә аяуһыҙ буласағына ишара ине.

Шәүҡәт килеп етеү менән Ҡыям уны эләктереп алды ла, ике ҡулын шаҡарып, арҡан менән бәйләне, унан арҡандың икенсе осон сана тәртәһенә нығытып, сыбыртҡыһы менән атына һуҡты:

- На-а-а!..

Яңы ғына шау-гөр килеп сана шыуған малайҙар шаҡ ҡатып, Шәүҡәтте йәлләүҙән илай яҙып тороп ҡалдылар.

Ул арала ир, артына ҡайырылып, сыбыртҡы осо менән малайға тамыҙып-тамыҙып алырға ла онотманы. Ҡаҡ ҡарҙа бәргеләнеп, һөйрәлеп барған бала оҙаҡламай һушын юйҙы.

...Ҡанға батҡан иҫһеҙ улына ҡарап ынтылған ҡатынын да туҡмап ташланы Ҡыям. Ыһылдап хәлдән тайғансы ярҙы бисәһен. Тамам арығас ҡына, сыбыртҡыһын ергә быраҡтырып, өйөнә инеп ауҙы. Сыр-сыу илашҡан балаларын да ишетмәне. Үҙенең көсөн таныуҙан йәне иҫ киткес рәхәтлек кисерә ине уның.

Ҡатыны ла, улы ла яйлап аяҡҡа баҫтылар. Тик малайҙың зөбәржәттәй йәшел күҙҙәре инде тирә-яҡҡа һоҡланып, асыҡ итеп ҡарамай, быға тиклемге моңһоулыҡ та юҡ уларҙа, ул күҙҙәр тоноҡланып, төҫһөҙләнеп ҡалған, һул күҙе салышайып, бөтөнләй үҙенсә хәрәкәт итә, әйтерһең, туҡтауһыҙ ниҙелер эҙләй, таба алмай... Йыш ҡына Шәүҡәт ауыҙын аңшайтып, атаһына текәлә. Дөрөҫөрәге, уң күҙе текәлә, ә һулы һаман нимәнелер эҙләй ҙә эҙләй. Ҡыям әүәлгесә сыбыртҡы йә ҡайышҡа тотонһа, улы илау урынына шарҡылдап көлә-көлә ҡаса, ситән ҡойма башына менеп китә лә әтәс булып ҡысҡыра, унан йырларға маташа. Йырының һүҙҙәре хәҙер икенсе:

Өҙөлөп тә төштө пар алмаҡай...

Малайҙың көсәнеп-көсәнеп йыр һуҙырға маташыуын ишеткән бисә-сәсә йәшертен генә күҙ йәшен һөртә, ир-ат иһә баш сайҡап, көрһөнөп уҙа. Ниндәй улын һәләк итте бит ҡанһыҙ! Үҙ атаһы...

Улы бер төрлөрәк булып ҡалғас та уны рәнйетеүен ҡуйманы Ҡыям. Шайтан ҡотортоп торамы ни, Шәүҡәтте күреү менән ене ҡуба ла китә. Тик бер ваҡыт улының төйнәлгән йоҙроҡтарын күреп, һағая төштө. Туҡта, был тинтәккә ла ун алты тула бит. Һаҡ ҡыланырға кәрәк, иҫәр күп уйлап тормаҫ...

Әсмә иртә миктәне. Ә инде Шәүҡәттең эсергә өйрәнеп алыуы уны тамам аяҡтан йыҡты. Был аламалыҡтың башы ла ирендә икәнлеген генә белмәй ине ул.

Малсылар көнө ине, буғай. Эшкә әрһеҙ Ҡыямға ла байтаҡ маҡтау һүҙҙәре яуҙы, премия ла бүлделәр үҙенә. Йыйылыштан һуң өс-дүрт малсы байрам иттеләр. Кәйефе самаһыҙ күтәрелеп киткән Ҡыям өйөнә ярты ҡыҫтырып ҡайтты. Бисәһе менән бер ултырып алһын әле. Юғиһә бит күҙгә-күҙ ҡарашып, ихлас һөйләшкәндәре лә юҡ. Шундай яҡты ниәттәр менән ҡайтып ингәйне лә, бисә өйҙә булмай сыҡты.

- Әпсәң ҡайҙа?

- Белмәйемсе... Ошонда ғына инесе...

Һарыуы ҡайнаны ирҙең. Балалары ла күренмәй, мынауы һантыйҙан башҡа. Улары, ярай, йылға буйында уйнайҙыр. Ә бисәһе ниңә ғәҙәттәгесә аш йүнәтеп көтөп тормай? Ҡәйнәһе сирләп, ҡатынының күрше ауылға сығып китеүен белмәй ине әле ул. Хәйер, белгән хәлдә лә ни айырма? Ул, хужа, ҡайтҡан, ә бисә –юҡ. Өлтөрәп ирен көтөп тороу урынына ҡайҙалыр хәйерселәп сығып тайған. Күрмәкәйен күрһәтәсәк әле ул Әсмәгә, әгәр Ҡыямдың ҡәҙерен белмәһә. Язалаһа ла, ярлыҡаһа ла, шөкөр, үҙ ҡулында.

Кәйефе китте ирҙең. Япа-яңғыҙ стакан күтәреп ултырырға алкашмы ни ул?

- Кил әле бында! –тип екерҙе Ҡыям ниндәйҙер үҙ эше менән мәшғүл Шәүҡәтҡә. –Ултыр! Эскең киләме?

Малай, ике ҡулын алға һуҙып, баш сайҡаны:

- Эсмәйе-е-ем, эскән кеше кака була.

- Беләһең...еҫен. Маңҡа, әле һин миңә аҡыл өйрәтергә. Ну и аҡыл яғың да һайыраҡ.

Ир шкафтан икенсе стакан алды, уға араҡы ҡойҙо.

- Эс! Ниңә мин яңғыҙым һемереп ултырырға тейеш?!

Атай тигән бәндәнән ҡурҡып өйрәнгән Шәүҡәт араҡыны ауыҙына яҡын килтерҙе, уның һаҫыҡ еҫенән өркөп, стаканды кире ултыртты.

- Эс, тинем бит! –Ҡыҙмаса Ҡыям улына екерҙе.

- Тә-тә-тәмһеҙ ҙә...

- Ә-ә-ә, һинеңсә уға шәкәр өҫтәргә кәрәк. Мә, һал шәкәр!

Ыҙалыҡ менән йотоп ебәргән шыйыҡса үҙәк буйлап йылытып төшөп китте, унан бөтә тәненә ут булып таралды малайҙың. Әсмә ҡайтҡанда, ул иҫ белмәй йоҡлай, ә ире, бөйөрөнә таянып, яңы ғауғаға әҙерләнеп, бисәһен көтә ине.

...Ә шулай ҙа нишләп яратманы икән ул үҙ балаһын? Әсмәһенең үҙенә тоғро икәнлеген дә белә ине. Ләкин үҙе ситтә саҡта донъяға килгән Шәүҡәтте үҙ итә алманы.

Ошо хаҡта әсенеп тә, үкенеп тә уйланды Ҡыям ҡарт. Ҡайһылай ғына ҡаҡһа-һуҡһа ла, бөгөн үгәйһеткән балаһының ҡулына тороп ҡалды. Ана, ул өйҙө яңғыратып ғырылдай-ғырылдай йоҡо һимертә. Йәнә лә лаяҡыл иҫерек. Ҡыям ҡарттың үҙ емеше. Атай кеше кемде хур күргән –шуға зар булып ҡалды. Бына-бына иҫергән улы һикереп торор һәм түшәктән ҡалҡына ла алмаған атаһына ташланыр кеүек. Шунан ҡурҡа Ҡыям ҡарт. Йәһәтерәк таң атһын ине. Дөм ҡара төндәрҙең таңы яҡтыраҡ булмаҫмы, тип өмөтләнә Ҡыям. Йәнә берәй күршеһенең килеп инеренә өмөтләнә...

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА. 

Фото: ИИ Кандински программаһы ярҙамында эшләнелде: kandinsky-download-1710217176092

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: