Һаҡмар
+22 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
28 Март , 21:55

Бәғеркәйҙәр бер ҡатҡас

Был ваҡиғанан һуң ике йыл үтеп китте. Әлиә әлеге көндә һөнәрселек училищеһында уҡып йөрөй. Тегенсе һөнәрен һайлаған ул. Дөйөм ятаҡта йәшәй. Һыңар ҡолаҡһыҙ ҡалған Нурғәли, Әлимә ҡыуып сығарғас, тағы бер бисәгә барып ингән. Ә ҡатын дауаланып сығып эсеүен ташлаған, күршеһендә йәшәгән абыстайҙан доғалар, намаҙ өйрәнеп йөрөй, тиҙәр. Хоҙайҙан булып, изге ниәтенән тайпылмаһын, ҡабат эскегә һалышмаһын ине. 

Бәғеркәйҙәр бер ҡатҡас
Бәғеркәйҙәр бер ҡатҡас

Мөҙәрис Багаев

Бәғеркәйҙәр бер ҡатҡас. (Булған хәл) 

 

Бик ауыр йылдарға тура килде шул Гөлбикә апайҙың бала сағы, йәшлеге. Ҡәһәрле һуғыш, унан һуңғы михнәтле осор йотто ғүмеренең иң гүзәл миҙгелдәрен. Боҙло һыу йыра-йыра Стәрленән ҡапсыҡлап орлоҡҡа иген ташыу, ҡар, ямғыр тимәй үгеҙ егеп ҡырға һалам-бесәнгә йөрөү, алһыҙ-ялһыҙ баҫыуҙа бил бөгөү, барлы-юҡлы кейем, аслы-туҡлы йәшәү һаулығын да ҡаҡшатты Гөлбикәнең. Аяҡ-ҡулдары, йәғни быуындары һыҙлап яфаланы уны. Инде һыулы биҙрә күтәрерлек тә рәте ҡалмағас, ике ағаһы ҡорт-ҡураһын, барлы-юҡлы мал-тыуарын һаттырып, үҙҙәре лә ярҙам итеп, Ишембайҙан ике бүлмәле фатир һатып алып бирҙеләр. Бына ошолай етмешенсе йылдар башында Гөлбикә ун ике йәшлек ҡыҙы Әлимә менән ҡалаға күсенде. Ҡыҙының атаһына килгәндә инде, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер ирҙәр, ҡатын-ҡыҙ күплегенән файҙаланып, уларҙы ыштан алыштырған һымаҡ алыштырҙы. Гөлбикәнең ире лә шуларҙың береһе булды. Инде нисәнсегәлер өйләнеп, күрше ауылда йәшәй ине. 

 

Осон-осҡа ялғап көн күрһәләр ҙә, ауырыу кешегә ҡалала йәшәү күпкә еңел булды, әлбиттә. Гөлбикә апай дөйөм ятаҡта вахтерша булып эшләне, ҡулынан килгәнсә ҡыҙын тәрбиәләргә тырышты. Әлимә урта мәктәпте тамамлап, артабан ситтән тороп уҡып, ҡала китапханаһында эшләй башланы. Шул китапханала Ғәли исемле уҡытыусы егет менән танышты. Күрер күҙгә бик бәрелеп бармаһа ла, үҙенең тыйнаҡ холҡо, алсаҡ һөйләшеүе, эскерһеҙ йөҙөнән китмәгән йылмайыуы менән егет ҡыҙҙы арбаны, үҙенә ғашиҡ итте. Танышыуҙарына бер йыл тигәндә туй һымағыраҡ нәмә яһап, дөйөм ятаҡта йәшәгән Ғәли Әлимәләргә күсеп килде. Пар күгәрсендәй гөрләшеп кенә донъя көтөп алып киттеләр. Йәш ғаиләгә бәхет өҫтәп, ҡыҙҙары донъяға килде. Үҙенә ҙур ҡыуаныс килтереп ейәнсәре Әлиә тыуғас, Гөлбикә апай эшенән китеп, бала ҡарап ҡына өйҙә ултырҙы. Тик ғүмере оҙон булманы уның. Ейәнсәре бишен тултырғас, Гөлбикә апай ҡапыл ғына был донъянан китеп барҙы. Бик ауыр кисерҙе Әлимә әсәһен юғалтыуҙы. Бәләкәй Әлиә лә өләсәһен таптырып бер булды. Шулай ҙа ваҡыт – табип. Ауыр ҡайғы һалған яра аҡрынлап бөтәшә барҙы. 

Ләкин икенсе оло ҡайғы һеңгеҙәтә һуҡты. Балыҡҡа барған еренән боҙ аҫтына китеп Ғәли вафат булды. Эҙләп мәйетен дә таба алманылар хатта. Ун өсө менән барған Әлиәһен ҡосаҡлап күпме күҙ йәше түкте Әлимә. Уға бар донъя һүнеп, ҡыҙы менән икәү генә яланғас утрауҙа тороп ҡалғандай тойолдо. Үҙендә әсәһенең зарлы яҙмышы ҡабатлана һымаҡ. Ауыр минуттарын кисергән көндәрҙең береһендә китапханала бергә эшләгән әхирәте Зилә килеп инде. Әлимәнең ҡайғыһын уртаҡлашып бер аҙ ултырғас, сумкаһынан алып өҫтәлгә араҡы сығарып ултыртты. “Бындай саҡта дарыуы ошо инде. Ғәлиҙе иҫкә алайыҡ!” - тине ул. Оло байрамдарҙа ғына әҙ-мәҙ йотҡолаған Әлимә эсте ул көн. Иҫергәнсе эсте. Хатта нисек ятып йоҡлағанын да белмәне. Ысынлап та, ауыр хәсрәттәре еңеләйеп, күңелдәре баҫылғандай булды уның. Тик айнығас, ҡайғы-хәсрәт тағы ла нығыраҡ баҫа башлай икән ул… 

Икенсе юлы ҡабат ауыҙына ла алмаҫҡа үҙенә-үҙе һүҙ биргән Әлимәне Зилә эйәртеп алып ингән, күптән түгел ире ташлап киткән әхирәте менән тағы көсләп тигәндәй эсерҙеләр.Һәр кем үҙенең хәсрәтен һөйләп, ике шешәне төпләп ҡуйҙылар ул кисте. Эйе, бер аҙға эсе бушап, хәле арыу уҡ еңеләйеп ҡалды Әлимәнең. Шайтан һыуында шундай ҡөҙрәт бар икән, ниңә йотмаҫҡа?! Шунан һуң әхирәттәр йыш ҡына бер-береһенә йөрөп, табын ҡороп ултырыр булып киттеләр. Майлы табаға себен йыйыла. Мәжлестәрендә төрлө ирҙәр ҙә булғыланы. Әлимә үҙе лә аңғармаҫтан шешәләш ирҙәрҙең береһе менән йоҡлап ҡалды. Иртәгәһен был ҡылығына ни эшләргә белмәне, үҙ тәненән үҙе ерәнде. Ғәлиҙең ҡосағынан башҡаға инеүҙе күҙ алдына ла килтереү түгел, ул турала уйларға ла ҡурҡа ине бит. Ләкин һыуға тәү кереү генә сирҡаныс. Тәүгеһенән һуң икенсеһе, өсөнсөһө…Ирен юғалтыуға ике йыл самаһы ваҡыт уҙғас, шуларҙың береһен өйгә керетте. 

Нурғәли балта-бысҡыһы менән аҡса эшләп, бөгөнгө көн менән генә йәшәүсе, Әлимә йәшендәге әҙәм ине. Ғаиләһе булғанмылыр-юҡмылыр, үҙе лә йүнләп аңлата алмаған ир аҙна-ун көн эсендә, үҙе әйтмешләй, тоҡсай тултырып аҡса эшләп ала ла, шул тоҡсай бушағансы кәйеф-сафа ҡора һәм тағы балтаһын күтәреп сығып китә. Бәхетенә һуңғы йылдарҙа ҡатлы-ҡатлы (тимәк, аҡсалы) шәхси йорт һалдырыусылар күбәйҙе. Оҫта ҡуллы булғандыр, күрәһең, иртә яҙҙан көҙгә тиклем “ял итә-итә” Нурғәли түрәләрҙә шабашкала булды. Тик ҡышын бик уҙына алманы. Шулай ҙа һирәкләп булһа ла, Мәләүездән шәкәр ҡомо, Дәүләкәндән он килтереп һатыусы әрмәндәргә ялланып, эсендә ҡыбырҙаған ҡорттарын баҫырлыҡ аҡса таба ине. Йөк ҡайтарыу менән уны бушатырға тип, хужалары баҙар эргәһендә генә йәшәгән Нурғәлиҙе алып китер булдылар. Һәр саҡ уныһының бер-нисә әшнәһе менән ҡайтып инеүен түҙемһеҙләнеп көткән Әлимәнең өҫтәле әҙер. Ҡатын-ҡыҙға күп кәрәкме ни - араҡы Әлимәне лә күптән үҙ ҡолона әйләндергәйне инде. Ауыҙына алмаған көн - ҡараңғы, мәғәнәһеҙ үткән көн булып тойолдо. Эшкә бараһы юҡ. Айныҡ кеше эш таба алмаған заманда эскәндәрҙе тоталармы ни?! Әлимәне лә ҡыуҙылар. Ғәли өсөн алған пенсия менән Нурғәлиҙең шабашка аҡсаһы килгеләп торһа ла, эскән кешеләргә оҙаҡҡа бармай - өйҙәге затлыраҡ әйберҙәрҙе лә шайтан һыуы йотто. Нурғәли йыш ҡына теге әрмәндәргә бурысҡа инеп араҡы алып ҡайтты. 

“Ураҙа тотоп” ултырған ҡараңғы көндәренең береһендә Нурғәли Әлимәгә былай тип өндәште: 

- Гарриктың Әлиәгә күҙе төшкән. Әллә мин әйтәм…Бурыс та күбәйеп китте. 

Гаррик тигәне Нурғәлиҙе йөк бушатырға килеп алыусы йыуан ҡорһаҡлы, урта йәштәрҙәге әрмән ине. Килгән сағында Әлиәгә нәфселе күҙҙәре менән йоторҙай булып ҡарағанын шәйләй торғайны Әлимә. Сибәр йөҙлө,зифа буйлы ун биш йәшлек Әлиә, кейендереп тә ебәрһәң, хур ҡыҙынан да кәм булмаҫ ине шул. Тик бына кейем…Үҫмер балаға ай һайын алып торһаң да саҡ еткерәһең. Ә Әлиәнең өҫтөндә ең осо терһәктән пальто менән ҡасанғылыр күлдәк, юбка. 

- Ни һөйләйһең һин?! Ауыҙыңды асаһы булма ҡабат! – тип, бик асыуланған ине Әлимә Нурғәлигә. Ләкин тегенең һүҙҙәре уның ҡолағына һеңеп ҡалып, йыш ҡына иҫенә төшкөләне. Һәм бер көн килеп, бер-ике рюмканан шайтандарын ҡотортоп, тегеһе эстә “добавка” һорап дыулай башлағас, ни эшләргә белмәй ары-бире һуғылған Әлимә түҙемлеге бөтөп иренә: 

- Гарригыңа барып киләһеңме әллә? - тип өндәште. Уның тел төбөн аңлап алған Нурғәли шунда уҡ кейенә һалып баҙарға сапты. 

Оҙаҡламай ауыҙы йырылған Нурғәли менән Гаррик төргәктәр күтәреп килеп тә инделәр. Затлы закускалар менән коньяктарҙан ғына торған табын әҙерләнде. Әлимә күп ваҡытын йоҡо бүлмәһендә бикләнеп үткәргән ҡыҙын көсләп тигәндәй алып сығып өҫтәл артына ултыртты. Гаррик төргәктәрҙең береһенән бик кофта сығарып, ҡыҙҙың яуырынына һалды. 

- Бындай затлы әйберҙе йыумай булмай! Йылы тәнеңдә туҙһын, балам! - тип Әлимә былай ҙа ни эшләргә белмәй ҡыҙарынып-бүртенеп ултырған ҡыҙының ҡулына тулы рюмка тотторҙо. Ай-вайына ҡуймай, бөтөргәнсе эсерҙеләр ҡыҙҙы. Бер аҙҙан Гаррик кеҫәһенән беләҙекле ыҡсым ғына сәғәт сығарып Әлиәнең беләгенә таҡты. Шау-гөр килеп быныһын да йыуҙылар. Көсләй-көсләй Әлиәгә тағы ике-өс рюмка конъяк эсерҙеләр. Бер ара ваҡыт үткәс, иҫереп быуыны бөткән ҡыҙын үҙе лә саҡ-саҡ атлаған әсә йоҡо бүлмәһенә индереп һалды һәм сығып тултырып араҡы эсте лә, Гаррикка ымланы. Түҙемлеге бөтөп, ни ҡылырға белмәй ата ҡаҙ һымаҡ тыпырҙап ултырған әрмән шунда уҡ һикереп тороп, ҡыҙҙың бүлмәһенә инеп китте… 

Иртәгеһен ҡәнәғәт йылмайған Гаррик айнып та етмәгән Әлимә менән Нурғәли алдына аҡса ташлап ҡырыҫ ҡына: “Вечером приду!” – тип сығып китте. Аҙна буйы һәр кис килде Гаррик. Уны икенселәре алмаштырҙы. Айҙан артыҡ йөҙөп эстеләр Әлимә менән Нурғәли. Һатҡан ҡыҙының хәлен һорашырға ла ваҡыты булманы әсәһенең. Ә Нурғәли ваҡытын тапты. Бер көн, бисәһе иҫереп тәгәрәгәс, ул Әлиә бүлмәһенә килеп инде. Шунда ниҙер эшләп ултырған ҡыҙҙың беләгенән ҡымтып алды һәм карауатҡа һөйрәй башланы. Ҡапыл өркөп киткән ҡыҙ уның ҡулына тештәрен батырҙы ла, ысҡынып мөйөшкә һырынды. 

- Мине әрмәндәрҙән кәм тип беләһеңме?! – тип зәһәрләнде. Әлиә, үҙенә яҡынлашҡан ирҙе этеп ебәреп, ишеккә ынтылды. Тегеһе нимәгәлер эләгеп иҙәнгә ҡоланы ла, тора һалып ҡыҙ артынан ташланды һәм тышҡы ишектең йоҙағын асырға маташҡан Әлиәне эләктереп, һүгенә-һүгенә муйынына бармаҡтарын батырҙы. Ҡыҙҙың һәленеп төшкән ҡулына ишек төбөндә һөйәүле торған балта һабы эләкте һәм ул, бар көсөн йыйып, балта менән үҙен быуыусының башына тондорҙо. Нурғәли йыртҡыс тауышы сығарып аҡырып ебәрҙе лә, ҡулдарын ысҡындырып, ҡан бәргән ҡолаҡ төбөнә баҫты. Үҙ-үҙен белештермәгән ҡыҙ, ҡоторған эттәй ажарланып, әсәһе ятҡан бүлмәгә барып инде. Атаһын юғалтыу ҡайғыһы, һуңғы йылдарҙа әсә һөйөүен тоймай, йүнле кейем күрмәй, аслы-туҡлы йәшәү, иҫерек әҙәмдәрҙең әшәке һүҙҙәре, мәсхәрәләнгән тән, әсенеп түгелгән күҙ йәштәре барыһы ла бергә уҡмашып, йөрәгендә ҡайнар ташҡын булып урғылып тышҡа бәреп сыҡты. Иҫереп йоҡлап ятҡан әсәһе ҡыҙҙың күҙенә бар бәлә ояһы булып күренде. Әсәһенең ҡапыл ғына уянып, баш осонда күтәрелгән балтаны ла шәйләмәй: “Һинме, ҡыҙым?” - тип тип йылмайып, йомшаҡ ҡына өндәшеүе ҡыҙҙы ҡапыл ғына айнытып ебәрҙе. Әле генә бар ғазаптарының башы булып күренгән кеше элекке ул яратҡан әсәһенә әүерелгәндәй булды. Башына тоҫҡап һелтәнгән балта мендәренә ҡаҙалды. Ҡыҙ ҡапыл иҙәнгә тубыҡланып, ҡулдары менән битен ҡаплап ярһып-ярһып иларға тотондо… 

Был ваҡиғанан һуң ике йыл үтеп китте. Әлиә әлеге көндә һөнәрселек училищеһында уҡып йөрөй. Тегенсе һөнәрен һайлаған ул. Дөйөм ятаҡта йәшәй. Һыңар ҡолаҡһыҙ ҡалған Нурғәли, Әлимә ҡыуып сығарғас, тағы бер бисәгә барып ингән. Ә ҡатын дауаланып сығып эсеүен ташлаған, күршеһендә йәшәгән абыстайҙан доғалар, намаҙ өйрәнеп йөрөй, тиҙәр. Хоҙайҙан булып, изге ниәтенән тайпылмаһын, ҡабат эскегә һалышмаһын ине. Шул эске арҡаһында ниҙәр генә ҡыланып, ниҙәр генә күрмәне бит. Иң ҡәҙерле кешеһенең – балаһының һөйөүен юғалтты. Бәлки, ҡабат, әсәле-ҡыҙлы татыу бер ғаилә булып йәшәп тә китерҙәр. Тик ҡыҙының туңған бәғерен иретеү, ҡабат уның һөйөүен яулау бик ҡыйынға тура килер. Ул һөйөү барыбер элеккесә эскерһеҙ, наҙлы, ҡайнар булмаҫтыр, моғайын.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: