Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
21 Август 2022, 13:56

Һөйөклөңдән күр!

Хәҙер Йәмиләгә айына бер генә күрһәтелгән ҡәҙер-хөрмәт сценаһы ҡуйыласаҡ. Ҡәҙерле ҡәйнә ролендә Йәмилә ҡупайып ҡына бер ус аҡсаны ҡулына алып, ҡағыҙға имзаһын ҡуясаҡ . Бөтмөр һәм тәрбиәле зат роле - килене иңендә. Ә аҡса таратыусы урам ҡапҡаһын асып сыҡҡас та уҡ, ҡәҙерле тормош ғәҙәтигә әүереләсәк. Аҡсалар икенсе ҡулға, яғымлы һүҙҙәр икенсе айғаса онотолоп дофа һүҙҙәргә алмашасаҡ...

Һөйөклөңдән күр!
Һөйөклөңдән күр!
Ярата Йәмилә әбей йәйҙең йылы оҙон көндәрен. Бигерәк тә себеш көтөп, йылға ярында ултырыуҙарҙы. Көндәр йылынып, ҡар унан-бынан асыла башлау менән ҡый-һай соҡоп, баҡсалағы ҡыуаҡ-ағастар тирәһендә уранғылап көн үткәрә. Үҙәген өҙөп асығыу өтһә лә, өйгә ингеһе, өҫтәлгә яҡынлағыһы килмәй. Килмәй шул. Этелеп-төртөлөп, яман ҡәйнә булып йәшәүҙәре анһат түгел. Элекке ише ҡатышыр күршеләре менән дә яманатлап бөттө килен балаһы. Берәйһенә инеп бар хәсрәтен түгеп хәбәрен һөйләп, эҫе генә бер кәсә сәй эсеп сығырға ине лә, юҡ шул уны тыңлар күршеһе лә. Эс-бауыры бер талай бушаныр ҙа ине әллә. Ни кеҫәһендә һуҡыр тин аҡсаһы ла юҡ, әллә ҡала яғына сығып, ер-һыу күреп, элекке белештәренә һуғылып ҡайтыр ине. Ҡырып-юнып тиерлек тартып алалар бит бинсийәһен дә. Аҡсаһын алғанға күрә, исмаһам яҡшы һүҙҙәре лә юҡ! Темеҫкенеп кенә магазин яҡтарына барып ураштырғылай ҡайһы саҡ. Прилавкала һығылып ятҡан аш-һыуға иҫе китә Йәмиләнең. Күҙен ҡыҙҙырған йомшаҡ икмәк-перәниктәргә ҡарап, шуларҙы ҡушып бер сәй эсергә тамшанып сыға. Һуңғыға биреп тороғоҙ, тип һорап булмай, килененә етһә был хәбәр һис былай ғына ҡотайтмаҫ, Аллам һаҡлаһын! Ауыҙ һыуын килтергән әфлисун, алма, күрәгәгә лә күҙе йыш төшә Йәмилә әбейҙең. Үәәәй! Был ризыҡтарҙы һуңғы тапҡыр тәмләгәненә ни заман икән? Онотҡан да хатта! Әсе ҡоторлап ҡуйған ашҡаҙанының тауышын кемдер ишетеп ҡуйыр һымаҡ тойоп, бөгөн дә тиҙ генә ишеккә ынтылды әбей. Уның ниҙер һатып алырына өмөтләнгән һатыусы :
— Йәмилә инәй, нимә алайым тигәйнегеҙ? Һорағыҙ, бәлким ярҙам итергәлер? - тине.
Яғымлы һүҙ ишетеп өйрәнмәгән әбей, шул минутта ирәйеп ебеп тә китте. Йылмайған булып :
- Рәхмәт, балам! Былай ғына ингәйнем. Бай икән магазиның, вис бар, - тип тешһеҙ ауыҙҙарын йырып ҡуйҙы.
Ишек тотҡаһына инде үрелгән Йәмилә әбей ҡолағына : "Һаран! Ҡутарғансы пинсейә ала, бер ус кәнфит тә алмай!" - тигән һүҙҙәр ишетелде. Кейем-һалым ҡарап торған ҡатындар арыуыҡ ҡына булғанға, айырып ҡына кем ауыҙынан был хәбәрҙең сыҡҡанын белә алманы ул.
"Һаран! Йәмилә әбей, һаран!" Һәр аҙымы һайын ҡабатланды ошо һүҙ. Бауыр аҫтынан ел үткәреп ҡайтам тип, йөрәгенә ут ҡаҙап сыҡты әбей магазиндан. Үҙ аҡсаһы үҙенә тәтеһә, алмаҫ инеме ни Йәмилә ризыҡты? Алыр ине! Күрше-күләнен, таныштарын алып, самауыр йығып ҡунаҡҡа йөрөшөр инеләр. Ҡайҙан инде хәҙер самауыр? Керәнтеһен әллә юғалтып, әллә юрамал йыйып ҡуйҙы бит килене лә. Балаларҙы һылтаны ла ҡотолдо. "Ҡара халыҡ" самауыр йыйабыҙ тип һорағас, келәттән сығарып һатмаҡсы ине килене керәнтһеҙ самауыры кәүҙәһен дә, өркһә лә-ҡурҡһа ла, барыбер юлына арҡыры төштө Йәмилә. Эй, туҙынды шул саҡ килене, эй бираланды! Самауыры ниһе менән келәткә этеп ебәргәйне уны ярһыуҙан. Һикегә самауырын ултыртам тип кенә ҡулдарын өҫкә күтәргән көйө һөрлөккәйне Йәмилә келәт иҙәне уртаһына. Нисек һөрлөкмәйһең! Әзмәүерҙәй бит уның килене. Самауырының ҡолағына бите бәрелеп, һуңғы теше лә һынып сыҡты шул саҡ. Ирендәре ҡырҡылып яман һыҙлатып, ялтыр самауыр йөҙөн ҡанға буяғайны. Күҙ йәштәре менән йыуҙы Йәмилә самауырын ул көндө. Йөгөнөкләп ултырып сеңләп иланы...
Килененең ҡылыҡтарын улына һөйләргә әллә нисә ынтылды Йәмилә. Уныһы ла оҙон көн буйы эштән башы сыҡмай. Икәү-ара татыулыҡтары юғалыр тип тә ҡурҡты. Туҙынып ҡайтып китер, йә алимент түлә тип ятһа шунан. Ҡуй, түҙәйем әле, түҙгәнгә түш, тип йыуатҡан булғайны ул саҡта ла үҙен. Шулай таң һыҙылғандан юҡ эште бар итеп өйҙән "ҡаса" әбей. Көйәнтәләп һыуға бара, баҡса яғын ҡараштыра, мал-тыуарҙы көтөүгә ҡыуыу ҙа уның өҫтөндә. Уянышып сәй эсеп, кире төпкө бүлмәгә инеп сөкөрҙәшкәндәрҙән ҡалған йылымыс сәйҙе эсеп, туҙған сынаяҡ кәсәләрҙе йыйыштырып ҡына ҡуя ул. Ҡайнатып та эсер ине сәйҙе, өйгә әллә ҡайҙан ошо газ тигән нәмәне үткәрттеләр. Ҡайһылыр еренән бороп һүндерәләр ҙә, тоҡандыра алмай аҙаплана әбей. Бер көн шулай уның газ тирәһендә уралғанын күргән килене :
- Барыбер сәйҙе ҡайнар килеш кенә эсмәйһең! Эс йылымыс көйө! Ҡайта-ҡайта газ тоҡандырып ней! Былай ҙа ҡиммәт! - тине.
Аптыранып, һалҡын сәйгә хушһынды шул саҡтан Йәмилә. Усаҡ яғып, сыртлатып күмер төшөрөп, самауырын тултырып ҡайнатҡыһы килде. Ҡайҙан инде ул тере күмер?! Мейесте лә боҙоп ташланылар бит! Һалҡын көндәрҙә мейескә арҡа терәп йылынғыһы, бигерәк тә ҡыштың сасҡауҙарында быймаһын киптергеһе килә. Торбаға кейем һалып булмай, вис алып быраҡтыра анау "ен"-килен. Төпкө яҡтағылар йоҡлап киткәс кенә керҙәрен торбаға һалып, кибер - кипмәҫ кейеп тә ала ҡайһы саҡ. Эске кейемдәрен шулайта башлыса. Ә инде себеш алып килеп бирһәләр Йәмилә әбей һыу буйынан ҡайтмай. Ҡарға-фәлән, эт-йыртҡыс тешенә тейҙермәҫкә тырыша. Берәүһе генә булһа ла юҡҡа сыҡһа, килененең теше эт тешенән яман икәнлеген белә ул. Үҫтерешә, үпкәләй алмаҫтар. Итен мөнйөмәһә лә, ҡышҡылығын әҙерәк булһа ла һурпаһы тәтей уға. Шуныһы ла ярай. Әле лә түрбаш тирәһенең әкен-сөкөн эштәрен барлағас, себештәрҙе һыу юлына төшөрҙө. Әбейҙең ым-ишараһын аңлаған себештәр тигеҙ бер рәткә ептәй теҙелеп һыу буйына һуҙылдылар. Арттарынан йыбырлап ҡына Йәмилә әбей ҙә килә. Йылғаға етә айырыуса етеҙләнә себештәрҙең аҙымдары.
Һыуға шулай зар булып китәме икән ни үҙҙәре бер төн эсендә? Кисә генә килеп көн оҙоно йөрөгәйнеләр ҙә... Сулп итеп һыуға шөңгөү менән һоҫоп-һоҫоп һыу эсеп, күңелле гөрөлдәшеп бер тирәгә өймәктәшәләр себештәр. Кескәй ҡанаттарын ҡағынышып эй йыуыналар! Яр ситендә аяҡтарын һалындырып ултырып Йәмилә әбей ошо күренеште кинәнеп күҙәтә. Елгә тулған күлдәге уны ҙур, һимеҙ итеп күрһәтә. Ел ышығына күсеп, сиҙәмгә ултырһа ғына, күлдәге тәненә һырышып ҡураныс ҡына әбей кәүҙәһе суҡая икәнен шәйләйһең. Ярата шул Йәмилә әбей ошо көн дә ҡабатланған күңелле сыуалышты. Ағым һыу ыңғайына башында уралған уйҙарын барлап, эс-хәсрәтен түгеп илаулап та алған мәлдәре була. Эх, ошо ҡаҙ бәпкәләре ише ағым һыуға төшөп кенә бар гонаһтарыңды йыуып - һыпырып ташларға ине! Ағым һыу башына хәлеңдән килгәнсе сап-йүгер ҙә, йәшлегеңә ҡайтһаң ине бит! Эх, Йәмилә, Йәмилә! Бәлким башҡасараҡ йәшәр инең ?! Бәлким түгел дә. Мотлаҡ башҡаса йәшәр ине! Эх...
Кисә генә кеүек барыһы ла, Йәмилә осоноп-ҡағына киске уйында, буласаҡ тормош иптәше — Латифтың гармунына бейей ине. Үәәй, ғүмер! Күрше ауылдан киске уйынға килгән бер өйөр йәштәр араһында үҙенең ғүмерлек йәрен осратып ғашиҡ булды ла ҡуйҙы ул. Нисек тә үҙен ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышып, муйынына һарылып бар оҫталығында "һайраны". Егет тә яратты шикелле үҙен. Һәр һүҙенә иғтибарлы, ни һораһаң шуны табырға әҙер тороуы ла күңеленә ятты. Оҙаҡҡа һуҙманы Йәмилә "уйынды". Шул көҙгә Латифтың "түшәгенә" әйләнеп, хәйлә менән алдаштырып үҙенеке лә итте. Тик Латифтың оло йәштәге әсәһе барлығы бер аҙ йәненә тейҙе. Ике апайы башлы -күҙле, ҡырҙалар икән. Тәү осрашҡандан уҡ ене һөймәне Тайба әбейҙе Йәмилә. Башта белгертмәне, аҙаҡ - тырҫ-мырҫ баҫып, ҡәнәғәтһеҙлеген аҙымдарында белдереп бер булды. Латифына ла ҡайһы саҡ "яһап" әбейҙе яманлап һөйләне. Икмәге уңмаһа ла, ашы саманан тыш әсе тоҙло булһа ла Тайба әбей ғәйепле булды. Бер аҙ ҡолаҡҡа ҡаты Тайба әбей, өйҙөң ситке бүлмәһендә бер ни һиҙенмәгәндәй йәшәй бирҙе. Әбейҙең тыныс булыуы тамам сығырынан сығарҙы Йәмиләне. Бесәй кеүек йомарланып ҡына йоҡлаған әбейҙең төн йоҡоһон бүлерҙәй хәйлә уйлап баш ватты. Буйындағы ауырын да, алда ни булырын да уйламаны шикелле ул саҡ. Киске ашҡа эштән һуңлап ҡайтҡан Латифты көттөрмәй әбейгә аш һоҫоп ҡойоп, һурпаһына бер аҙ сей һыу өҫтәп эсерҙе. Рәхмәттәрен әйтеп битен һыпырған әбейгә ҡырын ҡарап ниҙәр уйлап ҡыуанды икән ул шул саҡ Йәмилә? Билдәле, Тайба әбей төнө буйы йөрөп сыҡты, һыулы аш "эҙһеҙ" үтмәне әлбиттә. Йәмиләгә тағы ла ҡәнәғәтһеҙлек белдерергә сәбәп булды был. Латифтан инәлеп-ялбарып башҡаланып сығыуҙы һораны. Уныһы оторо ҡаршы сыҡты. Әсәһен ҡарт көнөндә ташлап ҡайҙалыр китеүҙе башына ла һыйҙырмауын әйтте. Бындай "һыулы" аштар йыш булмаһа ла, ара-тирә ҡабатланды. Йөңкөп йонсоғаны күҙгә күренеп беленде әбейҙең. Хәл белергә килгән ҡайынбикәләре әбейҙе больницаға һалып алырға тигән фекергә килделәр. Иллә үҙҙәренә алманылар! "Изгелегеңә" яуап тигәндәй, арыуыҡ ҡына йыйған пенсияһынан аҡса тоттороп китте ҡәйнәһе. Аптыранды тәүҙә Йәмилә, аҡсаға урын тапмағандан түгел дә, ҡәйнәһенең был ҡылығы хайран итте. Йөҙө ағарынып, һалынып ҡайтты әбей больницанан. Дауа килешмәгәндән түгел дә, өй ризығына асҡаҡһыуы күренеп тора ине. Ҡайынбикәләре ныҡ йыраҡ, яҡын булһа ла Йәмилә бер булһа ла больницаға барып сығырға, йә Латифты ебәрергә лә уйлап бирмәне. Ә аҡсаны ул бәлким, шул килеп торһондар тип биргәндер ҙә?! Һуғыш ветераны әбейе булараҡ аҡсаны мул алды ҡәйнәһе, һаран булманы иллә, һис ҡасан аҡса йыйып һандығы төбөнә тыҡманы былай. Латиф белгәнен белде, белмәгәнен юҡ, ураған һайын өлөш бүлеп, Йәмиләне һис аҡсанан өҙмәне ҡәйнәһе. Көҙгө уңыш йыйыу мәлендә төнгөлөккә лә ҡалып ҡуя ине Латифы.
Йәмилә сәсрәп балаға ауырып китте. Үрле-түбәнле үкеренеп йөрөгән килененең хәлен аңлап, Тайба әбей кендек инәһен саҡырырға йүгерҙе. Йүгерҙе тийеүе ни инде, эләгә-йығыла йөрөгән әбей аҙымы күпме генә инде? Шул төндә үк ҡыҙын тапты Йәмилә. Күгәренеп бөткән сабыйы, муйынына кендеге уралып саҡ үлмәй ҡалған ине. Больницаға барып табам тип, Тайба әбейгә баш бирмәй ятһа, бәлким үле лә тыуыр ине ҡыҙы. Әллә үҙе лә иҫән ҡалыр ине лә әллә юҡ. Рәхмәтен әллә әйтте Йәмилә, әллә юҡ, иҫләмәй ҙә хәҙер. Илаҡ булды ҡыҙыҡайы. Төндәр буйы сәңгелдәк төбөндә ултырыуҙар тамам ялҡытты Йәмиләне. Һыны ҡатып илаған балаһын йүргәге ниһе менән урындыҡҡа алып атҡаны, йә һуғып-һуғып алған саҡтары ла булды. Сабырһыҙ булды бигерәк. Ҡолағы һаңғырау булһа ла, йөрәге менән ишетте инде әллә ҡәйнәһе, төпкө бүлмәгә ҡыйыр-ҡыймаҫ инеп, баланы алып йыуатыр ине. Уныһы ла, уның ҡосағын тойғандай һыңҡылдап илауынан туҡтап, мышнап йоҡлап китә ине. Бер төндө шулай асырғанып ныҡ иланы ҡыҙы. Һуҡманы ла, һелтәмәне лә, ҡәйнәһесә һамаҡлап иҙән буйлап йөрөп тә ҡараны, файҙаһыҙ ғына булды. Ике өй уртаһындағы ишекте асып инеп килгән ҡәйнәһен күреп, йәне көйҙө Йәмиләнең. Тотто ла тегене ситке яҡҡа түшенән этеп ебәрҙе. Аяғында әллә саҡ баҫып торғанмы, артына һыңҡ итеп ултыра төштө лә ҡуйҙы ҡәйнәһе. Ҡолаҡтары тонған әбей, ауыҙ эсенән ниҙер мығырлаған килененең һүҙҙәрен ишетмәһә лә тойомланы. Имгәкләп тиерлек кире урындығына сығып ятты. Латиф йоҡлаған һымаҡ ятһа ла барыһын да күреп, һиҙеп йөрөнө. Өндәшмәне лә түгел, сабырыраҡ булырға ғына тырышты. Илаҡ ҡыҙ ҙа арыуыҡ үҫте. Йәмилә ҡәйнәһенә этлек эшләүҙән айырыуса ҡәнәғәтлек табып бер булды. Тәһрәткә алып сығыр ҡомғанына тоҙ һалыуҙы ла уйлап тапты, мунса ташына миндек япрағын йолҡоп һалып әсе мунсаға ҡәйнәһен ебәреп тә "ҡыуанды". Ҡыҙы етәккә эшкингәс, бөтөнләй ҡәйнәһе ҡулынан төшмәне. Эй, икәү ара гөр килешерҙәр ине! Яратманы әпәт Йәмилә быны! Баланы оҙаҡҡа әсәләренә алып барып ташлап та һағындырҙы икәү үҙҙәрен. Күҙ булып тилмереп көтә ине ҡәйнәһе ҡыҙын. Тарамыш ҡулдары менән башын һыпырып сәстәрен үргәнен, ә кистәрен бөтөнләй бергә йоҡлауҙарын яман яратманы. Нисек тә айырырға тигән пландар ҡорҙо.
Эх, Йәмиләә!!! Ни һораһаң шуны бирермен тигәндер инде Хоҙай, биш йәше тулыр-тулмаҫ үлеп тә ҡалды ҡыҙы. Йөрәге сирле булған тинеләр. Һыңҡылдап илағайны шул саҡ ҡәйнәһе лә. Йәмиләгә уның илауы тағы ла оҡшаманы:
- Алай ҙа үлде, тип ҡыуанып илайһыңмы һин? - тине.
Яулыҡ осона битен ҡаплаған әбей уның һүҙҙәрен ишетмәй ине. Ауыҙы эсенән: "Эй, хоҙайым! Бер гонаһһыҙ сабыйҙы алғансы, минең йәнемде алһаңсы?!" - тигәне ишетелә ине... Йөрәге түрендә икенсе сабыйын йөрөткәндә Йәмилә иренә шарт ҡуйҙы: бер ҡыйыҡ аҫтында ҡәйнә менән йәшәгеһе килмәй! Айырымланайыҡ! Ҡыҙҙарының үлемен дә әбейгә япһарып маташты, имеш төндәр буйы ҡурҡыныс әкиәт һөйләп йөрәген һығып бөткән. Үҙенең туҙынып шар-шор килеп туҡмағандарын иҫкә лә алманы. Туғыҙ айҙа өй ҡалҡыта алмай бит инде кеше. Яйлап өй һалырбыҙ тип әүрәтте Латиф ҡатынын. Улы тыуҙы. Ҡап-ҡара ғына тумалаҡ малай. Артыҡ мыжыҡ та түгел, тамағы туйһа йоҡонан башы сыҡманы. Сәңгелдәк бәүетеп, төн һаҡлау булманы улы менән Йәмтләгә. Һәүетемсә барҙы тормоштары ла. Тик вәғәҙәләге өй һаман ҡалҡмауы сәменә тейҙе. Бер аҙ балаһы ҙурайғас, тиктомалдан йөкмәнеп ҡайтты ла китте Йәмилә үҙ ауылына. Эштән арып ҡайтҡан ире шул кистә үк артынса килде. Оторо ныҡ торҙо Йәмилә, өй таптырҙы һаман. Ауылдаш әхирәттәре өйрәткәнсә бер аҙым да ҡыбырламаҫтан ине уйы. Көн дә килде Латифы. Бер аҙ һалмыш булған саҡтары ла артты ғына. Матайында гел гармунын һалып алып йөрөгән Латиф нисек тә Йәмиләнең яйын таба алмай этләнде. Ата-әсәһе лә кейәү баланы йәлләп Йәмиләне әрләне. Тик Йәмилә ҡара тырышлығын ташламаны. Бәйел аҙмай, башҡа бәлә килмәй, тиҙәр бит. Ҡапҡа төбөндә оҙаҡ ҡына гармун тартып йырлап ултырған Латиф, ауылына туранан ҡайтыуға сыҡҡас, Йәмилә ниңәлер күҙҙәрен талдырып төн ҡараһына ҡарап ҡалды. Ҡолағында матай тауышы тынғансы торҙо тышта. Һуңғы булды был ҡайтыуы Латифтың. Ике ауыл араһында гармунын ҡосаҡлап тау битендә үле ятҡан Латифты көтөүселәр табып ауылға хәбәр еткергәндәр.
Йәмилә ни тиклем яңылышыуын аңланы. Тик һуң ине... Ерләүгә лә барманы ул. Улын да алып барырға рөхсәт бирмәне. Латиф үлеменән һуң тамам аяҡтан йығылған Тайба әбейҙең хәсрәтен аңламаны ла. Үҙ ата-әсәһе, туғандары менән дә бер өйгә һыйышманы Йәмилә. Тайба әбейҙең ҡыҙҙары ҡарамағына ҡалыуын белгәс, Латифтың өйөн юллап барҙы ауылдарына. Өй, ысынлап та, Латиф исемендә ине. Бик - йоҙаҡты асыр асҡысты юллап, ҡайынбикәләренә төштө. Түшәктә ятҡан Тайба әбейгә ингеһе килмәһә лә, ҡайынбикәһе мәжбүр иткәс инде. Һырышып ҡына һөйәккә ҡалған шау тарамыш йән иҫ-аҡылын юймаған икән. Һаман таный киленен. Йәмшек иренен теле менән ялай-ялай, ниҙер шыбырлауын аңланы Йәмилә. Хәлһеҙ ине әбей, ныҡ бөткән, сыҡмаған йәне генә эләгеп тора кеүек ине уға. Ишетмәнем тип ымлап, Йәмилә әбейҙең алдына эйелде "Һөйөклөңдән күр, балам", - ти ине ул...
Уйланманы ла Йәмилә был һүҙҙәрҙең асылы хаҡында. Йорттоң асҡысын алып, шул айҙа уҡ уны һатып ебәреп, үҙ ауылда өй алып ҡыуанды. Ирһеҙ ҙә булманы, тик береһе лә Йәмиләгә күнегеп йәшәп китмәне. Башҡа бала табырға ла уйламаны. Илдән — илгә, ирҙән — иргә күңелле йәшәне йәш сағында. Улы үҫеп, әрмегә барып ҡайтты. Үҙе теләгәненә өйләнде. Ҡаршы килмәне Йәмилә. Килен ҡулына ҡарап ултырғансы, олоғайған көнөмдә берәй иптәш булыр ҡарт насип булмаҫмы тип, бай бабайҙарҙы ҡыҙырҙы. Балалары яратмағас үҙен, ҡалайтһын, ҡайтып йығылды улына. Шул көндәрҙән башланды ла инде ошо этләнеп йәшәүҙәр... … Ағым һыуға текләгән Йәмилә әбейҙе һиҫкәндереп тыҡырыҡ яғынан бер тауыш яңғыраны. Илаулаған күҙҙәре тоноп, кем икәнен тәүлә танымай ултыра бирҙе. Шәүлә яҡыная төшкәс, алпан-толпан килгәндең килене икәнлеген аңлап, йөрәге жыу итеп, йәһәт кенә урынынан ҡалҡынды.
— Нимә ҡарап доньяңды онотоп ултыраң, ә? Бөгөн пинсейә килә бит, тиҙ бул! Арғы урамға төшкәндәр ти ужы таратырға, йә! Йәһәт бул! Ҡыу, алып ҡайт себештәрҙе! Килеп етер-етмәҫ, сәсрәп хәбәрен еткереп, ҡулына аҡса төшәсәгенә ҡыуанған килене кире өйгә ҡарай йүгермәләп атланы. Һыуға уйнап туйыналмаған ҡаҙҙарҙы ҡыуышайым тип тә уйламаны ул. Килене ҡабаландырғас, ойоғо-кәлүше менән һыуға төшөп, өйөрөп ҡыуып ҡабаландырҙы ҡаҙҙарын да Йәмилә. Саҡ сығарҙы ярға шуларын. Ағым һыу ыңғайына баштары әйләнеп, саҡ ҡоламай ҡалды. Әллә ярҙағы уйҙары шулай ныҡ тәьҫир иттеме, ағым һыу ыңғайына башы әйләнеп саҡ ҡоламаны. Бер рәткә теҙелеп ҡаҙҙар ҡайтыуға йүнәлде. Хәҙер Йәмиләгә айына бер генә күрһәтелгән ҡәҙер-хөрмәт сценаһы ҡуйыласаҡ. Ҡәҙерле ҡәйнә ролендә Йәмилә ҡупайып ҡына бер ус аҡсаны ҡулына алып, ҡағыҙға имзаһын ҡуясаҡ . Бөтмөр һәм тәрбиәле зат роле - килене иңендә. Ә аҡса таратыусы урам ҡапҡаһын асып сыҡҡас та уҡ, ҡәҙерле тормош ғәҙәтигә әүереләсәк. Аҡсалар икенсе ҡулға, яғымлы һүҙҙәр икенсе айғаса онотолоп дофа һүҙҙәргә алмашасаҡ...

Миңзәлә Сирғәлина.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: