-10 °С
Болотло
БАЛАМА ЮЛ ДОҒАҺЫ
Юлға сыға балам. Алдарынан
Ебәр, Хоҙай, Хызыр-Ильясты.
Һинән генә һорайым именлеген,
Һорайым уға изге юлдашты.
Иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын
Ялбарам мин Һинән, йә Хоҙам.
Кисерә күр ҡылған гонаһтарҙы,
Ҡабул булһын ҡылған был доғам.
Һаҡла зинһар бәлә-ҡазаларҙан
Йыраҡ сәфәр ҡылған баламды.
Фәрештәләр ҡанаттарын елпеп,
Шифаларын илтһен доғамдың.
Ҡайтып инһен өйгә шатлыҡ менән.
Әсе ҡайғыларҙа яндырма.
Һәр нимәгә етә көс-ҡөҙрәтең,
Ярҙамыңдан зинһар ҡалдырма!..
Физалиә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА.
Фото интернеттан алынды.