Бөтә яңылыҡтар
10

Рәхмәтлебеҙ һиңә, атайым!

Бөгөн Буранбай ауылында йәшәүсе ҡәҙерле атайыбыҙ Раев Рауил Таңғатар улы үҙенең олпат юбилейын - 70 йәшен ҡаршылай. Етенсе тиҫтәне ваҡлаған ғәзизебеҙҙе матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Ул 1955 йылдың 31 мартында Файза һәм Таңғатар Раевтарҙың ишле ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Бала саҡтан эшһөйәр, тырыш, аҡыллы булып буй еткерә. Тәүге дүрт йыллыҡ белемде урындағы мәктәптә ала, унан 8-се класҡа тиклем тиҫтерҙәре менән күрше Сыңғыҙ ауылында уҡый, 9-10-сы кластарҙы Беренсе Этҡолда тамамлай. Хеҙмәт, эш яратҡан ҡәҙерлебеҙ мәктәп тамамлау менән колхозға эшкә төшә. Бер йылдан Ватан алдындағы изге бурысын үтәү өсөн, ил һағына баҫа. Ике йыл Грузияла, артиллерияла орудие командиры булып намыҫлы хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, артабан ҡайҙа уҡырға барырға, тигән һорау ҡыйынлыҡ тыуҙырмай егеткә. Тимер атты  яратҡан үҫмер, күпселек ир-егеттәр кеүек, киләсәк һөнәрен техникаға бәйләй. «Атайым Таңғатар тракторсы булды. Рафиҡ ағай менән бала саҡтан унда ултырып йөрөнөк, үҫә төшкәс, боҙолған ваҡыттарында йүнәтергә ярҙам итә инек. Ғөмүмән, техникаға булған һөйөү бала саҡтан, атайымдан килгән», - ти ул. Ҡорос атты ауыҙлыҡлаған үҫмер 34 йыл тракторсы һөнәренә тоғро ҡала. ДТ-75-тә йөрөй ул. Ул саҡтарҙа был техника хеҙмәтенә һорау ҙур булды. Колхоздарҙың гөрләп эшләп торған сағы. Атайыбыҙ иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҫыуҙа тир түкте. Ул ваҡыттарҙа хатта төнгө сменала ла ер эштәре башҡарыла ине. Ләкин тракторсылар хеҙмәте баҫыу эше менән генә сикләнмәне. Ул мәлдә хәҙерге һымаҡ бесәнде эшләү менән алып ҡайтыу мөмкинлеге лә юҡ ине. Шуға күрә ауыл халҡының ҡышҡылыҡҡа тип әҙерләгән мал аҙығын да алып ҡайтыу улар иңендә булды. Хәҙер уйлайым да ҡурҡып та, һоҡланып та ҡуям. Буранлы көндәрҙә лә, ҡышҡы һыуыҡтар ҙа улар үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, 20-30 километрлап юл үтеп, бесән артынан барған. Ә бит ул ваҡыттарҙа хәлдәрен белеп торорға кеҫә телефондары ла булманы. Тимер ат боҙолмауын, имен юлдар теләп кенә ултыра инек. Атайыбыҙҙың эштән ҡайтыуын һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән көттөк. Ул йөрөгән ҡыҙыл трактор күренеү менән әхирәтем Гөлдәр  менән ҡаршы йүгереп бара инек. Өйгә ҡайтҡансы ултырып ҡайтыу, атайҙың эш ваҡытында ашарға тип алып барған йомортҡа һәм гәзиткә төрөлгән башҡа ризыҡтарын ҡуян күстәнәсе тип беҙгә биреүен әле лә бала саҡтың иң матур, күңелле мәлдәренең береһе тип хәтерләйем.  Үҙ эшен намыҫ менән башҡарған механизаторҙың колхозда эшләгән тырыш хеҙмәте һәр ваҡыт юғары баһаланды. Быны уның әле лә һаҡланған күп һанлы Почет грамоталары дәлилләй. Һабантуйҙарҙа алған «Сәсеү батыры», «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» таҫмалары ла - ҡәҙерле кешебеҙҙең тырыш эш һөҙөмтәһе. «Ә иң иҫтә ҡалғаны - 1985 йылда райондың бер төркөм хеҙмәт алдынғылары менән Болгарияға путевка менән бүләкләүҙәре булды. Унда 20 көн ял итеп, матур ерҙәр күреп йөрөп ҡайтҡайныҡ», - тип иҫтәлектәргә бирелде юбиляр. Атайыбыҙҙың бер ваҡытта ла физик көс талап иткән техника эшенән  арып, ризаһыҙ ултырғанын хәтерләмәйбеҙ. Атай булараҡ, ул беҙгә һәр яҡлап терәк-таяныс булды. Үҙе лә мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡығанға күрә, ниндәй фәндән генә өйгә эш эшләгәндә, аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡһа, ул беҙгә ярҙам итте, өйрәтте. Уның белеменә һәр ваҡыт һоҡлана һәм ҡыуана инек. Китап - белем шишмәһе, тигәндәй, ул китап уҡырға ярата. Хатта ауыл китапханасыһы Зәкиә Ғәйетбаева ҡасандыр, Рауил ағайҙың уҡымаған китабы ҡалмағандыр ул, ти торғайны. Бала сағыбыҙҙа ла  китап уҡып ултырһа  уның янында була инек. Ул беҙгә үҙе уҡып ултырған биттән бер һүҙҙе табырға ҡуша ине. Был «уйын» беҙҙең өсөн ҡыҙыҡ та фәһемле лә була торғайны. Ә был да бит балаларында китапҡа, уҡыуға һөйөү тәрбиәләүҙең бер алымы булған! Олоно - оло, кесене - кесе иткән, ғәҙел, ярҙамсыл атайыбыҙ ауылдаштары араһында ихтирамлы ир уҙаманы, яҡындары өсөн изге күңелле, туған йәнле булһа, тормош иптәшенә - оло терәк, таяныс, балаларына - ҡәҙерле атай, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан ҡартатай.  Рауил Таңғатар улы Таулыҡай ауылы һылыуы, әсәйебеҙ Фәннүрә Сабирйән ҡыҙы менән 1980 йылда сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Гүзәл, Альбина, Земфира исемле өс ҡыҙға ғүмер бүләк иттеләр. Һәр ата-әсә кеүек, беҙҙе уҡытып, оло тормош юлына баҫтырыр өсөн бар тырышлығын һалды улар. Әле лә уларҙың таянысын, ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ. Етмеш йәшкә-етәкләшеп, тип атайыбыҙ менән әсәйебеҙ икәүләп тыуған йортобоҙ ҡотон һүрелтмәй, матур, татыу донъя көтә. Ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Йәйҙәрен баҡса үҫтереү менән булышалар. Һәр төрлө йәшелсә-емеш, ҙур майҙанды биләгән картуф баҡсаһы йыл да ҙур уңышы менән һөйөндөрә. «Икенсе икмәк уңһын өсөн сәскәндән алғанға тиклем баҡсанан сыҡмай тәрбиәләйем. Ҡоролоҡ булған осорҙарҙа Һаҡмар йылғаһынан һыу ташып ҡоям, алай ҙа йылға яҡын ғына», - тине был эште ҙур ҡәнәғәтлек менән башҡарған атайыбыҙ. Ул шулай уҡ картуф биләмәһен уратып ағастар ҙа ултыртҡан, уларҙы ла күҙ ҡараһылай һаҡлап, тәрбиәләп тота. Урамда йәй буйы күҙ яуын алған, төрлө аллы-гөллө сәскәләр ҙә атай-әсәйебеҙҙең матурлыҡ яратыуын билдәләй. Беҙ, балалары, ғәзиздәребеҙ янына йышыраҡ ҡайтып, хәлдәрен белергә тырышабыҙ. Ҡасан барһаҡ та, улар беҙҙе ҡолас йәйеп, ҡаршы ала. Тәҙрәләрҙә уттар балҡып яна Атай ҡаршы ала урамда. Йүгергеләп әсәй табын ҡора, Тәмле аштар бешкән ҡаҙанда. Оҙаҡ йылдар шулай тәҙрәләрҙә Балҡып торһа ине утыбыҙ. Һәр саҡ беҙҙе ҡаршы алһа ине Атай-әсәй, тыуған йортобоҙ - тигән изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ яҡындарыбыҙға. Ҡотлау мәҡәләмде йомғаҡлап, матур юбилейың билдәләгән атайыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Артабан да әсәйебеҙ менән тыуған йортобоҙ усағын һүрелтмәй, тиң-тигеҙ бәхетле, бәрәкәтле мул тормошта йәшәргә яҙһын һеҙгә!

 Бөгөн Буранбай ауылында йәшәүсе ҡәҙерле атайыбыҙ Раев Рауил Таңғатар улы үҙенең олпат юбилейын - 70 йәшен ҡаршылай. Етенсе тиҫтәне ваҡлаған ғәзизебеҙҙе матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ул 1955 йылдың 31 мартында Файза һәм Таңғатар Раевтарҙың ишле ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Бала саҡтан эшһөйәр, тырыш, аҡыллы булып буй еткерә. Тәүге дүрт йыллыҡ белемде урындағы мәктәптә ала, унан 8-се класҡа тиклем тиҫтерҙәре менән күрше Сыңғыҙ ауылында уҡый, 9-10-сы кластарҙы Беренсе Этҡолда тамамлай. Хеҙмәт, эш яратҡан ҡәҙерлебеҙ мәктәп тамамлау менән колхозға эшкә төшә. Бер йылдан Ватан алдындағы изге бурысын үтәү өсөн, ил һағына баҫа. Ике йыл Грузияла, артиллерияла орудие командиры булып намыҫлы хеҙмәт итә.

Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, артабан ҡайҙа уҡырға барырға, тигән һорау ҡыйынлыҡ тыуҙырмай егеткә. Тимер атты  яратҡан үҫмер, күпселек ир-егеттәр кеүек, киләсәк һөнәрен техникаға бәйләй. «Атайым Таңғатар тракторсы булды. Рафиҡ ағай менән бала саҡтан унда ултырып йөрөнөк, үҫә төшкәс, боҙолған ваҡыттарында йүнәтергә ярҙам итә инек. Ғөмүмән, техникаға булған һөйөү бала саҡтан, атайымдан килгән», - ти ул. Ҡорос атты ауыҙлыҡлаған үҫмер 34 йыл тракторсы һөнәренә тоғро ҡала. ДТ-75-тә йөрөй ул. Ул саҡтарҙа был техника хеҙмәтенә һорау ҙур булды. Колхоздарҙың гөрләп эшләп торған сағы. Атайыбыҙ иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҫыуҙа тир түкте. Ул ваҡыттарҙа хатта төнгө сменала ла ер эштәре башҡарыла ине. Ләкин тракторсылар хеҙмәте баҫыу эше менән генә сикләнмәне. Ул мәлдә хәҙерге һымаҡ бесәнде эшләү менән алып ҡайтыу мөмкинлеге лә юҡ ине. Шуға күрә ауыл халҡының ҡышҡылыҡҡа тип әҙерләгән мал аҙығын да алып ҡайтыу улар иңендә булды. Хәҙер уйлайым да ҡурҡып та, һоҡланып та ҡуям. Буранлы көндәрҙә лә, ҡышҡы һыуыҡтар ҙа улар үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, 20-30 километрлап юл үтеп, бесән артынан барған. Ә бит ул ваҡыттарҙа хәлдәрен белеп торорға кеҫә телефондары ла булманы. Тимер ат боҙолмауын, имен юлдар теләп кенә ултыра инек. Атайыбыҙҙың эштән ҡайтыуын һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән көттөк. Ул йөрөгән ҡыҙыл трактор күренеү менән әхирәтем Гөлдәр  менән ҡаршы йүгереп бара инек. Өйгә ҡайтҡансы ултырып ҡайтыу, атайҙың эш ваҡытында ашарға тип алып барған йомортҡа һәм гәзиткә төрөлгән башҡа ризыҡтарын ҡуян күстәнәсе тип беҙгә биреүен әле лә бала саҡтың иң матур, күңелле мәлдәренең береһе тип хәтерләйем.

 Үҙ эшен намыҫ менән башҡарған механизаторҙың колхозда эшләгән тырыш хеҙмәте һәр ваҡыт юғары баһаланды. Быны уның әле лә һаҡланған күп һанлы Почет грамоталары дәлилләй. Һабантуйҙарҙа алған «Сәсеү батыры», «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» таҫмалары ла - ҡәҙерле кешебеҙҙең тырыш эш һөҙөмтәһе. «Ә иң иҫтә ҡалғаны - 1985 йылда райондың бер төркөм хеҙмәт алдынғылары менән Болгарияға путевка менән бүләкләүҙәре булды. Унда 20 көн ял итеп, матур ерҙәр күреп йөрөп ҡайтҡайныҡ», - тип иҫтәлектәргә бирелде юбиляр.

Атайыбыҙҙың бер ваҡытта ла физик көс талап иткән техника эшенән  арып, ризаһыҙ ултырғанын хәтерләмәйбеҙ. Атай булараҡ, ул беҙгә һәр яҡлап терәк-таяныс булды. Үҙе лә мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡығанға күрә, ниндәй фәндән генә өйгә эш эшләгәндә, аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡһа, ул беҙгә ярҙам итте, өйрәтте. Уның белеменә һәр ваҡыт һоҡлана һәм ҡыуана инек.

Китап - белем шишмәһе, тигәндәй, ул китап уҡырға ярата. Хатта ауыл китапханасыһы Зәкиә Ғәйетбаева ҡасандыр, Рауил ағайҙың уҡымаған китабы ҡалмағандыр ул, ти торғайны. Бала сағыбыҙҙа ла  китап уҡып ултырһа  уның янында була инек. Ул беҙгә үҙе уҡып ултырған биттән бер һүҙҙе табырға ҡуша ине. Был «уйын» беҙҙең өсөн ҡыҙыҡ та фәһемле лә була торғайны. Ә был да бит балаларында китапҡа, уҡыуға һөйөү тәрбиәләүҙең бер алымы булған!

Олоно - оло, кесене - кесе иткән, ғәҙел, ярҙамсыл атайыбыҙ ауылдаштары араһында ихтирамлы ир уҙаманы, яҡындары өсөн изге күңелле, туған йәнле булһа, тормош иптәшенә - оло терәк, таяныс, балаларына - ҡәҙерле атай, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан ҡартатай.  Рауил Таңғатар улы Таулыҡай ауылы һылыуы, әсәйебеҙ Фәннүрә Сабирйән ҡыҙы менән 1980 йылда сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Гүзәл, Альбина, Земфира исемле өс ҡыҙға ғүмер бүләк иттеләр. Һәр ата-әсә кеүек, беҙҙе уҡытып, оло тормош юлына баҫтырыр өсөн бар тырышлығын һалды улар. Әле лә уларҙың таянысын, ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ.

Етмеш йәшкә-етәкләшеп, тип атайыбыҙ менән әсәйебеҙ икәүләп тыуған йортобоҙ ҡотон һүрелтмәй, матур, татыу донъя көтә. Ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Йәйҙәрен баҡса үҫтереү менән булышалар. Һәр төрлө йәшелсә-емеш, ҙур майҙанды биләгән картуф баҡсаһы йыл да ҙур уңышы менән һөйөндөрә. «Икенсе икмәк уңһын өсөн сәскәндән алғанға тиклем баҡсанан сыҡмай тәрбиәләйем. Ҡоролоҡ булған осорҙарҙа Һаҡмар йылғаһынан һыу ташып ҡоям, алай ҙа йылға яҡын ғына», - тине был эште ҙур ҡәнәғәтлек менән башҡарған атайыбыҙ. Ул шулай уҡ картуф биләмәһен уратып ағастар ҙа ултыртҡан, уларҙы ла күҙ ҡараһылай һаҡлап, тәрбиәләп тота. Урамда йәй буйы күҙ яуын алған, төрлө аллы-гөллө сәскәләр ҙә атай-әсәйебеҙҙең матурлыҡ яратыуын билдәләй.

Беҙ, балалары, ғәзиздәребеҙ янына йышыраҡ ҡайтып, хәлдәрен белергә тырышабыҙ. Ҡасан барһаҡ та, улар беҙҙе ҡолас йәйеп, ҡаршы ала.

Тәҙрәләрҙә уттар балҡып яна

Атай ҡаршы ала урамда.

Йүгергеләп әсәй табын ҡора,

Тәмле аштар бешкән ҡаҙанда.

Оҙаҡ йылдар шулай тәҙрәләрҙә

Балҡып торһа ине утыбыҙ.

Һәр саҡ беҙҙе ҡаршы алһа ине

Атай-әсәй, тыуған йортобоҙ - тигән изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ яҡындарыбыҙға.

Ҡотлау мәҡәләмде йомғаҡлап, матур юбилейың билдәләгән атайыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Артабан да әсәйебеҙ менән тыуған йортобоҙ усағын һүрелтмәй, тиң-тигеҙ бәхетле, бәрәкәтле мул тормошта йәшәргә яҙһын һеҙгә!

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең исеменән ҡыҙың Альбина һәм уның ғаиләһе.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: