Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
25 Апрель , 15:00

Сираттағы бүләк Әхмәргә осто

Рәсәй Президентын һайлауға бихисап ваҡыт үтеп китһә лә, "Рәхмәт-2024" акцияһында еңгәндәрҙең бүләктәре килеүен дауам итә.  Әхмәр ауылынан Сара Йәнтурина ла башҡалар кеүек һайлауға барған саҡта алған билетты һалып ҡуя. Ҡыҙы ялға ҡайтҡан саҡта теркәргә ярҙам итә. Был турала артыҡ уйланып та йөрөмәй, әммә күңелендә өмөт сатҡыһы ҡабынып ҡуя. Бәхетле осраҡ барыһын да хәл итә: өлөштәренә сымһыҙ наушник эләгә. Кисә был ғаилә ниһайәт бүләген алып һөйөндө.   

Сираттағы бүләк Әхмәргә осто
Сираттағы бүләк Әхмәргә осто

Рәсәй Президентын һайлауға бихисап ваҡыт үтеп китһә лә, "Рәхмәт-2024" акцияһында еңгәндәрҙең бүләктәре килеүен дауам итә. 

Әхмәр ауылынан Сара Йәнтурина ла башҡалар кеүек һайлауға барған саҡта алған билетты һалып ҡуя. Ҡыҙы ялға ҡайтҡан саҡта теркәргә ярҙам итә. Был турала артыҡ уйланып та йөрөмәй, әммә күңелендә өмөт сатҡыһы ҡабынып ҡуя. Бәхетле осраҡ барыһын да хәл итә: өлөштәренә сымһыҙ наушник эләгә. Кисә был ғаилә ниһайәт бүләген алып һөйөндө. 

Сара Ишмөхәмәт ҡыҙы сығышы менән Моҡас ауылынан. Урта белемде ул Төркмән мәктәбендә ала. Уҡыуҙы тамамлағас, өс әхирәте менән Абҙаҡ фермаһына һауынсы булып төшәләр. Шунда фатирға инеп йәшәй башлайҙар. 

Ошо уҡ фермаға мал ҡараусы булып Әхмәр ауылынан Әхәт исемле егет тә йөрөп эшләгән була. Тиҙҙән йәш йөрәктәр араһында мөхәббәт уты ҡабына. Улар 1987 йылда сәстәрен-сәскә бәйләп, бергә йәшәй башлайҙар. Ғаиләләренә ҡот һәм йәм өҫтәп, бер-бер артлы өс ҡыҙҙары донъяға килә. 

Өлкән ҡыҙҙары Филиә һәм кинйәкәүҙәре Гөлфиә Магнитогорск ҡалаһында төпләнә. Филиә - медицина хеҙмәткәре, Гөлфиә аптекала фармацевт булып эшләйҙәр. Фәниәләре ғаиләһе менән Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәй. Урындағы мәктәптә ашнаҡсы булып эшләй. 

Сара һәм Әхәт Йәнтуриндарҙы был бәләкәй генә еңеүе менән ҡотлайбыҙ! 
#Башкортостанвыбирай
#выборыПрезидентаРФ2024
#02ВыборыПрезидентаРФ2024
#всейсемьей
#всейсемьей02
#алгавсейсемьей
#алгавсейсемьейБаймакскийрайон
#башвыбор2024
#Рахмат2024

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: