Бөтә яңылыҡтар

Быуындарҙы таҙартыуҙың иң яҡшы ысулы

Быуындарға һәм умыртҡа бағанаһына тоҙ (органик булмаған кальций) йыйылыуға бәйле ауыртыуҙар тоймаған кеше һирәктер бөгөн. Тоҙҙо иретеүҙең төрлө ысулдары бар. Шуларҙың иң һөҙөмтәлеһе – быуындарҙы дөгө ярмаһы ярҙамында таҙартыу...

Быуындарҙы таҙартыуҙың иң яҡшы ысулы
Быуындарҙы таҙартыуҙың иң яҡшы ысулы

Быуындарға һәм умыртҡа бағанаһына тоҙ (органик булмаған кальций) йыйылыуға бәйле ауыртыуҙар тоймаған кеше һирәктер бөгөн. Тоҙҙо иретеүҙең төрлө ысулдары бар. Шуларҙың иң һөҙөмтәлеһе – быуындарҙы дөгө ярмаһы ярҙамында таҙартыу. Бешерелгән дөгө тоҙҙо “һурыу” һәләтенә эйә, өҫтәүенә, ярма ни тиклем оҙағыраҡ һыуҙа ебетелгән булһа, йоғонтоһо шул тиклем яҡшыраҡ.

Быуындарға тотонор алдынан эсәктәрҙе таҙартыу мөһим. Таҙарыныу өсөн иң ҡулай ваҡыт – яҙ һәм йәй миҙгелдәре.

Ярты литрлыҡ банкаға 2 аш ҡалағы дөгө ярмаһы (шымартылмаған оҙонса булһа яҡшыраҡ) һалып, өҫтөнә һыу ҡойорға һәм бер тәүлек тоторға. Унан, дөгөнө йыуып, яңынан һыу ҡойорға. Тағы бер банкаға 2 ҡалаҡ йыуылған дөгөнө ебетергә ҡуйырға. Ошолай 5 көн һуҙымында дауам итергә (бөтәһе 5 банка булырға тейеш), көн һайын һыуҙарын алмаштырырға кәрәк. Алтынсы көнгә беренсе көн ебетергә ҡуйылған банкалағы дөгөнө шыйыҡ бутҡа итеп бешереп, икмәкһеҙ һәм тоҙһоҙ ашарға. Бушаған банкаға йәнә дөгө һалып ебетергә ҡуйырға. Бутҡаны ашағандан һуң, дөгө шлактарҙы һурһын өсөн, 4 сәғәт бер нәмә лә ашарға ла, эсергә лә ярамай. Дауаланыу 40 көн, йылына бер мәртәбә эшләнә.

Был ысул менән әҙерләнгән дөгө тоҙҙарҙы яҡшы һеңдереп, организмдан сығара, шул уҡ ваҡытта организмға кәрәкле тоҙҙарҙы, калийҙы йыуа. Шуның өсөн, был ысул менән таҙарынған осраҡта калий күп булған аҙыҡ (күрәгә, йөҙөм, инжир, һыуһыҙ бешерелгән йәш картуф) ашау мотлаҡ. Шулай уҡ тары бутҡаһы ашарға була. 

Автор:
Читайте нас: