Бөтә яңылыҡтар

Күнекмәләр ниндәй осраҡта оҙон ғүмер һәм һаулыҡ бирә?

Әлбиттә, күнекмәләр эшләүҙе ғәҙәткә индерер кәрәк. Беренсе көндән оҙайлы марафонға йүгереү, тәнгә көс төшөрөү киреһенсә зыян ғына килтерәсәк. Ә бына ябай ғына "ялҡау" күнекмәләр ғәҙәткә инһә ул һаулыҡты нығытасаҡ. Артыҡ көсәнмәй генә, тотоноп приседание эшләү ҙә мөғжизәгә эйә. Даими эшләһәгеҙ, әлбиттә...

Иртәнге зарядка мускулдарҙы һуҙыуға, йәғни “уятыуға” йүнәлтелә, бер ниндәй ҙә көс күнекмәләре булырға тейеш түгел.

Был файҙалы шөғөлгә 15-20 минут ваҡытығыҙҙы бүлеү ҙә етә. Карауаттан һикереп тороп, шунда уҡ әүҙем күнекмәләр эшләй башлау дөрөҫ түгел. Организм өсөн был стресс буласаҡ. Ашыҡмағыҙ, бер аҙ кирелегеҙ, мускулдарҙы эшкә егегеҙ һәм шунан һуң ғына түшәктән тороғоҙ.

Иртәнге зарядка - яҡшы ғәҙәт. Аҙна, ун көн тирәһе даими эшләһәгеҙ, организм үҙе үк көн һайын был кәйеф һәм сәләмәтлек сығанағын талап итәсәк.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: