Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Апрель , 08:50

Шайтан таяғы - яман шештәргә ҡаршы

Тапап китәбеҙ, сәнселһәк, тағы үҫеп сыҡҡан тип әрләйбеҙ,  ә уның ниндәй шифаға эйә булыуын белмәйбеҙ. Өләсәйҙәрегеҙ самауыр ҡайнатҡанда уның эсенә шайтан таяғының сәскәләрен һалып ебәреүен иҫләйһегеҙме? Эйе, шайтан таяғы тәндәге яман шештәргә ҡаршы көрәшә, энергия бирә. Уның төнәтмәһен әҙерләүе лә еңел...

Шайтан таяғы - яман шештәргә ҡаршы
Шайтан таяғы - яман шештәргә ҡаршы

Беҙ шайтан таяғы тип йөрөткән сәнселе үлән яман шештәрҙән ярҙам итеүен беләһегеҙме?

Уны араҡыға һалып төнәтергә мөмкин: банканың яртыһынан күберәк шайтан таяғы сәскәһе һалып, тултырғансы араҡы ҡойорға һәм 1 ай төнәтергә. Был төнәтмәне яман шешкә ҡаршы ҡулланабыҙ.

Бынан тыш төнәтмәләр эшләргә лә була.

Ашҡаҙандың яман шеше.

1 ҡалаҡ ваҡланған япраҡҡа 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөргә. Көнөнә 3-4 тапҡыр ашағандан һуң 1-әр стакан эсергә. Бынан тыш ул циститты дауалай, һеҙекте ҡыуа. Япраҡтарынан онтаҡ яһарға һәм көнөнә 3-4 тапҡыр ашарҙан алда 1-әр балғалаҡ ҡабып, аҙағынан һыу йоторға.

Тире яман шеше, волчанка, скрофулездан

1 ҡалаҡ үләнгә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөргә. Көнөнә 3-4 тапҡыр ашарҙан алда яртышар стакан эсергә. Тирене йыуыу һәм сылатҡыстар яһау өсөн 3-4 ҡалаҡ үләнгә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, шулай уҡ 4 сәғәт тотоп йыуынырға. Тире яман шеше булғанда үҫемлектең яңы һығылған һуты менән зарарланған урындарҙы сылатырға.

Геморрой.

Хәл яҡшырғансы япраҡтарының онтағын көнөнә 3 тапҡыр 1-әр балғалаҡ ашарға. Шайтан таяғы менән оҙаҡ дауаланғанда ла зыян килтермәй. Шулай ҙа гипертония булғанда һаҡ ҡулланырға кәрәк, ул ҡан баҫымын бер аҙ күтәрергә мөмкин.

Һау-сәләмәт булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: