Баймаҡта hауа торошо:
7, 9 ° C 1 - 3 м\с Ю
 
06.07.2013
Яңылыҡтар
Untitled document

Музей йәшәһен өсөн

3 июлдә район хакимиәте башлығы Р.Ф. Иҫәнбаев, ҡала биләмәһе башлығы Р.Р. Яҡшыбаев һәм ауыл халҡы ҡатнашлығында Урғаҙаның “Сиҙәм” музейында кәңәшмә үткәрелде. Бында  музейҙың киләсәге тураһында һүҙ барҙы. Урындағы фермерҙар исеменән Ю.А. Найденов сығыш яһап, “Сиҙәм” музейы проблемалары тураһында белеүҙәрен, уларҙы хәл итеү өсөн төрлө яҡлап ярҙам итәсәктәрен һәм музейҙы мотлаҡ һаҡлап ҡалырға кәрәклеген белдерҙе. Фермер шулай уҡ матбуғат саралары аша Урғаҙанан сыҡҡан бар кешеләргә мөрәжәғәт итеп, ремонт һ.б. кәрәк-яраҡтар өсөн аҡса йыйыу мөһимлеген белдерҙе.

 

Терроризмға ҡаршы

Баймаҡ суды “Имарат Кавказ” террористик ойошмаһы ағзалары булған өс кешегә хөкөм ҡарары сығарҙы. Улар законһыҙ рәүештә ҡорал, шартлатҡыстарҙы һаҡлауҙа ғәйепләнде. Өс хөкөм ителеүсе лә иркенән мәхрүм ителеп, төрмәгә оҙатылды.

 

Эстафета уты

Өфөлә Олимпиада һәм Паралимпия уты Эстафетаһын ойоштороу буйынса осрашыу үтте. Уның эшендә Волга буйы һәм Урал федераль округтарына ингән республика, өлкәләрҙең вәкилдәре ҡатнашты. БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры был сараның тәжрибә уртаҡлашыу өсөн мөһим булыуын белдерҙе. Осрашыу ваҡытында Эстафета маршрутының программаһы ҡаралды. Эстафетаны ҡабул иткәндә һәр төбәк үҙҙәренә хас булған милли, мәҙәни, тарихи урындарҙы күрһәтеп, факелды алып барыу өсөн иң лайыҡлы кешеләрен сығарырға тейеш.

 

Хәүефһеҙлек мәктәбе

БР ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм мәғариф министрлыҡтары “Хәүефһеҙлек мәктәбе” тип аталған төбәк-ара ярыштар ойошторҙо. Унда 10-сы, 11-се класс уҡыусылары ҡатнашты. Сарала Волга буйы федераль округының 14 субъектынан 150-нән ашыу бала йыйылды. Уҡыусылар спорт ярыштарынан тыш, ижади фекерләү, хәрби-патриотик йырҙар башҡарыу буйынса ла һынау тотто.

 

Яңы спектакль

Сибай дәүләт драма театры коллективы “Йән һөйгәнем – һин генә” спектакле менән Күсей ауылы халҡы алдында сығыш яһаған. Пьесаның авторы – яҡташыбыҙ Әминә Яхина. Күсейҙәр уның “Еҙ беләҙек” әҫәрен сәхнәләштереп, уңышлы сығыш яһағайны. Яңы пьесаны яратып ҡабул иткән ауыл халҡы артистарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

 

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!

БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ошо девиз аҫтында акция иғлан итте. Был мәрхәмәтлек сараһы 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, насар шарттарҙа йәшәгән ғаиләләргә ярҙам итеү йөҙөнән үткәрелә.

Балаларға ярҙам итергә теләгән бар миһырбанлы кеше Баймаҡ хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлегенә (Тыныслыҡ урамы, 1) һәм халыҡты комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәгенә (Азанов урамы, 37) мөрәжәғәт итә ала. Белешмәләр өсөн телефон: 3-16-65, 3-17-48.

Был изге һәм мәрхәмәтле эштән баймаҡтар ситтә тороп ҡалмаҫ, ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам итеү өсөн бар көсөн һалыр, тип ышанғы килә.

 

Балаларҙы һаҡлау өсөн

Рәсәй Федерацияһында терроризмға ҡаршы йүнәлтелгән комплекслы планды тормошҡа ашырыу өсөн, балалар өсөн “Спас-Экстрим” (spas-extreme.ru мәғлүмәт сайты һәм “Спасайкин” (http://spasay-kin.ru) тип аталған журнал донъя күрә. Йәш быуын өсөн тәғәйенләнгән баҫмаларҙы мәғариф учреждениелары уңышлы ҡуллана ала. Сөнки был баҫмала балаларға аңлашылған телдә терроризм кеүек афәттең ниндәй һәләкәткә килтереүе, унан һаҡланыу саралары кеүек мәғлүмәт бирелә. Шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында үҙеңде нисек тоторға, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һ.б. бар.