Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
22 Июль 2021, 11:41

Битлек кеймәһәң - штраф!

Күп граждандарға иҫкәртеү яһалған. Ә бына һигеҙ меңдән ашыу кешегә штраф һалынған. Уның дөйөм суммаһы 26 миллион һумға барып баҫа...

Битлек кеймәһәң - штраф!
Битлек кеймәһәң - штраф!

Йәмәғәт урындарында битлек кейеү режимы үҙ көсөндә ҡала. Йәйҙең эҫеһе, кешеләрҙең “ауырыу миңә йоҡмаясаҡ” тигән ныҡлы ышанысы битлек кейеү режимын теүәл үтәмәүгә килтерә. Рейдтар барышында ундай кешеләр тотола һәм уларға ҡарата административ протокол төҙөлә. Кемдер иҫкәртеү менән ҡотола, ә бәғзеләргә штраф һалына. Был РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың “Ғәҙәтән тыш хәлдәр ваҡытында йәки шундай хәл тыуыу хәүефе ваҡытында тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәмәү” статьяһы буйынса башҡарыла.

Ошондай хоҡуҡ боҙоуҙарҙың иң күбе Өфө ҡалаһында теркәлгән. Унда санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәмәү буйынса 9,5 мең эш судҡа тапшырылған. Стәрлетамаҡта – 5 мең, Салауат ҡалаһында – 2 меңдән ашыу кеше ошондай уҡ хоҡуҡ боҙоу өсөн суд алдында яуап биргән. Күп граждандарға иҫкәртеү яһалған. Ә бына һигеҙ меңдән ашыу кешегә штраф һалынған. Уның дөйөм суммаһы 26 миллион һумға барып баҫа тип белдерҙе республика судтарының берләштерелгән мәғлүмәт хеҙмәте.

Гүзәл Салихова.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в