Бөтә яңылыҡтар
Сәйәхәт
27 Июль , 11:04

Глэмпинг - яңы төр ял

Парк территорияһында асыҡ һауала террасаһы булдырылған 10 сатыр ултыртылды. Шеф-ашнаҡсы тәҡдим иткән ланч-бокста 3 тапҡыр ашатыу ойошторолған. Шулай уҡ гриль-усаҡта, пати-тэнт үҙегеҙ ҙә бешереп ашай алаһығыҙ. Шунда уҡ ҙур проекторҙа кинолар ҡарау мөмкинлеге бар. Балалар өсөн айырым майҙансыҡ, батут, инвентарҙарҙы прокатҡа алырға була (велосипед, кәмә, байдарка, сапборд, катамаран, өҫтәл теннисы һәм футболы, балалар самокаты). Бындағы тәбиғәт - үҙе мөғжизә: тауҙар, урман, һыу ятҡылығы.  #нацпроекты

Глэмпинг - яңы төр ял

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә Нуриман районында туристик инфраструктураһын "Красный Ключ" заманса паркында үҫтерергә ҡарар ителде. Парк территорияһында балалар майҙансығы, тренажерҙар, визит-үҙәк урынлаштырылды. Үҙәктә һәр төрлө эшләнгән сувенирҙарҙы һатып алырға, парк буйынса гид менән экскурсияға яҙылырға мөмкин. Парк үҙәгендә Красный Ключ тип аталған шишмә бар. Тап ошо шишмә йән яҡтан туристарҙы йәлеп итә лә инде. Был урынды тағы ла ылыҡтырғысыраҡ итеп эшләү өсөн урындағы ООО «Голди-Кей» предприятиеһы менән берлектә «Goldy glamp» глэмпингын булдырыу проекты ғәмәлгә ашырылды. Парк территорияһында асыҡ һауала террасаһы булдырылған 10 сатыр ултыртылды. Шеф-ашнаҡсы тәҡдим иткән ланч-бокста 3 тапҡыр ашатыу ойошторолған. Шулай уҡ гриль-усаҡта, пати-тэнт үҙегеҙ ҙә бешереп ашай алаһығыҙ. Шунда уҡ ҙур проекторҙа кинолар ҡарау мөмкинлеге бар. Балалар өсөн айырым майҙансыҡ, батут, инвентарҙарҙы прокатҡа алырға була (велосипед, кәмә, байдарка, сапборд, катамаран, өҫтәл теннисы һәм футболы, балалар самокаты). Бындағы тәбиғәт - үҙе мөғжизә: тауҙар, урман, һыу ятҡылығы. 

 - Был проектты ғәмәлгә ашырғандан һуң Нуриман районында туристар ағымы артты. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһындағы яңы төр ял - глэмпинг популярлашты, - тип муниципаль райондың хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Әхиәрова белдерҙе. 

 

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/127612 

Автор:Эльмира Киеккужина