Новости
24 Сентября , 09:45

Төркмәндәр яугирҙәргә күстәнәс әҙерләне

Төркмән ауыл мәҙәниәт йортонда «Серҙәштәр» ансамбле ҡатнашыусылары махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн бауырһаҡ һәм сәк-сәк әҙерләне

Добавить в предпочтительные источники Google
Төркмәндәр яугирҙәргә күстәнәс әҙерләнеТөркмәндәр яугирҙәргә күстәнәс әҙерләне
Төркмәндәр яугирҙәргә күстәнәс әҙерләне

Төркмән ауыл мәҙәниәт йортонда «Серҙәштәр» ансамбле ҡатнашыусылары махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн бауырһаҡ һәм сәк-сәк әҙерләне. Был – ябай ғына ризыҡ түгел, ә һәр береһенә әсә йөрәгенең йылыһы, саф күңелдән сыҡҡан изге теләктәр һалынған ҡиммәтле бүләк.

Алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән һалдаттарыбыҙ өсөн бындай өй күстәнәһе – иң ҙур ҡыуаныс, рухи терәк һәм тыуған яҡтың хәтеренә бирелгән хөрмәт билдәһе.

Оло йөрәкле, намыҫлы апайҙарыбыҙға һәм егеттәребеҙгә ихлас рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Һеҙҙең изге ғәмәлдәрегеҙ – батырҙарыбыҙға ҡеүәт һәм ышаныс өҫтәй.

Яугирҙәребеҙ имен-аман булып, еңеү яулап, тыуған ауылына әйләнеп ҡайтһын!

Ошо сараны ойошторған культорганизатор Розалия Зиннур ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Төркмәндәр яугирҙәргә күстәнәс әҙерләне
Төркмәндәр яугирҙәргә күстәнәс әҙерләне
Автор:Гузель Салихова