Новости
23 Сентября , 09:45

Ишейҙәр сираттағы ярҙамын әҙерләй башланы

Улар һәр саҡ шундай әүҙем

Добавить в предпочтительные источники Google
Ишейҙәр сираттағы ярҙамын әҙерләй башланыИшейҙәр сираттағы ярҙамын әҙерләй башланы
Ишейҙәр сираттағы ярҙамын әҙерләй башланы

Ишей мәҙәниәт йортона яуғирҙәргә селтәр үреү өсөн материалдарҙы ҡырҡырын ҡырҡып, урарын урар өсөн ауылыбыҙҙың гүзәл заттары күпләп килеүҙәре ҡыуандырҙы. Йәш ирекмәнебеҙ Йосопов Айгиз Әнғәм улы бер ҙур спанбондты таҫмаларға ҡырҡып биргәс тә, уңған ҡатын ҡыҙҙарыбыҙ ваҡ эшенә лә тотондолар. Рәхимә Юлдашкилдина, Зәйтүнә Ғарифуллина, Вәлимә Баймөхәмәтова, Фәриҙә Ҡотлобаева, Таңсулпан Ярмөхәмәтова, Лилиә Сәфәрғәлина, Яңылбикә Ҡарасурина, Фәниә Ҡарасуриналар материалдарҙы кәтүктәргә урап, "күбәләк"тәр ҡырҡһалар, Алтынбикә Ҡарасурина, Әлфирә Абдуллина, Хәлиҙә Ишдәүләтова, Илүзә Абдрахманова һәм Айһылыу Ҡарасуриналар селтәр үреү эшен башҡарҙылар. Бәләкәс, иң йәш ирекмәнебеҙ, биш йәшен тултырып килгән Илһам улыбыҙ Иҫәнбаев та инәйҙәренә ҙур ярҙам күрһәтте. "Күмәкләгән-яу ҡайтарған" тип тиген әйтмәгәндәр шул. Күмәкләгәс, эшебеҙ ырамлы һәм тиҙ булды. Бына шулай, бергә һәм берҙәм булайыҡ, ауылдаштар!
Барыһы ла ЕҢЕҮҙе яҡынайтыу һәм яуғирҙәрҙең ғүмерҙәрен һаҡлау өсөн эшләнә.
Х. И. Ишдәүләтова.
Ишей ауылы.

Ишейҙәр сираттағы ярҙамын әҙерләй башланы
Ишейҙәр сираттағы ярҙамын әҙерләй башланы
Автор:Гузель Салихова