+2 °С
Облачно
"Байыҡ" конкурсы еңеүсеһе һайлауҙы бейеү менән биҙәне
Сыңғыҙ ауылында тауыш биреүҙең икенсе көнө лә шәп үтә. 62 йәштәге Әнүәр Солтангилдин, һайлау участкаһында тауыш биреп кенә ҡалманы, ә тирә-яҡтағыларҙың кәйефен дә күтәрҙе.
Әнүәр ағай халыҡ бейеүен башҡарҙы. Ауылдаштары өсөн был көтөлмәгән хәл түгел. Әнүәр ағай билдәле кеше. Ул хеҙмәт ветераны һәм төрлө бейеү конкурстары, шул иҫәптән 2009 йылда «Байыҡ» республика телевизион конкурсы еңеүсеһе. Республиканың төп бейеү проектында еңеүсе үҙенең бейеүе менән рух күтәренкелеге һәм гражданлыҡ әүҙемлеге өлгөһөн күрһәтте, комиссия ағзаларына һәм башҡа һайлаусыларға йылмайыу бүләк итте.
Афарин!
#БашВыборы2026