Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
17 Сентября , 09:40

Балалар торлаҡлы булды

Был бик һөйөнөслө хәбәр

Добавить в предпочтительные источники Google
Балалар торлаҡлы булдыБалалар торлаҡлы булды
Балалар торлаҡлы булды

Бөгөн район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов етем балаларға фатир асҡыстарын тапшырҙы. Бөгөн дүрт бала өсөн мөһим көн булды. Хәҙер уларҙың үҙ йорто бар, тимәк, иртәгәһе көнгә ышаныс та бар. Район етәксеһе улар менән бергә шатланып, яҡшы һүҙҙәр әйтеп, яңы йорттарҙа һәр ваҡыт йылы, уңайлы һәм тыныс булыуын теләне. Ғаиләле парҙар өсөн был икеләтә ҡыуаныс булды.

Вилдан Агишевты айырым билдәләп үтергә кәрәк — ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, үҙенең хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән һәм илебеҙҙе батырҙарса яҡлаған шәп егет.

Ауыр ваҡытта дәүләттең үҙ йөкләмәләрен үтәүе һәм кешеләргә ярҙам итеүе айырыуса мөһим. Яңы йорттарҙа һәр ваҡыт йылылыҡ, шатлыҡ һәм яҡшы кәйеф хакимлыҡ итһен!

Автор:Гузель Салихова