Новости
15 Сентября , 04:15

Радий Хәбиров Баймаҡта ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн үҙәкте асты

Тренерҙар, йәш спортсылар һәм ирекмәндәр менән бергә яңы спорт биләмәһен һынап ҡараны.

Добавить в предпочтительные источники Google

Баймаҡ районында спорт яратҡан халыҡ йәшәй. Шуға күрә был йүнәлештәге һөйөнөслө яңылыҡ менән уртаҡлашырға ашығабыҙ.

Баймаҡ ҡалаһының "Труд" стадионында Республика Башлығы Ралий Хәбиров  менән видеоконференц элемтә режимында ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн заманса сертификатлы объект асылды. Тренерҙар, йәш спортсылар һәм ирекмәндәр менән бергә яңы спорт биләмәһен һынап ҡараны.

Баймаҡ районы башлығы Азамат Иҙрисов:

- Радий Фәрит улына һәм Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығына районыбыҙға ярҙам иткәне һәм иғтибары өсөн рәхмәт. Был объект халҡыбыҙҙың яңы ҡаҙаныштарына тағы бер аҙым булыр, тип ышанам. Комплекс бик шәп, тимәк, алда-яңы күнекмәләр һәм еңеүҙәр!

Радий Хәбиров Баймаҡта ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн үҙәкте асты
Радий Хәбиров Баймаҡта ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн үҙәкте асты
Автор:Гузель Салихова