+5 °С
Ясно


Баймаҡ районының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәремахсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙең әсәһенә ярҙам күрһәтте. З.Ш. Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары ысын ир-егеттәр эшен башҡарҙы. Улар мунса ҡыйығына тупраҡ ташып һалды Эш еңелдән булмаһа, студенттар уны берҙәм көс менән тамамлап та ҡуйҙы. Яугирҙең ғаиләһе өсөн студенттарҙың ярҙамы бик ваҡытлы булды. Ирекмәндәребеҙгә ярҙамсыл, эшһөйәр һәм изге йөрәктәре өсөн рәхмәт!