Новости
8 Сентября , 11:50

Йәштәргә тик бәхеттәр теләйбеҙ!

Буранбай ауылы батыры Илгиз Фәнис улы менән Күгәрсен районы Сапыҡ ауылы һылыуы Гөлгөнә Фәнил ҡыҙын законлы никахтары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Улар никах таныҡлығы алды. Ауыл ағинәйҙәре туй ваҡытында киленде, ҡоҙаларҙы йолабыҙға ярашлы ҡаршы алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәштәргә тик бәхеттәр теләйбеҙ!Йәштәргә тик бәхеттәр теләйбеҙ!
Йәштәргә тик бәхеттәр теләйбеҙ!

Башҡорт ауылдарында йолаларҙың һаманда йәшәп килеүе ҡыуаныслы хәл. Халҡыбыҙҙың йолалары беҙҙең байлығыбыҙ, беҙҙе йолалар үткәндәр менән бәйләй һәм үҙебеҙҙең халҡыбыҙҙың йолаларын йәш быуынға тапшырыу беҙҙең алда торған ҙур бурыстарҙың береһе булып тора.

Буранбай ауылы егете, улыбыҙ Илгиз Фәнис улы менән Күгәрсен районы Сапыҡ ауылы һылыуы Гөлгөнә Фәнил ҡыҙының бөгөн законлы никах көндәре. Улар никах таныҡлығы алдылар. Ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре туй ваҡытында киленде , ҡоҙаларҙы йырлап ҡаршы алдылар. Ауылыбыҙҙың матур ғаиләләренең береһе Мәрхәбә һәм Әбдрәхим Яналиндарҙың урамына барып һыу юлын күрһәттеләр. Ағинәйҙәр ҡаршы алып йәштәргә үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙеләр.Афарин, хөрмәтле ағинәйҙәр!

Илгиз улым, Гөлгөнә килен!
Ҡорған ғаиләгеҙ ныҡ һәм татыу, парлы тормош юлығыҙ киң һәм һикәлтәһеҙ булһын. Бер- берегеҙгә терәк- таяныс, икегеҙ бер уйлы, бер һүҙле булып, бәхетле, тиң - тигеҙ, оҙон ғүмер кисерегеҙ. Күңелегеҙҙе һәр саҡ һөйөү уты йылытһын, йөҙөгөҙ бәхет нурынан балҡыһын. Бер- берегеҙҙе хөрмәт итеп, балалар үҫтереп, матур итеп милләтебеҙ бәрәкәтен арттырып йәшәгеҙ.

Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә hеҙгә бүләк итәhе,
Донъялағы иң матур hүҙҙәрҙең
Иң йылыhын hеҙгә әйтәhе.
Бер -берегеҙгә ныҡлы терәк
Иптәш серҙәш булығыҙ.
Дауыл-ямғырға бирешмәй,
Гел йәнәшә тороғоҙ.

Зәкиә ҒӘЙЕТБАЕВА.

Автор:Гузель Салихова