+5 °С
Ясно
Шәмбе киске сәғәт һигеҙ тирәһендә Өфө-Инйәр-Белорет трассаһының 209-сы километрында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Лада Приора» автомобиленең 47 йәшлек водителе Белорет яғына хәрәкәт иткәндә 36 йәшлек водитель идара иткән «Форд Фокус» автомобиле менән бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә ике водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем урында уҡ һәләк булған. Авария сәбәптәре асыҡлана.