+9 °С
Ясно


Башҡортостан Республикаһы Милли музейының 2022 йылдың 25 майындағы 150-се һанлы бойороғо нигеҙендә Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы капиталь ремонтҡа ябылды.Әле музей ваҡытлыса Темәс күп функциялы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан.
Бөгөн тарихи объектты реконструкциялау эштәре әүҙем дауам итә.Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте мәсьәләне даими контролдә тота.Ошо көндәрҙә бында эш сәфәре менән вице-премьер Алан Марзаев булды.Ул район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Айҙар Мәжитов оҙатыуында объекттағы эштәр менән танышты.
Музейҙы ремонтлау, башҡа атҡарыласаҡ эштәр тураһында гәзиттең сираттағы һанында уҡырһығыҙ.