Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь , 16:05

Был көндө һатылмай!

Республикала тағы ла бер көндә иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла

Был көндө һатылмай!
Был көндө һатылмай!

Башҡортостанда 27 июндә — Йәштәр көнөндә «ҡоро закон» ғәмәлдә була, тип белдерҙеләр республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында.

Республика ҡануниәтенә ярашлы, был көндә алкоголде ваҡлап һатыу тыйыла. Спиртлы продукцияны һатыу кафе, бар һәм ресторандарға ҡағылмай.

Талапты боҙған өсөн штраф ҡаралған. Вазифалы кешеләргә — 20-40 мең, юридик берәмектәргә иһә 100-300 мең һум.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала яңы йыл каникулдарында, Һуңғы ҡыңғырау байрамында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә, шулай уҡ муниципалитеттарҙа һабантуй ойошторолған көндәрҙә лә хәмер һатыу сикләнә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в