Һаҡмар
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь , 15:55

Дарыуҙарға хаҡ артмай

Бөгөн республиканың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышында ошо хаҡта белдерелде...

Дарыуҙарға хаҡ артмай
Дарыуҙарға хаҡ артмай

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин бөгөн республиканың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышында дарыуҙарға хаҡтың үҙгәрмәүен хәбәр итте.

«Күпселек медицина ойошмалары алдан ҡул ҡуйылған йыллыҡ контракттар буйынса кәрәкле күләмдә медикаменттар һатып алған. Дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ»,— тип билдәләне Азат Рәхмәтуллин.

Башҡортостан Башлығы йәшәү өсөн мөһим медицина препараттары менән тәьмин итеүҙе контролдә тоторға ҡушты.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в