Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2022, 16:25

Имтихандар башланды

Башҡортостан мәктәптәрендә 18 майҙа туғыҙынсылар өсөн сығарылыш дәүләт имтихандары башланды...

Имтихандар башланды
Имтихандар башланды

Башҡортостан мәктәптәрендә 18 майҙа туғыҙынсылар өсөн сығарылыш дәүләт имтихандары башланды.

Бөгөн уҡыусылар — туған әҙәбиәттән, 19 һәм 20 майҙа сит телдәрҙән һынау тота. Математиканан имтихан — 23 майҙа, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән 27 майҙа була.

1 июндә — биология, тарих, химия һәм физика, 7 июндә — рус теле, 10 июндә — туған телдәр, 15 июндә — информатика, химия, география һәм биология, 22 июндә — әҙәбиәт, физика һәм информатика.

Бынан тыш, 4-9 июлдә бөтә фәндәрҙән резерв көндәр билдәләнгән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: