Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2022, 17:10

Виртуоз баянсы яҡташыбыҙ вафат булды

Бөгөн Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, легендар музыкант, виртуоз баянсы, Башҡорт дәүләт филармонияһының почетлы ветераны, яҡташыбыҙ Ридик Фәсхетдинов 83-сө йәшендә донъя ҡуйҙы

Виртуоз баянсы яҡташыбыҙ вафат булды
Виртуоз баянсы яҡташыбыҙ вафат булды

2022 йылдың 16 майында Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, легендар музыкант, виртуоз баянсы, Башҡорт дәүләт филармонияһының почетлы ветераны, яҡташыбыҙ Ридик Фәсхетдинов 83-сө йәшендә донъя ҡуйҙы. Ул Фәсхетдиновтарҙың артистар — музыканттар һәм бейеүселәр династияһына нигеҙ һалыусы ине.

Ридик Әхмәт улы Фәсхетдинов 1940 йылдың 16 мартында Темәс ауылында тыуған. 1962 йылда Өфө сәнғәт училищеһының халыҡ уйын ҡоралдары бүлеген («Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы») тамамлаған.

Хеҙмәт юлын шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт филармонияһының Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә концертмейстер булып башлай. 1975-2004 йылдарҙа — филармонияның баянсы-солисы.

2004-2010 йылдарҙа йәш коллективтың — Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры солисы, йәштәрҙең остазы һәм профессиональ оҫталыҡтың сағыу өлгөһө була.

Ридик Фәсхетдинов халыҡ-ара музыкаль сәхнәлә Башҡортостандың милли сәнғәтен әүҙем пропагандаланы, республиканың билдәле солистары менән бергә Европа, Азия, Африка һәм Көньяҡ Американың 60-тан ашыу илендә булып ҡайтты.

Музыка сәнғәте өлкәһендәге ижади һәм һөнәри ҡаҙаныштары өсөн бер нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһының маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән, шулай уҡ «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», «БАССР-ҙың халыҡ артисы», «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы» тигән исемдәргә лайыҡ булған.

Хөрмәтле яҡташыбыҙ вафат булыу сәбәпле, уның яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: