Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2022, 15:00

Баймаҡ ҡурайсылары һынатманы!

Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды... 

Баймаҡ ҡурайсылары һынатманы!
Баймаҡ ҡурайсылары һынатманы!

 

Башҡортостанда БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғата Сөләймәновтың 110 йыллығы айҡанлы "Октябрьский" ҡала мәҙәниәт һарайында уҙған XXI Республика ҡурай байрамы еңеүселәре иғлан ителде.

Гран-приҙы Учалынан Тәфтизән Зәйнышев яуланы, ә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле (Өфө), Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле (Баймаҡ районы), «Яйыҡ» халыҡ ҡурайсылар ансамбле (Учалы), Рөстәм Хәбиров (Туймазы), Иршат Дауытов (Ғафури районы), Айнур Собханғолов (Федоровка районы) һәм Вилдан Дәүләтбирҙин (Өфө) I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.

Конкурста Башҡортостандан һәм Силәбе өлкәһенән 334 музыкант, шул иҫәптән 93 солист һәм 22 ижади коллектив ҡатнашты.

«Ҡурай символ булараҡ башҡорт халҡының традицияларын ихтирам иткәндәрҙең һәм һаҡлағандарҙың һәммәһен дә үҙе тирәләй йыя. Республикабыҙ гербында һәм флагында ла ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Ул, элекке кеүек, ата-бабалар хәтерен һәм Башҡортостандың күп милләтле халҡының дуҫлығын аңлата», — тип билдәләне мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика ҡурай байрамы беренсе тапҡыр 2001 йылда уҙғайны. Ул ЮНЕСКО-ның башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау традицияларын үҫтереү һәм йәштәр араһында һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау буйынса программаһы сиктәрендә ойошторолдо.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: