Новости
13 Мая 2022, 07:05

Йәйге лагерь асыҡ булырмы?

Быйыл да йәйге миҙгелдә балалар лагерҙарында күмәк саралар һәм ата-әсә көндәрен уҙғарыу тыйыласаҡ...

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәйге лагерь асыҡ булырмы?Йәйге лагерь асыҡ булырмы?
Йәйге лагерь асыҡ булырмы?

Быйыл да йәйге миҙгелдә балалар лагерҙарында күмәк саралар һәм ата-әсә көндәрен уҙғарыу тыйыласаҡ.

Был турала "Честно говоря" тапшырыуында Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығының балалар һәм үҫмерҙәр гигиенаһын күҙәтеү бүлеге етәксеһе Римма Әхмәтшина белдерҙе.

«Ата-әсәләр балалары менән лагерь етәкселеге билдәләгән регламент буйынса махсус урында ғына осрашырға мөмкин», — тине ул.

Балалар һауыҡтырыу учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн дә махсус талаптар ғәмәлдә ҡала, уларға смена асылырҙан ике көн алда ковидҡа тикшерелергә кәрәк.

Автор:Гузель Салихова