+2 °С
Облачно
Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев "Беҙ баймаҡтар бит әле!" исемле шиғырында "иң аҫаба, йор башҡорттар - беҙ баймаҡтар бит әле!" тип юҡҡа ғына әйтмәгән.
Ысынлап та, ниндәй генә һынау кисермәһен, Баймаҡ халҡы милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булып ҡала, милли рухлы ул һәм ҡыҙҙары, мәҙәниәте, тарихы менән дан тота.Бөгөн Баймаҡта Яҙ һәм хеҙмәт байрамына арналған тантанала ла, балаларҙың, үҫмерҙәрҙең сәхнәләге ғорур, рухлы сығыштары был фекерҙе тағы бер ҡат дәлилләне.
Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең "Дуҫтар" вокаль ансамбле "Беҙ баймаҡтар бит әле!" йырын башҡарып, барыһын да таң ҡалдырҙы.Афарин!